йәки Биргән вәғәҙәләрегеҙҙе үтәй алырҙай көсөгөҙ булһа, депутатлыҡҡа ынтылығыҙ!
Юлдыбай ауыл советының 10 округына депутатлыҡҡа 32 кандидат күрһәтелһә, шуларҙың 6-һы Һынташ менән Воскресенское ауылдарында, ҡалғандары Юлдыбайҙың 8 округына тура килә. Әйтергә кәрәк, уларҙың береһен дә хеҙмәт коллективтары тәҡдим итмәгән. 8 кандидаттың һайлаусылар менән осрашыуға килмәйенсә битарафлыҡ күрһәтеүе үҙе үк ғаризаһын аңлы рәүештә яҙмауына ишара булып тойола.
Кандидаттар араһында билдәле фермер, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Харис Булатов, күренекле музыкант, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөфәр Сәйетов, Венер ҡоҙашев, Илнур ҡорбанғәлиев, Фәнирә Мостафина, Ғәли Абдуллин, Фидан Нурдәүләтов кеүек йәштәрҙең булыуы – ҡыуаныслы күренеш.
Осрашыуға килгән кандидаттар һайлаусыларҙы үҙҙәре менән таныштырып, үҙ алдарына ҡуйған маҡсаттарын еткерҙе. Айырыуса Ғәлиә ҡоҙашева, Наил Моталлапов, Муса Байназаров, Ғәли Абдуллин, Фәттәх Алсынов, Шәмсетдин Дәүләтсуриндың сығыштары күңелдәргә хуш килде һәм, иләктән имен-һау үтә алһалар, уларҙың изге теләктәренең алдағы көндәрҙә тормошҡа ашырылыуын ғына теләргә ҡала. Кандидаттар араһынан, «Депутат бер нәмә лә эшләй алмай» тип, мәғәнәһеҙ телмәр тотоп торған кешенең дә рәттән өсөнсөгә депутатлыҡҡа ынтылыуы күптәрҙе ғәжәпләндерҙе. Һайлаусыларҙың күптәренең элекке депутаттарын белмәүе лә депутат корпусының нисек эшләүен күрһәтә, буғай. Кандидаттарға һорауҙарға яуап бирергә лә тура килде.
Теләк һәм наказдар тураһында фекер алышыуҙа ҡатнашҡан Рушат Амантаев, Әхмәҙей Рафиҡов, Йәғәфәр Үтәшев, Рәйсә Рәмова, Салауат Юнысов, Хәмиҙә Юланова, Тәлғәт Атанов, Морат Иҫәндәүләтов һ.б. һуңғы йылдарҙағы хужаһыҙлыҡ һәм ғәҙелһеҙлеккә, булған кәмселектәргә туҡталды. Әйтәйек, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Р. Амантаев йәмәғәтселек һәм халыҡ менән бәйләнештең юҡлығын, хеҙмәт ветерандары Ә. Рафиҡов вокзал менән дауахананы тергеҙеү керәклеген, мулла Й. Үтәшев рух һәм дин мәсьәләләре, яңы мәсет төҙөү зарурлығы хаҡында һөйләне, бөгөнгө депутат С. Юнысов әлеге депутаттар корпусының насар эшләүен, сөнки лайыҡ депутатты башлыҡ итеп һайларға райондан рөхсәт ителмәүен тәнҡитләне, Х. Юланова ауылда хөкөм һөргән ғәҙелһеҙлек менән ҡара эштәргә әрнеүе һәм ауыл хакимиәтенә халыҡтың ышанысы юғалыуы, Р. Рәмова ауыл хакимиәтенең эше бармауына район етәкселегенең бармаҡ аша ғына ҡарауын, кирбес заводы төҙөп, байтаҡ кешегә эш урыны булдырыу теләге менән янып йөрөгән Т. Атановтың район етәкселегендә хуплау тапмай зарланыуы хаҡында һөйләне, ауыл балаларын хоккейға йәлеп итеп йөрөүсе фермер, Һынташ кандидаты М. Иҫәндәүләтов власҡа йәштәрҙең килергә тейешлеген күтәрҙе.
