Коллективта үҙ эшенең оҫталары эшләй. Шулай уҡ директор Нәсим Насибулла улы Хәмиҙуллиндың ойоштороу һәләтен айырым билдәләү урынлы. Берҙәм тырышлыҡ булғас, эштәре лә ырамлы.
Энергетиктарҙың хеҙмәтенә ихтыяж ҙур. Сөнки район үҫә, төҙөкләнә, яңы микрорайондар ҡалҡып сыға. Мәҫәлән, 2008 – 2009 йылдарҙа район үҙәгендәге Молодежный микрорайонында өс миллион һумдан ашыулыҡ эш башҡарғандар. Бының өсөн аҡса республика бюджетынан бүленгән. Шулай уҡ Солнечная һәм Уфимское шоссе урамдарында йәшәүселәр ҙә энергетиктарға рәхмәтле. Унда 2551 метр оҙонлоҡтағы электр селтәрҙәре һуҙғандар. Электр селтәрҙәрен киңәйткән бер ваҡытта, ғәмәлдәгеләрен тейешле эш хәлендә тотоуға, яңыртыуға етди иғтибар йүнәлтелә. Быйыл, мәҫәлән, урындағы бюджеттан бүленгән аҡсаға район мәҙәниәт бүлеге бинаһындағы электр үткәргестәр һәм яҡтыртыу приборҙарына капиталь ремонт үткәргәндәр.
Коллективта 25 кеше тир түгә. Уларҙың уртаса йәше 35 – 40-тан артмай. Һуңғы ваҡытта коллектив йәш белгестәр иҫәбенә тулылана. Мәҫәлән, мастер Азат Хәбибов – ҡырмыҫҡалы егете. Бында аграр университетты тамамлағандан һуң эшкә килгән. Иҡтисадсы Гөлназ Хажиева менән электромонтер Вадим Садиров та йәш белгестәр сафын тулыландырған. Ә йәштәргә йәшлек дәрте хас. Күптәр спорт менән шөғөлләнә. Үҙҙәре спортҡа әүәҫ булғас, район йәштәрен дә сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү тураһында ҡайғырталар. Энергетиктар райондың өс саҡрымлы саңғы трассаһын, өс хоккей майҙансығын яҡтылыҡ менән тәьмин иткән. Райондағы бер генә спорт сараһы ла энергетиктарҙан башҡа үтмәй. Директор Нәсим Хәмиҙуллин иң әүҙем һәүәҫкәр спортсылар рәтендә бригадир Мөбәрәк Камалетдинов, электромонтерҙар Булат һәм Редик Гәрәевтарҙың исемдәрен айырып телгә алды.
Коллектив татыу, берҙәм, уңыштары ла ҡыуаныслы. Әммә энергетиктарҙың ҡулланыусыларға ҡайһы бер теләктәре лә бар.
– Электр энергияһын һәр кем теләп файҙалана. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләмәй. Был иһә предприятиеның финанс хәлендә сағылыш таба. Бындай хәлгә юл ҡуйылмаһын ине, – ти Нәсим Насибулла улы.
Энергетиктар үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән тормош көйлөлөгөн ҡайғырта, донъяны яҡтырта. Шуға уларҙың һөнәри оҫталығына ихтирам ҙур. Борай энергетиктары һөнәри байрамын хеҙмәт уңыштары, яҡты йөҙ менән ҡаршылай.
Гөлназ ҒИЛӘЖЕВА.
Борай районы.