Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
30 Апрель 2011, 22:11

Ауыл мәңге йәшәр кеүек ине...

Яңыраҡ уҙған йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге һөҙөмтәләре матбуғатта күренә башланы. Статистика хеҙмәткәрҙәре, әлбиттә, иғлан ителгән мәғлүмәттәрҙең яҡынса булыуына иҫкәрмә яһай. Шулай ҙа Рәсәй кешеләренең байтаҡҡа аҙайыуын йәшереү мөмкин түгел. Ниндәйҙер ҡәүемдәр һан яғынан артҡандыр, кемдәрҙер кәмей төшкәндер. Был мәсьәләлә сәбәптәр бихисап. Әлеге иҫәпкә алыу мәғлүмәттәрен төпсөрләп өйрәнә башлаһаҡ, хәсрәттән баштарыбыҙ эйелерлек йәнә әллә ниҙәргә юлығырбыҙ ул. Матбуғатта Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа ғына тиҫтәләрсә мең ауылдың ер йөҙөнән юҡ булыуы тураһында яҙалар. Хәйер, быға миҫалдарҙы Башҡортостан картаһынан да табырға бик мөмкин.

Яңыраҡ уҙған йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге һөҙөмтәләре матбуғатта күренә башланы. Статистика хеҙмәткәрҙәре, әлбиттә, иғлан ителгән мәғлүмәттәрҙең яҡынса булыуына иҫкәрмә яһай. Шулай ҙа Рәсәй кешеләренең байтаҡҡа аҙайыуын йәшереү мөмкин түгел. Ниндәйҙер ҡәүемдәр һан яғынан артҡандыр, кемдәрҙер кәмей төшкәндер. Был мәсьәләлә сәбәптәр бихисап. Әлеге иҫәпкә алыу мәғлүмәттәрен төпсөрләп өйрәнә башлаһаҡ, хәсрәттән баштарыбыҙ эйелерлек йәнә әллә ниҙәргә юлығырбыҙ ул. Матбуғатта Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа ғына тиҫтәләрсә мең ауылдың ер йөҙөнән юҡ булыуы тураһында яҙалар. Хәйер, быға миҫалдарҙы Башҡортостан картаһынан да табырға бик мөмкин.
Бөгөн ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, барыбыҙҙың да тамырҙарыбыҙ ауылдалыр, тип уйлайым. Сөнки ата-бабаларыбыҙ борон-борондан башлыса ауыл ерендә ғүмер кисергән. Ауыл – һәр нәмәгә йән биреүсе тупраҡ, шифалы шишмәләр, урман һәм тауҙар. Һандуғас һайрауын ҡайҙа ишетәһең дә, тонйорап ҡына ҡояш байығандан һуң офоҡ ситенә тартыл­ған алтын шаршауҙы ҡайҙа күрәһең? Иң матур тигән ҡалаларҙа ла ундай гүзәллек юҡ.
Йәштәр ҙә онотоп өлгөрмәгән йылдарҙа республикабыҙ етәкселеген тәшкил иткән Зәкәриә Аҡназаров, Мортаза Рәхимов, Фәйзулла Солтанов, Исмәғил Ғәбитов һәм йәнә байтаҡ дәүләт етәксеһе – ауылда тыуып ҡанат нығытҡан, үҙ эшсәнлегендә ауыл хәстәрҙәрен уртаға ҡуйған кешеләр. Улар ауыл ерен халыҡтың рухи бишеге һәм бөгөнгө таянысы, киләсәге лә тип иҫәпләй. Был фекерҙең хаҡлығы бәхәсһеҙ. ҡала халҡын кәмһетеүҙән түгел, әммә ҡалаға интеллектуаль һәм физик ҡеүәтте нәҡ ауыл, уның ныҡлығы һәм сафлығы өҫтәп тора.
Бөгөнгө ауыл үҙе ҡайҙан көс-ҡеүәт һәм дәртләндерерлек рух алып йәшәйҙер, был – ғалимдар ҙа аса алмаҫлыҡ сер. Үҙебеҙ байҡай алған тарихҡа ғына күҙ һалһаҡ та, Рәсәй ауылдарында крәҫтиәндәрҙең бер ваҡытта ла рәхәтлектә, муллыҡта, илдең һөймәлекле кешеһе булып йәшәгәнен таба алмабыҙ. Дәүләттең иң ҙур байлығын һәм халыҡтың күҙ терәп торған ризығын булдырһа ла, юҡсыллыҡ, аслыҡ һәм меҫкенлек ғүмер баҡый тәүҙә ауыл өҫтөнә төшкән. Хәтеремдә, һуғыштан аҙаҡ табында барыбыҙға ла һыныҡлап икмәк өләшкән өләсәйебеҙҙең үҙенә телем дә ҡалмай торғайны. Үҙҙәренең именлеген һәм сәләмәтлеген башҡалар өсөн ҡорбан итергә һәр саҡ әҙер тороусылар әлеге шул өләсәй, олатай, әсәй, атай менән ауыл бит ул.
Әллә яҙыусыларҙың күпселеге ауылда донъя күргәнгә, ауыл темаһы әҙәбиәттә айырыуса популяр. Ауылына арнап бер шиғыр ҙа яҙмаған шағир юҡтыр. Әле лә ҡалала йәшәп ижад итеүсе ҡәләм әһелдәре, ҡайҙан икәнлектәрен хәтергә төшөрөп, ауылға ҡайтып урай, ауылдаштарының хәлен күреп хайран ҡалған була.
Автомашинала килеп төшөп кенә ауыл тормошо-көнкүрешенең айышына төшөнә алһаң икән! Ундағы хәл-ваҡиғалар ауылдан ситкә бигүк сығып бармай. Ауыл кешеһе ваҡ-төйәк мәсьәләләр менән түрәләрҙе бимазаламай. Уның һыҙланыуҙары үҙәккә үтһә генә иңрәү булып тышҡа сыға. Ситтән ҡарағанда йә белмәгән кешегә ауыл йоҡомһорап ятыусы мөхит кеүек күренә. Асылда ауыл тормошоноң үҙ драматургияһы, үҙ комедиялары, үҙ трагедиялары бар. Бер нисә урамлы ҙур ауылдарҙа ла, һанаулы ғына өйлөләрендә лә сер ятмай: ҡырын эште һәм ҡырыҫ һүҙҙе бында йәшереү мөмкин түгел, теге оста сабый тыуһа, икенсе остан, йүгереп күрергә киләләр. Йортто ла ауылда күмәкләп күтәрәләр, кешене һуңғы юлға ла бергәләп, изге доғалар уҡып оҙаталар.
Мин ауылдың бер ғаиләләй берегеп, күрше менән күрше ут бирешеп, йоҙаҡһыҙ-бикһеҙ йәшәгән саҡтарын яҡшы хәтерләйем. Муллыҡ ташып бармаһа ла, күңелдәр йомарт ине. Ихласлыҡ, эскерһеҙлек, хатта бер ҡатлылыҡ – ауыл кешеһенә хас сифаттар. Хаслыҡ менән ике йөҙлөлөк, алдаҡ менән уғрылыҡ кешенең булмышына әүерелеүгә дәғүә иткән заманда эскерһеҙлек йәки тоғролоҡ кеүек төшөнсәләр айырыуса ҡиммәт.
Ауылдағы традицион эшлеклелек, айыҡлыҡ, инсафлылыҡ сифаттарының ҡайҙа һәм ни сәбәпле юғалыуын аңларға тырышабыҙ. Әхлаҡһыҙлыҡ тураһында һүҙ сыҡһа, әйләнәбеҙ ҙә телевизорға ҡарап йоҙроҡ күрһәтәбеҙ. Әйтерһең, ен ояһы шунда. ҡоторорға үҙе теләмәгәнде телевидение ғына аҙҙыра алмай ул. Бәлки, ундағы яманлыҡтар кешегә һабаҡ булһын тип күрһәтеләлер? Кеше холҡон күҙәт, үҙеңдекен төҙәт, тигән бит боронғолар.
Һуңғы осорҙарҙа килеп сыҡҡан йәмһеҙ ғәҙәттәрҙе йә колхоз тарҡалыуға, йә ауылда килендәр етмәүгә, йә эшһеҙлеккә һылтар булып киттек. Көсһөҙ йә булдыҡһыҙ кеше генә бәләнең башын ситтән эҙләй. Был – еңел юл. Сәләмәтлегең бар, ҡулың ҡорал тота ала икән, күңелең теләгән эшкә ынтыл. Етеш тормошоң тотошлай үҙ ҡулыңда. Колхоз бирер, хөкүмәт ярҙам итер, тип күп ғүмер үткәрҙек. Дәүләт бюджетына ла аҡса Америка банкыларынан инмәй, ул бар предприятие, һәр бер кешенең тырышып эшләп түләгән һалымынан йыйыла.
Ирекле булыу, әлбиттә, кеше булмышы өсөн тәбиғи хәл. Ләкин ҡыл да ҡыбырлатмайынса, лаф ороп йөрөү менән генә мул тормош хасил булмай. Демократия ла һәр шәхестең йәмғиәт алдында яуаплылығы артҡан осраҡта ғына ысын мәғәнәһендә халыҡ идараһына әүерелә ала. Хөрриәттән бәйһеҙлеккә бер аҙым. Ауылда иһә хәҙер, идара ла, партия менән комсомол ойошмалары ла булмағас, халыҡтың ихтыяжын дөйөмләштерерлек, дәрткә ниндәйҙер йүнәлеш бирерлек көс тә ҡалманы, ахыры. Ул ғына ла түгел, кеше йомошо, аһ-зарҙары менән ҡайҙа барып морон төртөргә тейеш? Теге йәки был уртаҡ мәсьәләләр өсөн яуап­лылыҡты үҙ өҫтөнә кем ала һуң?
Кемдеңдер ҡул аҫтында йөрөп һәм юғарынан төшкән аҡыл менән йәшәргә күнеккән ауыл кешеләренең күбеһе ҡаушап ҡалыуының сәбәптәре ниҙә? Билдәле, ишле мал аҫрау, йорт-ҡура йүнәтеү өсөн ихтыяр, тырышлыҡ кәрәк. Үҙ аллы донъя көтөүсе һәр ғаиләнең муллыҡҡа тиҙ генә ирешә алмауы ла ихтимал. Бөгөн етеш тормошта йәшәүсе ауыл ғаиләләренең өлгөһө аҙыраҡ йоҡлап, тинде тингә ҡушып, һәммәң бер төпкә егелеп, эскене онотоп эшләү кәрәклеген күрһәтә.
Ил ниндәй генә социаль-иҡтисади шарттарҙа йәшәмәһен, кешенең булдыҡлылығы һәр ваҡыт юғары баһаланды. «Булһын» тип ынтылған ғаиләләрҙә ата кеше «Аҡыл эҙләгән аҡыл табыр, мал эҙләгән мал табыр» тигән хәҡиҡәткә таянды, усаҡта ут һүндермәне, барҙы ишле итергә тырышты. Ауылда булдыҡлы шундай ғаиләләр әле лә бар. Улар мотлаҡ артасаҡ, сөнки йәшәү, күтәрелеү инстинкты халыҡты барыбер һәләкәт юлынан ебәрмәйәсәк.
Шулай ҙа әлегә ауыл өсөн ысынлап хәүефләнеү күренмәй. Республика гәзиттәренең береһендә хәбәрсе Венера Мәжитованың «ҡала тулы кейәүһеҙ ҡыҙ, ауыл тулы буйҙаҡтар» тигән мәҡәләһе айҡанлы һүҙ ҡуйырып китте. Бөгөн генә күҙ алдына баҫҡан мәсьәлә түгел инде был, әлбиттә. Фажиғәнең тәрәнлеге дәүләттең бөтә кимәлдәрендә мәғлүм булһа ла, ул, дөйөм ил яҙмышы кеүек үк, енәйәтсел ғафиллыҡ һөҙөмтәһе. Гәзиткә яҙып ҡына ауылға ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡайтара алмабыҙ. Әгәр дәүләт һәм ауылдың йүнсел ир-егеттәре унда ҡатын-ҡыҙ ҡыҙығып һәм рәхәтләнеп эшләрлек эш булдырһа, социаль, мәҙәни яҡтарҙы ла ҡайғыртһа, ауыл тупрағында тәпәй баҫҡан ҡыҙ бала унан ҡасыр инеме ни?
Хәйер, йүнселлек ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының үҙҙәренә лә кәрәк инде. Эшләйем, йәшәйем, тигәнгә ауылда ла шөғөл табыла. Ошо мәлдә мин төпкөл ауылыбыҙҙа йәшәп тә юғалып ҡалмаған, тырышып, лайыҡлы тормош ҡорған һеңлеләр, ҡустылар тураһында уйлап ултырҙым. Кемдәрҙер дебетле, икенселәре һөт бирә торған тоҡомло кәзәләр үҫтерә. Бер ҡарындаш – умартасы. Йылҡысылыҡҡа тартылған, таҡта ярған кешеләр ҙә бар. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең яҡтарҙа кәзә-фәлән, ҡаҙ менән мәшәҡәтләнеү бигүк таралмағайны. ҡатын-ҡыҙҙың иһә, мәҫәлән, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәне хәтеремдә ҡалмаған. Заман, тормош ихтыяжы быуаттар буйына килгән стереотиптарҙан да арындыра.
Ләкин һынылыш һәм һындырылыш осоро ауыл кешеләрен ата-бабалар ҡаны менән бирелә торған һәм тәбиғәт тарафынан тәрбиәләнгән тырышлыҡ, инсафлылыҡ, сафлыҡтан айырмаһын ине. Ауыл – ил һәм халыҡтың бишеге, уның рухи ҡиблаһы һәм ҡеүәтенең нигеҙе. Бер кешенең ғүмере өҙөлһә лә, асманда йондоҙ һүнгәнгә тиң. Ә ауыл картанан юйыл­һа? Ата-әсәнең ҡәберенә юл өҙөлһә? Шуның өсөн дә ауыл мәңгелек булып ҡалырға тейеш. Күктә балҡыған ҡояш кеүек, халыҡтың үҙе һымаҡ.

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.
Читайте нас: