-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
25 Декабрь 2010, 15:31

Антарктидала ер аҫты донъяһына юл табылған

Ишек тауҙарҙа урынлашҡан. Ә унан саҡ ҡына ситтәрәк «осоусы тәрилкә»гә ныҡ оҡшаған әйбер ята.Өс сер Был асышты Американың билдәле виртуаль археологы Джозеф Скиппер яһаған. Ғәҙәттә, ул йыһан аппараттары тарафынан ебәрелгән, НАСА-ның һәм башҡа йыһан агентлыҡтарының рәсми сайттарына ҡуйылған фотоларҙы ҡарап, Марс менән Ай тирәһендә эҙләнә. Һөҙөмтәлә ғәҙәти ҡарашҡа күренмәгән бик күп ҡыҙыҡлы нәмә таба. Уның коллекцияһында гуманоидтың баш һөйәгенә һәм һөйәктәренә оҡшаған объекттар ҙа бар. Был юлы археолог Ер менән ҡыҙыҡһына, атап әйткәндә, Антарктида менән, һәм унда бер юлы өс сәйер әйберҙе күрә: тишек, «тәрилкә» һәм күлдәр.

Ишек тауҙарҙа урынлашҡан. Ә унан саҡ ҡына ситтәрәк «осоусы тәрилкә»гә ныҡ оҡшаған әйбер ята.

Өс сер
Был асышты Американың билдәле виртуаль археологы Джозеф Скиппер яһаған. Ғәҙәттә, ул йыһан аппараттары тарафынан ебәрелгән, НАСА-ның һәм башҡа йыһан агентлыҡтарының рәсми сайттарына ҡуйылған фотоларҙы ҡарап, Марс менән Ай тирәһендә эҙләнә. Һөҙөмтәлә ғәҙәти ҡарашҡа күренмәгән бик күп ҡыҙыҡлы нәмә таба. Уның коллекцияһында гуманоидтың баш һөйәгенә һәм һөйәктәренә оҡшаған объекттар ҙа бар.
Был юлы археолог Ер менән ҡыҙыҡһына, атап әйткәндә, Антарктида менән, һәм унда бер юлы өс сәйер әйберҙе күрә: тишек, «тәрилкә» һәм күлдәр.

Марс Ерҙә
Антарктида Марстан әллә ни айырылмай ҙа тиерлек. Бәлки, кислород ҡына күберәктер. Шулай уҡ һыуыҡ. Урыны-урыны менән температура 90 градус һыуыҡлыҡҡа тиклем төшә. Айырма шунда – Антарктидала кешеләр йәшәй, ә Марста әлегә юҡ. Әммә был боҙло ҡитға ҡыҙыл планетаға ҡарағанда нығыраҡ өйрәнелеүен аңлатмай. Тегендә лә, бында ла асылмаған серҙәр күп.
Марста тормош бармы? Беҙ был хаҡта белмәйбеҙ. Шулай ҙа Антарктиданың боҙ ҡатламы аҫтында нимә йәшеренеүе лә билдәле түгел. Хатта уның өҫтөндә нимәләр эшләнеүе хаҡында ла тоноҡ ҡына күҙаллауҙар бар. Шуныһы ҡыҙыҡ: Антарктиданыҡына ҡарағанда Марс­тың фотолары күберәк. Ан­тарктида рельефының деталдәрен Ерҙең Мэри королеваһы районында тар ғына һыҙатта күрергә мөмкин. Тап шунда сюрприздар табыла ла инде. Уның башҡа урындарын да яҡшылап ҡарағанда һәйбәт булыр ине. Айырыуса улар тураһында бик күп легендалар йөрөгән урындарын.

Унда Гитлер йәшеренгән
Антарктида менән нацистарҙың бик ныҡ ҡыҙыҡһыныныуы ла билдәле. Унда бер нисә экспедиция ойошторола. Хатта Ерҙең Мода королеваһы районында ҙур ғына майҙанды уратып алып, «Яңы Швабия» тип исем бирәләр. Унда 1939 йылда немецтар яр буйында иҫ киткес бер урынды таба. Ул яҡынса 40 кв. км майҙанды тәшкил итә, тулыһынса боҙҙан әрселгән. Бында климат та йомшағыраҡ, әллә күпме туңмаған күлдәре лә бар. Уны ошо урынды иң беренсе булып асҡан немец пилоты исеме менән «Ширмахер оазисы» тип атайҙар. Һуңынан бында Новолазаревская тигән совет поляр станцияһы урынлаша.
Рәсми фараз буйынса, Өсөнсө рейх үҙенең кит аулаусы флотилияларын һаҡлау маҡсатында базалар төҙөү өсөн Антарктидаға күсә. Әммә тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ фараздар бар. Уларҙы фәнни-фантастик тип әйтеүе лә ҡыйын. Ниндәйҙер мистикаға ҡоролған. ҡыҫҡаса әйткәндә, уның тарихы былай. Йәнәһе, Тибетҡа экспедиция барышында нацистар Антарктиданың эсендә нимәлер булыуын белеп ҡала. Ниндәйҙер киң һәм йылы ҡатламдар хаҡында һүҙ бара. Ә уларҙа сит ил планетаһы, әллә ҡасан бында булған боронғо юғары цивилизация вәкилдәренәнме ҡалған әйберҙәр. Өҫтәүенә, Антарктида ҡасандыр Атлантида булған, тигән имеш-мимештәр ҙә бар.
Һөҙөмтәлә үткән быуаттың 30-сы йылдары аҙағында немецтарҙың һыу аҫты кәмәләре боҙҙарҙа йәшерен инеп-сығыу урындары таба һәм шулар аша эскә үтеп инә.
Артабан легендалар төрлөсә һөйләй. Бер фараз буйынса, нацистар боҙ аҫтында үҙҙәренең ҡаласыҡтарын төҙөй, икенсеһе буйынса – урындағы халыҡ менән һөйләшеп, буш торлаҡ фондтарына урынлаша.
Шунда – боҙ континенты эсенә 1945 йылда Гитлер менән Ева Браунды ла алып киләләр. Йәнәһе, ул «Фюрер конвойы» тип аталған һыу аҫты караптарының тотош эскадраһы оҙатыуында һыу аҫты кәмәһендә йөҙөп килә. Һәм шунда 1971 йылға тиклем йәшәй. Ә ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, хатта 1985 йылға тиклем.
Антарктида мифтарының авторҙары боҙ аҫтына Өсөнсө рейхтың осоусы тәрилкәләрен дә урынлаштыра. Имеш, нацистар был аппараттарҙы ла эскә йәшерә. Һуңынан уларҙы камиллаштырып, әлегәсә Антарк­тида шахталарынан осороп файҙаланалар. Ә БОО (билдәһеҙ осоусы объекттар) – ул тап шул тәрилкәләр, имеш.

Сәйер сәйерлектәр
Поляр сит ил вәкилдәре менән немецтар тураһындағы имеш-мимештәрҙе етди ҡабул итеү ҡыйын. Әммә... Джозеф Скиппер асҡан тишек, тәрилкә һәм күлдәр менән нимә эшләргә? Улар бер-береһен бик яҡшы тулыландыра. Әлбиттә, ысынбарлыҡта беҙ уйлаған әйбер­ҙәргә тура килһә.
Тауҙарҙағы тишектән БОО осоп сығыуы ихтимал. Тәрилкә лә ысын булды, ти. Бәлки, сит ил планетаһыныҡылыр ҙа. Боҙ менән ҡапланған һәм йә елдән, йә глобаль йылыныу һөҙөмтәһендә боҙҙан әрселгән Антарктиданың йылы эске ҡатламдарында йәшәгән, бәлки, йәшәүсе заттарҙан ҡалғандыр.
Ә күлдәр эстә йылы ҡатламдар булыуын иҫбатлай. Улар «Ширмахер оазисы» кеүек оазистарҙы йылытып тора ла инде.
Антарктида, ғөмүмән, сәйер урын...

Континентта йәшеллек булған

Антарктиданың майҙаны – 14 млн квадрат километр. Ул тотошлай боҙ менән ҡапланған тиерлек. Урыны-урыны менән боҙҙоң ҡалынлығы 5 километрға етә. Уның өҫкө ҡатламының бик аҙ өлөшө хаҡында ғына билдәле. Ә аҫтында нимә бар?!
ҡытай, Япония, Бөйөк Британия ғалимдарының командаһы Nature журналында үҙҙәренең дүрт йыллыҡ тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәһен баҫтырған. 2004 йылдан 2008 йылға тиклем улар Антарктиданың әҙәм аяғы баҫмаған урындары – Гамбурцев тауҙары буйлап көслө вездеходтарҙа йөрөйҙәр. Радарҙар менән яҡтыртып, уның рельефын өйрәнәләр. Һөҙөмтәлә 900 квадрат километр майҙанды һүрәтләгән карта төҙөлә.
Асыҡланыуынса, ҡитға ҡасандыр боҙ ҡатламы аҫтында булмаған. 34 млн йыл элек бында күкрәп сәскә атҡан болондар, тигеҙлектәр һәм тауҙар йәйрәп ятҡан. Хәҙерге Европа Альпындағы кеүек.
Әммә нимәлер булған. Тикшеренеүселәр ҙур булмаған боҙлоҡ үҫә барып, тотош Антарктиданы ҡаплай башлаған урынды тапҡан. Ул тауҙың иң юғары нөктәһендә (2400 м) урынлашҡан.
Экспедицияла ҡатнашыусы Эдинбург университетынан Мартин Зайгерт Антарктида Альптарында әлегәсә туңған үҫемлектәр һаҡланыуына ышана. Хатта ҙур булмаған ағастар ҙа бар, ти ул. Тик уларға барып етеп кенә булмай. Әммә эҙләп ҡарарға мөмкин.
«Комсомольская правда» гәзитен файҙаланып,
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.