Бөрйән районының Байназар ауылы егете Илнур Буранбаевтың үлеме буйынса тикшереү эше дауам итә. Әле егетте үҙ-үҙенә ҡул һалырға мәжбүр итеү буйынса енәйәт эше асылған.
Илнурҙы бындай хәлгә килтереп еткереүҙә бер ҡайҙа ла эшләмәгән 20 йәшлек егет ғәйепләнә. Билдәле булыуынса, Илнур Буранбаев Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында беренсе курста ғына уҡып йөрөгән була. Уны былтыр декабрь айында йәшәгән ятағынан алыҫ ҡына урынлашҡан урмансыҡта аҫылынып торған килеш таптылар.
Башҡортостан Республикаһы буйынса тикшереү органдары тарафынан 17 йәшлек студенттың үлеме ентекле тикшерелгән. Уның һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 110-сы статьяһы буйынса (үҙ-үҙенә ҡул һалыу хәленә еткереү) енәйәт эше асылған. Тикшереү версияһы буйынса, 20 йәшлек, бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм уҡымаған ҡырмыҫҡалы районы егете 2010 йылдың декабрендә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ятағына йәшерен рәүештә үтеп ингән. Ятаҡтың Илнур йәшәгән бүлмәһендә төнө буйы эсеп, иҫереп, беренсе курс студенттарын ҡырағай ысулдар менән «тәрбиәләп» маташҡан. Әрменән ҡайтып килгән 20 йәшлек егет Илнур Буранбаевты ла төн буйы тәҙрә аша спиртлы эсемлектәр алырға ебәргән, төрлөсә мыҫҡыл иткән, кешелек намыҫынан көлгән, кәмһеткән, ҡул күтәргән, тигән версия тикшереү органдары тарафынан ҡарала. Мыҫҡыллауға, ҡул күтәреүгә, ҡурҡытыуға сыҙамаған Илнур үҙ-үҙенә ҡул һалған һәм был яҡты донъя менән хушлашҡан.