Был ҡатын менән күптән танышбыҙ. Тәүге тапҡыр редакцияға ҡара, янып борсолоп килеп инеүе һаман хәтерҙә: «Өлкән улым ике көнлөк походҡа сығып киткәйне, инде дүрт көн тигәндә генә ҡайтып инде. Етәкселәре унда эсеп ятҡан, ә беҙ, ата-әсәләр, бында ут йотоп, хыялыйға әйләндек. Бындай хәлде гәзиткә яҙып сығарырға кәрәк». Мәҡәләһе гәзиттә баҫылыуын баҫылманы, райондыҡылар эштең олоға китеүенән шөрләне. Шулай ҙа теге эсергә әүәҫ етәксене эштән ебәрҙеләр, кемгәлер – ҡаты, кемгәлер ябай шелтә сәпәнеләр һәм күңелһеҙ ваҡиға онотолдо. Ә иң беренсе саң ҡаҡҡан ҡатын менән танышлыҡ дауам итте. Ул, балаларым, тип өҙөлөп йәшәгән иҫ киткес әсә булып сыҡты. Буй еткергән улдары мәктәпте тамамлап, икенсе ҡалаға уҡырға сығып киткәс, толҡа тапмай, әллә аҫрауға берәй ҡыҙ бала алайыммы икән, тип оҙаҡ уйланып йөрөнө. Тик ире ризалығын бирмәгәс, тағы туҡтап ҡалды: «Еңмешләнеп алыр ҙа инем, ирем ҡыҙ баланы ситкә тибер, тип ҡурҡам». Бер көн ул, һин командировкаларға йыш йөрөйһөң, ошо ҡатындың шул ауылда йәшәйме-юҡмы икәнлеген белә алмаҫһыңмы, тип усыма исем-шәриф, ауыл исеме яҙылған ҡағыҙ йомдорҙо. Һис бер ҡыйынлыҡһыҙ белештем дә, адресаттың сит тарафтарға сығып китеүен хәбәр иттем: «Ул – тормошта, ата-әсәһе гүр эйәһе булғандан алып, ауылға бик һирәк ҡайталар». Йөҙө яҡтырып китте, еңел тын алды: «Яман төш күргәйнем, шуға ла уның тураһында белгем килде». ҡыҙыҡһыныуымды еңә алам мин, кеше үҙе асылмаһа, артыҡ төбәшеп-төпсөнөп тормайым. Был юлы ла өндәшмәй ҡалыр инем, әгәр танышым үҙе серен һөйләргә ниәт итмәһә:
– Һин белешкән ҡатын – минең өлкән улымдың әсәһе. Эйе, аптырама, баланы уллыҡҡа алғанбыҙ. Әммә быны ул белмәй һәм белмәһен дә.
Ул тыныслығын урлаған ваҡиғалар тураһында һөйләй башлағас та, тормошо тураһында гәзиткә яҙырға рөхсәт итеүен һораным. Ул тәүҙә ризалашмаһа ла, аҙаҡ килеште: «Әллә инде... Фәһем өсөн түгел, яҙмыштарҙың ябай булмағанын ғына аңлаһындар өсөн яҙмаһағыҙ... Тик исемдәрҙе үҙгәртегеҙ».
Гүзәл (танышым үҙе шул исемде күрһәтеүемде теләне – авт.) бик татыу, эшсән ғаиләлә тыуған. Һөйөп-һөйөлөп үҫкәнгә, бөтә кешеләр ҙә бәхетле икән, тигән инаныс менән донъяға баҡҡан. Яратып-яратылып кейәүгә сығырға, күп бала табырға хыялланған. Көләкәс ҡыҙҙың артынан күп егет йөрөгән. Ә уның күңеле тик насар тәртибе менән танылған, әсәһе «хулиган» тип атаған берәүгә тартылған.
– Ул беҙгә, иҫәр йәш ҡыҙҙарға, шундай «текә» тойола ине, йәнәһе лә, өлкәндәргә ҡаршы һөйләшә, йәшенмәй тәмәке тарта, араҡы эсә, – Гүзәл үҙенә-үҙе аптырап, башын сайҡай. – Шул да булдымы инде геройлыҡ?! Әҙәпһеҙлек, аҙғынлыҡ өлгөһө булған бит. Шуны аңламай, минең арттан килә башлағас, нисек бәхетле йөрөгәнде белһәң! Бер һүҙ менән әйткәндә, атай-әсәйҙең ҡаршы булыуына иғтибар ҙа итмәй, мәктәпте тамамлау менән уға кейәүгә сыҡтым. Ирем һөнәрселек училищеһын тамамлап, ташсы булып эшләй башланы. Ятаҡтан урын алғас, мине үҙе янына күсерҙе. Мин ихласлап йәш кәләш, хужабикә ролен үҙләштерҙем. Бер-беребеҙҙе яратып, һөйөшөп-көлөшөп туя алмайбыҙ. Ул мине ярты һүҙҙән аңлай, һәр теләгемде үтәргә әҙер, күтәреп кенә йөрөтә. Ял көндәрендә ҡырға сығабыҙ: кәмәлә йөҙөү, усаҡ янында һыйынышып ҡына ултырыу, ҡурылған балыҡ ашау – романтика... Шул ваҡытта уның кәйеф-сафа ҡорорға әүәҫлеге тағы ла көслөрәк ҡалҡты ла, мин уны күрәмме һуң?! Мөхәббәттән күҙем тоноп, бер нәмә күрмәй-ишетмәй, рәхәт йәшәп тик ятам. Ә ниңә рәхәт йәшәмәҫкә? Ирем эшләй, атай-әсәйҙәр ауылдан аҙыҡ-түлек, аҡса ебәреп тора, киноға, таныш-белештәргә йөрөйбөҙ, күңелһеҙләнергә сәбәп тә, ваҡыт та юҡ. Беренсе тапҡыр Яңы йыл байрамында миңә ҡул күтәрҙе. ҡунаҡта эсеп, үҙ-үҙен белмәй башлағас, әйҙә ҡайтайыҡ, тип кенә әйткәйнем, яңағыма һалып осормаһынмы?! Дөбөр-шатыр ултырғыстар араһына барып ауҙым. Уның ҡул күтәреүенән иҫәңгерәп, биртенгәнемде лә һиҙмәнем. Иптәштәребеҙ миңә аяҡҡа баҫырға ярҙам итте, туҙынған иремде тынысландырырға маташтылар. Айнығас, илап, тубыҡтарымды үбә-үбә ғәфү үтенде, был хәл башҡа ҡабатланмаҫ, тип ышандырҙы. Ул илағанға мин дә ҡушылып күҙ йәшен түгә-түгә, ғәфү иттем. Күңел яраһы бер аҙҙан бөтәйгәндәй булды, күҙ төбөндәге оло «фонарь» ҙа тоноҡланды. Тағы күңелле генә йәшәп ятҡанда, 23 февралдә эштән эсеп ҡайтып, мине «бер таҡтаға» баҫтырҙы. Бәләкәс кенә сроклы ауырым булған, шул төштө. Күгәргән урындарҙы тональ крем менән буяй-буяй, акушерға барҙым, аналыҡты таҙарттылар. Ирем дауаханаға килде. Тағы ла шул уҡ хәл ҡабатланды – ул илап ғәфү үтенә, мин илап ғәфү итәм. Торғаны менән трагикомедия, фарс инде. Көлөргә кешеһе генә юҡ.
Әсәйемдәр, айырыл, тиһә лә, һаман шул иремә йәбешеп ятам, әйтерһең дә, уға бал һылағандар. Эсеп ҡайтһа, ыңғайына ғына торам, ҡаршы бер һүҙ әйтмәйем. Барыбер ярап булмай, телемде тыйған һайын ул уғата ҡотора. Инде өйләнгәнгә өс йыл булып китте, ә мин башҡаса ауырға ҡала алмайым. Үҙемдең бик ныҡ бала һөйгөм килә! Урамда бәләкәстәрҙе күрһәм, арҡаларынан тупылдатып һөйөп китәм, таныштарҙың сабыйҙарын күтәреп йөрөп, юрый өҫтөмә һейҙерәм, йәнәһе лә, шулай итһәң, бала «йоға». Урта махсус уҡыу йортона киске бүлеккә уҡырға индем. Минең менән бергә дауаханала санитарка булып эшләгән ҡыҙ ҙа уҡый. Бер көндө дәрес ваҡытында ул миңә балалар бүлегендә ташландыҡ ир баланың булыуы тураһында шыбырланы. Тәүҙә был хәбәрҙе ҡолаҡҡа элмәгәндәй итһәм дә, ҡайтып йоҡларға ятҡас, шул иҫкә төштө лә ҡуйҙы бит. Яҡты донъяға тыуыу менән иң яҡын, ғәзиз кешеһенең хыянатын кисергән сабыйҙы уйлап, хатта тороп ултырып илай башланым. Тәүҙә шым ғына мышҡылданым, аҙаҡ ҡысҡырып үкһейем бит әй. Ирем аптырап тороп ултырҙы. Нимә булды, тип һорай. Мин илай-илай шул бәпес тураһында әйттем, әйҙә үҙебеҙгә алайыҡ, тим. Әллә һин уны барып күрҙеңме, ти ирем, мин, юҡ, тип башымды һелкәм. Ярай, тәүҙә барып күр, аҙаҡ хәл итербеҙ, тине. Мине әүрәтеп, тынысландырып, кире урыныма ятҡырҙы, әммә йоҡом йоҡо булманы. Иртән шешенеп уянып, арлы-бирле иттем дә, дауаханаға йүгерҙем. Теге санитарка аша шул баланы күрҙем бит. Ап-аҡ йөҙлө малай бер нәмә белмәй биләүендә йоҡлап ята. Йөрәгем оторо һыҙлап ҡыҫылды. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, дауахана етәкселеге менән осрашып һөйләштем, кәрәкле документтар йыйырға йәбештем. Үҙем көн дә шул ҡуңыр йомро күҙле балаға йүгереп киләм. Тәүге күреүҙән мөхәббәт уянды шул сабыйға ҡарата. Баланы уллыҡҡа алыу еңел булманы, әммә үҙ һүҙемде һүҙ итеп, бәпесемде үҙебеҙгә алып ҡайттым. Иремә рәхмәт, ҡаршы килмәне. Шулай ҙа бер аҙҙан мине баланан ҡыҙғана башланы (бөтә иғтибарым шул сабыйҙа бит), тырт-мырт килә. Йөрөшкән кешеләребеҙ ниндәйҙер табынға саҡырғайнылар, мин бармайбыҙ, тип ҡырт киҫтем. Ирем, оҙаҡ эсмәгәнгә эсе ҡортлағандыр, бер ергә генә барып киләм, тип ҡасып сығып китте. Төн уртаһында шыр иҫерек ҡайтып инде. «Концерт»ын башлағайны, үҙем өсөн түгел, балам өсөн шөрләп, бәпесемде алдым да, таныштарға йүгерҙем. Элек бит милицияға барһаң, ирҙе шунда уҡ айнытҡысҡа ябалар, эшенә хәбәр итәләр ине. Тағы ла бер-ике тапҡыр шулай таныштарҙа ҡунғандан һуң, әллә, ысынлап та, айырылышырғамы икән, тигән уй мейемдә яралды. Әсәйемә был хаҡта сискәйнем, күп тә тормай атайым машина яллап килеп тә етте: «Әйҙә, ҡыҙым, тейән, ҡайтайыҡ. Туҡматып ҡуйырға артыҡ балабыҙ юҡ әле». Ирем артыбыҙҙан мөлдөрәп ҡарап ҡалды, бер һүҙ өндәшә алманы, тәмәке тартты ла тәмәке тартты. Минең башҡа уға кире ҡайтмаҫымды тойҙо, күрәһең. Ярата ине ул мине. Башҡа өйләнмәне, һаман буйҙаҡ йәшәй. Хәйер, эскән иргә кем барһын?!
Юлда атаҡайым (ауыр тупрағы еңел булһын!) әйткән була: «Байрам, ял көндәре етә башлаһа, әсәйең, кейәү тағы ҡыҙҙы туҡмап, имгәтеп ҡуймаһа ярар ине, тип көйәләнергә тотона, минең ҡолаҡ итен ашай. Яныбыҙҙа булһаң, әсәйеңдең күңеле тынысланыр, минең дә ҡолаҡҡа ял булыр». Күрәм, уға ла ҡыйын, әммә һыр бирмәй. Иремә биреп бөтмәгән наҙымды, һөйөүемде улыма баҫтым. Аҙаҡ уҡып бөтөрҙөм дә, улым менән Себергә сығып киттек. Унда тәүҙә апайымдарҙа йәшәнек, аҙаҡ кейәүгә сыҡтым да бында кире ҡайттыҡ. Иремә баламды уллыҡҡа алыуым тураһында әйтмәнем, башҡаса ауырға ҡала алмаясағымды ғына аңлаттым. Шуға ла риза булып, ул миңә өйләнде. Әммә бер йыл да үтмәне, ауырға ҡалдым. Эй, ҡыуандым! Хоҙайға ятҡан, торған һайын рәхмәт уҡыным, улымды һөйгән һайын, һин миңә бәхет килтерҙең бит, тип үпкесләп бөтөрә торғайным. Яҡшы йөрөп, ваҡыты еткәс, ир бала таптым, һуйған да ҡаплаған ирем инде. Атай булыуына шатланып, ул мине өрмәгән ергә ултыртманы, балаларҙы теләп ҡарашты, малайҙарҙы минеке, һинекенә айырманы. Тәүге иремдән айырмалы рәүештә, был ирем бик тыныс холоҡло, шымыҡай, эсһә, ята ла йоҡлай. Ул – өй тауығы. Балаларым үҫкәс, йыш ҡырға сыҡтыҡ, ирем бер тапҡыр ҙа беҙҙең менән барманы. Шундай мәлдәрҙә тәүге иремде һағындым. Уға мөхәббәтем һүрелмәһә лә, икенсе иремде яратмаһам да, барыбер кире ҡайтмаҫ инем. Эскән ир менән тормош алға бармай ул. Ә ғәрипләп ҡуйһа?! Балам да иреш-талаштан ҡурҡып, ауырыуға һабышыр ине. Шөкөр, имен-һау, тыныслыҡта, һөйөлөп үҫте балаларым. Хәҙер ялға ҡайтҡандарында уларға ҡарайым да, атайым мине алып ҡайтып дөрөҫ эшләгән, тим. Ә тәүге мәлдәрҙә, ниңә ҡыҫылдығыҙ, тип уға ҡайһы саҡ үпкәләп тә ҡуя торғайным.
Баламдың ысын атаһы кем икәнен белмәһәм дә, уны тыуҙырған ҡатындың кемлеген беләм. Яңыраҡ төш күргәйнем. Имеш тә, ул ҡатын улын эҙләп килгән. ҡурҡышымдан шыбыр тиргә батып уяндым. Шуға ла уның тураһында белешергә ниәтләнем. Шөкөр, төшөм буш булған. Әлбиттә, улым күптән бәлиғ, үҙ тормошона үҙе хужа. Шулай ҙа, ысын әсәһе килеп табып, мине ташлаһа?! Хәйер, ул шундай һәйбәт, изге күңелле бала, ундай уҡ насар ҡылыҡҡа бармаҫ. Тик күңеле яраланыр, тормошо икегә ярылыр. Шуныһы бигерәк ҡурҡыныс. Бөтөн күңел менән, мине был донъяға яратып, көтөп алғандар, тигән уй менән йәшәһен. Ул шуға хаҡлы.
Гүзәлдең улдарын күргәнем бар. Шулай ҙа ул күн бумажниктан өлкән улының фотоһын алып миңә һонғас, баш тартып торманым. Етди ҡарашлы, асыҡ йөҙлө егет ҡыйып баҡҡыһыҙ сибәр. Уға ғүмер биргән ир менән ҡатын да бик матур булғандыр. Ә шулай ҙа Гүзәлдең үҙен дә күргәндәй булам егеттең сырайында. Бәлки, уның йөҙөндә әсәнең сикһеҙ мөхәббәте сағылалыр. Һөйөп-һөйөлгән балалар матур була бит ул.
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.