7 февралдә Башҡортостан Республикаһының арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор ғилеме бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаға 75 йәш тулды. Уны ғилми хеҙмәттәре, телевизион тапшырыуҙар буйынса гәзит уҡыусыларыбыҙ яҡшы белә. Шулай булһа ла, хөрмәтле коллегабыҙҙың оло юбилейы көнөндә уның хеҙмәт юлына бер байҡау яһау урынлы булыр, моғайын.
Егерменсе быуаттың алтмышынсы йылдары башында Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын уңышлы тамамлаған Фәнүзә Нәҙершина, яҙмышын фән менән бәйләү маҡсатында, әле үҙе арымай-талмай эшләп йөрөгән институттың аспирантураһына уҡырға инә. Ғилми етәксеһе, артабан күренекле яҙыусы, билдәле ғалим-педагог булараҡ танылған Әхнәф Нурый улы Кирәев менән улар кандидатлыҡ диссертацияһының темаһы итеп башҡорт фольклорының афористик жанрҙарын алырға ҡарар итә һәм шул йүнәлештә эш башлана. Фольклорсы тигән тынғыһыҙҙар һөнәре китапханаларҙа, кабинетта әҙәбиәт өйрәнеп ултырыуға, йә әлегә тиклем йыйылған һәм ғилми архивта һаҡланған материалдарҙы өйрәнеүгә генә ҡайтып ҡалмай, үҙ аяғың менән йөрөп, халыҡтан ауыҙ-тел ижады өлгөләрен табып яҙып алыуҙы һәм эшкәртеүҙе лә талап итә. Буласаҡ ғалимә аспирантурала уҡыған йылдарында республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең ауыҙ-тел ижадын яҙып алыу һәм өйрәнеү маҡсатында Кирәй Мәргән етәкселегендә Свердловск, ҡурған, Пермь өлкәләренә бер-бер артлы экспедициялар ойошторола. Шул экспедицияларҙа Фәнүзә Нәҙершина ла әүҙем ҡатнаша һәм фольклор ғилеменең был мөһим йүнәлешен дә үҙ итә. Уның “Әбйәлил дәфтәре”, “Халыҡ күңеленә сәйәхәт” йыйынтыҡтары ошо турала һөйләй.
ХХ быуаттың 70-се йылдары башында институтта ун һигеҙ томлыҡ “Башҡорт халыҡ ижады” ғилми йыйынтыҡ өҫтөндә ҡыҙыу эш башлана. Совет власы урынлашыу менән, 20-се йылдарҙа уҡ йыйыла башлаған, артабан 60-сы йылдарҙан башлап даими ойошторолған экспедициялар, командировкалар ваҡытында яҙып алынған башҡорт халҡының бай ауыҙ-тел ижадын ташҡа баҫтырып сығарыу талабы көнүҙәк мәсьәлә булып баҫа. Институтта көс самалы булғанлыҡтан, был мөһим эшкә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары ғалимдары ла ылыҡтырыла. Улар рәтендә мәрхүмдәр Марат Минһажетдинов, Лев Бараг, Салауат Галин һәм бөгөнгө көндә лә фольклорсы һөнәренә тоғро булып, уңышлы эшләгән Әхмәт Сөләймәнов та була. Һүҙ барған ҙур хеҙмәттең өс томын (“Йомаҡтар”, “Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр”, “Риүәйәттәр, легендалар”) төҙөй Фәнүзә Нәҙершина. Юғары фәнни кимәлдә әҙерләнгән ғилми йыйынтыҡтың, шул иҫәптән ғалимәнең атап үтелгән томдары ла, бөгөнгө көндә лә әһәмиәтен юғалтмаған, китапханаларҙың түренән урын алған һәм башҡорт фольклор ғилеменең алтын фондына ингән китаптар булып ҡала. Ошо оло маҡтаулы эштәре өсөн бер төркөм ғалимға, шулар иҫәбендә Фәнүзә Нәҙершинаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә. Киләсәктә өҫтә һанап үтелгән томдар, ғалимә тарафынан тулыландырылып, рус телендә сыҡҡан ун ике томлыҡ йыйылма эсендә лә донъя күрә.
Том төҙөү – үтә ауыр эш. “Ашаған белмәй – тураған белә” тигәндәй, уның ауырлығын өлкән быуын ғына түгел, урта, хатта йәш быуын фольклорсылары ла белә хәҙер. Сөнки әлеге мәлдә утыҙ алты томлыҡ “Башҡорт халыҡ ижады” тупланмаһы өҫтөндә эш бара. Халыҡ ижады әҫәрҙәрен халыҡ араһына сығып, табып, яҙып алаһың, ҡайтҡас, уны, ҡырҡ мәртәбә магнитофон таҫмаһын йә диктофонды әйләндереп, ҡағыҙға төшөрәһең, артабан жанрҙар буйынса, шунан жанр эсендә темаһы буйынса “оя”ларға урынлаштыраһың, шулар араһынан йәнә ғилми архивтан, юғары уҡыу йорттарының фольклор фондтарынан үҙең төҙөгән томға ярашлы текстарҙы һайлап алаһың, текстарға аңлатмалар, томға баш һүҙ яҙаһың. Үтә ҡатмарлы, ваҡ һәм яуаплы эш ул том төҙөү. Коллегаларымдың ҡайһы саҡта: “Том төҙөүе монография яҙыуҙан ауыр”, – тигәндәрен дә ишетергә тура килде. Был, ысынлап та, шулай. Ә Фәнүзә Айытбай ҡыҙы ошо йүнәлештә уңышлы эшләүен дауам итә һәм 1995 – 2010 йылдарҙа халыҡ ижады әҫәрҙәренең аҫыл өлгөләрен башҡорт, рус, инглиз телдәрендә әҙерләп, һигеҙ китап (“Халҡым йыры”, “Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре”, “Башҡорт халыҡ риүәйәттәре, легендалары”, “Башҡортса-инглизсә-русса мәғәнәләш мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге”, “Урал батыр” (ике баҫмала донъя күрҙе), “Салауат Юлаев – башҡорт фольклорында” (ике китаптан тора), “Башҡорт халыҡ ҡобайыр-иртәктәре”) баҫтырып сығарып, башҡорт фольклоры ғилемендә яңы йүнәлеш булдырҙы.
Ғалимәнең 1985 йылда рус телендә сыҡҡан “Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары”, башҡорт телендәге “Алтын ҡумта” (1985), “Рухи хазиналар” (1992), “Башҡорт халыҡ көйҙәре, йырлы-бейеүле уйындар” (1996) исемле йыйынтыҡтары ла йәмәғәтселектең ыңғай баһаһын алды.
Фәнүзә Айытбай ҡыҙы – башҡорт фольклорының көнүҙәк проблемаларын өйрәнеүгә лә ҙур өлөш индергән ғалимә. Үҙенең “Халыҡ һүҙе” (1983), “Халыҡ хәтере” (1986), “Халыҡ хәтере: башҡорт халыҡ риүәйәт, легендаларының тарихи ерлеге, жанр үҙенсәлектәре” (2006) исемле монографияларында ул афористик жанрҙарҙы һәм тарихи прозаны сағыштырма планда өйрәнеп, башҡорт фольклористикаһы тарихында мөһим аҙым яһаны. Бөгөн дә һанап үтелгән хеҙмәттәр афористик жанрҙарҙы, тарихи прозаны монографик планда ентекле өйрәнгән, мөһим теоретик тикшеренеүҙәр булып ҡала. Уның шулай уҡ “Хайуандар тураһында әкиәттәр” исемле очеркы, башҡорт халыҡ йырҙарын, эпосын өйрәнеүгә арналған бихисап мәҡәләләре бар. Фәнүзә Айытбай ҡыҙы шулай уҡ “Башҡорт энциклопедияһы”ның, “Салауат Юлаев” энциклопедияһының да әүҙем авторҙарының береһе. Танылған ғалимә бөгөн “Башҡорт халҡының тарихы” тигән ете томлыҡ ҙур хеҙмәттең авторҙар коллективы составында ла уңышлы эшләй.
Оло һәм данлы юбилейы көндәрендә Фәнүзә Айытбай ҡыҙы, ярты быуат ғүмерен арнаған һөнәре емештәрен барлап, ҙур ҡәнәғәтләнеү менән: “Фәндәр академияһында эшләүем менән бәхетлемен һәм ғорурланам”, – ти.
Юбилейығыҙ ҡотло булһын, Фәнүзә апай, артабан да ижади уңыштар юлдаш булһын!
Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор ғилеме
булеге мөдире.