Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
15 Ғинуар 2011, 14:58

Ил күңелендә ҡалһын аманатың...

Тыуған илде һаҡла. Үлгәндә лә үҙ ереңә ятһын һөйәгең.Зәйнәб БИИШЕВА,Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.Тормошта һәр кем, Мостай Кәрим әҫәрендәге сабый һымаҡ, бер мәл, ҡапҡа алдына сығып, юлдың йә уңға киткәнен, йә һулға илткәнен һайларға тейеш. ҡайһы тарафтарҙа һине уңыш һәм бәхет көтөп торорон, ҡайҙа һәм ҡасан бәләгә тарыуыңды алдан белеү әмәлдәре юҡ. Һәр ҡәүем дә үҙ яҙмышын тарих ағымына ҡарап ҡора, күршеләре эскән һыуҙар йыш ҡына уның да ирендәрен сылата.

Ил күңелендә ҡалһын аманатың...
Ил күңелендә ҡалһын аманатың...
Тыуған илде һаҡла. Үлгәндә лә үҙ ереңә ятһын һөйәгең.
Зәйнәб БИИШЕВА,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.

Тормошта һәр кем, Мостай Кәрим әҫәрендәге сабый һымаҡ, бер мәл, ҡапҡа алдына сығып, юлдың йә уңға киткәнен, йә һулға илткәнен һайларға тейеш. ҡайһы тарафтарҙа һине уңыш һәм бәхет көтөп торорон, ҡайҙа һәм ҡасан бәләгә тарыуыңды алдан белеү әмәлдәре юҡ. Һәр ҡәүем дә үҙ яҙмышын тарих ағымына ҡарап ҡора, күршеләре эскән һыуҙар йыш ҡына уның да ирендәрен сылата.
Бер нисә йыл элек миңә Белорет ҡалаһында йәшәүсе журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе һәм яҙыусы Александр Егоровтың «Долгий путь к храму» тип аталған тарихи-мажаралы романынан бер өҙөктө башҡортсаға ауҙарып, «Ағиҙел» журналында «Салауаттың васыяты» тигән баш менән баҫ­тырыр­ға насип булғайны. Шунда өс нәмә күңелде уғата йылытты. Тәүгеһе – тарихта һүрәтләнә килгән трафарет фекерҙән айырмалы рәүештә, Белореттағы тимер етештереү заводын төҙөүсе Иван Борисович Твердышевтың ерле башҡорттар менән тиң хеҙмәттәшлеге. Икенсеһе – башҡорт Йәнбәктең рустар менән күп йылдар аралашып, уларҙың телен генә түгел, бәлки ғөрөф-ғәҙәтен, мәҙәниәтен үҙ итеүе. Өсөнсөһө – Йәнбәк менән рус ҡатыны Агафья араһындағы һоҡландыр­ғыс мөхәббәт. Әйткәндәй, ошо юғары хис Йәнбәк менән Агафьяға, рус дворяндары ярҙамына таянып, Рогервик ҡәлғәһенән Салауатты алып сығырға һәм батырҙы Башҡортостанға ҡайтарырға ярҙам итә.
Аңлашылалыр, әлеге әйтелгәндәр, матур әҙәбиәттә мөмкин булғанса, автор хыялына ҡоролған, әммә ул ваҡиғаларҙың әхлаҡи юғарылығы менән ҡәҙерле. Сөнки халыҡ рухы, күп осраҡта, өмөт биреүсе хыялға таянып та йәшәй.
Ул әле хәтерҙә һүрелергә өлгөрмәгән. Башҡорт ырыуҙарының Рус дәүләте составына үҙ ихтыяры менән бер-бер артлы инә башлауының 450 йыллығын билдәләү оло тарихи уртаҡ юлдың бергә үтелеүен сәйәси юҫыҡта дөйөмләштереп күрһәтте. Бындай тантаналарҙа, ҡағиҙә булараҡ, Рәсәй – Башҡортостан мөнәсәбәттәрендәге йыш ҡына ҡабатланып торған сетерекле хәлдәр онотолоп тора. Шул уҡ ваҡытта башҡорттар араһында тиҫтәләрсә ихтилалдың тыуыуы, киң Рәсәй дәүләтендә халыҡ күтәрелешенең нәҡ Көньяҡ Урал, Волга буйына тура килеүе төбәктә урындағы халыҡҡа ҡарата сәйәсәттең гел генә ғәҙел булмауы тураһында дәлилләй. Дәүләттең үҙәк власы һәр кемгә, һәр нәмәгә тиң ҡарашта булһа, крәҫтиән һуҡаһын – ҡылысҡа, ә эшсе сүкешен суҡмарға алмаштырырға бик ынтылып тормай. Үҫмер генә Салауат Юлаевтың Ырымбур губернаторы ҡарамағына, ихтилалсыларға ҡаршы тороуҙа ярҙамға тәғәйенләп алып барған отрядын Пугачевҡа ҡушырға ҡарар итеүе хис түгел, бәлки айыҡ аҡыллы, сәйәси маҡсатлы акт булған. Оло сәйәсәт (ә ихтилалдар сәйәсәттең фажиғәле сағылышы) һәр ваҡыт, тактик мәсьәләләрҙе хәл итеүҙән бигерәк, оҙайлы, стратегик бурыстарға йүнәлтелә. Граждандар һуғышы йылдарында, инҡилаби буталсыҡтар осоронда ла, иң алға ғәҙеллек, Үҙәктең Башҡортостан алдындағы бурыстарын теүәл үтәү-үтәмәүе ҡуйыла. Шуны һәр ваҡыт һәм ҡәтғи рәүештә тәҡрарларға кәрәк: башҡортмо, татармы, сыуашмы, кем генә булмаһын, унда рус халҡына һис ҡасан да һәм теләһә ниндәй хәлдәрҙә лә ҡырын ҡараш күренмәне. Беҙ уртаҡ дәүләтселектә олуғ рус ҡәүеменең тотҡан урынын һәм башҡорт, татар­ҙарҙың объектив ролен баһалап йәшәнек. Күп милләтле, бер нисә конфессияға ҡараусы халыҡтар араһында көслө бер лидерҙың булыуы бүтәндәрҙе кәмһетмәй, бәлки йәмғиәттең берҙәмлегенә өҫтәмә дәлил генә. Шулай, 1920 йылда Польшаға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаш­ҡан башҡорт кавалерия бригадаһы Совет Рәсәйе ғәскәре булараҡ алышҡан. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарындағы йөҙҙәрсә милләткә ҡараған һалдат дошман тарафынан башҡорт, татар йә грузин булараҡ түгел, ә рус яугиры рәүешендә ҡабул ителгән.
Күп милләтле Ватанда милли мөйөштәргә генә боҫоп ғүмер кисереү мөмкин түгел. Кешеләр араһындағы бәйләнештәр тел, дин айырмалыҡтарын да, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе лә уҙып, йылы ямғырҙан һуң балҡыған йәйғорҙай күтәрелеп китә. Бөйөк рус драматургы, музыкант һәм дипломат Грибоедов менән грузин кенәзе һәм шағиры Александр Чавчавадзеның ҡыҙы Нина араһындағы әле лә хайран ҡалдырған һәм илатҡан мөхәббәтте генә хәтергә төшөрәйек. Был хис шәхси мөнәсәбәт үлсәменә генә һыйырлыҡ түгел, бәлки ике халыҡтың романтик, эскер­һеҙ, сәйәсәт мәкерлектәренән азат ҡәрҙәшлегенең кәүҙәләнеше лә әле. Ғөмүмән, халыҡтар, шәхестәр араһындағы бәйләнештәрҙе сәйәсәт тутығынан һаҡларға кәрәк.
2008 йылдың көҙөндә билдәле публицист Мәргән Мырҙабәковтың рус телендә «Башҡортостан буйынса үҙ хәбәрсе» тигән китабының тәүге баҫмаһы донъя күргәйне. Үҙгәртелгән һәм тулыландырылған икенсе баҫмаһы – ғөмүмән, айырым китап булырлыҡ. Шунда автор Ырымбур педагогия институтының өлкән уҡытыусыһы, үҙ мөғәллимәһе Мария Стефанова тураһында яҙа. Уны 1921 йылда әле генә асылған педагогия техникумына рус телен уҡытырға саҡырғандар икән. Техникум урынлашҡан Каруанһарай ҡапҡаһына «Башҡорт халҡының мәғариф һарайы» тигән яҙыу эленгән. Ә ул һарайҙа белем алыусылар – тула салбар кейгән аслы-туҡлы малайҙар. «Башҡорттарым эргәһендә ун дүрт-ун алты сәғәт була торғайным, – тип хәтерләй аҙағыраҡ Мария Николаевна. – Арыуҙың ни икәнен дә белмәнем. Рәсем төшөрә алмай инем – өйрәндем, шәкерттәремә телде хәрәкәттәр менән күрһәтеп аңлатырға тура килде. Шиғырҙар ятлайбыҙ, концерттар ҡуябыҙ, стена гәзиттәре сығарабыҙ. Аҙнаға бер мәртәбә рус телендә генә һөйләшеү көнөн булдырҙыҡ. Һәр ҡайҙа фәҡәт русса ғына һөйләшеп йөрөйбөҙ». Шуны ла өҫтәйек: оло йөрәкле ошо рус ҡатыны, ысын мәғәнәлә Мөғәллимә, башҡорт әҙәбиәтенә һәм халҡына Баязит Бикбай, Ғабдулла Амантай, Зәйнәб Биишева, Сәғит Агиш, Сәғит Әлибаевтарҙы тәрбиәләп биргән.
Каруанһарайҙың яҙмышы, әлбиттә, ҡатмарлы, ләкин башҡорт халҡының рухи донъяһынан уны сығарып ташлау мөмкин түгел. Ошо бинала 1917 йылдың декабрендә Бөтә Башҡортостан учредителдәр съезының үте­үен һәм Башҡор­тостан хөкүмәте менән Баш­ҡорт ғәскәре штабының урынлашыуын хәбәр ит­кән таҡтаташ 2007 йылда ҡуйылды. Әгәр шунда уҡ, аңлатмаһы менән, «Башҡорт халҡының мәғариф һарайы» тигән яҙыуҙы ла тергеҙеп элгәндә! Әйткәндәй, әлеге ябай ғына фекерҙе халыҡ шағиры һәм депутат, Ырымбур төбәгендә буй тартҡан Рауил Бикбаевҡа еткереп тә ҡараным, әммә илтифат булманы. Ахыры, рәхмәтле хәтер бөгөнгө сәйәсәт менән ауаздаш түгелдер. Үҙ шөғөлөнә мөкиббән киткән кеше бер ваҡытта ла ниндәйҙер сәйәси үҙмаҡсатлылыҡ тураһында уйламай, патриотизм, бурыс хаҡында һөйләнеп йөрөмәй. Ул эшләй. Шулай, 1995 йылда, Беренсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткән көндәрҙә, Украинанан делегат булып килгән Нур Ниғмәтуллин менән таныш­ҡайным. Ул минән ике йәшкә генә кесе булып сыҡты. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең улы. Ленинград политехник институтынан һуң, атом энергетикаһы сәнәғәте өлкәһендә ифрат ҙур хеҙмәттәр күрһәткән. Өфөгә ҡайтҡан сағында ул Украина атом энергияһын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары булып эшләй ине. Нур Рәшит улының тормош юлы – үҙе бер фәһемле тарих. Әммә Башҡортостанда был данлы ғаиләнең шанлы ғүмере хаҡында оноттолар, ахыры.
Энергетика өлкәһендә, әммә республикабыҙҙан ситтә эшләүсе яҡташтарыбыҙ тураһында һүҙ сыҡҡас, йәнә бер кешенең исемен хәтерегеҙҙә яңыртайыҡ әле. Лик Зәйнуллин Әбйәлил районының Ишҡол ауылында тыуып буй еткергән. Урал политехник институтын тамамлағас, Белояр атом электр станцияһында эшләгән. Тураһын әйткәндә, йылылыҡ энергетикаһы буйынса инженер Лик Әнүәр улының исеме үҙем өсөн дә асыш булды. 1973 йылдан Екатеринбургта йәшәй. Металлургия йылылыҡ техникаһы Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институтында ул өлкән фәнни хеҙмәткәрҙән генераль дирек­тор­ғаса юл үткән. Л. Зәйнул­линдың ғилми эшмәкәрлеге металлургиялағы процестар­ҙа ҡулланыла торған төрлө ҡорамалдар етештереүгә, металлургиялағы продукцияны эшкәртеүгә һәм бүтән техник мәсьәләләргә йүнәлтелгән. Домна мейестәре эргә­һендә ҡуйыла торған Зәйнул­лин ҡорамалдары Рәсәй металлургия предприятиеларында һәм сит илдәрҙә индерелгән. Ғөмүмән, техник фәндәр докторы Лик Зәйнуллин 120-нән ашыу ғилми хеҙмәт яҙған, 75 уйлап табыу авторы, Рәсәй Феде­рацияһының атҡаҙан­ған металлургы.
Был миҫалдар менән, башҡорт йәштәрен техник белемдәргә ҡыйыуыраҡ ынтылырға саҡырыу менән бер­гә, нимә әйтергә теләйем һуң? Рәсәй дәүләте, уның ижтимағи структураһы тегендә йә бында уҡмашып ултырған ҡәүемдәрҙән генә тормай. Күп милләтле ил туҡымаһына һәр халыҡ вәкилдәре һибелеп, тәбиғи рәүештә ерегеп, матур биҙәк булып ятҡан. Әгәр ул туҡымала бер генә еп өҙөлһә лә, бер генә мәрйен мозаиканан төшөп ҡалһа ла, күмәкләп туҡыған келәмебеҙ китек, буяуҙарҙы уртаҡ һалған һүрәтебеҙ төҫһөҙ булыр ине. Бер-бер халыҡ, ҙур халыҡ һәм көслө халыҡ. Шуны аңлап, ҡәҙерен белеп һәм һаҡлап йәшәй алһаҡ ине.
...«Долгий путь к храму» әҫәренә йәнә әйләнеп ҡайтайыҡ. Башҡортос­танға әйләнеү юлында Салауат менән уны азат итеүселәр араһында рус һәм башҡорт мөнәсәбәттәре тураһында ҡыҙыу бәхәстәр туҡтамай. Юлдаштары батырҙы халыҡты тағы күтәрергә өндәй. Һәм ул яҡташтарына ахырҙа ошондай яуапты бирә.
– Башҡорттар үҙҙәрен яҡлай алыу­ҙарын иҫбат итте инде. Булды. Бындай һабаҡтар бигерәк ҡиммәткә төшә. Беҙгә изгелек, белем етмәй. Изгелек тураһында айырып әйткем килә. Төрмә ҡарауылсыһы, рус кешеһе, йәлләп, ауырыған сағымда бығауҙарымды һалдырҙы, рус ашнаҡсыһы, тағы ҡыҙғаныптыр, бутҡаны һауытыма күберәк һалды, рус мастеры карьерҙа минең иҫәпкә ташты артығыраҡ яҙа торғайны. Һәр кем игелек күрһәтте, шуға күрә иҫән ҡалдым. Хаҡ фекер йөрөтәһегеҙ, халыҡты ҡан менән түгел, ә аҡыл һәм изгелек менән яҡларға кәрәк.
Халыҡтарыбыҙҙың тарихы, батыр­ҙарыбыҙҙың рухы ошо хәҡиҡәткә дәлил булып ҡала.

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.
Читайте нас: