-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
15 Март 2011, 17:15

Ярҙам итеүме, ярҙан этеүме?

йәки Ауыл халҡы ниңә ерҙе ситтән килеүселәргә ҡуртымға биреүгә ҡаршы?Баймаҡ районының ялан яҡ зонаһының иң уңдырышлы өлөшөнән 25 000 гектар ерҙе Силәбе өлкәһенең «Ситно» холдингына оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға биреп, агрохолдинг ойоштороу хаҡында мәғлүмәт киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарылғас та, был идеяға үҙемдең ҡарашымды белдереп, «Йәшлек»тәге мәҡәләлә яҙып сыҡҡайным («Әллә өмәләп тормайыҡмы?»). Гәзит сыҡ­ты, Башҡор­тос­тан төбәктәре буйлап таратылды, кискеһен «Йәшлек»те алдырыусы һәр кеше тарафынан уҡылды. Ябай халыҡ тарафынан да, түрәләр тарафынан да: тәүгеләре ихлас итеп көлдө лә, гәзитте ситкә һалып, телевизор­ға йомолдо, һуңғылары иһә, эт өрөр, бүре йөрөр, тигәндәй, шулай уҡ битараф ҡалды.

Ярҙам итеүме, ярҙан этеүме?
йәки Ауыл халҡы ниңә ерҙе ситтән килеүселәргә ҡуртымға биреүгә ҡаршы?
Баймаҡ районының ялан яҡ зонаһының иң уңдырышлы өлөшөнән 25 000 гектар ерҙе Силәбе өлкәһенең «Ситно» холдингына оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға биреп, агрохолдинг ойоштороу хаҡында мәғлүмәт киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарылғас та, был идеяға үҙемдең ҡарашымды белдереп, «Йәшлек»тәге мәҡәләлә яҙып сыҡҡайным («Әллә өмәләп тормайыҡмы?»). Гәзит сыҡ­ты, Башҡор­тос­тан төбәктәре буйлап таратылды, кискеһен «Йәшлек»те алдырыусы һәр кеше тарафынан уҡылды. Ябай халыҡ тарафынан да, түрәләр тарафынан да: тәүгеләре ихлас итеп көлдө лә, гәзитте ситкә һалып, телевизор­ға йомолдо, һуңғылары иһә, эт өрөр, бүре йөрөр, тигәндәй, шулай уҡ битараф ҡалды. Мәҡәлә бер ниндәй тауыш-тынһыҙ, тыныс ҡына тарих төпкөлөнә инеп юғалды.
Их, проблемаларҙы күрмәмеш булыу менән генә улар сәсрәп юҡҡа сыҡһа икән дә ул! Юҡ шул: хәл-әхүәлдең мин фаразлағанса булыуын һиҙенгән халыҡтың тулҡынланыуы шундай сиккә етте, хатта сәйәсәттән мөмкин тиклем алыҫ булырға тырышҡан район гәзите лә һуңлап ҡуҙғыған халыҡ фекерен баҫтырырға мәжбүр булды. Был иһә – етди күрһәткес, уны тик ташҡын алдынан быуаны йырып алып китмәһен өсөн барлыҡ шлюздарҙы асыу менән сағыштырырға була.
Ялан халҡының нимә менән риза­һыҙ булыуын белер өсөн урындағы хәлдәрҙе асыҡлау кәрәктер. Ысынбарлыҡты белмәйенсә, табип сирлегә диагноз ҡуя алмағандай, был осраҡта ла Баймаҡ районы ысынбарлығын тасуирлап китәйем.

Баймаҡ районы халҡының күпселеген башҡорттар тәшкил итә. Богачевка, Сосновка, Семеновское кеүек ауыл исемдәре берәүҙе лә яңылыштырмаһын – был ауылдарҙа йәшәүсе урыҫтарҙың күпселеге ситкә – Сибайға, Магнитогорскиға, Орскиға күсеп бөткән тиерлек. Сибай ҡалаһының бер эшҡыуары быны шулай тип аңлатты: «Все умные в город посмотались». Мыҫҡыл итеп, кемделер кәмһетеп түгел, юҡ, бары үҙе аңлағанса, үҙ күҙлегенән сығып әйтте быны. Мин иһә уның менән ризалашманым, ерле халыҡтың, тыуған ерен ташламай, һуңғы сиккәсә йәбешеп ятасағын әйттем. Ысынлап та, шулай бит? Эш юҡ, аҡса килер ере юҡ, шулай булһа ла, нисектер көн итеп, барына ҡәнәғәт булып йәшәй бирәләр. Мин, мәҫәлән, дәүләт бар икән, уның хөкүмәте халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡларға тейеш, һәм был яҡлау миһырбанлыҡ, хәйер таратыу формаһында түгел, ә өҫтөңә йөкмәтелгән бурысты атҡарыу формаһында булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Һәр бер кеше, ауылда йәшәйме ул, ҡалаламы, айына ике мәртәбә аҙ булһа ла эшләп алған аҡсаһын кеҫәһенә һала алмаһа, был дөрөҫ түгел. Шулай булмаһа, ни бысағыма бындай хөкүмәт? Был хәҡиҡәтте Башҡортостан Президенты Р. Хәмитов яҡшы аңлай, Көньяҡ Урал зонаһының мөшкөл хәлен яҡшыртырға тырышалыр. Һәр хәлдә, был төбәккә инвестор­ҙар килтерергә кәрәк, яңы эш урындары булдырырға кәрәк, тип тырышмаҫ ине. Әммә, Баймаҡ районында «Ситно» агрохолдингын булдырыу­ҙың был йәһәттән кире һөҙөмтә бирәсәге көн кеүек асыҡ. Был хаҡта урындағы халыҡ, фермер­ҙар асыҡтан-асыҡ әйтә, барлыҡ инстанцияларға мөрәжәғәт итә. ҡоро һүҙ булмаһын өсөн, Урғаҙа ауылының билдәле крәҫтиән хужалығы етәксеһе Борис Яковлевич Фролов менән булған һөйләшеүҙе халыҡҡа еткерергә булдым.
Фролов Борис Яковлевич, БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы, Ленин, Хеҙмәт ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Данлыҡлы «Йылайыр» совхоз-техникумының данлыҡлы эшсеһе.
– Борис Яковлевич, «Ситно» тарафынан агрохолдинг булдырылыуына ниңә кире ҡарашта булыуығыҙҙы аңлатып үтегеҙсе?
– Бына 12 йыл инде улым Олег менән, крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп, игенселек менән шөғөлләнәбеҙ. Ошо йылдар дауамында беҙгә район етәкселеге ирекле үҫешергә ирек бирмәне. Нисәмә фермер бар, барыһы ла 100 –150-шәр гектар ер менән аслы-туҡлы тигәндәй тереклек итеп килдек. Хәҙер килеп, халыҡтың тормошон яҡшыртабыҙ тип, райондың иң яҡшы ерҙәрен ситтән килгән кешеләргә бирмәкселәр. Был ярҙам итеү түгел, киреһенсә буласаҡ, сөнки урындағы халыҡҡа былай ҙа ер етмәй. Районда ер мәсьәләһе яһалма рәүештә киҫкенләштерелеп килде. Беҙгә, фермерҙарға, уңайы сыҡҡан һайын урыныбыҙҙы төртөп күрһәтә килделәр – халыҡҡа пай ере итеп бүленергә тейешле ерҙәрҙе эшкәртәһегеҙ, тотонған ерҙәрегеҙгә хужалар бар. Хәҙер килеп, ошо уҡ ерҙәрҙе тағы ла ситтән хужа саҡырып килтереп тотторорға йөрөйҙәр. Тимәк, урындағы халыҡҡа ер етмәйәсәк. Эшләрлек кешеләр ситкә китеп бөттө, ә ҡалғандары, йәғни беҙ, фермер­ҙар, ошо тоҡос ҡына ерҙәребеҙгә ҡарап ҡалабыҙ. Силәбеләр урындағы халыҡты кинәндермәйәсәк, киреһенсә, эшһеҙ ҡалдырасаҡ бит. Элегерәк МТС-тар булдырып, уларға ер биргәйнеләр. Шунан, ул МТС-тарҙан халыҡҡа файҙа булдымы? Эш урындары булдырылдымы? Эш урындары бармаҡ менән һанарлыҡ кешеләргә етте, ә күпме кеше эшһеҙ ҡалды? Урал ауылы яғында 7000 гектар ерҙе алдылар, урындағы халыҡ эшһеҙ тороп ҡалды. Колхоз-совхоздар еренең бер гектарын 1000 һумға эшкәртеп, тәртипле итеп таланылармы? Таланылар, башҡа төрлө итеп әйтеп булмай. Хәҙер уларын банкрот итеп, активтарын дәүләт ҡарамағынан шәхси ҡулдарға күсерәләр, 49 йылға ҡуртымға алынған ерҙәре менән. Был агрохолдинг менән дә тап шундай тарих буласаҡ: урындағы халыҡтың эшен, ашын тартып алыу буласаҡ был, әйтмәне тимәгеҙ.
– Әлеге ваҡытта хөкүмәт тарафынан ниндәй ярҙам күрергә теләр инегеҙ?
– Эш эҙләп ситкә китеп бөткән кешеләрҙе кире йыйып алыу өсөн урындағы крәҫтиән хужалыҡтарына ярҙам күрһәтергә кәрәк. Һуң, эшләйем тигән егеттәр бар бит, юҡ түгел. Улым менән мин, Айрат Шәрәфетдинов, Юрий Найденов, ағалы-ҡустылы Новиковтар, ағалы-ҡустылы Хреновтар, Сергей Тарасов, Сынтимер Ибраһимов – уларҙың барыһы ла яһалма ауырлыҡтарға бирешмәй эшләп килгән, сыныҡҡан хужалар. Хөкүмәттең бик ярҙам иткеһе килә икән, крәҫтиәндәрҙең хәленән килерлек шарттарҙа лизингыға ауыл хужалығы техникаһы таратһын! «Россельмаш»тың барлыҡ складтары, ихаталары өр-яңы, әммә сит ил техникаһы менән конкурент көрәштә еңелеп ҡалған ватан техникаһы менән тулған. Барһындар, дәүләт гарантиялары бирһендәр, техникаларын беҙгә таратһындар. Ерҙе лә ситтәргә түгел, урындағы халыҡҡа бирһендәр, вәт был булыр ярҙам.
Ишмөхәмәт ауылынан фермер Рафаэль Тәхиә улы Йәрмөхәмәтов та Фролов Борис Яковлевичтың һүҙҙәрен ҡеүәтләне:
– Беҙҙең ауылдан ғына 20-гә яҡын ир-егет ситтә эшләй. Ғаиләләрен ташлап, рәхәт тормоштан йөрөмәй бит улар. Ярай, беҙҙә халыҡ тәртипле, ул-был нәмә ишетелмәй, ә ир өйҙә тормау сәбәпле ғаиләләр тарҡала башлаһа? Ауыл хужалығында ла табышлы итеп эшләргә була, элек бит бүлексәләрҙә эш гөрләп торҙо. Минеңсә, 5 – 6 мең һум аҡса килеп торһа, берәү ҙә ярты ғүмерен ситтә йөрөп үткәрмәй, ауылда эшләргә тырышыр ине. Хөкүмәттең, инвестор­ҙар табабыҙ тигән булып, халыҡтың еренә ситтән хужа эҙләп йөрөүе төптө дөрөҫ түгел, был яҡшыға алып бармаясаҡ. Тағы ла беҙҙең ауыл халҡына тейешле пай ерҙәре буйынса ошоно әйтмәксе булам. Әле Ишмөхәмәт ауылы биләмәһендәге ерҙәр, яҡынса 3500 гектар, тулыһынса пай ерҙәренән тора. Хәлдәрҙең киҫкенләшеүен барыһы ла күреп тора, нишләп ауыл халҡына берләшеп, өр-яңы хужалыҡ булдырып, ерҙәрен үҙҙәренә эшкәртмәҫкә? Аҙмы-күпме техника паркы бар, тимерлек, токарь цехтары, йылы ангарҙар бар, ә бит улар бер ваҡыт яйлап юҡҡа сығасаҡ. Шуны аңлап, бөтәбеҙгә берҙәй булып керешергә ине лә бит. Юҡ, егеттәр нишләптер тәүәккәлләргә уйламай, әллә ситтән килеп йәбешкәндәрен көтәләрме икән?..

Илшат ҡАНСУРИН.
Баймаҡ районы.