-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
8 Март 2011, 13:01

«ЙЫРҘАРЫҢ КҮП ҺИНЕҢ, МОҢДАРЫҢ КҮП...»

Урал Ниғмәтуллин – «Ашҡаҙар» радиоһында комментатор, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Әле бер йәшен генә тултырған радиоканалда тәүге көндәрҙән алып эшләй. Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән Урал Ниғмәтуллинды халыҡ моңло йырсы, шәп комментатор, журналист булараҡ та танып белә. Әле ул 50 йәшлек алтын юбилейын билдәләй.– Урал Миңлебаевич, һүҙҙе алтын байрамығыҙ – тыуған көндән башлайыҡ. 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн һәр йыл һайын үҙенең байрамына әйләндереү һәр ирҙең бәхетенә теймәй бит ул. Был көн нисегерәк үтә һуң? – Иң ҡыҙығы шул: инде мәрхүм булған бер туған ҡустым да 8 мартта тыуғайны, арабыҙҙа теп-теүәл 10 йыл айырма бар. Теләһәң дә, былай килтереп сығара алмаҫһың, әй! Мөғжизә кеүек.

«ЙЫРҘАРЫҢ КҮП ҺИНЕҢ, МОҢДАРЫҢ КҮП...»
Урал Ниғмәтуллин – «Ашҡаҙар» радиоһында комментатор, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Әле бер йәшен генә тултырған радиоканалда тәүге көндәрҙән алып эшләй. Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән Урал Ниғмәтуллинды халыҡ моңло йырсы, шәп комментатор, журналист булараҡ та танып белә. Әле ул 50 йәшлек алтын юбилейын билдәләй.
– Урал Миңлебаевич, һүҙҙе алтын байрамығыҙ – тыуған көндән башлайыҡ. 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн һәр йыл һайын үҙенең байрамына әйләндереү һәр ирҙең бәхетенә теймәй бит ул. Был көн нисегерәк үтә һуң?
– Иң ҡыҙығы шул: инде мәрхүм булған бер туған ҡустым да 8 мартта тыуғайны, арабыҙҙа теп-теүәл 10 йыл айырма бар. Теләһәң дә, былай килтереп сығара алмаҫһың, әй! Мөғжизә кеүек.
Ике байрам бергә тура килгәс, был көн, ысынлап та, күңелле үтә. Иртә менән ҡатыным – миңә, мин ҡатыныма бүләктәр бирәбеҙ, бер-беребеҙҙе ҡотлайбыҙ. Байрам табыны ла ойошторола. Быйылғы алтын юбилейҙа пландар тағы ла хәтәрерәк, концерттар бирергә, дуҫтар, яҡындар менән аралашырға иҫәп тотам. Былай йырламаған көн юҡ инде, шулай ҙа әле концерттарға айырыуса тулҡынланыу, ниндәйҙер эске кисерештәр менән әҙерләнәм. Бөтә уҙған ғүмерҙе байҡап сыҡтым шикелле. Бала саҡ иҫкә төшә...

– Күңелегеҙҙе ниндәй хәтирәләр хисләндерә?
– Нишләптер үҙемде белгәндән алып салҡан ятып йырларға яраттым. Саҡ ҡына мөмкинлек бармы, ятып алам да, рәхәтләнеп йырлайым да йырлайым. Радионы ла ятып тыңлап, йырҙарына ҡушылам, ятлайым. Мал ҡараһам да, бесән сапһам да, сананы саҡ-саҡ һөйрәп һыу ташыһам да, йырлап йөрөй торғайным. Бәләкәй генә саҡтан ул замандағы йырҙарҙың барыһын да тиерлек ятлап бөттөм. Мәктәптә үткән бөтә саралар­ҙа ҡатнаштым, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙең уртаһында йөрөп, һәйбәт уҡырға ла тырышып бер була инем.
Бала саҡ бәхетле осорға тура килде – тиңһеҙ таланттар Мәғәфүр Хисмәтуллин, Рамаҙан Йәнбәков, Әсмә Шайморатова, Фәриҙә ҡудашеваның йырҙарын тыңлап үҫтек. Шуға ла йырсы булырға теләүем тәбиғи күренештер инде, ул заманда күпселек малайҙар космонавт булырға хыялланһа ла.

– Улай булғас, мәктәпте тамамлау менән сәнғәт өлкәһендә белем алыу юлын ҡараған­һығыҙҙыр?
– Юҡ шул, 10-сы синыфты тамамланым да, шоферлыҡҡа уҡый башланым. Тик үҙем бер генә көн дә шофер булып эшләмәнем. Күңелемдәге хистәргә сыҙай алмай, тиҙ арала Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға инеп, хорға дирижерлыҡ итеү бүлеген тамамланым. Шунан башланып китте инде сәхнә тормошо. Ул заманда хор популяр ине. Районға эшкә ҡайтып, уҡытыусылар хорын, егеттәр, ҡыҙҙар ансамблдәрен етәкләнем. Кешеләр хор сығыштарын да ярата, үҙҙәре лә теләп йөрөй ине.
Тик шуныһы – донъя үҙгәреп китте лә, кешеләрҙең йырлағыһы килмәй башланы. Шуға ла уҡытыу­сылар хоры нисектер һүнеп ҡалды. Үҙгәртеп ҡороу заманында моң яратыусыларҙың күңеле ҡайтҡандыр инде. Ауыр осор булды бит. Заман үҙенекен итә. Шулай ҙа мәлендә райондағы ансамблдәрҙең сығыштарын телевидениеға, радиоға килтереп яҙҙырҙыҡ.
Ғафури районының «Айгүзәл» бейеү ансамблен бөтә республика яҡшы белә. Унда беҙ эшләгән ваҡытта бейеүҙәрҙе гениаль талант эйәһе Йәүҙәт Бикбирҙин ҡуйҙы. Ул, Фәйзи Ғәскәров кеүек үк, башҡорт бейеү сәнғәтенә тос өлөш индергән шәхес. Ни өсөн тигәндә, Йәүҙәт ағай үҙе лә шәп бейене, бейеүҙе ҡуя ла белде. Шул ансамблдә мин дә бейенем, солист та булдым хатта.

– Һеҙ йырсы ғына түгел, матбуғат хеҙмәткәре лә. Ошо икеһе лә ауыр, әммә ҡыҙыҡлы, ваҡытты күп талап иткән эштәрҙе берҙәй алып барыу ауыр түгелме?
– Мин бәхетле кеше бит – журналистика өлкәһендә лә музыка менән шөғөлләнеү мөмкинлеген эләктерҙем! Бөгөн «Ашҡаҙар» радиоһында комментатор булып эшләйем. «Ашҡаҙар»ҙы мәҙәни канал тип атайбыҙ бит инде, быны һыҙыҡ өҫтөнә алғы килә. Тимәк, сәнғәт менән журналистика берләшкән урын ул.
Быға тиклем, Өфөгә килгәндән алып, «Башҡортостан» радиоһының төп каналында, «Юлдаш»та музыкаль мөхәррир булып эшләнем. Музыка бүлегенең эше изге. 1956 йылдан «Башҡортостан» радиоһының фонды йыйыла башлаған. Радионың, тотош республиканың алтын фонды тип әйтергә кәрәк. Әле был фондта 30 меңгә яҡын ижади әҫәр һаҡлана. Улар араһында спектаклдәр, шиғыр­ҙар, хикәйәләр, повестар, яҙыу­сыларҙың үҙҙәренең тауыштары бар. Һәм, әлбиттә, мәшһүр йырсыларыбыҙҙың тауыштары, композициялар күп.
Элек музыканы, әҙәби әҫәрҙәр­ҙе рулондарҙа һаҡланыҡ. Таҫмалар тип әйтергә лә мөмкин. Фондыбыҙ подвалда һаҡлана ине, шул таҫмаларҙы күтәреп йүгергеләгән саҡтар бөгөнгөләй күҙ алдымда тора. Хәҙер инде ижади әҫәрҙәрҙең бөтәһен дә компьютер ярҙамында, дискы­лар­ға яҙҙырып һалып барабыҙ, улар еңелерәк һәм сифатлыраҡ һаҡлана.
Башҡорт халҡының хазинаһы бит ул радионың алтын фонды. Ундағы байлыҡты бер ниндәй ҡиммәт менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Шулай булғас, журналистикаға ла, йырҙарымда ла сәнғәтте үҫтереүгә өлөш индерәм, тип һанайым.

– Фондта булған иң «боронғо» яҙмаларҙа кемдәрҙең тауыштары һаҡлана?
– Һүҙҙе Ғәзиз Әлмөхә­мәтовтан башларға кәрәк. Ул үҙенең тауышын грампластинкаға яҙҙырып ҡалдырған. Шундай кимәлдәге таланттарҙың тауышын, ижадын һаҡлап ҡалыу эше менән шөғөлләнеү – үҙе бәхет. Фонд бөгөн дә тулылана, иҫке яҙмалар таҙартыла, юғалмаһын өсөн заман техникаһына яҙҙырыла.

– Баш ҡалаға килеп, сәнғәтте өйрәнергә түгел, филология фәне серҙәрен асырға ҡарар итеүегеҙ нисек килеп сыҡты һуң?
– Мәктәптә уҡығанда тарихты яраттым, һәйбәт уҡыным. 26 йәшемдә Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға килгәйнем, шунан бер дуҫым: «Әйҙә минең менән филология факультетына, йөрөмә яңғыҙ ғына тарих тирәһендә», – тине. Йәш саҡ бит, киттем дә барҙым тел һәм әҙәбиәт өлкәһенә! Шулай ҙа шәп дыуамаллыҡ булып сыҡты был. Фольклорҙы, әҙәбиәт тарихын өйрәндем. Был белем бөгөнгө эшемдә бик ярҙам итә.
Әлеге көндә «Ашҡаҙар» каналында «Мәңгелек моң» тапшырыуын алып барам. Был тапшырыу мәшһүр композиторҙарҙың әҫәр­ҙәрен, дөйөм ижадын асып биреүгә бағышланған. Уларҙың симфоник әҫәрҙәрен, операларын, инструменталь музыкаһын халыҡҡа еткерәбеҙ. Таланттарҙы шәхес булараҡ асыу ҙа күҙ уңында тотола.
Икенсе эшем – «Беҙҙең донъя» тапшырыуы. Унда әҙәбиәт һәм сәнғәт йүнәлешендә эшләйем. ҡыҫҡаһы, бөтә музыкаль программаларға ла ҡағылышым бар.

– Радионы меңдәрсә кеше тыңлай. Ундағы концерттарҙы ойоштороу һеҙҙең зауыҡты, кәйефте лә сағылдыралыр?
– Әлбиттә, кәйефкә ҡараңҡырап эшләгән саҡтар ҙа булмай тормайҙыр. Кеше – кеше инде, ниндәйҙер машина түгел. Шулай ҙа кәйефһеҙ сағым бик һирәк. Эшкә килеп, ундағы мөхитте һиҙҙемме – шундуҡ күңел күтәрелә, барса хәсрәт онотола. Ултырып алып, беҙҙең фондта булған әҫәрҙәрҙе тыңлайым. Тыңлайым да хайран ҡалам! Башҡорт йырҙары, композитор­ҙары ижад иткән әҫәрҙәр гениаль бит. Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилевтың әҫәрҙәрен тыңлағанда һоҡланыуҙан башҡа бер ниндәй хис тә килмәй күңелгә. Шуныһы ла аптырата: был шәхестәр ҡалайтып өлгөрҙө икән? Ижад эшенән башҡа улар бит уҡытҡан да, вазифа ла биләгән. Нисек шундай моң ижад итергә мөмкин икән һуң ул? Башҡорт мәҙәни классикаһы донъя классикаһынан бер генә лә кәм түгел, хатта йыш ҡына шәберәк тә! Мәшһүр композиторҙарыбыҙ халҡымдың бөтә кисерешен, булмышын моңға һалып, милли ерлектә башҡа милләт кешеләре лә аңларлыҡ камил әҫәрҙәр ижад иткән. Әлбиттә, беҙҙең композиторҙарыбыҙҙың да әҫәрҙәрен ситтә уйнайҙар, яраталар. Бөгөнгө заманға килгәндә, мәҫәлән, Рафаил ҡасимовтың әҫәр­ҙәрен сит илдәрҙә лә беләләр. Әммә үҙебеҙҙе юғары сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендә донъяға таратыу өсөн эшләргә лә эшләргә әле. Халҡыбыҙҙа шундай таланттар бар икән, был юғалып ҡалырға тейеш түгел.
Шуға ла, моң илендә йәшәгәс, кәйефһеҙ саҡтар бик һирәк. Ғәжәпләнәм үҙебеҙҙең талант­тар­ға. Әллә инде элек кешеләр­ҙең күңеле нескәрәк булған, әллә рухи яҡтан байыраҡ булғандармы икән? Аңламаҫһың.

– Бәлки, гениаль әҫәрҙәр яҙылып бөткәндер, хәҙер ҡабатланмаҫ әҫәрҙәр ижад итеү мөмкинлеге юҡтыр?
– ҡабатланмаҫ әҫәрҙәр тыуҙырыу өсөн донъя классикаһын да өйрәнергә кәрәк. Ноталарҙы ла белмәгән кешеләр композитор булып йөрөгәндә ниндәй юғары сәнғәт тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин?! Эстрада заман менән үҙгәрә. Ә бит классика үҙ кимәлендә ҡала.
Композитор булыу өсөн талант ҡына аҙ, белем дә кәрәк. Талантлы кеше барыбер белеме етмәгәнлеген һиҙәсәк. Уҡыясаҡ. Оркестрҙы энәһенән ебенә тиклем белгән, көйҙө оркестрға һала белгәндәр кәрәк моң сәнғәтенә.
Бөгөн дә ҡабатланмаҫ әҫәрҙәр ижад итеү мөмкинлеге бар, әлбиттә. Тик Бетховен, Заһир Исмәғилев, Моцарт кеүек шәхестәрҙе композитор тип атағанда, өс нотаға көй һалып, өс көнлөк йыр ижад иткәндәргә башҡасараҡ исем кәрәк.
Шулай ҙа кешенең ниндәй йырҙы яратыуы уның эске донъя­һына, үҫеш, аҡыл кимәленә бәйле. Һәр кем рухына тап килгәнде һайлай. Кеше 35 – 40 йәштәр самаһында ныҡ үҙгәрә, шул ваҡыттан һуң күпселек халыҡ йырҙарын тыңлай башлай. Зауыҡ үҫә. Атайым, ас булһаҡ та, йырлай һәм бейей торғайныҡ, тип һөйләй. Табындарҙа ҡымыҙ эсеп ял итеп, таҡмаҡ әйтешеп, күңел асҡан саҡтары ла булған бит халҡымдың.
Иң шәп әҫәрҙәр донъяның теләгән бер мөйөшөндә йәшәгән кеше аңларлыҡ һәм ҡабул итерлек итеп, бөтә милли булмышты һеңдереп ижад ителә.

– Кеше күңелендә моң булһа ла, яҡындары аңламағанда, был байлыҡтың эсендә генә ҡалыуы ихтимал. Атай-әсәйегеҙ моңға маһир кешеләрме?
– ҡәҙерле кешеләрем бер ваҡытта ла хыялдарыма аяҡ салманы. Дәртләндереп кенә торҙолар. Шөкөр, атай-әсәйем иҫән-һау. Улар ғүмер буйы ауылда йәшәп, эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Әсәйем дарыуханала эшләне, сөгөлдөр баҫыуына ла йөрөгән саҡтары булды. Ә инде атайым – ғүмер буйы колхозда, урмансылыҡта. Икеһе лә күңелсәк, иҫ китмәле ярҙамсыл кешеләр. Уларҙың йөрәгенә кешеләрҙе яратыу шул тиклем һеңгән. ҡартайып барһалар ҙа, күрше-күлән менән гөрләп, туҡтауһыҙ ҡунаҡтар ҡабул итеп, матур йәшәйҙәр. Улар өсөн ҡыуанабыҙ, улар менән бәхетлебеҙ.
Беҙҙең нәҫелдә барыһы ла йырлай, йырламаған кеше юҡ. Әйткәндәй, тыуған ауылыбыҙҙа ғаилә йырҙары, нәҫел йырҙары бар. Шуларҙы күсереп яҙҙырыр­ға хыялланам. Тик әбейҙәрем, инде яҙҙырам тиһәң, төрлөсө сәбәп табып, баш тарта. Берәй мәжлестә һиҙҙермәй генә яҙҙырырға тура килер инде. Нәҫел йырҙары рухи ҡомартҡы бит.
ҡатыным Вәрисә, улым һәм ҡыҙым бар. ҡыҙым уҡып ҡына йөрөй әле. Улым хыялымды тормошҡа ашырҙы – тарих факультетын тамамланы. Тик шулай ҙа был юҫыҡта эшләмәй, сауҙа өлкәһенә китте. ҡыҫҡаһы, булманы инде булмағас тарихсылар беҙҙең аранан (көлә). Ғаиләбеҙ менән сәнғәткә ғашиҡбыҙ. Балаларым менән рәхәтләнеп юғары сәнғәт тураһында һөйләшеп алабыҙ.

– Шулай ҙа ниндәй йырҙар күңелегеҙгә яҡын?
– Халыҡ йырҙарына ғашиҡмын. Бигерәк тә «Сибай»ҙы яратып башҡарам. Шулай уҡ «Уйыл», «Сәлимәкәй», «Азамат», «Абдрах­ман»ды йырлайым. Ауыл көйҙәренән «Наласа» күңелемә яҡын. Әлбиттә, композиторҙар ижад иткән йырҙарҙы ла башҡарғаным бар. Миңә халыҡ йырҙарына тартымыраҡ йырҙар оҡшай. Моңло йырҙар. Барса тарих һыйған улар­ға.
Халыҡ йырын ҡайҙа ла яратып ҡабул итәләр. Клуб сәхнәһендә, ҙур залдарҙа ла, мәжлестәрҙә лә халыҡ йыры тиклем хистәр уятҡан моң юҡ. Барса халыҡ иҫе китеп тыңлай. Оҙон көйҙәрҙе һәр артист та йырлап бармай. Ә бит халыҡ йырын башҡарған һайын уны үҙеңсә асаһың. 30 йыл тирәһе «Сибай»ҙы йырлайым. Һәр ваҡыт унда бер яңылыҡ бар. Бер ҡасан да йырым ҡабатланмай. ҡыҙыҡ. Халыҡ йырҙары – асып бөтөргөһөҙ хазина. Уларҙы һәр кем үҙенсә башҡара. Мәҫәлән, Рамаҙан ағай Йәнбәков кеүек итеп бер кем дә «Сибай»ҙы йырламай. Мәғәфүр Хисмә­туллиндың «Шәүрә»не башҡарыуын иҫем китеп тыңлайым.

– 50 йәш – ғүмер уртаһы, артҡа ҡарап ниндәйҙер һөҙөмтәләр яһау ваҡыты ла. Юбилейығыҙҙы ниндәй кисерештәр менән ҡаршы алаһығыҙ?
– Мин бер ваҡытта ла карьера тураһында уйламағанмын икән – шуны аңланым. Шулай ҙа мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу, үҫтереү өлкәһендә ҡулымдан килгән тиклем ихлас эшләнем һәм эшләйәсәкмен. Журналист булараҡ, төрлө сараларға күп йөрөп, кешеләр менән һөйләшеп, халҡымдың күңеле, булмышы оло хазина икәнлеген төшөндөм. Йырҙарым менән кемгәлер ял сәғәттәре, моң бүләк иттем. Ғаиләм бар, кешеләрҙе шул тиклем яратам. Бай тарихлы, мәҙәниәтле милләт вәкилемен – шул бәхет. Пландарым хаҡында ла әйтеп үтәйем: концерттар менән сығыш яһарға, төп эшем – журналистика ярҙамында сәнғәтте үҫтереүгә тағы ла ҙурыраҡ өлөш индерергә ниәтләйем. Альбомымды ла сығарырға ине, был да кәрәк эш.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Урал Миңлебаевич, байрамығыҙ ҡотло булһын, уңыштар һеҙгә!

Лилиә СИРАЕВА әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.