Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
5 Март 2011, 20:59

Саңғыларҙы алдыҡ йүгәнләп

Саңғыла шыуырға яратаһығыҙмы? Әгәр «эйе» тиһегеҙ икән, һеҙҙе бик һәйбәт аңлайым. Артыңдан ҡар бурандары осороп, елгә ҡаршы көрәшеп, ҡәнәғәт йылмайып тау башынан төшөп килеүҙән, төшөп еткәс, ҙур кинәнес тойоп, үҙеңде герой итеп хис итеүҙән дә ҙурыраҡ ләззәт юҡтыр. Әгәр саңғыны яратмайһығыҙ икән, тимәк, һеҙҙең лайыҡлы, саңғыға һөйөү тыуҙырыусы уҡытыу­сығыҙ ғына булмағандыр. Юҡ, юҡ, мин донъяла иң оҫта саңғысы ла түгел, һеҙҙе үҙем килеп өйрәтергә лә уйламайым. Дөрөҫөн әйткәндә, саңғыла бөтөнләй шыуа белмәйем. Ә шулай ҙа был ләззәтте татыу минең өлөшкә лә төштө бит.

Саңғыларҙы алдыҡ йүгәнләп
Саңғыларҙы алдыҡ йүгәнләп
Читайте нас: