Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
18 Декабрь 2010, 17:04

Өс таған

Ағыла ла болот, ай, ағыла,Тауҙан ғына тауға ҡағыла... (Халыҡ йырынан).ҡыш көн менән төн араһы бер тотам ғына бит инде. Беҙ уяныуға әсәйем, Ғарифулла олатайым, Ғилман ағай колхоздың бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшенә сығып киткән була. Уларҙың, өшөп-туңып, талсығып, ҡасан ҡайтып инеүе беҙҙең ише ыбыр-сыбыр балаларға билдәһеҙ. Ғәйнихаят өләсәйем, һәр ваҡыттағыса, аш-һыу хәстәрләү менән мәшғүл. Уның мәшәҡәттәренең бөтәһе юҡ шикелле.

Ағыла ла болот, ай, ағыла,
Тауҙан ғына тауға ҡағыла...
(Халыҡ йырынан).
ҡыш көн менән төн араһы бер тотам ғына бит инде. Беҙ уяныуға әсәйем, Ғарифулла олатайым, Ғилман ағай колхоздың бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшенә сығып киткән була. Уларҙың, өшөп-туңып, талсығып, ҡасан ҡайтып инеүе беҙҙең ише ыбыр-сыбыр балаларға билдәһеҙ. Ғәйнихаят өләсәйем, һәр ваҡыттағыса, аш-һыу хәстәрләү менән мәшғүл. Уның мәшәҡәттәренең бөтәһе юҡ шикелле. Һәр хәлдә, уның форсат табып, серем итеп алыуын ҡына түгел, урындыҡ ситенә бер минутҡа ғына сүгәләгәнен дә күргәнем булманы. Өнһөҙ-тынһыҙ, донъяның ҡытыршылыҡтарын да ыңғайға һыпыра белгән Ғәйнихаят өләсәй оло ғаиләбеҙҙең йәме лә, йәне лә булған икән.
Шөкөр, йөрәгемдең төбөндә генә һаҡларлыҡ өләсәйҙәрем күп. Күрше Әҡембәттән, атайымдың тыуған ауылынан, һирәк-һаяҡ булһа ла, Нәжметдин олатай менән Хәҙисә өләсәй килеп төшә. Уларҙың беҙҙә ҡунаҡ булыуы – минең өсөн үҙе бер ҙур байрам.
Әле ҡыш менән көҙҙөң һаман тарт­ҡылашҡан сағы: берсә ямғыр һибәләй башлай, әйләнеп ҡарауға һауала аҡ күбәләктәр өйрөлә. ҡояш бер офоҡтан күҙен ҡыҫып ҡарай ҙа, шундуҡ икенсе офоҡ артына сума. Күңелһеҙ мәл...
Ярай, бәхеткә Туҡембәт ауылынан тағы бер өләсәйем килеп төштө. Зәкирә өләсәй, ғәҙәтенсә, ҡышҡы миҙгелдәрҙә беҙҙә байтаҡ ҡунаҡ булып китә. Күмәк ғаиләлә лә һис бер маҙаһы юҡ. Урамға бигүк сыға һалып та йөрөмәй, йә тиҫбеһен тартып, ниҙер көйләп, йә беҙҙе йыйып алып әкиәт һөйләп, түр башында ултыра. Зәкирә өләсәйҙең күҙҙәре күрмәй. Йәш сағында яңылыш дауалағандармы, хәҙер күп йылдар тома һуҡыр. Ул, ғәҙәттәгесә, әле лә әкиәт һөйләй... «Мөғжизәле балыҡтың итен ашағас, малайҙарҙың баштары, алтын балыҡ тәңкәләре һымаҡ, аҫылташтар менән ҡапланған. Был малайҙар көн үҫәһен бер сәғәттә үҫкән. Быға бабай менән әбей ифрат ҡыуанған, үҙҙәрен донъя­ла иң бәхетле кеше итеп һанаған, олоһона ҡамыр батыр тип исем ҡушҡан».
Әһә, «ҡамыр батыр» тигән әкиәтте һөйләй Зәкирә өләсәйебеҙ. Ул белмәгән әкиәт донъяла юҡтыр һымаҡ, шулай ҙа өләсәй ҡамыр батыр йәшәгән илгә йышыраҡ алып ҡайта. Бәлки, шуғалыр, мин бөгөн «Пионер» журналында баҫылған «Беҙҙең өйҙөң йәме» тигән повесҡа сумғанмын. Повеста яҙған Мостай Кәрим ағай йәшәгән яҡтарҙы күҙ алдыма килтерә алмаһам да, яҙыусы нимәһе менәндер беҙҙең ғаиләнекенә оҡшаған тормош тураһында һөйләй һымаҡ. Тыуған йорт, дуҫлыҡ, намыҫ тигән нәмәләр һәр ҡайҙа ла бер үк ҡиммәттәлер инде.
