-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
15 Ғинуар 2011, 15:03

Ерҙән биҙҙереү

Халҡыбыҙ башлыса ауыл ерендә йәшәй. Унда кешеләргә эш юҡ, шунлыҡтан эскелек, ялҡаулыҡ баҫа. Ситкә китеп эшләү өсөн һөнәр, тәүәккәллек кәрәк. Бөгөн ауылдарҙа ҡарттар, пенсионерҙар өҫтөнлөк итә. Ауылдағыларҙың төп кәсебе – мал аҫрау. Быйылғы ҡоролоҡло йылда күптәр мал һанын ҡыҫҡартты. Сөнки үлән үҫмәне, ҡышҡылыҡҡа бесән аҙ булды. Үлән үҫмәгән сабынлыҡтарға һалым һалдылар.

Халҡыбыҙ башлыса ауыл ерендә йәшәй. Унда кешеләргә эш юҡ, шунлыҡтан эскелек, ялҡаулыҡ баҫа. Ситкә китеп эшләү өсөн һөнәр, тәүәккәллек кәрәк. Бөгөн ауылдарҙа ҡарттар, пенсионерҙар өҫтөнлөк итә. Ауылдағыларҙың төп кәсебе – мал аҫрау. Быйылғы ҡоролоҡло йылда күптәр мал һанын ҡыҫҡартты. Сөнки үлән үҫмәне, ҡышҡылыҡҡа бесән аҙ булды. Үлән үҫмәгән сабынлыҡтарға һалым һалдылар. Үҫмәгән үлән өсөн һалым түләтәләр, уға мал аҫраусылар ғәйеплеме? Рәсәйҙең ҡоролоҡло төбәктәренә хөкүмәт ярҙам итте, ә беҙҙең районда уның киреһе. Беҙҙең яҡта ҙур майҙанлы көтөүлектәр, сабынлыҡтар юҡ. Малдарҙы алты-ете саҡрым алыҫҡа – урманға ҡыуабыҙ, аҙаштырабыҙ. Улар урманда йөрөгән өсөн дә һалым түләтәләр. Сабынлыҡтар ваҡ майҙандарҙан тора. Уларҙы мал аҫраусылар урман-ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡырҡып, яндырып эшләгән.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Архангел районында меңәр гектар ҡара тупраҡлы һөрөнтө ер буш ята. Ул майҙандар сабылмағас, һөрөлмәгәс, урман, ҡыуаҡлыҡ баҫа. Ниңә әрәм ителә был сәсеү майҙандары? Колхоз, совхоз фермалары бөтөрөлдө. Архангел леспромхозының 15 мастер участкаһы бар ине, хәҙер берәүһе лә юҡ. Табыш алыу өсөн, хужалыҡтар юҡлыҡтан, ауыл ерендә йәшәгән пенсионерҙарға, инвалидтарға һалым һалалар. Бындай сәйәсәт халыҡты ерҙән биҙҙереүгә, мал аҫрамауға, ауылды бөтөрөүгә алып бара.

Фанияз САДИҡОВ,
хеҙмәт ветераны.

Архангел районы,
Аҙау ауылы.