-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
25 Декабрь 2010, 17:05

Йондоҙнамә

2011 йылды Көнсығыш календары буйынса металл ҡуян йылы тип билдәләйҙәр. Һм! Нисектер килешеп етмәй кеүек. Йомшаҡ ҡуяндар, беҙҙеңсә, ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ. Ярай инде, уйлап сығарыусылар яҡшыраҡ беләлер. Әммә металл тигән һүҙ үҙе генә лә ҡатылыҡты аңлата түгелме? Нимә, беҙҙе шундай йыл көтәме әллә? Юҡ, металл ҡуян аҡ төҫтә һәм бик һәйбәт икән. Уңышлы йыл вәғәҙәләй беҙгә астрологтар. Ул беҙҙе ниҙәр менән ҡыуандырыр? Һәр кешегә уңыш әҙерләнеп ҡуйылғанмы? Кем ниндәй йылда тыуыуына ҡарап, үҙ өлөшөн мотлаҡ алыр. Юраусылар был юҫыҡта бик тырышҡан, буғай.

2011 йылды Көнсығыш календары буйынса металл ҡуян йылы тип билдәләйҙәр. Һм! Нисектер килешеп етмәй кеүек. Йомшаҡ ҡуяндар, беҙҙеңсә, ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ. Ярай инде, уйлап сығарыусылар яҡшыраҡ беләлер. Әммә металл тигән һүҙ үҙе генә лә ҡатылыҡты аңлата түгелме? Нимә, беҙҙе шундай йыл көтәме әллә? Юҡ, металл ҡуян аҡ төҫтә һәм бик һәйбәт икән. Уңышлы йыл вәғәҙәләй беҙгә астрологтар. Ул беҙҙе ниҙәр менән ҡыуандырыр? Һәр кешегә уңыш әҙерләнеп ҡуйылғанмы? Кем ниндәй йылда тыуыуына ҡарап, үҙ өлөшөн мотлаҡ алыр. Юраусылар был юҫыҡта бик тырышҡан, буғай.






n Яңы йылды яңы кейем менән ҡаршылаһаң, йыл буйы яңы кейем кейерһең.
n Яңы йылды буш кеҫә менән ҡаршылама.
n Яңы йыл һый менән тулы булһа, йылың туҡ һәм етешлектә үтер.
n Ғаиләңдә именлек булһын тиһәң, Яңы йыл алдынан өйөңдән «сүп» сығарма.
n Яңы йыл алдынан бурысҡа алма, юғиһә йылың бурыста үтер.
n Яңы йыл алдынан бөтә туғандарыңды, яҡындарыңды, дуҫтарыңды ғәфү ит, бөтә үпкәләреңде онот.
n Кремль куранты һуңғы тапҡыр һуғыр алдынан иңеңә һалған яулығыңды алып ырғытһаң, бөтә ауырыуҙарың һәм насар нәмәләр иҫке йылда тороп ҡалыр.
n Яңы йылда яңы бетеү ал, ул үҙеңә лә, ғаиләңә лә уңыш килтерер һәм һаҡлар.
n Кремль куранттары һуҡҡан саҡта салфеткаға тиҙ генә теләктәрҙе яҙып, уны яндырып, шампан шараплы бокалыңа һалып, сәғәт 12-гә тиклем эсеп ҡуйһаң, бөтә уй-теләктәрең дә бойомға ашыр.
n Сынаяҡҡа һыу ҡойоп, тоҙ һәм көл һалығыҙ ҙа тәҙрә төбөнә ҡуйып: «Һыу эсәм, тоҙ менән тоҙлайым, көл янһын, мин егетемде күрәйем», – тип, сынаяғығыҙға ҡарағыҙ. Кейәүгә сығырға яҙған булһа, егетегеҙҙе шул сынаяҡта мотлаҡ күрерһегеҙ.
n Юғалған әйберегеҙҙе Яңы йыл алдынан күргән төштә табып булыр. Бының өсөн ике сәнске өҫкә ҡаратып тығылған һыулы стаканды карауатығыҙ аҫтына ҡуйығыҙ.
n Яңы йылда һеҙҙең менән нимә булһа, йыл буйы шулай барыр.
n Яңы йыл минуттарында кем сөскөрә – йыл буйы уңыш һәм именлек юлдаш булыр.

Яңы йыл өҫтәленә
нимә әҙерләргә?
n Өҫтәлдә балыҡтан ниндәй­ҙер аш-һыу булырға тейеш – ул муллыҡ һәм сәләмәтлек символы булып тора.
n ҡайнар аш-һыуҙан ҡурылған тауыҡ йәки сусҡа ите тәҡдим ителә.
n Эсемлектәрҙән төрлө коктейлдәргә һәм ликерҙарға өҫтөнлөк биреү яҡшыраҡ. Бигерәк тә һөт төп компонентын тәшкил иткән коктейлдәргә.

Шыршыны нисегерәк биҙәргә?
n Бөхтә һәм симметриялы шыршы һайлағыҙ. ҡайһы бер ботаҡтарын бергәрәк бәйләп ҡуйырға мөмкин.
n Ғөмүмән, ҡуян йылында шыршыны биҙәгәндә өс төҫкә – аҡ, ҡуйы һары (алтын­һыу, ерән), көрән (көмөшһыу) – өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Йыл символы булған ҡуян һындарын да элергә була.
n Байрам шыршыһын ялтырауыҡтар менән дә биҙәү тыйылмай.

ҡуян йылында беҙҙе нимә көтә?
ҡуян – ҡурҡаҡ йәнлек. Шул уҡ ваҡытта үтә лә ҡунаҡсыл, ихлас, бөхтәлекте, йәмде ярата. ҡыҫҡаһы, ул – уңыш, ишле булыу һәм тыныслыҡ символы. Был йылды ғаилә ҡиммәттәренә, традицияларына иғтибар бирергә кәрәк, туған-тыумаса тураһында оноторға ярамай. Әлеге йәнлек дипломатияны ярата, шуға күрә 2011 йылда үҙеңде һүҙ менән түгел, эш менән дә күрһәтергә тура килер.
ҡуянға романтика, тоғролоҡ хас. Шунлыҡтан был йылда теркәлгән никахтар уңышлы булыр. Ул аҡыллы һәм төрлө ырымдарға ышанып барғанлыҡтан, 2011 йылда фәнгә бәйле кешеләргә, ғөмүмән, яҡшы белгестәргә иғтибар артыр.
ҡуян ҡурҡаҡ булғанлыҡтан, был йылда тыуғандарҙың ҡайһы берҙәре тәүәккәл аҙым яһап бармаҫ. Бынан тыш, ул теүәллекте ярата, шунлыҡтан уйҙарығыҙҙы ла, эштәрегеҙҙе лә тәртипкә килтерегеҙ.
ҡуян йылы – талантлы сәнғәт кешеләре һәм зыялылар йылы.

Сысҡан (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008)
Сысҡан йылында тыуыусыларға яңы «хужа»ға ярар өсөн ныҡ ҡына тырышырға тура килер. Былай сысҡандар етеҙ, ныҡышмал, азатлыҡ һөйөүсән. Ә бына ҡуян йылында күп кенә аңлашылмаусанлыҡ ҡорбаны ла булыр, үҙен кәрәкмәгән итеп тә тойор. Түҙергә тырышығыҙ, һүҙ һөйләгәндә лә тыйыла белеү, аҙымдарҙы үлсәп баҫыу кәрәгер. Дөйөм алғанда, сысҡандарға организмындағы ут-ялҡынды – әллә ниндәй батырлыҡтарға әйҙәп тороусы дәртте баҫыр­ға кәңәш ителә.

Үгеҙ (1925, 1937, 1949, 1961, 1973, 1985, 1997, 2009)
ҡуян һеҙгә яңы мөмкинлектәр асыр, план-хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итер, еңеүҙәргә алып барыр. Тимәк, ирешелгән ҡаҙаныштарҙа туҡтап ҡалмай, алға барығыҙ, тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта һөҙөмтәләрҙе бер аҙ көтөрһөгөҙ. 2011 йыл һеҙгә үтә етеҙ тиҙлекле тормош вәғәҙә итә. Табыштар ҙа көтөлә. Ғаилә усағына ҡуҙ өҫтәп торорға ла онотмағыҙ. Сәләмәт булыр өсөн салат, йәшелсә аштары, шыттырылған бойҙай кеүек аҙыҡ-түлекте ҡулланыу яҡшыраҡ булыр.

Юлбарыҫ (1926, 1938, 1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010)
Юлбарыҫ йылында тыуған кешеләр әүҙем, авантюраларға оҫта, тәүәккәл. Был ҡуянға оҡшап етмәй, әлбиттә. Ә һеҙ – ҡырағай бесәй – унан көслөрәк. Шуны онотмағыҙ: көсөгөҙ әллә ни ярҙам да итмәй ул һеҙгә, бөтә нәмәгә ҡара тир түгеп, ныҡышмалылығығыҙ аша ирешәһегеҙ. Яңы йылда ла шулай булыр. Йыш ҡына үҙегеҙгә үҙегеҙ зарар итерһегеҙ. Шуға күрә ентекле уйламайынса бер генә аҙым да баҫмағыҙ. Сабыр, тирә-йүндәгеләргә яҡшы мөғәмәләлә булһағыҙ – уңырһығыҙ. һиҙемләүегеҙгә, эске тауышығыҙға ҡолаҡ һалығыҙ.

ҡуян (Бесәй, 1927, 1939, 1951, 1963, 1975, 1987, 1999, 2011)
ҡуян йылында ҡуяндар шәп йәшәмәй, кем шәп йәшәһен инде?! Бик ирәйеп китмәгеҙ, кәртәләр осрар барыбер. 2010 йылда һүлпән тормош менән йәшәүселәргә ауыр булыр. Шуға бөгөндән үҙегеҙҙе «ҡыҙҙыра» тороғоҙ. Нисекме? Бер аҙ йоҡом­һораған энергияғыҙҙы файҙалы сарыф итергә план төҙөгөҙ ҙә, әйҙә, алға! Йылдың тәүге яртыһы күсеш һәм яңырыш осоро кеүек үтер, ә ҡалғанында уңыш туп-тулы кәсә һеҙҙең алда булыр. Белегеҙ: үҙ йылығыҙҙа һеҙҙең өсөн ял ҡаралмаған. Уның ҡарауы, ниндәй йыл!
Аждаһа (1928, 1940, 1952, 1964, 1976, 1988, 2000)
ҡуян менән Аждаһа килешеп йәшәй белә, сөнки улар икеһе лә индивидуалистар. Аждаһа «булғас, барыһы ла булһын, булмаһа, бер нәмә лә булмаһын» принцибы менән көн итә. Шуға ярашлы, уңыштарға ла өлгәшә ала. 2011 йылда был девизы бик үк актуаль булмаҫ, ахыры. ҡуян максимализмды яратмай. Аждаһалар йылды ғаиләһенә бағышлаһа, отор. Ғөмүмән, һәр уңышта яҡындарығыҙҙың өлөшө бар, шунлыҡтан уларҙы хәстәрләү – иң мөһиме. Ғаилә, балалар, сәләмәтлек – ошолар һеҙҙең өсөн «өс кит». Ә кәрәкмәгән ерҙә ауыҙығыҙҙан ялҡын бөркөп йөрөмәгеҙ.

Йылан (1929, 1941, 1953, 1965, 1977, 1989, 2001)
Был йылда тыуған кеше һәр төрлө шарттарға ла тиҙ үк яраҡлаша алыуы менән айырылып тора. Йылан – тотанаҡлы, практик, һиҙгер. Шуның менән ҡуянға йоғонто яһай ҙа инде ул.
Ғөмүмән, һеҙ, йыландар, нимә теләйһегеҙ, алдығыҙға шул килә торған осорға инәһегеҙ. Миҙал ике яҡлы була: сама тигән нәмәне онотаһығыҙ икән, юлдың бөтөнләй таныш булмаған, кәрәкмәгән яғына сығып китеүегеҙ бар. Шулай уҡ 2011 йылда өлкәндәрҙең кәңәшенә күберәк ҡолаҡ һалыу мөһим. Тәбиғәттә, йылға буйҙарында ял итеү файҙа килтерер. Сәләмәтлеккә килгәндә, күҙегеҙҙе һаҡларға кәрәк, ти юраусылар.

Йылҡы (1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002)
Беҙҙең халыҡта «ат шикелле эшләй» тип әйтеү юҡҡа ғына киң таралыу алмағандыр ул. Була бит шундай эшсәндәр. Ат, йәғни йылҡы ла күпме йөктө һөйрәй. Ә бына шул малҡай исемен йөрөткән йылда донъяға килеүселәр оптимист, игелекле һәм әүҙемдәр. Тик эҙмә-эҙлекле булмауҙары ғына ҡуянға оҡшамаясаҡ. Дөйөм алғанда, аттар «уңышҡа илтәсәк арба»ға ултырып өлгөрһә, уңырҙар. Был йыл белем алыу, яңы һөнәрҙәргә өйрәнеү өсөн уңайлы. Яңғыҙаҡтар ишен табыр, ғаиләлеләр ишәйер. Оҫталар, педагогтар, тәрбиәселәр өсөн әһәмиәтле йыл.

Кәзә (1931, 1943, 1955, 1967, 1979, 1991, 2003)
ҡуян кәзәне үҙ ҡурсауы аҫтына ала. Тарих, дин, шәжәрә темаһы, ер эштәре менән мәшғүл булыусылар өсөн бигерәк тә уңай осор етә. Йорт төҙөргә ниәтләгәндәр ҙә уңыр. Кәзә йылында тыуған кеше үҙенең реформатор икәнен дә онотмаһын. Үҙгәртеп ҡороу­ҙар заманында йәшәйбеҙ бит былай ҙа. Шулай булғас, әйҙә, Кәзә, алға! Әммә байтаҡ ҡына ҡаршылыҡ та осрар. Хеҙмәттәштәр, дуҫтар, фекерҙәштәр ҡайһы берҙә тиктормаҫ Кәзәнең юғарыға үрләргә маташыуын өнәп етмәҫ. Күҙалланыуынса, көсөгөҙ һәр башланғысығыҙға етә. Һаулыҡты бер көйҙә тотор өсөн таҙа мөхит кенә кәрәгер.

Маймыл (1932, 1944, 1956, 1968, 1980, 1992, 2004)
Хәрәкәтсән, мыжығыраҡ, кәйефе тиҙ үҙгәреүсән. Бер нәмәне теләй икән, ул теләк иҫ киткес көслө була. Был сифаттар Маймыл йылында тыуыусыларға хас. ҡуянға улар әллә ни оҡшай, тип әйтеп булмай, шуға ла 2011 йылда ҡатмарлыҡтар йыш осраясаҡ. Әммә коллектив менән оҫта эшләгән Маймылдың һәләте күптәргә кәрәк буласаҡ. Түҙемлек һәм фекерләй белеү, аҡыл – һәм һеҙ яҡшы кешеләр араһында, эштәрегеҙ ҙә шуға бәрәбәр. Ғүмеренә зарланмай, кеҫәлә «йоҙроҡ төйнәмәй» йәшәй башлаған Маймылға хатта яҙмыш үҙе йылмайып ҡарар һәм ярҙам һуҙыр.

Әтәс (1933, 1945, 1957, 1969, 1981, 1993, 2005)
2010 йылда әтәстәр һәр яҡлап ярҙам алды, тиһәк тә була. Әммә хәҙер бары тик үҙ көсөгөҙгә таянырға тура килер. Һәр саҡ алға барырға тимәгән – быға тиклемге ирешелгәндәрҙе нығытып, камиллаштырырға кәрәк. Әллә ни ҙур үҙгәрештәргә ынтылмағыҙ. ҡайһы бер әтәстәр, ғаиләгә көрсөк килеп етте, тип көйөнөр. Был ваҡытлыса. Белегеҙ: көрсөк үтә лә китә ул, ғаилә ҡала. Иң мөһиме – һәр саҡ көр кәйефтә ҡалыу.

Эт (1934, 1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006)
ҡуяндың эткә ниндәйерәк мөнәсәбәттә икәнен төшөнәһегеҙҙер: шешҡолаҡ унан, бүрегә оҡшатып, ҡурҡыңҡырай ҙа. Шуғалырмы, 2011 йыл Эт йылында тыуыусыларға уңыш килтерәсәк. ҡуян һәр яҡлап уларға ярҙам итәсәк. Быға тиклем намыҫлы, ғәҙел йәшәһәгеҙ, киләһе йыл уның өсөн яҡшы хаҡ түләр. Яҙмыш бүләктәре, отоштар, юғары хеҙмәт хаҡы – быларҙың барыһы ла булыр. Һеҙгә бурыслылар ҙа янығыҙҙан урап үтмәҫ. Ғаиләлә иһә Эт иң тоғро ағза. Тимәк, бәхет тә һеҙгә бәйләнгән.

ҡабан (1935, 1947, 1959, 1971, 1983, 1995, 2007)
Осор ғәҙәти булмаҫ. Шәхси ниәттәр өсөн уңышлы ваҡыт түгел, әммә мәрхәмәтлек күрһәтеүгә иркен тотоноу мөмкинлеге бар. ҡабан үҙенең эргәһендәге кешеләргә файҙалы булыу өсөн тырышырға тейеш. Матди яҡтан был әллә ни уңышлы түгел түгеллеккә, ә бына эшегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәре, һөйөү һәм ихтирам менән тулы солғанышта ҡалырһығыҙ. Изгелегегеҙ эҙһеҙ үтмәҫ, тик көтөгөҙ, ҡуян «түләмәһә», артабанғыһы бар бит әле. Ғаиләлеләр артыр, кемдең балаһы, кемдең ейәне тыуыр, мөнәсәбәттәр имен һәм гармониялы булыр. ҡабандар бигерәк тә тын юлдары органдарын һаҡлаһын, тип кәңәш бирә йондоҙнамә төҙөүселәр.