Мәҡәләгә башты шулай тип ҡуйырға мәжбүр булдыҡ. Сөнки яңыраҡ ҡына нәҡ Салауат ҡалаһы уҙаманын интернет аша сит ил гражданы ҙур ғына суммаға һемәйткәйне. Әле килеп телефон аша шылтыратыусы «прокурор»ҙың күрһәтмәләрен һүҙһеҙ үтәргә ашыҡҡан асыҡ ауыҙҙар хайран ҡалдырҙы. Ә эш былай була: ҡаланың бер рестораны менеджерына, йәнәһе, «прокуратура» хеҙмәткәре, баш ҡаланан килгән тикшереүселәргә өс блюдонан торған комплекслы төшкө ашты урынға алып килеп биреүҙәрен, шул уҡ ваҡытта шылтыратыусы үҙенең телефон иҫәбенә әҙерәк аҡса күсереүҙәрен үтенеп, шылтырата.
Законға һәм чиновниктарға буйһоноп өйрәнгән менеджер уның бөтә үтенестәрен дә шунда уҡ үтәргә ашыға. Шуныһы бигерәк көлкө лә, йәл дә: ресторан кассаһында булған барлы-юҡлы 13 мең һум аҡсаны, оҙаҡ та уйлап тормайынса, шылтыратыусы әйткән телефон иҫәбенә күсерә...
Шул уҡ көндө икенсе бер иргә лә шылтыраталар. Телефондың теге осондағы әҙәм үҙен «урындағы хакимиәт бүлеге начальнигы» тип таныштыра һәм «ябай халыҡтың тормош-көнкүреше тураһында һөйләшеп алыу өсөн» осрашырға тәҡдим итә. Һөйләшеү аҙағында тағы ла шул уҡ үтенес – телефон иҫәбенә әҙерәк аҡса күсереү. Әҙерәк тигән аҡса был юлы 9 мең (!) һумға барып төшә.
Алдаҡсыларҙың планы уңышлы барып сыға – кеҫә телефоны операторы офисында телефон иҫәбендәге аҡсаны тиҙ генә тегенең ҡулына тотторалар (бында тәртип шулай: счеттағы аҡсаны тәүге талап буйынса бирергә тейештәр).
Аҙаҡ асыҡланыуынса, ике осраҡта ла салауаттарға Краснодар крайынан шылтыратҡан булғандар. Әле полицейскийҙар телефон аша мутлыҡ ҡылыусыларҙы эҙләй.
Алданыусыларға кәңәш
Бөгөн телефон аша иң киң таралған мутлыҡ шулайыраҡ: «Әсәй, мин аварияға эләктем» йәки, улығыҙ, ирегеҙ аварияға эләкте, тип шылтыраталар ҙа үҙҙәренең «ярҙам»ын тәҡдим итәләр. Йәнәһе, бәләгә тарыған кешегә ярҙам күрһәтә алалар, әгәр ҙә былар күпмелер аҡса сығарып бирһә. Күптәр, ошондай алдыҡҡа ышанып, аҡсаһынан яҙа. Шуға күрә лә, аҡсаны сығарып бирер алдынан тәүҙә «аварияға эләккән» улығыҙға йәки ирегеҙгә шылтыратып, дөрөҫөн асыҡлағыҙ. Әгәр ҙә инде шылтыратыусы үҙен хоҡуҡ һаҡлау органы йәки район хакимиәте хеҙмәткәре тип танытһа, унан мәсьәләне хәл итеү өсөн адвокат менән бергә килеүен һорағыҙ. Бындай яуаптан һуң абонент юҡҡа сыға ла инде.
Р. МӘХИЙӘНОВА.