-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
12 Март 2011, 16:02

Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр

Ғәжәпләнерлек тә, ғибрәт тә алырлыҡ, һоҡландырырлыҡ та инде был донъя! Күҙ алдында дәүләттәр ҡыйрала, яңылары хасил була, кисә генә пәрәнжә бөркәнеп, өнһөҙ-тынһыҙ йөрөгән мосолман ҡатын-ҡыҙҙары, шәхси ирек, ил мәртәбәһен даулап, ирҙәр менән бер рәттән майҙандарға сыға. Улай ғынамы ни, мосолман донъяһында ла ил менән етәкселек итеүгә ғүмер баҡый хоҡуҡһыҙлыҡта көн күргән ҡатын-ҡыҙҙар килә. Бик күп дәүләттәрҙә президент, хөкүмәт башлығы, сит ил эштәре йә финанс, оборона министры булып ханымдарҙың эшләүе хәҙер ғәжәпләндермәй. Бәлки, ир-атта был хәл көнсөллөк йәки һоҡланыу тойғоһо ғына уяталыр. Ә бит ҡатмарлана, ауырлаша барыусы тормошта ҡатын-ҡыҙҙарҙың парадоксаль аҡылы, түҙемлеге, иң сетерекле хәлдәрҙән дә сығыу юлын таба алыу һәләте, хәйләкәрлеге һәм хатта мәкерлеге лә кәрәк.

Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр
Ғәжәпләнерлек тә, ғибрәт тә алырлыҡ, һоҡландырырлыҡ та инде был донъя! Күҙ алдында дәүләттәр ҡыйрала, яңылары хасил була, кисә генә пәрәнжә бөркәнеп, өнһөҙ-тынһыҙ йөрөгән мосолман ҡатын-ҡыҙҙары, шәхси ирек, ил мәртәбәһен даулап, ирҙәр менән бер рәттән майҙандарға сыға. Улай ғынамы ни, мосолман донъяһында ла ил менән етәкселек итеүгә ғүмер баҡый хоҡуҡһыҙлыҡта көн күргән ҡатын-ҡыҙҙар килә. Бик күп дәүләттәрҙә президент, хөкүмәт башлығы, сит ил эштәре йә финанс, оборона министры булып ханымдарҙың эшләүе хәҙер ғәжәпләндермәй. Бәлки, ир-атта был хәл көнсөллөк йәки һоҡланыу тойғоһо ғына уяталыр. Ә бит ҡатмарлана, ауырлаша барыусы тормошта ҡатын-ҡыҙҙарҙың парадоксаль аҡылы, түҙемлеге, иң сетерекле хәлдәрҙән дә сығыу юлын таба алыу һәләте, хәйләкәрлеге һәм хатта мәкерлеге лә кәрәк.
Егерменсе быуаттың икенсе яртыһын һәм хәҙерге көндәрҙе генә сәхифәләп аҡтарғанда, төрлө ҡәүемдәрҙең һоҡланғыс ҡыҙҙар үҫтереүенә йәнә бер хайран ҡалаһың. Был юҫыҡта, әлбиттә, иң тәүҙә Һиндостан хөкүмәте етәксеһе Индира Ганди хәтергә килә. Унан алда ғына Һиндостандың күршеһе Шри-Ланкала Сиримаво Бандарандике ханым премьер-министр булып оҙаҡ ҡына эшләп алғайны. Көнсығыш илдәрендә, ҡатын-ҡыҙ ғүмер баҡый кәмһетелеп йәшәгән мосолман дәүләттәрендә гүзәл заттарҙың хакимлыҡҡа килеүе – үҙе шаҡ ҡатырғыс күренеш. Филиппинда Корасон Акино һәм Глория Арройо Санчес, Бангладешта Хәлидә Вазед, Пакстанда Беназир Бхутто, Төркиәлә – Тансу Чилләр... Ләкин мосолман йәмғиәтендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың халыҡ алдына сығыуы һәм ирҙәр менән тиң тороп эшләргә тырышыуы ҙур ауырлыҡтар, хатта фажиғәләр аша бара. Шәхси һаҡсылары йәки террорсы ҡулынан ғүмер­ҙәре өҙөлгән Индира менән Бена­зирҙың яҙмышы ғына ла быға дәлил. Шул уҡ ваҡытта заман елдәрен сабыуынан тотоп туҡтатып та булмай. Хәҙер Латин Америкаһындағы байтаҡ дәүләткә һәм хөкүмәткә ҡатын-ҡыҙҙар етәкселек итә. Күкрәп күтәрелеүсе бик ҙур Бразилияның президенты – ханым кеше. ҡеүәте буйынса донъяла дүртенсе иҡтисад булып иҫәпләнгән Федератив Германияның канцлеры – Ангела Меркель. Фин­ляндияла Тарья Халлонен ханым хужа. Ғөмүмән, Скандинавия илдәрендә хөкүмәттәрҙә лә, парламент­тар­ҙа ла ҡатын-ҡыҙҙар күпселектә. Беҙ ҙә маһая алабыҙ: Рәсәйҙә федератив кимәлдә өс министр һәм ике губернатор эшләй.
Ә шаярыуҙы онотоп торғанда, Рәсәй йәмғиәтендә ҡатын-ҡыҙ етәксегә ҡарата шикләнеүлерәк ҡараш электән йәшәп килә. Был йәһәттән беҙ консерваторҙар. Әйткәндәй, ошо сифат инглиздәрҙең менталитетына хас, тигән фекер йәшәп килә. Әммә консерваторлыҡ Маргарет Тэтчерға Бөйөк Британия хөкүмәте менән ун ике йыл етәкселек итергә ҡамасауламаны. Америка ҡушма Штаттарында ла юғары дәүләт вазифаларына ханымдарҙы тәүәккәллерәк үрләтәләр. Һуңғы осорҙағы Уильям Клинтон менән кесе Джордж Буш хакимиәттәрендә Мадлен Олбрайт, Кондолиза Райс Дәүләт секретарҙары, йәғни сит ил эштәре министрҙары булып эшләне. Бөгөнгө Президент Б. Абама ошо урынға Нью-Йорк штатынан демократ сенатор Хиллари Клинтонды тәғәйенләгәйне. Әгәр мәҡәләнең дауамын һәм аҙағын Американың тышҡы сәйәсәтендә, тимәк, тотош донъя сәйәси тормошонда урта урынды биләүсе Хиллари ханымға арнаһам, уҡыусыларым ниәтемде аңлар, тип өмөтләнәм. Кешене өмөт йәшәтә һәм халыҡта: «Буй етмәгән ергә уй етә, ҡорал етмәгән ергә хыял етә», – тигән әйтем дә бар.
Дәүләт секретары ҡушма Штаттарҙағы вазифалар баҫҡысында, президент һәм вице-президенттан ҡала, өсөнсө урынды биләй. Әммә был формаль яҡтан ҡарағанда ғына шулай. Ғәмәлдә иһә, донъялағы иң ҡеүәтле һәм бай илдең тышҡы сәйәсәтен кәүҙәләндереүсе фигура булараҡ, халыҡ-ара эштәргә йоғонто яһай алыу мөмкинлектәрен иҫәпкә алғанда, уның вәкәләттәре президенттыҡына яҡынлаша.
Хиллари ханым оло сәйәсәттә, әлбиттә, яңы шәхес түгел. Тормош иптәше Билл Клинтон президент булып һайланырҙан алда Арканзас штаты губернаторы вазифаһына килгәндә үк ханымдың сәйәсәткә әүәҫлеге күренгән.
Уны ғаиләлә американдарса ҡырыҫ һәм талапсан шарттарҙа тәрбиәләгәндәр. Атаһы ҡыҙын мылтыҡтан атыр­ға һәм үҙ-үҙен яҡлай алырға өйрәткән: «Һин үҙеңде яҡлай белергә тейеш. ҡурҡаҡтарға беҙҙең өйҙә урын юҡ. Был – ҡағиҙә». Шундай ҡырыҫ талапсанлыҡ һәм Америка йәмғиәтендәге пуританлыҡ Хиллари­ҙың холҡон сәйәсәтте ғаилә ҡиммәттәренән дә өҫтөн ҡуйырлыҡ итеп тәрбиәләгән. Ысынлап та, әгәр Хиллари Родхэм-Клинтондың тәржемәи хәлен ентекләп өйрәнһәк, уның талип сағынан уҡ лидерлыҡҡа, власҡа ынтылып йәшәүен күрербеҙ. Юрист һөнәренә эйә булып, хоҡуҡ мәсьәләләрен тәрән өйрәнеү үҙ маҡсаттарына бер нәмәгә ҡарамай юл ярыусы ханым өсөн ҙур мөмкинлектәр асҡан. Хиллари менән Билл икеһе лә бай ғаиләләрҙә үҫмәгән, уның ҡарауы, ике төрлө холоҡ бер-береһен күтәрерлек итеп берләшкән. Уильям Джефферсон Клинтон – һөйкөмлө, асыҡ холоҡло, әммә елбәҙәгерәк егет. Хиллари Родхэм – сибәр, эсендәген тышҡа сығармаҫ, тотанаҡлы, һалҡын ҡанлы ҡыҙ.
Йәштәр Йель университетында осраша. Хиллари бында юриспруденцияны өйрәнгән була. «Билл Клин­тонды күрмәү өсөн һуҡыр булыр­ға кәрәк ине. Викингҡа оҡшаған Билл, ике йылын Оксфордта үткәргәс, кире әйләнеп ҡайтҡан икән. Буйсан, сәстәре бөҙрәләнеп торған шәп егет. Унан дәрт урғылып торғандай...» – Хиллари ул саҡтарҙы аҙаҡ шулай иҫкә ала. Әммә буласаҡ президент та яҙмышын бәйләйәсәк ҡыҙҙы шундуҡ шәйләп ала. «Ул ҡуйы ҡара-көрән сәсле, күҙлек кейә, ләкин буяныу-фәләндең эҙе лә юҡ. Унда көс тә, ихтыяр ҙа һиҙелеп тора. Бындай сифаттарҙы мин ирҙәрҙә лә, ҡатын-ҡыҙҙарҙа ла һирәк осраттым». Йылдар үткәс, Билл ҡатыны буласаҡ ҡыҙ тураһында шуларҙы яҙа.
Университетты тамамлағас, Хил­лари Балаларҙы һаҡлау фондында эшләй, төрмәгә эләккән ауыр яҙмышлы үҫмерҙәр менән эш алып бара. Аҙағыраҡ уны Президент Ричард Никсондың импичментын әҙерләү буйынса комиссияға индерәләр, ләкин Никсон, президентлыҡтан мәхрүм итеүҙәрен көтөп тормайынса, отставкаға үҙе китә. Хиллари эшһеҙ ҡала.
Ул йәштән үк етди була. Һәр нәмәне уйлап, еренә еткереп эшләй. Арканзасҡа ла, Биллға кейәүгә сығыу ниәте менән, үҙе китә. Һәм улар 1975 йылдың октябрендә өйләнешә. Никах һәр йәһәттән уңышлы булып сыға. Һәләтле ир вазифа баҫҡыстарынан тиҙ күтәрелә. Хиллари Клинтон иһә уның еңеүҙәрен ойоштороусы һәм дәртләндереүсе көс булып тора. Һәр хәлдә, унһыҙ Билл Клинтондың президент вазифаһын яулай алыуы шикле. Биллда дәрт, аҡыл, яңы идеялар бар, ләкин уға тәртиплелек, тотанаҡлылыҡ һәм тәүәккәллек етмәй. Һуңғы сифаттарҙы Биллға Хиллари биргән. Хиллариға, үҙ сиратында, һиҙгерлек кәрәк. Уның мин-минлеге һәм уңышҡа тиҙ ирешергә теләүе Клинтондарға байтаҡ бәлә лә алып килгән.
Ул тауар биржаһында теге йәки был тауарҙы билдәле бер хаҡ менән һатырға йәки һатып алырға вәғәҙәләр менән сауҙа итеүҙә уйнай, йөҙ мең доллар аҡса эшләп ала. Хиллари күсемһеҙ милек менән дә шөғөлләнә. Нисек кенә булмаһын, уның фекеренсә, Хиллари Биллдан бер йәһәттән дә ҡалышмай. Ул, шул ҡәҙәр һәләттәргә эйә булып та, ниңә ире ирешкәндәргә күтәрелә алмауына ғәжәпләнә. Хиллари хатта, Билл уңышһыҙлыҡҡа осраған хәлдә, уның урынына губернаторлыҡҡа дәғүә итергә әҙерләнә.
– Мин, бәлеш бешереп, сәй әҙерләп, өйҙә генә лә ултыра алыр инем, – тип белдерә Хиллари журналистарға, – ләкин мин ирем профессиональ сәйәсмән булғанға ҡәҙәр үк профессиональ карьераны һайлағайным.
Клинтон президент булып Аҡ йортҡа күскәс, Хиллари Билл Клин­тондың кабинетына үҙенең ҙур һүрәтен элә. Ғөмүмән, Аҡ йортта Хиллари етди ниәттәр менән төпләнә. Ул, ҡунаҡтар ҡабул итеп, уларҙың кәйефен күтәрергә генә йыйынмай. Хиллари ил менән ире менән бергәләп идара итергә ниәтләй. Әлбиттә, уға ҡәҙәр ҙә президент ҡатындары эштәргә тығылған, нимә эшләргә кәрәклеген аңлатҡан, кемде ниндәй вазифаға тәғәйенләргә кәңәш биргән. Ләкин, башҡаларҙан айырмалы булараҡ, Хиллари кәңәштәрен йоҡо бүлмәһендә түгел, ә асыҡтан-асыҡ, бөтә ил уның ролен белеп торорлоҡ итеп биреүҙе хуп күргән.
Һайлау кампанияһы ваҡытында Клинтон: «Бер президент өсөн тауыш бирһәгеҙ, икенсеһен бушлай алыр­һығыҙ», – тип шаяртыр булған.
Хиллари ханым президент эргә­һен­дәге кәңәшмәләрҙә ҡатнаш­ҡанда Клинтон унан һәр ваҡыт: «Ә һин нисек уйлайһың, Хиллари?» – тип һораған икән. Ул хатта рәсми вазифа биләргә лә ниәтләгән, ләкин ил закондары ғаилә менән бер урында эшләүҙе тыя.
Шулай ҙа Хиллари Клинтон ҡул ҡаушырып ултырмаған. Ул төрлө ултырыштарҙа, конференцияларҙа ҡатнашыр булған, сәләмәтлек һаҡлау системаһын реформалау менән шөғөлләнгән.
Һигеҙ йыл ғүмерен Аҡ йортта, алты йылын сенатта үткәреп, иренең хыянатынан түбәнселек һәм хурлыҡ ғазаптарын кисереп, Хиллари Клинтон ҙур тормош һәм сәйәси эшмәкәрлек тәжрибәһе туплаған. Ул әле булһа юғарыға ынтыла, АҡШ президенты вазифаһына дәғүә итте һәм, йәш демократ Барак Обаманан еңелгәс, Дәүләт секретары булып эшләргә ризалыҡ бирҙе. Мадлен Олбрайт – милләте буйынса чех, беҙҙең ил етәкселәре менән ҡырыҫ һөйләште, шулай ҙа айыҡ аҡыллы сәйәсмән булды. ҡара тәнле Кондолиза Райс, профессор һәм музыкант, бөтә донъяла АҡШ мәнфәғәттәрен нығытыу өсөн көсөн йәлләмәне. Рәсәй етәкселәренә уның менән эшләү ҙә еңелдән булмағандыр. Хиллари Клинтон ханым да Райс сәйәсәтен дауам итә кеүек. Рәсәй менән һөйләшкән саҡта йөҙөндә – йылмайыу, аңында – рационаллек, йөрәгендә туңлыҡ һаҡлана.
Атай-олатайҙарыбыҙ: «Маҡсатың булһа, юлы табылыр», – тип тә әйтеп ҡалдырған. Һеҙ ошо фекер менән килешәһегеҙме?

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.