Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
29 Ғинуар 2011, 17:47

Ах, был ирҙәр!

Дауаханала ятам. Төшкө йоҡо сәғәтендә серем итеп алырмын тигәйнем, әммә ниәтемде палата буйынса күршеләрем боҙҙо – ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙолар. «ҡыҙыҡлы» тигәс тә, һөйләшеү сепрәк-сапраҡ тураһында түгел (бөтәбеҙ ҙә ярайһы етди ханымдарбыҙ, ундай ваҡ-төйәк беҙҙе һирәк ҡыҙыҡһындыра), әлбиттә, ирҙәр хаҡында.

Ах, был ирҙәр!
Ах, был ирҙәр!

Был осраҡта нисек йоҡлап ятаһың?! Күҙҙә­ремде асмаһам да, ҡолаҡтарым сосайып, шунда уҡ ҡарпайҙы. Һүҙҙе, аяҡ осондағы карауат хужабикәһенә төбәп (уны үҙемсә «Эрәхәт» апай тип йөрөтәм), уң яғымда ятҡан көләс апай башланы:

– Коридорҙа кем менән оҙаҡ серләштең? Әллә бабай таптыңмы үҙеңә?

– ҡуйсы, бер таныш шунда. Бөгөн һалғандар ҙа, хәлен һорашып торҙом, – бер аҙ шымып торғас, «Эрәхәт» апай һүҙен дауам итте, – ниндәй бабай кәрәк булһын миңә, алтмыш биш йәшлек әбейгә? ҡойҡаларын ҡойҙороп ни... Уларҙан ҡалала файҙа бармы? Ауылда булһа, бер хәл. Шөкөр, нисәнсе йыл яңғыҙым йәшәйем, инде эрәхәт: иртән бутҡа бешереп ашайым да, төшкөлөккә – эремсек, кисен иһә ҡатыҡ эсеп, тыныс йоҡлайым. Ир булһа, көн дә ит бешерергә кәрәк булыр ине.

Өс ҡатын, бер кешеләй, кеткелдәшеп көлә. Хәлебеҙ ауыр, тип зарланышып ултырғандарҙан түгелдәр, ифрат алсаҡтар, көләкәстәр, юҡ ҡына нәмәнән дә көлкө табалар.

– Эй, ирҙән бәхетем булманы минең. Заяға үтте ғүмерем, йәш саҡтағы иҫәрлегем өсөн түләндем генә, – «Эрәхәт» апай үҙ алдына уфтанып ҡуйҙы.

Йәш сағында уның артынан бер юлы ике егет йөрөгән. Береһе – ишле, осон-осҡа саҡ ялғаған ғаиләнән, иң өлкән бала. Эшкә шәп, ныҡышмалы, әммә шымыҡай. Һөйгәнен күрһә, бөтөнләй ауыҙына һыу уртлағандай шымған.

