-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
5 Февраль 2011, 17:05

«Ҡара уны, кире әйләнеп ҡайтыуым да бар»

Сабырлыҡ төбө – һары алтын да...– Минең кеүек оло ҡатынға кем ҡараһын инде? Кемгә кәрәгем бар? – Мәрйәм апай­ға (исеме үҙгәртеп алынды – авт.) илле һигеҙ йәш. Юҡҡа ғына ул үҙенә шулай артыҡ талапсан – бик һөйкөмлө, мөләйем ҡатын. Ыҡсым кәүҙәһенә нимә кейһә, шул килешә. Тауышы ла яғымлы.

Сабырлыҡ төбө – һары алтын да...

– Минең кеүек оло ҡатынға кем ҡараһын инде? Кемгә кәрәгем бар? – Мәрйәм апай­ға (исеме үҙгәртеп алынды – авт.) илле һигеҙ йәш. Юҡҡа ғына ул үҙенә шулай артыҡ талапсан – бик һөйкөмлө, мөләйем ҡатын. Ыҡсым кәүҙәһенә нимә кейһә, шул килешә. Тауышы ла яғымлы.
– Мәрйәм апай, әллә һеҙҙең бәхет ҡумтағыҙ бөтөнләй бушаған, бәхетегеҙ тулыһынса тотонолоп бөткән, тип уйлай­һығыҙмы?! Юҡ! Миңә ҡалһа, һеҙҙе алда әллә күпме шатлыҡ-ҡыуаныс көтә кеүек. Ирҙәрҙән генә тормай ҙа һуң бәхет.
– Эйе шул, – тип кинәт кенә ризалаша үҙе, күҙҙәрендә өмөт осҡондары балҡып китә. – Балаларымда, ейәндәремдә йыуаныс табырмын. Дошмандарҙы ҡыуандырмайым әле, Мәрйәм бөгөлөп төшкән, тип шатланмаһындар.
Ул минең алда уҡ арҡаһын турайта, ҡупшы иңбаштарын яҙа, үҙен көсләп йылмайырға мәжбүр итә. Хәленең сетерекле икәнен бик яҡшы аңлайым. Утыҙ һигеҙ йыл бергә ғүмер иткән тормош иптәше менән айырылышып, донъя малын бүлеп йөрөгән ваҡыттары. Айырылышыу сәбәбе лә ниндәй бит әле – ире, күҙе-башы тоноп, үҙенән утыҙ йәшкә кесе ҡатынға ғашиҡ булған! Шуға өйләнеп, яңы тормош башлар өсөн ул ҡатынынан да, балаларынан да баш тартырға, бергә уҙған уртаҡ тормошто һыҙып ташларға, бар йыйылған мөлкәтте таратырға әҙер. Дошманыңа теләмәҫһең бындай хәлгә тарыуҙы!
– Ирем, биҙәнеп-төҙәнеп, одеколонын һиптереп, һөйәркәһенә сығып китә, ә мин, бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп, иҫәр кеше һымаҡ стеналарҙы, йыһаздарҙы һыйпайым, – ти Мәрйәм апай. – Йортто бит бергә күтәрҙек. Буш ваҡыт булған һайын ошонда килер ҙә эшләр инек, саҡ ҡына аҡса булдымы – ошонда тығыр инек... Шуға ҡағылған һәр сөй ҡәҙерле. Өйҙө тәүҙән үк ҙурҙан һалдыҡ, балалар, ейәндәр килһә, иркенләп ял итерҙәр, йәйен беҙҙең менән бергә йәшәрҙәр, тип өмөтләндек. Ә хәҙер ошо йортто һатырға тура килә. Үҙ баламдан яҙған кеүекмен...
Мәрйәм апай беҙгә, йәштәргә, гел дә әйтә килде: «Ғаиләлә ир менән ҡатын араһында нимә булмаҫ, әммә түҙергә кәрәк. Ситкә ҡарамаған ир һирәк, ләкин барыбер, мал кеүек, ир ҙә ашаған еренә кире ҡайта ул». Үҙенең сабырлығын беҙгә миҫалға килтерә торғайны: «Ирем нисә йыл буйына миңә хыянат иткән. Һөйәркәһе булғанын барыһы ла белгән, мин генә бер нәмә лә белмәй, күрмәй, ишетмәй, рәхәтләнеп йәшәп тик ятҡанмын. Яңылыш ҡына белеп ҡалдым. Бер көн төш мәлендә ҡутар­ғансы аҙыҡ-түлек алдым да, килеп алырһың, сумкалар ауыр, тип, уға шылтыраттым. Ул, бушамайым, эштән һуң алып ҡайтырмын, тигәс, ярай, әләйһә, тип ризалаштым да, туңдырылған тауыҡ кискәсә ирер, тип туҡталышҡа сыҡтым. Шунда торһам, ирем машинала үтеп бара. ҡыуанып киттем. ҡул күтәреп туҡтатайым ғына тигәндә, ирем, мине күрмәй, эйелеп, янында ултырған ҡатынды (уларҙа бухгалтер булып эшләй), ҡосағына тартты ла, яңағынан үпте. Әллә нимә тураһында көлөшөп һөйләшеп, шул килеш үтеп киттеләр, мин сумкаларым менән иҫәңгерәп тороп ҡалдым. Эшем эш булманы, нимә уйларға белмәй йөрөнөм. Кисен ул артымдан килде, ҡулымда аҙыҡ-түлектең юҡлығына ла иғтибар итмәне, яҡшы кәйефтә үҙе. Машинала ҡайтып барғанда, төш мәлендә нишләп бушаманың, тигән булам, белмәмеш тә күрмәмеш инде. Эй, шул кәңәшмәләре менән йонсоттолар бит, ти. Алдағын эсемә йоттом. Икенсе көнө ял алып, ирем эшләгән ойошмаға киттем. Ирем урынында юҡ ине, теге ҡатынды пырылдаттым. Кеше ире менән йөрөгәнсе, үҙеңә ир табыр инең, йүнле булһаң, битһеҙ, тип әрләгәндә, ҡан баҫымым күтәрелеп, саҡ йығылманым. Мине икенсе бүлмәгә индереп ултырттылар, йөрәк дарыуын ҡаптыр­ҙылар. Баш бухгалтер булып эшләгән ҡатын, беҙ ни һине, белә икән, тип уйланыҡ, ти. Баҡтиһәң, ирем, ҡатыным ауырый, шуға эшкинмәй, тигән икән һөйәркәһенә, ә уныһы – әхирәтенә, әхирәте танышына һөйләгән. Утыҙ тештән сыҡҡан утыҙ ауылға еткән... Һөйәркәһенә, егерме биш йәшлек ҡыҙға, гараждан минең ҡайнатмаларҙы, консерваларҙы, салаттарҙы ташыған, картуфы ла, ите лә ҡалмаған. Ул йәшәгән фатир өсөн дә ирем түләй, имеш. Был яңылыҡтарҙан, әлбиттә, хәлем тағы насарайҙы, «Тиҙ ярҙам» саҡырып, уколдар алып, машина яллап, көс-хәлгә өйгә ҡайтып ауҙым. Ирем мине йәлләне, тиһегеҙме? Юҡ! Нимә кеше көлдөрөп йөрөгәнһең, тип ҡайтыу менән өҫтөмә ябырылды, саҡ бәргеләп ташламаны. Оло ғауға ҡупты. Әйберҙәрен йыйып сығып киткәйне, теге бисәһе индермәгән. Тиҙҙән ул, эштән сығып, бөтөнләй икенсе ҡалаға күсеп китте. Ирем шуға йөрәк өйәнәге менән дауаханаға эләкте, йәнәһе лә, мин уның йөрәген ярғанмын. Әлбиттә, ауырыған кешене ташлап булмай, балалар менән сиратлап йөрөнөк. Тәүҙә үсегеп, тумһайып һөйләшмәй ятһа ла, аҙаҡ яҙылды. Һәүетемсә йәшәп киттек. Булғанды оноторға тырыштыҡ. Сабырлыҡ төбө – һары алтын...»
Әле шуны иҫләп, Мәрйәм апайҙың яраһына яңылыш тоҙ һалып ҡуймайым, тип өндәшмәй ултырһам, ул үҙе шул ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтты:
– Шул саҡта айырылышырға кәрәк булған икән, эттең бер ашаған б..н ташлай торғаны бармы инде?! Эй, иҫәрлек... Бөгөн был хәлгә төшмәҫ инем. Хәйер, яҙмыштан уҙмыш юҡ, маңлайыма яҙылған булғандыр. Кеше күрәсәген күрмәйенсә, гүргә инмәй, тиҙәр бит.

ҡабырғаһына шайтан төрткән ир

ҡолағым буш булғанға, тыңлаусы роленә генә ризалашып килгәйнем, бер аҙҙан Мәрйәм апай мине, ире менән һөйләшеп, ҡылын тартып ҡарар­ға өгөтләп күндерҙе. Минән ниндәй арбитр сыҡһын инде, тип, үҙемде лә, һаҡалына сал төшкәндә, шайтан ҡабырғаһына төрткән ағайҙы ла һүгә-һүгә, уның эштән бушауын көтөп, байтаҡ ултырҙым. Йәш ҡатындарҙы әүрәткәс, уны баһадир кәүҙәле, сибәрҙер, байҙыр, тип уйлаусылар ныҡ яңылыша. Бар байлығы – ике ҡатлы йорто, дүрт бүлмәле фатиры (ҡатыны менән икеһенә), дәүләт пенсияһы. Матурлығын да ташҡа үлсәйем. Уртаса буйлы, тулы кәүҙәле, ун рәттә ҡалған биш сәсенә сал төшкән. Тештәре лә барыһы ла үҙенеке түгел, буғай. Хәйер, хаҡлыҡ өсөн әйтәйем: уны йөрөмтәл булғаны өсөн шулай уҫал күҙлектән үткәрәм. Әгәр ҙә берәйһенең тоғро тормош юлдашы булһа, уны һүрәтләр өсөн бөтөнләй икенсе сифаттарҙы файҙаланырға тура килер ине. Әммә... Шөкөр, ағай минең менән һөйләшеп тә торманы. Дөрөҫ эшләне. Нимә тип әйтерен былай ҙа белгән кеүекмен. Йәнәһе лә, 1) тормош иптәшем мине ҡатын булараҡ ҡәнәғәтләндермәй; 2) уның менән күңелһеҙ, һөйләшергә һүҙ юҡ; 3) мөхәббәт бөттө һ.б., һ.б. Ундай монологтарҙы әллә күпме ишеткәнем бар. Әгәр ҙә, мәҫәлән, Мәрйәм апайға ире бер тапҡыр ғына хыянат итһә, уның башына күктән көтөлмәгән һөйөү шапылдап төшкән, тиер инек. Һәм беҙгә көнләшергә генә ҡалыр ине. Ләкин бер тапҡыр ғына ҡабатланмаған осраҡта һүҙ аҙғынлыҡ тураһында бара кеүек. Ағайыбыҙ көслө тойғолар артынан ҡыуған һунарсы булыуҙан туҡтай алмай, ахыры. Йәш ҡатындың энергияһын һурып, уның иҫәбенә йәшәрергә лә ниәте барҙыр, моғайын.

Хистәр урынына –калькулятор

Мәрйәм апайҙың ире минең менән эс серҙәрен бүлешергә теләмәһә лә, уның ҡарауы, һөйәркәһе менән осрашып, әңгәмәләшергә форсат булды (донъяның тығыҙлығы – хаҡ!). Ике балалы йәш, һылыу ҡатын, иренән айырылып, ҡуртымға фатир алып йәшәп ята. Аҡсаның етешмәүе арҡаһында иркенләп йәшәй алмаған был көйәҙ ҡатын осраш­ҡас та үҙенең һөйәре тураһында бер генә һүҙ әйтте: «Ул – минең ҡотҡарыусым, башҡа бер нәмә лә һорамағыҙ, барыбер һөйләмәйем». Ләкин, ләм-мим өндәшмәйем, тигән кеше, ғөмүмән, ауыҙын асамы инде? Әлбиттә, бабайҙы яратам, тип ныҡышһа ла, матди йәһәттән ҡыҙыҡһыныуы өҫкә ҡалҡыуыс кеүек ҡалҡты ла сыҡты, ҡалҡты ла сыҡты (күҙҙәрендә хистәр түгел, калькулятор күренгәндәй тойолдо). Мәрйәм апайҙар айырылышып, донъяларын бүлешһә, икеһенә лә ярайһы ғына тос өлөш эләгә. Һәр хәлдә, ирҙең ике бүлмәле фатирға аҡсаһы буласаҡ, хатта үҙебеҙҙең илдә етештерелгән автомобилгә лә артып ҡаласаҡ. Тимәк, «йәштәр» өйләнешкәндән һуң, фатирлы ла, машиналы ла буласаҡ. ҡатындың бәлиғ булмаған балалары фатир­ҙан-фатирға күсеп йөрөү проблемаһын онотасаҡ. Пенсионерҙың эшләп йөрөүен дә, йәғни кеҫәһендә байтаҡ ҡына аҡсаһы булыуын да иҫәпкә алғанда, йәш ҡатындың «алтын балыҡ» тотоуына шик ҡалмай. Айырылған ҡатын булыу­ға ҡарағанда ирле ҡатын статусы ла йәмғиәттә уның абруйын бермә-бер күтәрә. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр йәһәттән алтмыш йәшлек ир – уңышлы табыш.
Хәйер, минең уларҙы хөкөм итергә бер хаҡым да юҡ. Бәлки, ысынлап та, Амур уғы эләккәндер үҙҙәренә. Юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит: «Бындай никахтар – оло һөйөү буйынса ғына: ирҙәрҙең – йәшлеккә һәм матурлыҡҡа, ҡатын-ҡыҙҙарҙың – аҡсаға һәм матур тормош­ҡа». Һәр кем үҙенә кәрәген ала. Хатта Мәрйәм апай ҙа – уны ихтирам итмәгән йүнһеҙ ирҙән ҡотола. Әммә оҙаҡҡамы икән? Сөнки, ғәҙәттә, йәш ҡатындар оло ирҙәрен һығып-һығып, һығырлығы ҡалмағас, уларҙы урамға алып быраҡтыра, йәғни «ҡарт алашаны йәш айғырға алмаштыра». Ана бит бер ир, һөйәркәһенә йәшәргә күскәндә, ҡатынына былай тип бармаҡ янаған, ти: «ҡара уны, минһеҙ йөрөп ҡуйма... Тиҙҙән кире әйләнеп ҡайтыуым да бар». Тик уларҙы кире ҡабул итеүселәр бармы икән?

Баныу ҡАһАРМАНОВА.