-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
25 Декабрь 2010, 15:25

Икәүҙән-икәү. Телевизор менән

Ғаиләм ике көнгә ауылға ҡайтып китте. Улар юҡлыҡтан файҙаланып, бер көн буйы «зәңгәр экран»дан айырылмаҫҡа иҫәп: телевизионщиктар халыҡҡа нимә күрһәтә, тәҡдим итә, телевидение йәмғиәтте ниндәй мәҙәни аҙыҡ менән һыйлай – шуны белгем килә (юғиһә, «йәшник»те онотҡанда бер генә ҡабыҙам, тормоштан артта ҡалмағанмынмы икән, тип борсолам).


Таң менән, сәғәт алтыларҙа торорға тейеш инем, әммә етелә генә күҙҙе тырнап аса алдым. Шунда уҡ телевизорҙы ҡабыҙып ҡуйҙым. Махсус рәүештә, хөрәфәткә ышанмаһам да, уң аяҡ менән иҙәнгә баҫтым, йәнәһе лә, көнөм яҡшы, күңелле үтһен. Шулай булмай торһон әле, тигән һымаҡ Беренсе каналдың «Хәйерле иртә»һендә яңылыҡтар башланып китте: диктор оло хәүеф вәғәҙә иткән тауыш менән аудиторияны сәләмләгәндә үк, әле йоҡонан уянып етмәгән йөрәк шөбһәләнеп, тертләп ҡуйҙы. ҡара әле, ысынлап та, тегендә машинаны шартлатҡандар, бында террорсыларҙы тотҡандар, етмәһә, ҡайҙалыр янғын ҡоторған... Мин йоҡо һимерткән арала ғына илебеҙҙә әллә күпме хәүеф-хәтәр булып үткән, имеш. Иртәгә дауаханаға табипҡа күренергә ниәтләгәйнем, аҡ халатлыларҙың енәйәтселегенә арналған сюжеттан һуң уйымдан кире ҡайттым. Шомландырып ҡурҡытҡас, рәсәйҙәргә баҫымды бер аҙ кәметтеләр, йәғни «ныҡ кәрәкле» мәғлүмәт менән һөйөндөрҙөләр – ниндәйҙер сит ил «йондоҙ»о кейәүгә сыға, имеш. Әллә, киреһенсә, кәләш аламы – автоматтан атҡан кеүек тыр-тыр тип һөйләүҙәренән нимәнелер аңламайыраҡ ҡалдым, буғай (башымдың бер яртыһы һаман уянмаған, ахыры). Бындай «Хәйерле иртә»нән ҡан баҫымым күтәрелеп киткәндәй тойолдо. Йондоҙнамәләре менән дә мине иҫкәртеп, телевизорға «бәйләп» ҡуйҙылар: «Үлсәүҙәргә бөгөн өйҙән сыҡмаҫҡа кәңәш ителә, һаулыҡты нығытыу ҙа отошло». Һәйбәт булды, тип ҡыуандым, былай ҙа көнө буйы өйҙән сыҡмай, пульт тотоп ҡына ултырырға ниәтләгәйнем бит.

Мендәрҙе ҡосаҡлаған килеш криминаль сюжеттарҙы ҡарай-ҡарай, элекке замандарҙы иҫләп ултырылды: беҙ йәп-йәш саҡта иртән телевизорҙан гимнастика күрһәтә торғайнылар, балаларға йәнһүрәт, музыкаль клиптар – хөрриәттә йәшәлгән икән дәһә!.. Бына әлеге мәлдә ҡатҡан быуындарға бик ярап ҡалыр ине физкультура, тип бер сюжет ваҡытында скакалка менән һикереп алдым. Тәнде яҙыр өсөн кирелеп-һуҙылған арала, ниһайәт, бик үк хәйерле булмаған «Хәйерле иртә» тамамланды.

Тағы ла иртәнге сәғәт туғыҙҙағы яңылыҡтар менән халыҡтың адреналинын арттырып, ҡан баҫымын күтәреп алғас, «Контроль һатып алыу» башланды. Ул бик кәрәкле, бөтә ҡулланыусылар өсөн файҙалы тапшырыу. Тик ниңә алып барыусы Антон Привольновты эфирға ҡыҙҙар кеүек итеп буяндырып сығаралар икән? Әллә гримерҙарына сама тигән төшөнсә таныш түгелме? Ярай ҙа элек шунда алйоттарса йылмайып, ҡыҫҡа итәктәрен елберләтеп, батмус тотоп йөрөгән ҡыҙҙарҙы алғандар, юғиһә уларҙан бер фәтүә юҡ ине. «Яңылыҡтар»ҙа «Халыҡ иҡтисады» рубрикаһын алып барған банк эше буйынса белгес Наталья Семенихина ла был тапшырыуҙа бишенсе тәгәрмәс һымаҡ – унһыҙ ҙа «Контроль һатып алыу» һәүетемсә генә алға тәгәрәгәйне. Ә «Йондоҙло һатып алыу» рубрикаһы кемгә кәрәктер? Ғөмүмән, Рәсәй «йондоҙ»ҙары ҡыҫылмаған бер генә тапшырыу ҙа ҡалманы. ҡайҙа ҡарама, бөтә ерҙә лә шул бер үк йөҙҙәр: «Ҙур ярыштар», «Боҙ һәм ялҡын», «Шәмбе кисе», «ҡыҙҙар», «Үҙеңә ғүмер бүләк ит», «Бөтәһе лә өйҙә саҡта» һ.б., һ.б. Ялҡыттылар, әйтәгүр. Әйтерһең дә, Рәсәйҙә йөҙ ҙә ҡырҡ ике миллион кеше түгел, ни бары егерме-утыҙ «йондоҙ» ғына йәшәй!

ҡыҙып киттем шикелле. Үҙемде-үҙем ҡулға алып, тапшырыуға әйләнеп ҡайтырға тура килде. Нимә генә ашап-эсмәйбеҙ икән, йәмәғәт: сауҙа нөктәһендә һатып алған һәр аҙыҡтың составын, эшләнеү ваҡытын лупа менән ҡарап-тикшермәһәң, төрлө күңелһеҙ хәлгә тарыуыңды көт тә тор. Ғөмүмән, магазинда ғына түгел, ҡайҙа ла һаҡ булыу талап ителә инде ул: юлда ла, балыҡ тотҡанда ла, мунса төшкәндә лә – һаҡланғанды Хоҙай ҙа, һаҡлармын, тигән.

Унан һуң Елена Малышева менән «Йәшәүҙәре шәп»те ҡараным. Хөрмәтле табип-ханым, матур йылмайыуын бүләк итеп: «Беҙҙең кәңәш­тәр­ҙе һәм тәҡдимдәрҙе тыңлаһағыҙ, һеҙҙең тормошоғоҙ әкиәткә әйләнәсәк», – тигәс, күңел бөтөнләй ирене – кемдең әкиәттә йәшәгеһе килмәһен, унда бит барыһы ла имен-аман бөтә. Әммә тапшырыу күпселек кеше эштә булғанда бара, шуға ла был бәхеттән мәхрүм ҡалғандар йәл. Ярай, телевизор ғына ҡарап, эшһеҙ ятыусылар ҙа – кеше, улар нығытһын һаулыҡтарын.

Әйткәндәй, сираттағы ошо тапшырыуға юғары вазифа биләгән сибәр ҡатын-ҡыҙ түрә лә килде, уның ниндәй кофе эсеүе, өҫтәленә ниндәй ашъяулыҡ ябыуы тураһында бик фәһемле һөйләшеү булды. Юҡ, йәшәүҙәре, ысынлап та, шәп бит!

«Йәшәүҙәре шәп»тән һуң яңы сыҡҡан «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ» (ЖКХ) тапшырыуында ситтән тороп «ҡатнаштым» – репликалар ҡыҫтырып ултырҙым. Оҡшаманы был ТКХ. Инстанциялар буйлап йөрөүҙән бер фәтүә лә юҡ, чиновниктарҙы һеҙ бер нисек тә ҡыбырлата алмайһығыҙ, был беҙҙең генә хәлдән килә, тигән һымағыраҡ фекер ҡалды унан. Шулай булғас, ғәфү итегеҙ, ни бысағыма кәрәк был тапшырыу?

Сираттағы «Яңылыҡтар»ҙа иртән күрһәтелгән сюжеттар булды. Бер үк балыҡ башын сәйнәгәндәй тойғо ҡалды. «Модалы хөкөм» тапшырыуы был тойғоно юйманы, киреһенсә, көсәйтте генә – саҡ түҙемлегем етеп, үҙен көскә ҡарап бөттөм. Сценарийҙы яҙған кешеләргә лә, шунда ҡатнашыусыларға ла, уҡытыусы булһам, «икеле»не сәпәр инем. Тәбиғилек юҡ! Буш һүҙ күп: «Бла-бла-бла!» (халыҡтың был йәһәттән бик тапҡыр әйтеме лә бар). Бер һүҙ менән әйткәндә, тапшырыуҙағы һәр кем үҙенең ролен, башҡаларҙы ишетмәй, үҙ аллы ғына башҡарғандай. Ә инде йәш ҡатынға стилистар килешмәгән прическа эшләп, уны артыҡ ныҡ буяп, ҡартайтып подиумға сығар­ғайны, әйтер һүҙ бөттө... Хәйер, бар: «Стилистарҙы, сценаристар­ҙы – хөкөмгә!»

«Детективтар», «Аңларға. Ғәфү итергә», «Федераль судья» тапшы­рыу­ҙарын ҡарағандан һуң ҡайһы берәүҙәрҙең беҙҙе, телетамашасыларҙы, һарыҡтар урынына күреүе тамам асыҡланды. Сит ил каналдарынан беҙгә күсерелгән өсөнсө сортлы был тапшырыуҙарҙы ҡарап, булған ғына айкьюларҙы (интеллект кимәлен) тамам юҡҡа сығарып, алйот­ҡа әйләнергә мөмкин. Юҡ, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: имеш, детектив терәлеп үк тиерлек тороп, шикле әҙәмдәрҙе тыңлай, улары бер нәмә лә аңғармай, ауыҙ тултырып үҙҙәренең ҡылған ҡылыҡтарын һөйләй... Ошо өс әкиәти тапшырыуҙа ла актерҙарҙың һәләтһеҙ, арлы-бирле генә уйнауы хаҡында әйтәһе лә түгел. Ғөмүмән, бер нисә сәғәт дауамында иҫнәп тик ултырылды. Әй, әттәгенәһе, иҫтән сыҡҡан – шулар араһында «Башҡа яңылыҡтар» оҡшаны бит әле! «Белергә теләйем» тапшырыуына ла артыҡ дәғүәләр юҡ. Әммә ул, беренсенән, балаларға тәғәйенләнгән һымаҡ (тик үҫеп килеүсе баланың ҡыҙыҡһыныусан аҡылын үҫтерер өсөн түгел, ни бары күңелен асыу өсөн генә), икенсенән, Дмитрий Крыловтың йәкшәмбе күрһәтелгән тапшырыуына тартым, игеҙәге, ахыры. Их, ҡайҙа билдәле сәйәхәтсе Юрий Сенкевич алып барған элекке «Сәйәхәтселәр клубы»?

Сериалдарға минең аллергия, шуға ла «Йәшлек» гәзите уҡыусылары хаҡына үҙемде көсләп «Никах балдағы»н, «Эҙ»ҙе ҡараттыра алманым. Телевизор ҡарап ярайһы ғына арыттырҙы ла. Сериалдар барғанда, кеше күҙенән сүп эҙләгән ҡортҡа кеүек, ҡалай гел етешһеҙлектәр эҙләп тик ултырам әле, тип барып сәй эсеп килдем, ашарға бешерҙем, өйҙө йыйыштырҙым. Сериалдар хаҡында бер яҡлы ғына фекер булмаһын өсөн, ике-өс таныш апайға шылтыратып, хәл-әхүәлдәрен, «һабынлы опера»­ларға ҡарата мөнәсәбәттәрен белештем. Баҡтиһәң, киң матбуғат сараларында шау-шыу ҡуптарған «Мәктәп» кенә түгел, «Никах балдағы» ла ҡурҡыныс кино икән. Унда кешеләрҙе себен урынына үлтереүҙәре, бер-береһенә үлгәнсе тоғро булырға вәғәҙә биреп тә, һис бер уйһыҙ ғына теләһә кем менән енси яҡынлыҡҡа инеүҙәре, алдашыуҙар... Ярай ҙа рухи-әхлаҡи йәһәттән нығынған кешеләр генә ҡараһа был сериалды, ә үҫеп килеүсе быуын да шул мәлдә күҙе упайып, ҡолағы ҡарпайып телевизор алдында ултырһа? Аллам һаҡлаһын... Сериалдарҙың күбеһенең бер үк сценарий буйынса төшөрөлөүе лә мәғлүм булды: мәҫәлән, хәҙер һәр бер герой йә героиня мотлаҡ төрмәлә ултырып сыға; дуҫтар бер-береһен «һата», төп ге­ройҙар­ҙың береһе мотлаҡ үлә һ.б., һ.б. Йүнле бер нәмә лә юҡ, бер һүҙ менән әйткәндә.

«Әйҙә өйләнешәйек!» башланды. Билдәле киноактриса Лариса Гузе­ева алып барған тапшырыуҙы былтыр рәхәтләнеп көлә-көлә ҡара­ғайным. Лариса Андреев­наның тапҡыр һүҙҙәрен организм оло ҡыуаныс менән шатлыҡ гормоны эндорфинға әйләндерә: утыҙ ике йәшлек ҡыҙға – «Етер һайланырға! Юғиһә, һайланған – һаҙға... Етмеш йәштә килерһегеҙ бында! Таяҡҡа таянып!», ҡыҫҡа итәкле кейемдә килгән сибәркәйгә – «Һеҙҙең аяғы­ғыҙ тамамланды, ә күлдәгегеҙ һаман башланманы!», «Сығырығыҙҙан сыҡ­ҡанда ауыҙы­ғыҙҙы ябырға онотмағыҙ, йәме», «Иң яҡшы әхирәттәр – һөлөктәр ҙә тәлмәрйендәр». Тик, тәмле нәмә күп булмай, тигәндәре дөрөҫ, был тапшырыу ҙа ялҡытты. Әммә башҡа ҡарарлыҡ нәмә булмағанда ваҡыт уҙғарырға мөмкин инде. Тик шулай көндән-көн, йылдан-йыл гел дә бер үк түбән сифатлы тапшырыуҙар ҡарай-ҡарай аңраға әй­лән­һәң?

Бер заман Лолита Милявская алып барған «Комплекстарһыҙ»ҙы ҡарағайным. Беренсе каналда шундай түбән кимәлдәге әшәке тапшырыуҙы күрһәтеү үҙе үк әхлаҡһыҙлыҡтың сигенә сығыу кеүек ҡабул ителде. Хәйер, «Әйҙә һөйләһендәр» нимәһе менән яҡшы? Шул уҡ йүнһеҙ тапшырыу – кешенең бысраҡ кейемендә соҡоноу. Уның хаҡында һүҙ алып барғы ла килмәй.

«Ваҡыт» менән «Төнгө яңылыҡтар» араһында «Ғәййәр кешеләр» тип атал­ған тапшырыу иғтибарға лайыҡ ине. Унда төрлө феноменаль һәләттәргә эйә булған кешеләр хаҡында һөйләнеләр. Мәҫәлән, Липецк өлкәһендә йәшәүсе Александр Игнатовты ток һуҡмай. Етмеш йәшлек Татьяна Черненко ватыҡ быяла өҫтөндә иҫе лә китмәй йөрөй ала...

«Төнгә ҡарай» тип аталған ток-шоуға минең ҡарашым ике төрлө – ҡайһы ваҡыт оҡшай, ә ҡайһы ваҡыт – юҡ. Кемдең ҡунаҡҡа килеүенә ҡарап. Мәҫәлән, бөгөн Ольга Будина саҡырылғайны. Һуңғы арала сериалдарҙа бер үк типтағы табип ролен башҡар­ған Будина яратҡан актрисаларым иҫәбендә түгел, шуға ла телевизорҙы һүндереп үк ҡуйҙым. Өйҙә тынлыҡ урынлашты. Хәйер, шунда уҡ асыҡ форточка аша урамдан ағастар шаулауы, эттәр олоуы, машиналар йөрөгәне ишетелде... Танһыҡ ине был тауыштар миңә.

Ә икенсе көндө таң менән тағы телевизор пультына йәбештем. Телевизор йоғошло ауырыу менән бер ҙә баһа, тип үҙ алдыма һөйләнә-һөйләнә, «Рәсәй – 1» каналын асып ҡуйҙым. «Рәсәй иртәһе», дөйөм алғанда, яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы: яңылыҡтар менән «йомшағыраҡ» таныштыралар, алып барыусылар ҙа кәйефте күтәрә белә, төрлө ҡунаҡтар... Алып барыусының ҡунаҡты ярты һүҙҙә туҡтатыуы ғына тупаҫ тойолдо.

Унан һуң бик һәләтле йырсы һәм композитор Евгений Мартыновтың яҡты иҫтәлегенә арналған документаль фильм башланды. «Евгений Мартыновтың аҡҡош йыры» бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын.

Сергей Агапко менән Михаил Полицеймако алып барған «Иң мөһим нәмә тураһында» тапшырыуы иғтибарға лайыҡ. Нисек һаулыҡты нығытырға, нимә организмды ҡаҡшата, нисек йәшәү рәүешен үҙгәртергә – ошо һәм башҡа һорауҙарға төплө, ябай, аңлайышлы итеп яуаплайҙар, һөйләп-күрһәтәләр. Әммә тапшырыу, үкенескә күрә, күпселек халыҡ эштә булғанда бара. Хәйер, икенсе күҙлектән ҡараһаң, был, бәлки, киреһенсә, яҡшығалыр ҙа, сөнки табиптарҙы тыңлаған һайын үҙендә яңынан-яңы сирҙәр тапҡан кешеләр ҙә бихисап.

Әллә минең бөгөн уң аяғымдан тороуым бөтә тапшырыуҙарға ла ыңғай ҡарарға форсат бирәме икән, тип аптырап та ҡуйҙым. Сөнки «Хәбәрҙәр» ҙә, Башҡортостан хәбәр­ҙәре лә йәнде көйҙөрмәне – бер һоғоноуҙа тамаҡ аша үтеп китте. Ләкин ҡыуанысым иртәрәк булған. Бер заман сериалдар башланды: «Миһырбанлыҡ маршруты», «Ихата эсе», «Кулагин һәм партнерҙар», «Һүҙ ҡатын-ҡыҙға», «Ефросинья»... Улар араһында – документаль драма тип аталһа ла, осһоҙ мелодрамаға тартым «Ысын тормош»... Хет башыңды ташҡа ор, бер йүнле тапшырыу юҡ. Эй, юҡ, хаталанам, бар берәү – «Тыныс йоҡо, бәләкәстәр!» тип атала. Ярай ҙа кисен Джеки Чан уйнаған кинофильмды күрһәттеләр, юғиһә был каналды бөтөнләй ҡарамаҫҡа ла булыр ине. Һәр хәлдә, шундай фекер төйөнләнгәйне.

... Бер аҙ ял итеп алырға ла, ял көндәре лә телевизор менән яҡынданыраҡ танышырға инде әллә, тип ултырам. Бәлки, йома, шәмбе, йәкшәмбе көндәре ҡыҙығыраҡ тапшырыу­ҙар барҙыр?


Фото: Баныу ҡАҺАРМАНОВА.