-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
22 Февраль 2011, 14:02

Әсә ҡыуанысы

Ауыл балалары бәләкәйҙән уңған, тыңлаусан, түҙемле булып үҫә. Көн һайын ҡабатланған, ялҡыта торған эш­тәрҙе иренмәй, еренә еткереп баш­ҡарырға өйрәнеү ҙә кешенән тәртип, сабырлыҡ талап итә. Был сифаттар һуңынан, тормош юлын үткәндә лә бик кәрәк, әлбиттә.

Әсә ҡыуанысы
Ауыл балалары бәләкәйҙән уңған, тыңлаусан, түҙемле булып үҫә. Көн һайын ҡабатланған, ялҡыта торған эш­тәрҙе иренмәй, еренә еткереп баш­ҡарырға өйрәнеү ҙә кешенән тәртип, сабырлыҡ талап итә. Был сифаттар һуңынан, тормош юлын үткәндә лә бик кәрәк, әлбиттә.
Балтас районының Юғары ҡарыш ауылында йәшәүсе Латиповтар ғаиләһендә лә эшһөйәр балалар үҫеп, буй еткерҙе. Ең һыҙғанып йорт һәм башҡа мәшәҡәттәрҙә әсәһенә ярҙам иткән, күрше-күләндең: «ҡулдары эшкә килешеп тора, бигерәк уңған ҡыҙ булыр!» – тигән маҡтау һүҙҙәренә оялып, башын эйеп урамдан уҙыусы Эльвира инде үҙе матур ғаилә ҡорҙо, өс бала үҫтерә. Улар Силәбе өлкәһендә йәшәй. Рөстәм армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтты, ғаилә ҡорҙо, Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Әсәләре Рәүилә Латипова балалары өсөн һөйөнөп ғүмер кисерә. Яңы ғына кесе улы, Чита өлкәһенең Борзя ҡалаһында хәрби бурысын үтәүсе Илдар командование тарафынан Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. «Эшһөйәр, маҡсатына ирешеүсән булғаны, хәрби бурысын намыҫ менән үтәгәне, өлгөлө хәрби тәртибе өсөн», – тип яҙылған унда. «Атаһы Фәнә­үиҙең яҡты донъяны ҡалдырып китеүенә биш йыл тулды. Иҫән бул­һа, был хәбәргә унан да нығыраҡ ҡыуанған кеше булмаҫ ине», – ти Рәүилә апай. Фәнәүи Латипов ғүмере буйына урындағы хужалыҡта мал табибы булып эшләне. Комсомол туйы менән парлы тормошҡа аяҡ баҫҡан, һәр көндәрен хеҙмәттә уҙҙырған күркәм ғаиләнең ауылда абруйы ҙур булды.
Әсәй кешегә балаларының яҡшы хәбәре ҡояш яҡтыһына тиң. ҡыҙ-улдарының, һөйөклө ейәндәренең сәләмәтлеген, үҙҙәреләй тырышып, аҡыллы булып тормош көтөүҙәрен теләп, уларға ярҙам итеп йәшәй Рәүилә Латипова. Күңел йылыһын биреп үҫтергән балалары уның ышанысын, һис шикһеҙ, аҡлар.

Гөлнара ШӘЙМӨХӘМӘТОВА.
Балтас районы.