Уларҙың сығышында, шулай уҡ һуңғы йылдарҙа ауылда етешһеҙлектәрҙең иғтибарһыҙ ҡалыуы, эскелек, тәртипһеҙлек, енәйәтселек, эшһеҙлектең артыуы, халҡы мәнфәғәттәрен яҡлап, бөтәһен дә уйлап эшләргә тейешле хакимиәт башлығының, үҙен генә ҡайғыртып, дауаханаға күсеп урынлашыуы, шуға ҡарамаҫтан, үҙенең йылға яҡын бюллетендә ятыуы, ғөмүмән, ауыл советының абруйы юғалыуы телдән төшмәне һәм вокзал менән дауахананы яңынан асыу аныҡ һәм төп талап булып яңғыраны.
Әлбиттә, сығыштарҙан өҙөк йә эпизодтар ғына килтерергә мәжбүрмен. Әммә уларҙа ла ауылда килеп тыуған ошондай көсөргәнешле хәлгә, ғәҙелһеҙлеккә һәм төрлө боҙоҡлоҡтарға юл ҡуйылыуға хафаланыу, борсолоу һәм әсенеү ята.
Күптән түгел республикала үткән бер мөһим сарала Көньяҡ Урал райондарының инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләһе ҡаралғайны. Проблемалар Юлдыбайҙа ла саманан ашҡан. Ауыл йәмен ебәреп ултырған емерек өйҙәр, буран һәм ямғырҙа үтә алмаҫлыҡ урамдар, урамдарҙағы ҡараңғылыҡ, ватыҡ һәм һыуһыҙ колонкалар, көтөүлек, күперҙәр, йыл һайын исемен үҙгәртеп тороуҙы төп шөғөлөнә әйләндергән совхоз һ.б.
«Демократия» тип һөйләргә яратабыҙ. Тик уны йыш ҡына үҙебеҙ үҡ боҙабыҙ, йәғни халыҡты һәм уның фекерен һанға һуҡмау күренеше сәскә ата. Әйтәйек, ауылда остоғо ла булмаған һәм эшмәкәрлеге күренмәгән бәғзе бер партияларҙың ниндәй сифаттары һәм ҡаҙаныштары өсөн Йылайырҙан тороп кандидаттар тәҡдим итеп ятыуы минһеҙ мине өйләндереү була түгелме? Тимәк, партияға таянып, власҡа үрмәләргә маташыусыларҙың кемдәр араһынан икәнлегенә лә баш ватырға урын ҡалмай. Йә булмаһа, ауылдың хеҙмәт коллективтары тәҡдим иткән һайлау комиссиялары ағзаларын үҙҙәренсә үҙгәртергә маташыу йыйылышта көслө бәхәс тыуҙырһа, уның сәбәбен аңлатырға маташҡан район вәкилдәре: төбәк һайлау комиссияһы сәркәтибе Г. Рәмованың да, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе – ауыл кураторы Ә. Айытҡоловтың да дәлилдәре йыйылыусыларҙы бер ҙә ҡәнәғәтләндермәне, киреһенсә, утҡа кәрәсин һибеү генә булды. Йыйылышты алып барыусы хакимиәт идарасыһы Һәҙиә Әлибаеваның, залдағыларҙың кәйефен күтәреп, тынысландырырға һәм ауыл данын һатмаҫҡа саҡырыуы ла һауала эленеп ҡалды…
Күренеүенсә, бөтә килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡтарға ябай халыҡ түгел, ә вазифа биләүсе чиновниктарҙың ғәйепле булыуы асыҡланды. Уларға шештең ҡасан да булһа һытылыуы хаҡындағы ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған әйтемде онотмаҫҡа ине.
Халыҡтың күҙе асыла, кешеләр ғәҙеллек даулай һәм ялҡытҡан бысраҡ һайлауҙарға нөктә ҡуйылыуына, һайланасаҡ депутаттарға халыҡ мәнфәғәте һағында уңышлы һәм емешле эшмәкәрлек теләп, һәр кешенең үҙ урынында намыҫ менән көн итеүенә инана.
Фәрит РӘМОВ.
Йылайыр районы.