Тышта һалҡын ҡыш, уның төҫтәре лә тыныс ҡына, сағыу түгел. Донъяның бер мөйөшөндә генә булһа ла йәйҙең сағыу төҫтәрен күрге, матур сәскәләргә төрөнгө килә.
Йортҡа йәй еҫен, төҫөн, тәмен килтереү өсөн бер юл бар – ул гөлдәр ултыртыу. Бөгөн беҙ үҙебеҙ үрсеткән гөлдәр хаҡында түгел, һатып алынған гөлдәр хаҡында һөйләмәксебеҙ. Беренсенән, уларҙы йортҡа алып ҡайтҡас, нисек ҡарарға, нисек һайлап алырға тигән һорауҙар күптәрҙе борсой. Икенсенән, һатып алынған гөлдәрҙе бүләк итеү модаһы һаман дауам итә, ә улары бер аҙна тирәһендә ҡорой ҙа ҡуя.
Магазиндан һатып алыған гөл һеҙҙе оҙаҡ ҡыуандырһын һәм тик матур тәьҫораттар ғына ҡалдырһын өсөн бер нисә фактты иҫтә тоторға кәрәк. Үҫемлектәрҙең күпселеге тропик йәки субтропиктан сыҡҡан. Уларҙың микроклиматын кинәт кенә үҙгәртеү насар һөҙөмтәгә килтерәсәк. Был гөлдәрҙе бер генә минут булһа ла 0 градуста тотһаң (мәҫәлән, магазиндан алып сығып, машинаға барып еткәнсе), ул юҡҡа сығасаҡ.
Шуға ла гөл һатып алыр алдынан пландарығыҙҙы аныҡ билдәләгеҙ. Гөл һеҙгә:
– 1 – 2 аҙналыҡ ҡына матурлыҡ барлыҡҡа килтереү өсөн;
– бер нисә йыл буйы тәҙрә төбөн биҙәр өсөн кәрәк.
Әгәр беренсе вариантты һайлаһағыҙ, пуансеттия йәки азалия алыуығыҙ, гөлдө супермаркетта йәки баҡсалар үҙәгенән һайлауығыҙ мөһим түгел. Бер-ике аҙнаға уларҙың бөтәһе лә сыҙай. Ә инде икенсе вариант күңелегеҙгә ятһа, бер нисә кәңәште күҙ уңында тотоғоҙ:
үҫемлек этикеткала яҙылған сортҡа тулыһынса тап килергә тейеш;
һатыусынан гөлдө ҡайҙа үҫтереүҙәрен һорашығыҙ – беҙҙәме, сит илдәме?
гөлдөң тыуған яғын белешегеҙ, был уны артабан да дөрөҫ тәрбиәләү өсөн кәрәк;
ҙурлығын ныҡлап ҡарағыҙ;
гөлдөң тупрағы кибеп бөткән йәки һыуы тамып торған да булмаһын;
гөлдөң өҙөлгән йәки ҡорой башлаған урындары артабан уның сереүенә килтерәсәк;
гөлдө, алғас, өс ҡат пакетҡа урағыҙ һәм, алып ҡайтҡас, ике-өс сәғәт үтмәй тороп асмағыҙ.
Гөл бүләк итеү модаһы Рәсәйгә Европанан килеп инде. Яҡын кешегеҙгә шундай бүләк эшләр алдынан уйлағыҙ – ул гөлдө матурлап ҡарау мөмкинлегенә эйәме, теләге бармы? Бесәйгә аллергияһы булған кешенең иң матур байрамына үҙегеҙгә бик матур күренгән бесәй балаһы бүләк иткән кеүек булмаһын.