– Быҙау инде, хатта бер тапҡыр бейергә саҡырырға батырсылығы етмәне, шуға асыу килә торғайны, – ти «Эрәхәт» апай, йәш сағын иҫләп. – Ә икенсеһе – хәлле ғаиләлә үҫкән иркә, фырт егет. Тансынан һуң артымдан икеһе килә, береһе, күңелемә яҡынырағы, ауыҙына һыу уртлағандай, икенсеһенең теле-телгә йоҡмай. Бер көндө, йә, башҡа егет­тәр­ҙе өркөтөп, артымдан йөрөүегеҙҙе туҡтатығыҙ, йә өйләнегеҙ дауай миңә, тинем. Тартай теленән таба: береһенең күҙе упайып торған арала икенсеһе тәҡдим яһаны ла ҡуйҙы бит, сығам, тиһәң, иртәгә үк ҡоҙалар ебәрәм, ти. Ебәр ҡоҙаларыңды, тинем, теге шымыҡайға йәнем көйөп, һәм ел ҡапҡаны дөбөрләтә ябып инеп киттем. Шулай икенсе көндө фырт егет ҡоҙалар ебәрҙе, ата-әсәйем ризалығын бирҙе, яңы тормош ҡорҙоҡ. Ә теге ебегән ауылдан сығып китте. Шул китеүенән кире ҡайтманы бит ул. Беҙҙең икенсе балабыҙ тыуғанда ғына өйләнеүе, юғары уҡыу йортон тамамлап, заводта эшләүе хаҡында хәбәр ҡолаҡҡа салынды. Ә минең эш рәтен белмәгән, кәйеф-сафа ҡорор­ға яратҡан ир эскегә әүәҫләнде. Эсәм тигән кеше сәбәбен дә, аҡсаһын да, әшнәләрен дә таба. Тәүҙә ул ҡәҙәрем насар ҙа һымаҡ түгел ине, һуңынан тора-бара холҡо тамам боҙолдо. Мине ҡыҙғанып хәлдән тайҙы. Алдан теге егеткә «бәйләп» маташты, һуңынан минең менән бергә эшләгәндәргә «ҡушты». Эсә торғас, ҡырҡ йәшендә ирлек һәләтен юғалтты. Унан һуң ғәрлегенән, көсһөҙлөгөнән бөтөнләй башын эскегә тыҡты, эшенән ҡыуылды. Бер ҡайҙа ла эшләмәгәс, төнгө ҡарауылсы булып, үҙемә тағы өҫтәмә эшкә урынлашырға тура килде. Арып-талып ҡайтып инһәм, ул миңә ябырыла, нимә, туйып ҡайттыңмы, тегеләй-былай... Ниндәй генә әр һүҙҙәре ишетмәнем, балаларҙан да оялманы, хайуан. Тәртипле генә ҡыҙ инем, уның ыңғайына ирешеп-талашырға өйрәндем. Ирҙәр гел дә шаярта бит, уҫал бисәләр ҡайҙан сыға, тип, эт тормошо беҙҙе шул хәлгә еткерә.

ҡасан ғына ҡаҙалаһың инде, тип йәнем әсеп әйтә торғас, бер көн араҡы башына етте. ҡыйын кеүек ине, ә хәҙер шундай эрәхәт. Бер кем ҡаңғыртмай, мейене серетмәй, ҡолаҡ итен ашамай. Балалар ҙа еңел тын алды. Өйгә нур ҡунғандай хатта.

– Эскелек йорттоң ҡотон ебәрә шул, – көләс апай тороп ултырҙы һымаҡ, карауаты шығырланы. – Минең ир ҙә бер заман ныҡ ҡына эсеп алды. Ышанырһығыҙмы-юҡмы, ҡоҙасаһы арабыҙға инде, эсереп үҙенә ҡаратты. Һөйләһәң – һүҙ...

«Көләс» апай тәү күреүҙән үк күңелемә ятҡайны. Аҡ йөҙлө, үткер телле был ҡатындың балалары һәйбәт, әсәй­ҙәре өсөн өлтөрәп тора. Миңә бигерәк тә кесе улы оҡшай: шундай шәп, торғаны ут инде (егәрле, алсаҡ кешене кем яратмаһын)! Әсәһенә килгән һайын, уны йылмайып күҙәтеп, кемдеңдер бәхетенә алтын ир үҫеп килә, тип һоҡланып бөтә алмайым. «Көләс» апайҙың ире лә дауахана юлына саң ҡундырмай.

– Һыҙылып киткән ҡара мыйыҡлы иргә бисәләрҙең күҙе төшмәҫ ерҙән төшөр шул, – палатағылар уң яҡ күршемә төрттөрә. – ҡырҙырып ташлат мыйығын!

– Мыйығы ғына түгел, бөтә ере лә һәйбәттер инде, – бер ҙә бирешергә теләмәй көләс апай, – минең ни, башҡа ирҙәр менән сағыштырырлыҡ тәжрибәм булмағас, белмәй тик йөрөйөм.

