Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
15 Ғинуар 2011, 15:12

Бензин, тәмәке, араҡы һәм коммуналь хужалыҡ...

Яңы йылдан һуң тиҫтәләгән яңы закон үҙ көсөнә инде. Уларҙың да ниндәйе... Халыҡтың тормошона ныҡ ҡағылған «коммуналка» тарифтары, электр энергияһы һәм транспорт. Йәғни беҙ уларға күберәк түләйәсәкбеҙ.

Яңы йылдан һуң тиҫтәләгән яңы закон үҙ көсөнә инде. Уларҙың да ниндәйе... Халыҡтың тормошона ныҡ ҡағылған «коммуналка» тарифтары, электр энергияһы һәм транспорт. Йәғни беҙ уларға күберәк түләйәсәкбеҙ.

Насар ғәҙәттәргә ҡаршы көрәш

Рәсәй Хөкүмәте насар ғәҙәттәргә ҡаршы ныҡлап көрәшергә ҡарар итте. Ул алкоголгә һәм тәмәкегә һалымды ҡапыл арттырыу иҫәбенә башҡарыласаҡ. Уға ярашлы, 1 ғинуарҙан алкоголь акциздары 10 процентҡа күтәрелде. Йәғни бер шешә араҡы – 98, ә иң арзан коньяк 193 һумдан да кәм торорға тейеш түгел.
Тәмәкегә лә хаҡ һиҙелерлек артасаҡ. Хөкүмәт алдағы өс йылда табак акциздарын йыл һайын 30 – 40 процентҡа арттырмаҡсы. Айырыуса әлеге ваҡытта иң арзан хаҡҡа һатылған маркаларға, фильтрһыҙ тәмәкегә хаҡ күтәреләсәк. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта 10 һум самаһы торған «Прима» 15 һумға барып баҫасаҡ. ҡиммәтле сигареттарға акциз әкренләп өҫтәләсәк. Һәр хәлдә, эксперттар фаразлауынса, никотин 20 процентҡа ҡиммәтләнәсәк. Юҡты һөйләйһегеҙ, тартҡан тәмәкемде лә, эскән араҡымды ла бөгөн дә шул уҡ хаҡҡа һатып алдым, тип бәхәсләшергә ашыҡмағыҙ. Сөнки әле запас­тағы, элекке һалым ставкаһы менән сығарылған продукция һатыла. Запас бөтөү менән, йәғни бер ай самаһынан хаҡтарҙың «тешләшә» башлауын көтөгөҙ.
Читайте нас: