-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
12 Февраль 2011, 14:59

Әсәйем һабаҡтары

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, педагогия фәндәре докторы, БДУ профессоры Рафаэль Аҙнағолов үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Ул шулай уҡ «Йәшлек» гәзитенең тоғро дуҫы, әүҙем авторы ла. Рафаэль ағайҙы байрамы менән ихлас ҡотлап, һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләп, юбилей айҡанлы уның сираттағы фәһемле мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.

Әсәйем һабаҡтары
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, педагогия фәндәре докторы, БДУ профессоры Рафаэль Аҙнағолов үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Ул шулай уҡ «Йәшлек» гәзитенең тоғро дуҫы, әүҙем авторы ла. Рафаэль ағайҙы байрамы менән ихлас ҡотлап, һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләп, юбилей айҡанлы уның сираттағы фәһемле мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.
Әсәйем һаулыҡҡа туйманы. Йыш ҡына ауырыр ҙа китер ине. Бының сәбәптәре лә бар инде. Атайым һуғыш­ҡа киткәндә, 24 йәшендә генә береһенән-береһе бәләкәй дүрт бала менән тороп ҡала. Өлкәненә алты йәш, иң кеселәренә ике ай саҡ тулған була. Заманы ла ниндәй булған: илдә һуғыш, аслыҡ, яланғаслыҡ, бер итәк баланы нисек туйындырмаҡ кәрәк? Ил өҫтөнә ябырылған ҡазанан нисек ҡотолорға? Ярай ауылымдың кешеләре ул заманда бер-береһенә мәрхәмәтле булған. Шуға ла ил күргәнде иңендә күтәрергә өйрәнгән. Ике айлыҡ бала мин булғанмын. Әсәйем минең өсөн ныҡ көйәләнгәндер инде. Таң һарыһынан колхозға эшкә йөрөргә кәрәк. Көндөң ҡараһында ғына эштән ҡайтҡан булған. Был саҡта мин йоҡлап киткән булам инде. Ара-тирә «эһ» тип һыҙ­лан­ғанмын. Күршеләр индергән һы­йыр һөтөн дә имеҙлек аша эсереп ҡарағандар. Аслы-туҡлы, арып-талып эшләп йөрөгән әсәйемдең миңә имеҙерлек һөтө булмаған.
«Был бала ла үлер инде», – тип бер саҡ илаулап ултырған сағында, «бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына» тигәндәй, беҙгә Көнсылыу (беҙҙең яҡта бындай исемдәрҙе «һ» менән әйтмәйҙәр) еңгәй килеп ингән. Уның да имсәк балаһы бар икән. Мине күреү менән үҙенең ҡарарын әйтеп тә һалған:
– Һылыу, Нәбирә бикәм, әйҙә, был бала беҙҙә йәшәп торһон. Һөтөм күп, Флүрәгә лә, Рафаэлға ла етерлек. Бер ҙә борсолма, имсәк ташлатҡансы үҙ баламдай ҡарармын.
Әсәйем ҡыуанғандырмы, борсол­ғандырмы, уныһын аңлар хәлдә булмағанмын. «Яҙмыш шулай бойорғандыр инде, күрәһең», – тип, мине Көнсылыу еңгәйгә тоттороп ебәргән.
Был хәбәрҙе үҙемә ир ҡорона ингәс кенә әйттеләр. Был ваҡытта инде әсәйем дә, Көнсылыу еңгәй ҙә баҡыйлыҡҡа күскәйнеләр.
Әсәйем ауырыуҙан йүнкене, тип һүҙ башлағайным. Әлбиттә, сир, ишегеңде шаҡып, һорап килмәй. Дүрт баланы астан үлтермәйем, кеше итәйем, тип, киҙеү-миҙеүҙәрҙе аяҡ өҫтө үткәреп, колхоз эшенән ҡалмайым тип, түшәккә йығыла торғайны.
Ауырыһаң, имсе күп, тигәндәй, ауылыбыҙҙың муллаһы өшкөрөп тә ҡараны, ясин да сыҡҡан булды. Үләнгә лә ятҡырып ҡараныҡ.
Үләнгә ятҡырыу тигәнен аңлатып китәйем. Кеше һыйырлыҡ ҡына итеп йырын ҡаҙалар. ҡоро-һары утын йыйып, шул йырынды тултыралар ҙа ут төртәләр. Утын-маҙары янып бөткәс, шул эҫе соҡорға шифалы үләндәр йәйеп сығалар. Шунда ауырыу кешене һалалар. Өҫтөн тағы шифалы үләндәр менән ҡатыштырып ябалар. Ана шул үлән быуында ауырыу кеше берәй сәғәт ҡыҙынып ятырға тейеш. ҡара тиргә төшкән ауырыуға баллап сәй эсерәләр ҙә, өҫтөн ҡалын юрған менән ябып, ятып торор урынына һалалар. Бындай күренеште үләнгә һалыу йә үләнгә ятҡырыу тип атап йөрөтәләр.
Шифалы үлән быуында ятҡандан һуң үҙеңде бер аҙ һаҡларға кәрәк тә бит. Саҡ ҡына аяғыңда йөрөй алһаң, колхоз эшенә ҡыуалар. Эшкә сығыр­ға хәлем юҡ, тиһәң, әллә ниндәй закондары менән ҡурҡыталар. Хеҙмәт көнө минимумын тултырмаһаң да, закон менән ҡотто алалар. Колхозда бер-ике көн йөрөй ҙә тағы түшәккә йығыла. Ауырыған әсәйемде һыу ашырып та ҡараныҡ, файҙаһы теймәне.
Һыу ашырыуҙың тәртибе былай: ауырыуҙы арбаға һалаһың да (арбаға, әлеге лә баяғы, Күксәйҙе ектек) ете төн уртаһында тауыш-тынһыҙ ғына, һөйләшмәйенсә, Һаҡмар кисеүе аша алып сығаһың. Шул саҡта ауырыуҙың барлыҡ зәхмәттәрен аҡҡан һыу алып китә, имеш. Халыҡтың йәшәү рәүешендә урын алған йоланы атҡармай булмай инде.
Бесәй үләне (валериан), андыҙ тамырының төнәтмәһен дә эсереп ҡарай торғайным. Андыҙ эскәндән һуң хәле ап-арыу уҡ булып китер ине. Мәтрүшкә, йүкә сәскәһе һалып ҡайнатылған сәй ҙә эсергеләнем. Ошондай хәстәрлектәремде әсәйем ҡарап ята ла:
– Балам, һин, үҫкәс, табип булыр­һың, моғайын, – тип әйтә торғайны.
– Эй, әсәйем минең, үҫкәс, күҙ күрер. Кем булырымды хәҙер үк әйтә алмайым. Бына һине бөгөн үк һауыҡтырырҙай йүнен табырға ине.
– Ярар, балам, борсолма. Хәҙер инде аяҡҡа баҫтығыҙ. Иң мөһиме, аслыҡты еңдек. Бирешмәбеҙ. Мин дә былайтып ятмам, тиҙҙән баш ҡалҡытырмын. Һинең дауа үләндәрең килешә шикелле. Хәлем арыуланыр, иншалла.
Бер нисә көндән әсәйем тағы ла аяҡҡа баҫты. Өй тирәһендә йөрөрлөк хәлгә килде. Һыйырыбыҙҙы ла үҙе һауырлыҡ булды. Юғиһә һыйырҙы үҙем һауып маташа торғайным, ләкин һөтө бик аҙ сығыр ине. Шуға күрә күршебеҙгә яңыраҡ килен булып төшкән Миңлехаят еңгәгә барып, һыйырыбыҙҙы һауыуын үтенәм. Ә ул юрамал ялындырған була.
– Атаҡ, һаплы килен, быға тиклем үҙең һауа торғайның да.
– Ниңә, еңгәй, мине һаплы килен тиһең? Минең исемем бар. Исемемде әйтмәһәң, ҡәйнеш, тип кенә әйт. Үҙең килен булып төшкәс, миңә йүнле ҡулъяулыҡ та бирә белмәнең.
– Атаҡ, һаплы киленгә кемдең ҡулъяулыҡ биргәнен күргәнең бар? – тип мине һаман ирештерергә тырыша. Һаплы килен тигәне нимә булалыр инде? Күршебеҙ Хәкимйән ағай­ҙың ҡатыны ул. Яңыраҡ ҡына оҙатып алып ҡайтҡайны Түбәнге Үтәғол ауылынан. Миңлехаят еңгә килде. Һыйырыбыҙҙы һауҙы. Бер биҙрә һөт биргән Мәрүсә. Һыйырыбыҙҙың исеме шулай. Беҙҙә исемһеҙ мал булмай. Тик ниңә рус исемдәрен ҡушаларҙыр инде, ана шуныһын төшөнмәйем. Мин мал йәнлемен, малдарҙы шул тиклем яратам. Улар тыуғандан бирле өйҙә тора. Быҙау ишек төбөндә бәйле. Кәзә ылаҡтарын бәйләмәйбеҙ. Кисен улар ҙа шул быҙау тирәһендә йоҡлай. ҡайһы берәүҙәренең минең ҡуйынымда ла йоҡлаған саҡтары була, тик аҫты еүешләп китә торғайнылар. Быҙауҙың, кәзә ылаҡтарының муйынына ҡыҙыл сепрәк бәйләр инек. Ул күҙ тейеүҙән һаҡлай. Өйҙән сыҡһам, өлкән кәзәләр мине һырып ала. Уларҙың ҡайһыларына икмәк ҡаптырам, арҡаларынан һыйпап яратып алам.
Әсәйем, баш ҡалҡытып йөрөй баш­лағас, һыйырҙы һауа ла мине уята:
– Тор, балам. Бөгөн көн шундай матур, ҡәберҙә ятҡан кеше тороп ултырырлыҡ. Ана, малдарың һине көтөп тора. Беҙҙе көтөүгә алып барһын, тиҙәрҙер инде. Минең һауһыҙлығым арҡаһында туйғансы ла йоҡлай алмайһың бит. Малдарҙы көтөүгә алып барғас, туйғансы йоҡлап алырһың.
Бер уянғас, ҡайҙа инде ул йоҡо? Минең сығыуыма малдарым «строй»ға теҙелгән һымаҡ тора. ҡапҡаны асам. ҡапҡа тигәнем шул өс буй кәртәләү (һайғау) инде. Шуларҙың бер яғын ергә төшөрөп һалам да үҙем алдан сығам. Минең арттан Мәрүскә (танабыҙ), Машка, Кәтке, Зинка, Зойка, Васыла һәм башҡа кәзәләр бер-бер артлы теҙелешеп көтөүҙе туплай торған урынға китәбеҙ. Мәрүскә менән Машканы муйындарынан һыйпап, арҡаларынан һөйөп, һыйырҙар тупланған урында ҡалдырам да, кәзәләрҙе икенсе туплауға алып барып ҡушам. Беҙҙә ваҡ малды айырым көтәләр ине.
Малдарҙы көтөүгә илтеп ҡайтҡас, донъя көтөү тигән нәмә башлана ғына. Һөттө ҡаҙанға һалып йылымыс­ландырып алам да сепаратта айыртып алам. ҡаймағын мөгәрәпкә төшөрөп ултыртам, айыртылған һөттө ҡаҙанға һалып бешерәм. Ул бер аҙ һыуынғансы, самауыр ҡайнатам. Әсәйемә манный ярмаһынан бутҡа бешерергә кәрәк. Кисә ҡабартма бешергәйнем, йүнләп ашаманы. Һөткә ойомос һалып ойоторға ҡуйҙым. Сепаратты сәй эскәс йыуырмын, тип, ҡаҙанды ҡырғыс менән ҡырып йыуып йөрөгәндә Миңлехаят еңгәй килеп инде.
– Йә, ни хәл, һаплы килен? – тип белеште лә утъяҡҡыстың (аласыҡтың) һикеһенә бер тәрилкә ҡоймаҡ ҡуйҙы.
– О, еңгә, һинең дә шәп саҡтарың бар икән. Һуҡырҙың теләгәне ике күҙ, тигәндәй, иртәнге сәйгә бутҡа булһа ла бешерергә йыйына инем. Изгеләрҙән-изге, һылыуҙарҙан-һылыу еңгәкәйем бер тәрилкә ҡоймаҡ тотоп килгән. Аллаһы Тәғәләнең оло рәхмәте яуһын үҙеңә. ҡайҙа шуның өсөн берҙе үпәс итеп алайым үҙеңде, – тип уға юрамал үрелгәйнем.
– Кит, нишана, сабата буйы ҡалҡмағанһың, һиңә үбешергә әле, – тип йылмая-йылмая сығып китте.
ҡоймаҡлап сәй эсеү әсәмә килешеп ҡалды. Маңлайында тир бөрсөктәре күренде.
...Мин алтынсы класта уҡығанда әсәйем ныҡлап ауырып китте. Рәйсә апайым, Илшат ағайым уҡыуҙарын ташларға мәжбүр булды. Мин дә дәрескә йөрөүҙән туҡтаным, колхоз­ға эшкә сыҡтым.
Бер көндө шулай, баҫыуҙа ҡар тотоп, ҡайтып индем. Аяҡтағы итек туңған да, өйгә ингәс тә тайып йығылдым. Был хәлде урындыҡта (һикелә) ятҡан әсәйем күреп ҡалған да, күңеле тулыпмылыр, илап ебәрҙе. Мин, ҡаптыр-ҡоптор баҫып, уның янына килдем. Ул һарғая башлаған кипкән ҡулы менән ятҡан еренән генә минең сәстәремде, битемде һыйпай-һыйпай:
– Балаҡайым минең... нишләп уҡыуыңды... ҡалдырҙың? Ауыры-ып... киттем бит, – тип минең уҡыуыма барыуымды һораны. Минең күңелем тулды. Әсәйемдең күкрәгенә һыйындым.
ҡабат барҙым уҡырға. Сәмләнеп уҡыным. Миңә ун алты йәш тулғас, әсәйем миңә һабаҡ бирҙе. Шул һабаҡтың хәтеремдә һаҡланып ҡалған ҡайһы бер өҙөк-йыртыҡтарын яҙып үтеүҙе кәрәк таптым. Бына ул ни тигәйне:
«Балаҡайым минең! Һиңә ун алты ла тулды. Тормош һабаҡтарын үҙләштерә башлар мәлең етте.
Тормошоң ыҙалы булмаһын өсөн һиңә кешеләргә хас холоҡ кәрәк. Уны беҙ ғүмер буйы өйрәнһәк тә, күп нәмәләргә әле булһа төшөнөп етә алмайбыҙ. Беҙҙең балалыҡ йылдары, үҫмер сағыбыҙ, кеше рәтенә инеү мәлебеҙ бик ауыр заманға тура килде. Шуға ла тормош ғилемен беҙгә ныҡлап өйрәтеүсе булманы. Әсә наҙынан, ата һөйөүенән иртә ҡалдыҡ.
Тормошто яратһаң, мөхәббәтең өсөн йәнеңде лә бирерҙәй булһаң, алдағы көнөңдә таҙа намыҫ менән йәшәргә, олтан булмай, солтан итеп үҙеңде тойорға теләһәң, абруй ҡаҙанам тиһәң, кеше булып ҡала бел. Бының сере бик ябай: Аллаһы Тәғәлә тыйған хәрәм ризыҡтарҙы ауыҙыңа ла алма. Эскелек менән күпме аҡыллы баштар үҙҙәрен үҙҙәре бөтөр­ҙө. Үҙ халҡына абруй була алырҙай күпме һәләтле кешеләр юҡҡа сыҡты.
ҡабатлап әйтәм: кеше булып ҡалам тиһәң, әле әйткәнемде хәтереңдә тот. Тормоштоң әсе-сөсөһөн күргән кеше булараҡ, быны һиңә мин – әсәйең әйтә.
Иҙел күрмәй, итек сисмә, ти халыҡ аҡылы. Мәғәнәһе нимәлә? Иҙел – ул тормош. Йәшәү миҙгелендә ҙур уңыштарға ирештем, тип туғарылма. Тормош бар икән, көрәш тә бар. Кем кемде еңә? Ғүмер буйы тормош ыҙандары һине еңергә, бөгөргә теләй, бирешмә, балаҡайым. Һин бүре ырыуынан, Урал батыр тоҡомонан. Юҡ-барға башҡорт бирешеп бармай.
Көлөп килгән дуҫыңдан өрөп килгән эт артыҡ, тигән боронғолар. Көлөп торған йөҙҙә инабат юҡ. Дуҫтарыңды һайлай бел. Көлөп килгән дуҫ алҡымыңдан алыр, өрөп килгән эт салғыйыңдан алыр. Дуҫтан дошманды айыра бел. Дуҫтың үҙ һүҙе, фекере булыр. Һинең һүҙеңә ҡушылып барғандан һаҡлан.
Был һүҙҙәрҙе һиңә атайың әйтергә тейеш ине лә, ләкин һуғыштан әйләнеп ҡайта алманы шул. Уның урынына мин – әсәйең әйтә. Һаулығың бар саҡта уҡып ҡал. Тормош тигән донъяға күҙең асылыр. Һин ҙур кеше булыр­ға тейешһең, балаҡайым. Шул маҡсатҡа ынтыл. Бер ҡасан да туғарылма...»
Әсәйемдең биргән һабаҡтары тормош юлымда маяҡ булып балҡыны. Ғүмеремдең һуңғы саҡрымдары күренә башлаһа ла, туғарылмайым һымаҡ. Ана шуға шөкөр итәм.
Әсәйем: «Кешегә ярҙам иткәндән ҡулың ҡалмаҫ, изгелек теләүҙән телең талмаҫ», – тип тә әйтә торғайны. Был да кешелектең бер асылы булған икән дә. Ошо тәңгәлдә «Ит изгелек, көт яуызлыҡ» тигән әйтем дә хәтеремде тетрәндереп ебәрә. Ни өсөн шулай икән? Был һорауға әле булһа яуап эҙләйем, тик таба алмайым. Үҙ ғүмеремдә ҡулымдан килгәнсә күпме изгелектәр ҡылдым ҡайһы бер кешеләргә. Әммә ул ғәмәлдәрем үҙемә яуызлыҡ булып кире ҡайтты. Әйтәйек, балаға ни өсөн уйынсыҡ бирәләр? «Уйнаһын өсөн», – тип әйтер­ҙәр. Дөрөҫ түгел. Баланың ҡыуанысын күреп кинәнер өсөн уға яңы уйынсыҡ һатып алып бирәләр. Изгелек ҡылыуҙа ла ана шул мәғәнә яталыр. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: изгелек тә ике яҡлы булырға тейеш. Кемдәндер гел изгелек күреп йәшәргә өйрәнгәндең нәфсеһе аҙа, ә һәр саҡ изгелек ҡылыусының уға ҡарата күңеле һүрелә. Кешелеклек тигән булмыш ана шулай юғала бара. Минең ҡолағымда әсәйем һабаҡтары яңғырап киткәндәй була: «Балаҡайым, кеше булып ҡала бел, туғарылма...» Рәхмәт, әсәй! Был тормошта һинең намыҫыңа тап төшөрмәнем һымаҡ.

Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
профессор.