-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
29 Ғинуар 2011, 16:03

Ер. Ил. Тел

Мәғәнәле һүҙҙәр. Һуңғы йылдарҙың көслө ауазы булып торалар... Бер үк нәмәне аңлайышлы итеп ҡат-ҡат ҡабатлаһаң, ул һүҙҙәр саҡырыу ҡеүәтенә эйә була. Шул уҡ һүҙҙәрҙе мәғәнәһеҙ генә ҡабатлаһаң, улар төп йүнәлешенән тайпылып, бәҫен юғалтыуы ла ихтимал.

Мәғәнәле һүҙҙәр. Һуңғы йылдарҙың көслө ауазы булып торалар...
Бер үк нәмәне аңлайышлы итеп ҡат-ҡат ҡабатлаһаң, ул һүҙҙәр саҡырыу ҡеүәтенә эйә була. Шул уҡ һүҙҙәрҙе мәғәнәһеҙ генә ҡабатлаһаң, улар төп йүнәлешенән тайпылып, бәҫен юғалтыуы ла ихтимал.
Мәғәнәле нәмәне мәғәнәһеҙгә әүерелдереү – хәҙерге замандың ауырыуы. Хатта халыҡты аҙаштырыу ҡоралы булыуы ла мөмкин. Тик был ҡараш ошо юлдарҙың башында уҡ әйтелгән «ил», «ер», «тел» тигән һүҙҙәргә һис ҡағылмай. Сөнки был һүҙҙәр – изге төшөнсә. Ихлас күңелдән һәр саҡ «ер-әсә», «ил-әсә», «тел-әсә» тибеҙ. Беҙҙе йоҡлатмай, аңыбыҙҙы көсәйткән, зыңлап торған һәм беҙгә дәрт өҫтәгән, уянырға өндәгән ауаз.
Тик ни өсөн йәшәү мәғәнәһен тәшкил иткән ошо һүҙҙәр бөгөн беҙҙе ғәфләт йоҡоһонан уята алмай? Уйлап ҡарайыҡ: ерҙе үҙенә алған, уны хосусилаштырған кешеләр һаны ни өсөн әҙ һуң? Юҡ, халҡым ерҙе алмай – хосусилаштырмай, тип әйтеү дөрөҫлөккә тап килмәй. Был хаҡта фекер алышайыҡ. Бына бер күренеште күҙ алдына килтерәйек: ас кешене икмәк киҫәге күрһәтеп эйәртәләр. Бара кеше шул киҫәкте алырға, ашарға, йәшәргә. Ә шул ынтылыштың икенсе төрлө нәмәгә әйләнеүе бар бит әле: асты эйәрткән туҡ кеше икмәкте күрһәтә бирә лә... ашарға бирмәй, алғараҡ ҡаса. Туҡ артынан ас килә, ә ас артынан икенсе, өсөнсө ас бәндә йүгерә... йөҙөнсө... меңенсе кеше икмәккә ынтыла. Ынтыла, тик буйы етмәй, ала алмай, ә талап алһаң, ҡулға һуғалар.
Ер менән дә шулай. Законда, ерҙе алып, хосусилаштырып була, тип яҙылған. Тик халыҡ ашыҡмай. Ни өсөн ерҙе үҙенеке итмәй? Сөнки теркәтә алмай. ҡулға бирмәйҙәр. ҡағыҙҙа ғына бирәләр, ә ысынбарлыҡта – юҡ. Бөгөн ерҙе алыу өсөн шарттар тыуҙырылмаған. Ер мөнәсәбәттәрен көйләү өсөн шарттар юҡ. Ерҙе алам, үҙемдеке итәм, тигән кеше уның өсөн аҡса түләргә тейеш. Эш ҡайҙа ғына етмәне: ерҙе үҙенә яҙҙырып ҡына ҡуйған кеше шуның өсөн танытма ғына алыр өсөн аҡса түләй.
Ерҙе урынында күрһәтергә, картаға төшөрөргә тейештәр һәм, кәрәк булһа, таяҡтар ҡағырға кәрәк. Был – ерҙе ысынбарлыҡта күрһәтеү, межа һалыу. Бына ошо эштәр өсөн ер алам тигән кеше 15 – 20 мең һум аҡса түләргә тейеш.
Ерҙе алған хәлдә лә, уны эшкәртергә, сәсергә, ҡарарға, һуңынан уңышты йыйырға, урырға кәрәк. Ә нимә менән һөрөргә, сәсергә, урырға? Орлоҡто нисек табырға, ә ашлама, яғыулығы һ. б.?
Был эштәрҙе башҡарыу өсөн тракторы, комбайны, сәскесе лә кәрәк. Ошо ҡорамалдарҙы һатып алыуға 1 – 2 млн һум аҡса талап ителә. Крәҫтиәндә бындай аҡса юҡ! Бына бит кәртәгә килеп төртөлдөк. Аҡса юҡ – ер юҡ. Ер юҡ – иген юҡ, иген юҡ – аш юҡ. Бөттө.
Ерҙе алған ваҡытта шул уҡ кешеләргә Законда ҡаралған төп средстволар (трактор һ.б., һ.б.) бирелергә тейеш ине. Ә уларҙы бирҙеләрме? Юҡ. Халыҡтың 99 проценты бер нәмә лә ала алманы. Уларҙы һәм башҡа байлыҡтарҙы төрлө сос кешеләр һәм хужалыҡ етәкселәре йә үҙҙәренә алды, йә һатты.
Бына ошоларҙы иҫкә алып, беҙ, ошо юлдарҙың авторҙары, бер концепция төҙөп ҡараныҡ. Йәғни, хөрмәтле уҡыусылар, иғтибарығыҙға бер-береһе менән бәйле саралар теҙмәһен тәҡдим итәбеҙ. Был уй-фекер­ҙәр «Йәшлек»тә 2008 йылдың яҙында баҫылып сыҡҡайны инде. Концепция­ны беҙ шул уҡ ваҡытта иң юғары өс урынға – Президентҡа, Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға һәм Хөкүмәткә тәҡдим иттек. Тик чиновниктар уны күрмәне-ишетмәне. Ишетергә лә теләмәнеләр.
Шул уҡ концепцияны, тулыландырып, тағы ла халыҡҡа еткермәксе булдыҡ.

Башҡортостан Республикаһында ер тураһындағы Законды
тормошҡа ашырыу концепцияһы

Ерҙе ҡулланыу һәм һаҡлауҙы яйға һалған федераль, төбәк программаларын ваҡытында, әүҙем файҙаланыу өсөн Башҡортостан Респуб­ли­ка­һы­ның Ер тураһындағы Законын тормошҡа ашырыу механизмын тәҡдим итәбеҙ.
1. Башҡортостанда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе хужаларҙан 1985 йылға тиклем, 10 йылдан да кәм булмаған арауыҡта уның территорияһында йәшәгән Башҡортостан Республикаһы граждандары һатып алырға тейешле.
2. Башҡортостан Респуб­ли­каһы Хөкүмәте ер пайына хоҡуғы булған граждандарға 2 – 10 йылға оҙайлы һәм процентһыҙ кредит бирергә тейеш. Был аҡса ерҙе милек итеп теркәтеү өсөн тотонола.
3. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр­ҙең хужалары закон рөхсәт иткән формаларҙа ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе ойошмалар төҙөй ала. ҡуртымға бирергә лә мөмкин.
4. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең беренсе хужалары башҡа граждандарға ерҙе 2020 йылдан һуң ғына һата ала.
5. Ерҙе һатып алған икенсе (өсөнсө, бишенсе...) хужалар был байлыҡты ҡайтанан һатыу өсөн беренсе хужаларҙың рөхсәтен алырға тейеш.
6. Ерҙе һөҙөмтәле файҙаланыу һәм уны ауыл хужалығы әйләнешенә тулыһынса индереү өсөн Башҡортос­тан Республикаһы Хөкүмәтенә лизинг шарттарында ерҙең беренсе хужаларына процентһыҙ һәм оҙайлы кредит биреү кәрәк. Был кредит 20 йылға тиклем бирелһен, һәм ул техника, яғыулыҡ кеүек кәрәкле нәмәләр алыу өсөн ҡулланыласаҡ.
7. Ерҙең беренсе хужалары маҡсатлы алынған был кредиттарҙы өс уңышлы йыл үткәндән һуң ғына түләй башлай.
8. Ерҙең беренсе хужалары йәки уларҙың вариҫтары алған оҙайлы кредиттарҙың дөйөм күләменең 30 процентын – үҙҙәре, ҡалған 70 процентын республика ҡаплай.
9. Ер тураһындағы законды тормошҡа ашырыу шарттарын камиллаштырыу һәм уны ғәмәлдә ҡулланыу өсөн механизм булдырыу маҡсатында 2011 йылда Башҡортостандың бер нисә районында иҡтисади эксперимент үткәрергә кәрәк.
Бына ошо. Концепцияның маҡсаты – ер ресурс­тарын тулыһынса файҙаланып, теүәл ҡулланып, ауыл хужалығы продукцияһын – игенде, итте, һөттө һ.б. етештереүҙе арттырыу һәм ошо нигеҙҙә халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, илде лә, халыҡты ла байытыу.
Ошо концепцияның тормошҡа ашырылыуына гарантия бармы? Бар: уның гарантияһы булып финанс базаһы тора һәм етәкселәрҙең, төрлө кимәлдәге структураларҙың үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алыуы талап ителә.
Концепцияның авторҙары –
Зәки ХАММАТОВ, иҡтисади фәндәр кандидаты, доцент, элекке совхоз директоры һәм Башҡортос­тан баҡыр-көкөрт комбинаты директорының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары.
Фәйзиәхмәт БАЙБУЛОВ, Баймаҡ районы ауыл хужалығы идаралығында план-иҡтисад бүлегенең элекке башлығы, «Ирәндек» һәм «Сибай» совхоздарының элекке баш бухгалтеры, баш иҡтисадсыһы.