Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, РФ Тәфтиш комитетының Өфө районы буйынса хәрби тәфтиш бүлеге 67684-се хәрби часы рядовойы Сергей Диняевҡа РФ Енәйәт кодексының 1-се бүлегенең 349-сы статьяһы буйынса (айырыуса ҡурҡыныс янаусы ҡорал һәм предметтар менән ҡулланыуҙа һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен үтәмәү) енәйәт эше ҡуҙғатҡан. БР Урман хужалығы министрлығы хәрби часть урынлашҡан урман массивында был көндө янғын сығыуын дәлилләмәй. Тимәк, фажиғәгә килтергән сәбәптәр – кеше факторы.
Башҡортостан Президенты, Иглин районының Урман ҡасабаһын ҡарап сыҡҡас, кисекмәҫтән тегеҙеү эштәрен башларға бойорҙо. Ул тәүге сиратта ауыл советы бинаһын тергеҙеү менән урындағы властың тулы ҡеүәттә эшләй башлауын талап итте. Фажиғә булған урын әле һуғыш булып үткән урындарҙы хәтерләтә. Баҡсаларында шартламай ҡалған снарядтар табыуын да хәбәр итә граждандар. Дөйөм алғанда, ҡасабанан 1100 снаряд йыйып алынған, ул карьерҙа шартлатыласаҡ. Янғындан зыян күргәндәр тәүге кәрәк-яраҡтарҙы алыу өсөн тәғәйенләнгән 5 мең һум матди ярҙамды ала башлаған.
З. ЙӘҺҮҘИНА.