Зәкирә өләсәйҙең аҡрын ғына әйләнгән тиҫбеләренән, мөнәжәттәренән, көйлө хитаптарынан һуң беҙҙең ауылды урталай бүлеп аҡҡан ҡаҙмаш Оло ҡыҙылға диңгеҙ ҡәҙәр һыу түккәндер. Ауылыбыҙ берсә сырхап, берсә сәләмәтләнеп, һаман йәшәп килә, тауыҡ кисерлек кенә ҡалһа ла, йылғабыҙ ҙа селтерәгән була. Яҙмыш беҙҙе мең сүрәткә индерҙе, йөҙ булмышҡа һалды. Тормош өйөрмәһендә йөрөй торғас, кемлегеңде, ҡайҙалығыңды үҙ-үҙеңдән һорау форсаты ла булмай. Бары бер мәл генә тыуған илдең йылыһы һәм дә әсәйең йыйыштырған өйҙөң йәме һәр саҡ һинең менән икәнлекте аңлай­һың.
Яҙмыштың рәхмәтле осрағы ми­ңә бөйөк яҙыу­сыбыҙ Мостай Кәрим менән бер йортта, хатта ут күрше булып йә­шәү форсаты бир­ҙе. Уның тураһында сығарылған ҙур китапты «Өйҙәш һәм рухташ күршемә» тип яҙып тотторһа ла, оло күршемде урынлы-урынһыҙ бимазалап йөрөргә һис ҡасан да йөрьәт итмәнем.
Аҡыл эйәһенең күҙенә бер ҡарау ҙа – мәртәбә. Мостафа ағайҙың ифрат ябайлығы уға кешеләрҙе тарта торғайны. Бар донъяға танылған һүҙ оҫтаһы, яу юлдарын үткән данлы һалдат Мос­тафа ағай көндәлек тормошта ябайлығы менән барыбыҙҙан да өҫ­төн торғандыр. Си­селеп һөйләшеп ултырған минуттарҙа ла ул һүҙҙең тәртәһен үҙ ижады яғына бормаҫ ине, яҙмышындағы ауыр мәлдәр тураһында ағайыбыҙ, ҡара буяуҙарҙы ҡуйыртмай, мәҙәккә әйләндереп әйтә белде, сир-сырхауҙары тәнен өтөп барғанда ла уның йәне өҫтөн сыға ине.
Мостай ағай илебеҙҙең пыран-заран килеүен бик ауыр кисерҙе, сөнки ошо илде яҡлап, ул ауыр йәрәхәттәр алғайны. Дәүләттең тарҡалып китеүе халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешенең аҫтын-өҫкә килтерҙе. Ватандаштарыбыҙҙың фажиғәһен шағир йөрәге аша үткәрҙе. Ошо халыҡты ҡурсалап йәрәхәтләнгән йөрәге йәнә ҡанһырай башланы. Донъя үҙгәреү менән тормошобоҙға ярып килеп ингән боҙоҡлоҡтар, ялған, хәшәрәтлектәр Мостай ағайға тағы ла дошман пуляһы, снаряд ярсығы булып осто.
Быуат та юҡ, йыл да, сәғәт тә юҡ,
Ваҡытһыҙлыҡ итә тантана.
Ваҡытһыҙлыҡ ҡоло – иманһыҙлыҡ
ҡара дегет сәпәй ҡапҡаға.
Һуңғы йылдарҙа мин Мостафа ағай­ҙы һәр саҡ уйлап, уның ижадына, фәлсәфә ҡиммәттәренә һәр ваҡыт мөрәжәғәт итеп, уның рухы менән йәшәйем һымаҡ. Ижадын, шәхесен белгән кеүек булһам да, уҡыған, уйлаған һайын шағир йыһанында яңы йондоҙҙар асам, ул асыштар артабан да дауам итер кеүек. Мостай Кәрим тураһында һөйләгәндә беҙ уның әҙәби ижадын күҙ уңында тоторға ғәҙәтләнеп киткәнбеҙ. Хәйер, был да тәбиғи, сөнки Мостай әҙәбиәте – образдар һәм характерҙарҙың тотош донъяһы, яҙмыштар галереяһы һәм фекер даръяһы. Шул уҡ ваҡытта уның ижтимағи эшмәкәрлегенә иғтибар биреп еткермәйбеҙ. Эйе, Мостай­ҙың фекер даръяһында беҙҙең үҙебеҙгә аҙашып ҡалмаҫҡа тырышырға кәрәк әле.
Шағир янына һыйынып йәшәгән йылдар үтеп тә китте. Бер мәл, ай-һай, байлыҡта йә­шәп алғанбыҙ. Беҙ­ҙең йортҡа, Мос­тафа ағайҙан бер ҡатҡа ғына юғарыға, Заһир Ис­мә­ғилев күсеп килде. Бүтәндәр ниндәй фекерҙә булғандыр, иллә минең өсөн, уның музыкаһына мөкиббән киткән кешегә, был ваҡиға байрам да, бәхет тә ине. Композитор хеҙмәте ябай кеше өсөн һәр саҡ серле бер өлкә булып ҡалды. Көйҙөң тыуыуы – үҙе мөғжизә. Композиторҙар үҙҙәре лә халыҡҡа бигүк күренеп бармай. Ул яҙған йырҙар­ҙы тыңлай­һың, оҡшаһа, үҙеңсә мөңгөрләп тә йөрөй­һөң, шул уҡ ваҡытта көй сығарыусыны ғүмереңдә бер күрмәүең дә ихтимал.
Заһир Ғариф улы холҡо менән балаларса бер ҡатлы, уйындағын ярып әйтә торған кеше ине. Бындай сифаттар бәхетле һәм намыҫлы кешеләргә генә хас. Заһир ағай гөлт итеп тоҡанып киткән сағында ла күңеленә асыу ғәләмәтен яҡын ебәрмәне. Исмәғилев-композитор өсөн хакимдар ҙа, хәдимдәр ҙә бер булды. Кешеләрҙе власть дәрәжәһенә, мөлкәтле-мөлкәтһеҙгә айырмау рухи йәһәттән мөстәҡил шәхестәрҙең генә ҡулынан килә. Заһир Ғариф улы өсөн кешене баһалауҙа төп критерий әҙәплелек булып ҡалды.
Ошо сифатҡа бәйле бер ваҡиғаны онота алмайым. Алтмышынсы йылдар башында Башҡорт дәүләт университетының тәүге курстарында уҡып йөрөгән саҡ. Исхаҡов Тимербай дуҫ баянды шул ҡәҙәре лә уйната, минеңсә, уға еткәндәй оҫта юҡ. Мин дә буш түгел, шиғырҙар яҙам. Бер мәл, дәртләнеп китеп, балалар өсөн йыр сығар­ҙыҡ та, «әҫәребеҙ»ҙе тотоп, Композиторҙар берлегенә, тура Исмәғилевтың үҙенә киттек. Мөғжизә инде, ағай ҡыуып сығарманы, нотаны Рәүеф Мортазинға биреп, көйҙө роялдә уйнап ҡарарға ҡушты. Заһир ағай йырҙы гәзиттә сығарыуға фатиха бирҙе.
Исмәғилев эргәһенә беҙҙең ише инеп-сығып йөрөүселәр аҙ булмағандыр. Данлыҡлы композитор булып китһә лә, ул ҡасандыр Сермән ауылында Арыҫлан Мөбәрәков менән Ғиниәт Ушанов күргән йәш ҡурайсы һымаҡ ауылса ҡалды. Музыка менән һәм музыка өсөн генә йәшәне.
Заһир Исмәғилев, шағир Яҡуп ҡолмой менән бергәләп, «Былбылым» тигән йыр яҙҙы. Үҙемдең зауығыма ҡарап баһалаһам, «Былбылым» – башҡорт композитор­ҙарының йыр ижадындағы иң гүзәл әҫәр. Ул йырҙан да ҙурыраҡ. «Былбылым» – саф, илаһи мөхәббәттең үҙе. Бәлки, бөйөк замандашыбыҙҙың бөтә ижады, тормошо ла мәңге зыңлар, йәшәүҙе данлар матур йырҙыр.
Мостай Кәрим 1966 йылда күренекле «Өс таған» повесын баҫтырып сығар­ғайны. Унда тормошта бер-береһенә терәк булып йәшәүсе өс дуҫ тураһында һүҙ бара. Ысындан да, өс таған шундай ябай ҙа, ышаныслы ла ҡоролма, уны ауҙарыу мөмкин түгел. Мостай Кәрим, Заһир Исмәғилев һәм Зәкәриә Аҡназаровты мин Башҡортостан рухи донъяһының өс тағаны менән сағыштырырға баҙнат итәм. Йылдар үтә, әммә өс таған тора бирә. Сөнки был күренеш матди кәүҙәләнештә түгел, ә рухи категория булараҡ ҡабул ителә.
Күңелебеҙгә яҡтылыҡ һибеп ултырыусы өләсәйебеҙ күптән инде баҡый илендә йәшәй. «ҡамыр батыр»ҙы ейәндәренә бүтән өләсәй­ҙәр һөйләйҙер. Ғүмер юлы, бер боролоп, берсә турайып, беҙҙе ҡайҙарға алып сыҡҡандыр, әммә ошо юлда беҙ бейек тауҙар ише күтәрелеп торған оло шәхестәргә юлыҡтыҡ. Болоттар һымаҡ, улар түбәһенә уралыу бәхете эләкмәһә лә, тауҙар итәгенә булһа ла беҙ ҙә ҡағылып үттек. Был да – бәхет.

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.
Читайте нас: