-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
22 Февраль 2011, 14:04

Һандар ни һөйләй?

БР Хәрби комиссариаты биргән мәғлүмәттәр бу­йын­са көҙгө хәрби саҡырылышта Башҡортостан­дан 12200 кеше ҡораллы Көстәргә хеҙмәт итергә оҙатылған. Бөгөн һалдат шинеле кейгән һалдаттарҙың 50 проценты – 20 йәшлектәр һәм унан өлкәндәр. Хәрби хеҙмәткә саҡырыл­ғандарҙан 4615 кеше эшләп йөрөгән, 2339-ы уҡыған, 5271 кеше (43 процент) бер ҡайҙа ла уҡымаған һәм эшләмәгән.

Буласаҡ хәрбиҙәрҙең һаулығы ҡәнәғәтләнерлек түгел: яраҡлылыҡ кимәле 68,8 процент тәшкил итә. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында хәрби медицина комиссияһы үткәндә 43 кешенең наркоман, һигеҙенең алкоголик, икәүһенең токсикоман, ике кешенең ВИЧ-инфекциялы булыуы асыҡланған,1192 кешегә психик сир диагнозы ҡуйылған. Табиптар туберкулез сирлеләрҙең айырыуса артыуына борсолоу белдерә. Былтыр 45(!) егеттең был йоғошло ауырыу менән сирләүе асыҡланған.

Саҡырылған 36160 кешенең 3 меңдән ашыуы вузда белем алған, 155 кеше ГУФСИН, МЧС, эске эштәр органдарында эшләгән, 311 кеше ғаилә хәле буйынса хәрби хеҙмәткә бармай ҡалған, 333 кеше һаулығы буйынса бөтөнләй яраҡһыҙҙар иҫәбендә.

Повестка алып та, призыв комиссияһына сәбәпһеҙ килмәгәндәр – 411 кеше. Законды һанламаусыларҙың бөтәһе лә административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Әгәр ҙә егеттәр альтернатив хеҙмәткә барырға теләй икән, улар хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһына үҙҙәренең документтарын ярты йыл алдан тапшырырға тейеш. Сөнки Генштаб Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән уларҙы ҡайҙа эшкә урынлаштырыу варианттарын эҙләй. Егеттәр психоневрологик диспансер, ҡарттар йортонда эшләй. Былтыр Башҡортостан­дан был хеҙмәткә ике егет саҡырылған.

Көҙгө саҡырылышта 600 кеше Алкиндағы, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы хәрби частарҙа хеҙмәт итергә ҡалған. Әгәр ҙә буласаҡ һалдаттың ата-әсәһе оло йәштә йәиһә сирле булһа, егеттең бер нисә балаһы бар икән, призыв комиссияһы уны урында хәрби хеҙмәткә ҡалдыра ала.