Өлкән апайҙарҙың артабан ошо темаға шаяртыуынан минең ҡолаҡ ҡыҙара, үҙем һаман «көләс» апайҙы уйлайым. Ғаиләм, балаларым, мал-тыуар, тип тырышып-тырмашып йәшәп ятҡанында, «изгелек теләүселәр» уның ҡолағына яңылыҡ тишә: «Ирең күрше ауылда йәшәүсе яңғыҙаҡ ҡоҙасаһына һуҡмаҡ һалған, тиҙәр». Ышанмай. Итәк тулы бала аҫрап, инде ҡартайып бөткәс, бисә ҡайғыһымы ни уға, тип үҙ-үҙен тыныс­ландыра. Ләкин шик ҡорто ҡоторта торғас, ғәйбәтте тикшерергә була. Ире, һуңлап ҡайтам, эш күп, тигән көндө, ҡустыһын яллап, китә күрше ауылға. Хәбәр ысын булып сыға. «Самый ҡыҙған мәлдәрендә өҫтәренә барып индем», – ти «көләс» апай, көлөп. Әле көлһә лә, ул ваҡытта иренең хыянатын фаш итеүҙән саҡ йөрәге ярылмай. Енләнеп, үкереп илап ҡайтып, иренең әйберҙәрен тоҡтарға тултыра ла, әлеге ҡустыһы тарафынан күрше ауылға ебәрттерә: «Ике аяғының береһен йортҡа түгел, ихатаға баҫаһы булмаһын!»

Ире бер-ике айҙан Себергә эшкә китергә мәжбүр була. Йәш, дәртле ҡоҙасаһының түшәге йылы, йомшаҡ булһа ла, барыбер күңеле өйөнә тартылғандыр инде. Кире ҡайтҡыһы килеүе тураһында туған-тыумасаһы аша йыш ҡына сәләмдәр күндереп, балаларға аҡса ебәреп тора. Әммә «көләс» апай ҙа ныҡлығын күрһәтә. Артыҡ төбәшеүҙәрҙән үҙен аралап, кеше араһына сығып йөрөмәһә лә, һыр биреү ҡайҙа! Ике йылдан һуң иренең ауылға ҡайтыуы тураһында ишеткәс кенә, әйҙә күрһен әле, беҙ ҙә бында күҙ йәшенә батып ултырмайбыҙ, тип, һабантуйға барырға йыйына. Өлкән ҡыҙының кәңәшен тыңлап, матур кейемдәр кейеп, сәсен буяп, бөҙрәләтеп халыҡ йыйылған тамашаға килгәс, ире уны күреп «аһ» итә.

– Яныбыҙға килде, һаулыҡ һорашты, йәшәреп, матурайып киткәнһең, тигән булды, үҙе тура ҡарарға ла ҡыймай, эргәлә тапанып тора, – ти «көләс» апай. – Ә миңә нимә, намыҫым таҙа булғас, ауыҙ йырыҡ. Ә һине тормош ярайһы ғына ҡаҡҡылап-һуҡҡылағанға оҡшаған, бигерәк ойпаланғанһың, бисәләр саңыңды ныҡ ҡаға, ахыры, тим. Ниндәй бисәләр, һинән башҡа бер кем кәрәкмәй, тип күҙенә йәш алғас, йәлләнем дә ҡуйҙым. Сит әҙәм түгел бит, үҙемдеке. Аҙаҡ, һабантуйҙан ҡайтҡас, балалар ҙа, атай ҡайтһын, йәл бит, тигәс, ярай, ҡайтһын, тинем. Йүгереп түгел, осоп ҡайтты. Ихатаны, йортто бөтәйтте, өр-яңынан яңыртты, әйтерһең дә, күңел яраларын яманы. Әммә минең яралар юҡ-юҡ та һыҙлап ҡуя...

Әйткәндәй, иренең хыянаты һөҙөмтәһендә «көләс» апай дауаханала ята ла инде. Шул саҡта алған тетрәнеүе, ике йылға һуҙылған йоҡоһоҙ төндәр, уйланыу, әсенеүҙәр һаулығын ярайһы уҡ ҡаҡшатҡан.

Ирҙәрҙең хыянаты тураһында һүҙ сыҡҡас, минән һул яҡта ятыусы «етди» апай ҙа иренә, йөрөмтәл ҡатындарға асыуланып ҡуйҙы:

– Ирҙәрҙе аҙҙырған бисәләр булмаһа, бәлки, хыянаттар ҙа аҙыраҡ булыр ине. Минең дә ирҙе бер эшҡыуар ҡатын ҡаратып алғайны. Бер көн йөрәгем тулағанға эштән иртәрәк һорап ҡайттым. ҡайтһам, ирем шымтанлап, әйберҙәрен йыйып йөрөй. Мине күргәс, аңшайҙы, ыҡ-мыҡ итте. Шунан, мин икенсе ҡатынға ғашиҡ булдым, һинән китәм, ти. Күҙ алдарым ҡараңғыланып китте. Бергә егерме йыл ғүмер иткән кешенән шундай хәбәрҙе көтәһеңме инде?! Шулай ҙа үҙемде ҡулға алдым. Мөмкин тиклем тыныс тауыш менән, Аллаға шөкөр, һинән нисек ҡотолорға белмәй йөрөй инем, ҡалай шәп иттең әле, тигән булам, ә үҙемдең ауыҙымдан ялҡын бөркөлөп сығып килә. ҡайҙа, ярҙам итешәйем, тип сумаҙанын кире бушаттым, кейемдәрен ашығып, арлы-бирле тултырған бит инде. Яңынан таҫлап, матурлап һалдым, иҫке күлдәктәрен яңыларға алмаштырҙым, һөйәркәң һине ҡәҙер­һеҙ кеше тип уйламаһын, тигән булам. Ә ул минең тыныслығыма шундай шаңҡыған, нимә әйтергә лә белмәй. Шул саҡ кеҫә телефоным шылтыраны. ҡараһам, ҡыҙым. Трубканы алдым да, аш бүлмәһенә йүнәлгән ыңғайы, юрый ҡысҡырып, һаумы, ҡәҙерлем, нәкәнис һинең менән иркенләп беҙҙең фатирҙа осраша алабыҙ, бөгөн үк кил, тинем. Иремдең нисек күҙе аларып, ауыҙы асылғанын күрһәгеҙ! Аш бүлмәһенә ингәндә, башымды ирем яғына саҡ ҡына бороп, асҡыстарҙы тумбочкала ҡалдырырһың, тип утҡа май өҫтәнем дә, артымдан ишекте шапылдата яптым.

ҡыҙым, аптырап, әсәй, һин кем менән һөйләшәһең, нимә булды, тип һорағайны, күҙ йәштәрем түгелде лә китте. ҡыҙым бөтөнләй юғалды, үҙе саҡ иламай инде. Телевизорҙы ҡабыҙып, тауышын ҡысҡыртып асып ҡуйып, һулҡылдай-һулҡылдай, хәлде аңлата алдым. ҡыҙым, хәҙер килеп етәм, әлегә валерианка эс, тыныс­лан, бөтөрөнмә, тине лә трубканы һалды. Һауыт-һабаны шалтырата-шалтырата, ашарға бешерергә тотондом. Үҙемде ҡулға алып, ярты сәғәттән коридорға күҙ һалдым – ирем өйҙә юҡ ине. Әммә, яңынан иркенләп иларға ғына уйлағайным, иремдән смс килде. Асып уҡыһам, һине шулай аҙғындыр, минең өҫтөмдән йөрөрһөң, тип уйламағайным, тип яҙған.

Палаталағы ҡатындар бот сапты:

– Үәт, әй, үҙе йөрөһә, икенсе бисәгә сығып китһә, тимәк, ғәҙәти хәл, ә һин – шунда уҡ аҙғын?! Ну был ирҙәрҙе!

– Шулай, – тип дауам итте һүҙен «етди» апай. – Үҙемә лә ҡыҙыҡ булып китте. Ә һин нимә уйланың, әллә минең ҡатын бер кемгә лә кәрәкмәй, типме? Хаталанаһың! Ике көн дә үтмәҫ, үҙеңдең үк апайҙарың бына тигән ир табып бирәсәк. Сөнки минең кеүек дан бисә урамда не валяется! Шулай тип яуап яҙҙым.

– ҡалай шәп иткәнһең, шулай кәрәк уларға! – палаталағылар ҡәнә­ғәт дыу ҡупты. – Уҡыған кеше – уҡыған инде, ундайға беҙҙең баш етмәҫ ине!

– ҡыҙым килгәйне, илар урынға көләм дә көләм, – ваҡиғалар бының менән генә бөтмәгәнен аңлатып, «етди» апай тамағын ҡырҙы. – Ирем төнгәсә беҙҙең подъезды ҡарауылланы. Шунан ике көндән, сумаҙанын һөйрәп, кире ҡайтып инде. Шаярҙыҡ, етер, беҙҙең ғаилә, балалар бар, аңыңа кил, ти, әйтерһең дә, мин өйҙән сығып киткәнмен. Иҫенә төшкән берәүҙең ғаиләһе, балалары барлығы. Аҙаҡ, ҡатыным кем менән әүрәп ята, тип йоҡоһо йоҡо, ашы аш булмағандыр, бахырҙың, тип ҡыҙым менән көлдөк. Ғәфү иттем. ҡайҙа бараһың, ҡыҙыбыҙ кейәүгә сығырға йөрөй, парлашып туйҙа ултырыуға ни етә?

– Эй, беҙ, ҡатындар, уларҙы йәлләгән булабыҙ ҙа ул, улар беҙҙе йәлләйме икән? Ай-һай, йәлләһәләр, шулай йөрөмәҫ инеләр, юҡты ҡыланып, – бер-береһен ҡеүәтләй-ҡеүәтләй, күршеләрем бер аҙ ирҙәрҙе әрләп алды. – Бар күргән бәләләр шулар­ҙан, уларҙың аҙғынлығынан, эсергә яратыуҙарынан, яуапһыҙлыҡтарынан...

– ҡуй, улай тимәгеҙ, – ошоғаса минең һымаҡ шым ғына ятҡан әбей телгә килде (күптән йоҡлағандыр, тиһәм, имеш, ул да сабыр ғына хәбәр тыңлап ята), – бөтә ирҙәрҙе лә бер ҡалыпҡа һалырға ярамай. Бына минең бабайыма бер һүҙем юҡ. Аллаға шөкөр, тим уға. Илле йылдан ашыу бергә торҙоҡ, унан бер ауыр һүҙ ишетеү түгел, бер яман ҡараш күрмәнем. Әле үҙе ауырып ятмаһа, әбекәй, хәлең нисек, тигән булып, ошоғаса көнөнә биште килеп урар ине.

Уның тауышы ҡалтыраны, ҡарлыҡты. Ахыры, хистәре тамағына килеп тығылды. Уның бабайы – Өфөлә, операция яһарға тейештәр. Бабайының хәлен аныҡ ҡына белә алмай, әбей ныҡ көйәләнә. Балалар миңә ниҙер әйтеп бөтмәй, әллә бабайымдың хәле ныҡ ауырмы икән, тип шикләнеп, илап та ала. Ә беҙ уны күмәкләп тынысландырабыҙ: «Барыһы ла яҡшы булыр, күрерһегеҙ!» Биш тиҫтә йылдан ашыу бергә ғүмер итеп, һаман да һөйөү хистәрендә янған, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған икәүҙең бәхетенә һис тә көнләшмәйбеҙ. Һоҡланабыҙ ғына...

Артабан нимә тураһында һөйләшкәндәрен ишетмәнем, әбей менән бабай тураһында, мөхәббәт хаҡында татлы уйҙарға сумып, йоҡлап киткәнмен.


Фото: Баныу ҡАһАРМАНОВА.

Читайте нас: