Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
9 Апрель 2011, 15:51

САБАҠ ҠАРМАҠҠА ҮҘЕ ЭЛӘКҺӘ ЛӘ...

Балыҡ тотоу түләүле буласаҡмы?«Волганы 1943 йылда ла бер кемгә лә бирмәнек, хәҙер ҙә эләктерә алмаҫһығыҙ!», «Түләүле балыҡ тотоу булмаясаҡ!», «Халыҡ йылғаларынан ҡулдарығыҙҙы алығыҙ!», «Чиновник, һин беҙҙең дошманмы әллә?» тигән һүҙҙәр яҙылған плакаттар тотҡан халыҡтың пикетҡа сығыуын берәү ҙә көтмәгәндер. Татарстандың баш ҡалаһында 3 меңгә яҡын балыҡсы республика хөкүмәте бинаһы алдында йыйылған. Эш шунда: быйыл ғинуарҙан көсөнә ингән федераль закон буйынса, һыу ятҡылыҡтарында балыҡ тотҡан өсөн аҡса түләргә кәрәк буласаҡ – халыҡ бының менән килешә алмай бер була.

САБАҠ ҠАРМАҠҠА ҮҘЕ ЭЛӘКҺӘ ЛӘ...
САБАҠ ҠАРМАҠҠА ҮҘЕ ЭЛӘКҺӘ ЛӘ...
Балыҡ тотоу түләүле буласаҡмы?
«Волганы 1943 йылда ла бер кемгә лә бирмәнек, хәҙер ҙә эләктерә алмаҫһығыҙ!», «Түләүле балыҡ тотоу булмаясаҡ!», «Халыҡ йылғаларынан ҡулдарығыҙҙы алығыҙ!», «Чиновник, һин беҙҙең дошманмы әллә?» тигән һүҙҙәр яҙылған плакаттар тотҡан халыҡтың пикетҡа сығыуын берәү ҙә көтмәгәндер. Татарстандың баш ҡалаһында 3 меңгә яҡын балыҡсы республика хөкүмәте бинаһы алдында йыйылған.
Эш шунда: быйыл ғинуарҙан көсөнә ингән федераль закон буйынса, һыу ятҡылыҡтарында балыҡ тотҡан өсөн аҡса түләргә кәрәк буласаҡ – халыҡ бының менән килешә алмай бер була.
Ябай халыҡ ҡына тип әйтеүе лә аҙ, РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин үҙе лә, яңы закон­ға төҙәтмәләр индереү йәки ҡытыршылыҡтарҙы бөтөрөүҙе талап итеп, «Росрыболов» башлығы Андрей Крайнийға мөрәжәғәт итте.
Ысынлап та, ғүмер буйы йәшәгән еребеҙҙәге йылға-күлдәрҙең балыҡтарын тотҡан өсөн дә аҡса түләүҙе талап итеү бер ниндәй ҡалыптарға ла һыймаған кеүек. Ләкин алдан уҡ шуны билдәләп ҡуйырға кәрәк – илдең бөтә һыу ятҡылыҡтары ла түләүле түгел. Һүҙ, бер йылғаның айырым урындарында махсус базалар төҙөп, балыҡ тотоу урындарын заманса ҡорамалдар менән йыһазландыр­ғандан һуң, балыҡсыларҙан һәр балыҡ өсөн түгел, шул урында күрһәтелгән хеҙмәт өсөн аҡса түләтеү тураһында бара. Тик бына шуныһы – бушлай балыҡ тотоу өсөн ҡалдырылған урындарҙа балыҡтың әҙ булыуы, кешеләр йәшәгән урындарҙан алыҫ урынлашыуы кеүек проблемалар килеп сыҡҡан. Закон буйынса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнер өсөн йылға-күлдәр­ҙең айырым участкаларын 20 йылға ҡуртымға алырға була. Эшҡыуарҙар был участкаларҙы конкурс нигеҙендә генә алырға хоҡуҡлы. Әлбиттә, конкурсҡа сығарылған участкалар иң уңышлы һәм уңайлылар иҫәбенән.
Эшҡыуарҙар, конкурста еңеп, участкаларҙы ҡуртымға алһа ла, әле был урындарҙа базалар төҙөү эшен еренә еткерергә өлгөрмәгән. Ә шундай йылға-күлдәргә килгән балыҡсыларҙан аҡса даулай ҙа башлағандар. Был законға ҡаршы килә. Сөнки, билдәләп үтеүебеҙсә, түләү күрһәтелгән хеҙмәт өсөн ҡаралған, тәбиғәт байлығын ҡулланған өсөн түгел. Ысынбарлыҡта шулай килеп сыға: балыҡсылар ҡуртымға алынған ярҙа баҫып торған өсөн аҡса түләргә мәжбүр. Эшҡыуарҙарҙың ни өсөн халыҡтан аҡса йыйыуы бөтөнләй аңлашылмай.
Тағы ла балыҡсыларҙы «фиш- карта»лар аптырата. Исеменән үк күренеп тороуынса, был яңылыҡ беҙгә сит илдән килгән, Европала уларҙы күптән ҡулланалар. «Фиш-карта» шунан ғибәрәт: дәүләт балыҡсылар менән махсус килешеү төҙөп, уларға ошо карталарҙы таратасаҡ. Карта бушлай бирелмәй, уның хаҡы 300 – 500 һум тирәһе буласаҡ, тип планлаштырыла. Карталарҙы һатыуҙан килгән аҡсаны йылға-күлдәргә балыҡ ыуылдырығы ебәреү, үрсемде арттырыу өсөн тотонорға ниәтләнәләр. Карта алыу кешеләргә балыҡ тоторға хоҡуҡ бирәсәк.
Миңә ҡалһа, балыҡсыларҙы «фиш-карта»лар алырға мәжбүр итеү бик дөрөҫ. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Волга йылғаһында ғына һаҙан балығының запасы 40 тапҡырға кәмегән. Был бит иҫ киткес. Тотолған балыҡтар урынына икенселәрен үрсетеү менән етди шөғөлләнеүселәр юҡ, аҡса етмәй, имеш. Ә балыҡ тоторға бик яратабыҙ! 300 – 500 һумды бер тапҡыр түләүҙән бер кем дә ярлыланмаҫ, әммә йылғалар балыҡһыҙ ҡалһа, хәл бик ҡатмарлы буласаҡ.

P. S. Әле шул билдәле булды – РФ Президенты Дмитрий Медведев Генпро­куратураға балыҡ тотоу менән профеcсиональ рәүештә шөғөлләнмәгән кешеләр­ҙең хоҡуҡтары боҙоламы-юҡмы икәнлеген тикшерергә ҡушты. Ағымдағы йылдың 1 октябренә тиклем балыҡ тотоу урындарына конкурстар ойоштороу һәм аҡса түләп ҡармаҡ һалыуҙы туҡтатып торасаҡтар. ҡыҫҡаһы, коммерция ниге­ҙендә балыҡ тотоу­ҙы рөхсәт иткән законға ваҡытлыса мора­торий индерелә. Тик­шереүҙәрҙән һуң ниндәй ҡарар ҡабул итеүҙәрен алдан билдәләүе ауыр, шуға ла көҙҙө көтөргә генә ҡала.

Л. СОЛТАНОВА.
Читайте нас: