-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
25 Декабрь 2010, 16:57

Хуш, Юлбарыҫ! Һаумы, Шешҡолаҡ!

ҡытай календары буйынса 2011 йыл – ҡуян йылы. Тағы ла Бесәй йә Йорт ҡуяны йылы тип тә йөрөтәләр. Был Көн­сығыш календарының килеп сығышы шулайыраҡ: бер ваҡыт Будда барлыҡ йәнлек-хайуандарҙы үҙенә саҡырған, имеш. Килеп еткән һәр бере­һенә ида­ра итергә бер йыл бүләк иткән. Иң тәүҙә сысҡан килгән. Ул – ун ике йыллыҡ циклдың башында тора.

Хуш, Юлбарыҫ! Һаумы, Шешҡолаҡ!
ҡытай календары буйынса 2011 йыл – ҡуян йылы. Тағы ла Бесәй йә Йорт ҡуяны йылы тип тә йөрөтәләр. Был Көн­сығыш календарының килеп сығышы шулайыраҡ: бер ваҡыт Будда барлыҡ йәнлек-хайуандарҙы үҙенә саҡырған, имеш. Килеп еткән һәр бере­һенә ида­ра итергә бер йыл бүләк иткән. Иң тәүҙә сысҡан килгән. Ул – ун ике йыллыҡ циклдың башында тора. Икенсе – буйвол (үгеҙ), унан әҙ генә ҡалышып, Юлбарыҫ. Был икәү ныҡ уҙыш­ҡан, тамаша ҡылып ултырыусылар артабан кем тәүҙә килгәнен күрмәйерәк ҡалған: бесәйме, йорт ҡуянымы, әллә ҡуянмы? Борондан алып бәхәстәр бара, шунлыҡтан ҡуян йылы тип йөрөтөлһә лә, башҡалары ла был йыл менән идара итә ала, ти. Уларҙан һуң аждаһа, йылан, ат килеп еткән. Шунан томан төшкән дә, һигеҙенсене тағы абайламай ҡалғандар – кәзә килгәнме, һарыҡмы, әллә тәкәме? ҡуян йылындағы кеүек хәл ҡабатлана бында. Маймыл, әтәс (бәлки, тауыҡтыр ҙа), эт, һуңлаңҡырап, аҙаҡҡараҡ ҡалһа, иң аҙаҡтан ашыҡмай ғына сусҡа мырҡылдап килеп еткән. Бына шулай барлыҡҡа килгән йыл «хужалары».
Ишек ҡағырға торған ҡуян йылы нисек буласаҡ һуң? Ғөмүмән, ҡуян ниндәйерәк йәнлек? Үткән ҡуян йылы, йәғни 1999 йыл нисегерәк булғайны һуң әле?
1999 йыл байтаҡ ҡына бәлә лә килтергән икән. Югославияла – һуғыш, Мәскәүҙә, Волгодонскиҙа, Буйнаҡта теракттар... Тағы ла чечен һуғышы эҙемтәләре... Киләһе йыл нәҡ уның киреһе булыр, тип өмөтләнәйек. Ғәҙәттә, бер аҡ, бер ҡара һыҙат килә, тип күҙаллай бит күрәҙәселәр.
ҡыҫҡараҡ фаразлағанда, йыл йылылыҡ, ҡунаҡсыллыҡ, йәм килтерәсәк. ҡуян ҡурҡаҡ ҡына түгел ул, ә аҡыллы, күҙәтеүсән, дуҫтарса мөнәсәбәттә һәм бер аҙ романтик та. Тик үҙенә лә арыу уҡ ҡына ваҡыт бүлә. Был йылда ҡоролған ғаиләләр ҙә ныҡлы буласаҡ икән – быныһы иң мөһимелер ҙә. Етмәһә, ғәләмәт шәп ишәйәсәкбеҙ, имеш. Йондоҙҙар ҙа быға уң килеп кенә тора.
Металл ҡуян йылы тиһәләр ҙә, беҙ был йәнлекте күп осраҡта, аҡ ҡына, йомшаҡ ҡына, тип яратыңҡырап әйтәбеҙ. Йыл да шулай килһен. Юлбарыҫ бит беҙҙе ҡоролоғо менән дә һынаны, хәҙер сират – аҡ һәм яҡты көндәргә. Амин!