-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
12 Февраль 2011, 14:53

Серен аса көндәлек – Һөйөү бит ул мәңгелек!..

Был һарғайып бөткән көндәлек ҡулыма килеп эләккәс, хатта йәнем тертләп киткәндәй булды. Сөнки унда йәш кенә ҡыҙҙың тәүге саф хистәре теркәлгән, хатта мөлдөрәп ташып торған кеүек. Уны уҡыу берсә татлы тәүге хистәрҙе иҫкә төшөрһә, берсә һағышлы уйға һалды: ниндәй нескә күңел! Уны гәзит уҡыусы хөкөмөнә сығарыу хатта енәйәт кеүек. Шулай ҙа бындай көндәлектәр яҙыу һәләте унан киләсәктә яҙыусы яһар, бәлки. Кем белә?..

Был һарғайып бөткән көндәлек ҡулыма килеп эләккәс, хатта йәнем тертләп киткәндәй булды. Сөнки унда йәш кенә ҡыҙҙың тәүге саф хистәре теркәлгән, хатта мөлдөрәп ташып торған кеүек. Уны уҡыу берсә татлы тәүге хистәрҙе иҫкә төшөрһә, берсә һағышлы уйға һалды: ниндәй нескә күңел! Уны гәзит уҡыусы хөкөмөнә сығарыу хатта енәйәт кеүек. Шулай ҙа бындай көндәлектәр яҙыу һәләте унан киләсәктә яҙыусы яһар, бәлки. Кем белә?..
Үҙ-үҙем менән әңгәмә

Беләм: мине алда өс һүҙ көтә. Бәлки, ул һүҙҙәр быйыл әйтелер. Ләкин уға яуап бирергә әҙер түгелмен. Был йомаҡты сисергә, әҙер булырға кәрәк. Ул һүҙҙәр, бәлки, иртәгә әйтелер, шул саҡта нишләр­һең?
– Эйе, был һүҙҙәрҙе һин былтыр үҙ ғүмереңдә тәүге тапҡыр ишеткәйнең. Ул саҡта көлдөң дә ҡуйҙың, етмәһә: “Булһа ни булған?” – тип яуап бирҙең. Эх, һин, йөрәкһеҙ! Бәлки, берәүҙең йөрәген яралаған­һыңдыр шунда?! Әйтелмәһә лә, ул һүҙҙәрҙе ҡасандыр аҡ ҡарҙай саф ҡағыҙ биттәренән дә уҡығайның. Ул саҡта ҡыуанһаң да, тиҫкәреләнеп, йөрәгеңә баш бирмәй маташтың. Был ҡылығың да бит кемдеңдер яраһына тоҙ һалғандыр, ә һин шуны аңланыңмы икән?
Эй, таш йөрәк! Һиңә бит былтыр ғына аҡ ҡанатлы хаттар килде, ә улар­ҙы яуапһыҙ ҡалдырҙың. Былай яраймы һуң инде, ә? Бәлки, һиңә шулай кешене ғазапҡа һалыу ҡыҙыҡтыр?.. Уны ғазаплағаның өсөн үҙеңә яуап бирергә тура килмәҫме?
– Юҡ! Мин, күптәр кеүек, кешенең күңеленән урғылып сыҡҡан ҡайнар хистәре менән шаярырға теләмәйем! Һәр кем үҙенә яуабын алды. Сөнки уларға яуап хистәрем юҡ ине. Беләһеңме, ни эшләп исемен әйткәндә лә йөрәгем тертләп киткән берәүҙән ошо өс һүҙ яңғырамай икән?..

Тағы яңы таңым атты

Был көнөм ниндәй булыр?
Тик яҡшы ғына булһынсы, яңынан-яңы ҡыуаныслы минуттар илтһенсе! Әүлиә түгелмен, ҡайһы көндәремдә һине осратырымды белмәйем. Ләкин шулай ҙа быға бик шатмын. Көтөү үҙе үк татлы тойғолар алып килә. Һуңғы шәмдәрем һүнеп бөткәнсе көтәсәкмен!
Көтәм... Быға тиклем дә көттөм, бынан ары ла көтәсәкмен.
...Бәлки, йәнем күктәргә олғашыр, ләкин Ерҙән барыбер һине күҙләрмен, күктән һәр саҡ һиңә аҙашҡанда ла, көтөлмәгән хәлдәр­ҙә лә дөрөҫ юл күрһәтермен. Әгәр йәйғор балҡытып, көмөш ләйсән ямғыры тамсылары ҡорғаҡһыған ерҙе кинәндерһә – был ямғыр мин булырмын. Кескәйҙәрҙе ҡыуандырып йырғанаҡтар аҡһа – был минең шатлыҡ йәштәрем булыр. Алһыу таңда һандуғастар сихри моңдарын томан-юрған эсендәге Ер өҫтөнә һипкәндә лә, ҡояшҡайҙың тәүге иң шаян нуры һине иркәләгәндә лә, бесән сабып көс-кәрең кәмеп, шишмә инешенән һыуһыныңды ҡандырғанда ла мине иҫлә – һине һағын­ған саҡта яңғыҙ һандуғас булып моңайырмын, насар төштәрҙән аралап, үҙеңде гүзәл таңда иркәләп уятырмын, хеҙмәттә дәрт-сәм һәм көс өҫтәүсе шишмәнең гәлсәр тамсылары булырмын. Тик мине онотма, ҡыштар етер – беҙҙе осраштырған Ғашиҡтар көнөн, йәйҙәр етер – тыуған көнөңә саҡырған мәлде, көҙҙәр етер – яңғыҙлыҡ һағышына сорналған кисте, ҡыштар етер – бергә ҡаршылай алмаған Яңы йыл таңдарын онотма! Онотма!!!

Һаман көтәм...

Был ни ғәжәп – һаман көтәм. Инде араны бәйләрлек бер ни ҙә ҡалмаған – барыһы ла көндәлегем биттәренә инеп юғалды. Тиҙҙән инде күрешмәгәнгә лә бер йыл тула...
Ә мин ни өсөндөр осрашыу көтәм... Шуға күрә лә Яңы йылды уйлаһам, йөрәгем өшөп китә. Һинең менән ҡаршылай алмаһам, быйылғы кеүек, йыл буйына өҙгөләнеүҙән ҡурҡам. Бында, Өфөлә лә, ҡалғым килмәй, бында Яңы йылды ҡаршы алам, тип үҙемде әҙерләп бөтһәм дә...
Юҡ, миңә Һине күрергә кәрәк!

Ниңә ирекле ҡош түгелмен?

Иртәгә, Алла бирһә, ҡайтабыҙ! Аҙна аҙағын шул тиклем түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, хатта ваҡытты үткәрә алмай бер булабыҙ. Ошолай итеп ғүмеребеҙҙең бер өлөшөн киләһе көндәрҙе көтөп үткәрәбеҙ. Ә берәй аҡыллыраҡ кеше үҙ ваҡытын файҙалыраҡ, күңеллерәк үткәрергә тырышыр ине.
Яҙ етә бит! Яҙ үҙе менән күпме һөйөнөс, ҡыуаныслы минут алып килә. Ошо ваҡытта, әлбиттә, күңел ауылға тартыла. ҡалала йөрәк ситлектәге ҡошсоҡтай тыпырсына. Ваҡыттың яй уҙыуынан түҙемһеҙлек һына яҙған саҡта күңелде тырнап алғы килә! ҡалала ла күңелле лә бит, ауыл ҡыҙының ниҙәр уйлауын ҡала урамдары ятһынып ҡабул итә төҫлө. Ауыл ҡырҙарынан йырлап уҙыу менән ҡала урамынан мөңрәп барыу бер түгел шул. Бейек-бейек таш йорттар йөҙөмдән, сәстәремдән иркәләргә ын­тыл­­ған шаян елдең юлын быуа. Эргәңдән таныш булмаған кешеләр уҫал ҡарап, йә талаша-талаша үтеп китһә, күңелдең бер мөйөшө кителә, ер ярылһа, төшөп китер инем, тип уйлайһың.
Ә ауыл!.. Ауылға бер ни етмәй! Өфөң дә алыҫ торһон. Ауылдаш­тарың, туғандарың, дуҫтарың ос­раһа, күңелгә йылы йүгерә. Их, ҡалай рәхәт!
Мин ауыл өсөн яратылғанмындыр, күрәһең. Сөнки унда Һин бар. Һин – ҡыр кешеһе. Урманһыҙ, ҡо­яш-күкһеҙ, хатта сысҡанлы ҡырһыҙ Һиңә йәшәү юҡ. Ә миңә нишләргә? Киләсәктә ҙур юлды һайлаусылар ҡаланы үҙ итә. Быны уйлаһам, үкереп илағым килә. Ниңә мин шулай ирекле түгел икән?..

Барыһы ла бөттө...

Уға үпкәләүемә – 20 көн... Ул килде... Иң аяныслыһы, өс йыл буйы көтөп йәшәп, инде өмөтөм өҙөлөп бөтөп, үҙемә юлдаш таптым тигәндә генә ҡабаттан аңлашыу, ҡасандыр татылған йүгәнһеҙ хис­тәр­ҙең кире әйләнеп ҡайтыуы ине... Ә бит ул үҙен ғәйепле һанай, мин – үҙемде. Кемебеҙ ғәйепле һуң? Шул ваҡыттар­ҙа уҡ аңлашһаҡ ни булған? Ниңә хәҙер – барыһы ла һүрелгәс, ҡабат йөрәкте яраларға? Исмаһам, килмәһә ни булған?..
Юҡ, ҡасандыр был аңлашыу, иртәме-һуңмы, булырға тейеш ине. Бына, булды. Хәҙер икебеҙ ике ярҙа өҙгөләнәбеҙ. Беҙҙе аңлар кеше бармы?
Хәҙерге юлдашым аңлармы икән? Беләм, уға бик-бик ҡыйын буласаҡ. Минең бәхетем өсөн уның үҙенең һөйөү ҡошон осороп ебәреүе, ай-һай, икеле. Яҙмыш бергә булырға яҙмағандыр инде.
Үҙем дә ғәйепле шул. Уны аңлаһам да, ғорур, бигерәк ғорур ҡыландым. Бына шул ғорурлығым үҙемде тамуҡта яндыра бит! Һине онотҡайным бит, ниңә генә һуңлап килдең дә, ниңә генә йөрәкте телдең? Ғәйебеңде танымаһаң, ни була инде? Ни кәрәк һиңә? Ниңә көткән саҡта килмәнең? Шул ваҡытта ҡайҙа йөрөнөң? “Башҡаларға барып, яңылыштым”, – тиһең. Тимәк, ул саҡта, өҙгөләнеп, күҙ йәштәрен йотоп йоҡоһоҙ төндәр­ҙән алһыу таңға тиклем һине көткәндә һин, мине “запас”ҡа ҡалдырып, “яңылышып” йөрөнөң. Ә хәҙер... әрмегә китергә ваҡытың еткәс, һине оҙатып, көтөп алырҙай ҡыҙ ҡалмағас, мин иҫеңә төштөммө? Әрмелә ике йыл хеҙмәт итәләр. Ә һине өс йыл көттөм. Һин китерһең, ҡайтырһың, унан тағы мине оноторһоң. Яҡшы саҡта, хәҙер онот!
Һин онотһаң, нисек булһа ла түҙермен. Йөрәгем шартламаҫ әле, сабырлыҡ миңә күптән юлдаш инде. Тик бына ул яңғыҙлыҡтан шартламаҫһыңмы икән?
Эйе, яңғыҙлыҡ – ул иң ауыр тойғо. Уны мин өс йыл эсендә бөтә нескәлегендә кисереп, йөрәгем боҙға әйләнеп бөткәйне лә, ярай әле уны иретер кеше табылғайны ла бит. Һин тағы өшөтөп, туңдыра яҙҙың...

Аҡ ҡанатлы хаттар

Яҙмыш пәрҙәләрен йыртып, тормошома яңы аҡҡош ҡаурыйҙары осоп инде. Күңелемдә яңы йырҙар, яңы уйҙар уянды. Тик ул хатты яҙыу­сы миңә бөтөнләй тиерлек таныш тү­­гел – поезда танышҡайныҡ. Йөрә­гемде ауылда ҡалдырып, поезда һулҡылдап илап ултырғанда Уның урыны минеке менән йәнәш тура килде. ҡыйыр-ҡыймаҫ йыуатмаҡсы булғайны, мин Уға, бөтөнләй сит кешегә, бөтә уй-тойғоларымды астым да һалдым. Үҙемә рәхәт булып китте. Уның яҡын күреп күҙҙәремә ҡарауы, шаян һүҙҙәр һөйләп көлдөрөүе шул тиклем оҡшаны, быға тиклемге хистәрем был тойғо алдында бөтөнләй кесерәйеп ҡалды.
Йәшлек, бәлки, ошолай булалыр. Етте миңә йәшкә ҡойоноп, уфтанып, моңһоуланып йөрөргә! “Баштарың­ды ҡайғыларға һалма әле!” тигән йыр ҙа бар бит әле:
“Мөхәббәтең, ысын һөйөүең
Алда әле, алда әле!..”
Эх, тиле йәшлек!..

Һөйөү – бүтәндәр күрмәгән мөғжизәне күреү.
Франсуа Мориак.

Мөхәббәт – ул иң ҡиммәтле бүләк. Уны бүләк итеп тә үҙеңдә ҡала торған берҙән-бер нәмә.
Лев Толстой.

Яратыу – кешене Хоҙай нисек яралтҡан, шундай итеп күреү.
Федор Достоевский.

ҡатын-ҡыҙҙың иң ышанған көҙгөһө – ир-ат күҙҙәре.
Зигмунд Графф.

Ғашиҡ кеше генә Кеше исемен йөрөтөргә хоҡуҡлы.
Александр Блок.

Мөхәббәт туңмай һалҡында,
Көйрәмәй ул ялҡында...
Яҡуп ҡолмой.

Һөйөү һүнһә, кеше үлә,
Әжәлдәрҙән саралар юҡ.
Мостай Кәрим.

Мөхәббәтһеҙ кеше ярты,
Ысын кеше – Ғашиҡ кеше.
Ирек Кинйәбулатов.