Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
30 Апрель 2011, 15:04

ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘ

«ҡайҙа ҡарама – яҡташтар. Быраулайҙар, эҙләнәләр...»Бованенково Сё-Яха, Морды-Яха һәм Надуй-Яха йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Бындағы сәнәғәт һәм көнкүреш объекттары бер нисә майҙанға һибелгән. Беҙ 45 көн йәшәргә һәм эшләргә тейеш булған объекттар 3-сө майҙанда урынлаш­ҡан булып сыҡты. Әйтеүҙәренә ҡарағанда, был майҙан башҡаларынан ҙурлығы менән дә, кешеләренең күплеге менән дә айырылып тора. Башҡаларын күрмәгәс, улар хаҡында һүҙ йөрөтә алмайым, әммә халыҡтың күплеге бер ҡарауҙа уҡ күҙгә ташлана. ҡайҙа баҡма, уҙған быуаттың һикһәненсе йылдары аҙағында аҙыҡ-түлек магазиндары алдындағы кеүек һыу буйы халыҡ: ашханаға инһәң дә, мунсаға барам тиһәң дә, хатта хәжәтеңде үтәү өсөн дә тубығыңды ҡыҫып сиратта торорға тура килә.

ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘ
ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘ
Читайте нас: