Бигерәк тәмлетамаҡ инде ошо Алтынай. Шоколад, кәнфит ашағым килә, тип мыжып тик йөрөй. Юҡ, тигәнде лә белмәй. Бөттө, тиһәң, ҡана, тоҡсайын күрһәт, тип быуынға төшә. Магазинға барып инер әмәл юҡ:
– Шоколад алығыҙ, – тип еңмешләнә башлай. Әсәһе ишектән инергә өлгөрмәй:
– Тәмлекәс алып ҡайттыңмы-ы-ы? – тип сумкаһына һонола.
Бөгөн дә әсәһе Алтынайға шоколад сығарып тотторғас, уның ауыҙы йырылды, күҙҙәре йызлап китте.
– Ура-а-а, – тип өйрөлә-өйрөлә бейеп тә алды. Шоколад ҡыҙыҡайҙың ауыҙында «һә» тигәнсе иреп юғалды.
– Уй, бигерәк тәмле булды! – Ул, ләззәтләнеп, күҙҙәрен селт-селт йомдо, ауыҙын сәпелдәтте.
Берәүгә генә хушһына була тиме Алтынай! Уға һәр ваҡыт буйтым кәрәк. Шоколадҡа буялған ирендәрен, бармаҡтарын суп-суп ялай-ялай:
– Тағы ашағым килә, – тине. Әсәһе ҡыҙыҡайға йәнә бер шоколад тотторҙо. Алтынай уны ла бер-ике һоғондо ла, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, тағы теләнселәргә тотондо.
– Әсәкәйем, берҙе генә бир ҙә, башҡаса семтем дә һорамайым.
– Етеп торор, күгәрсенкәйем, – тине әсәһе. – Тәмле-татлы менән мулығырға ярамай. Әтеү үҙеңә шоколад үсегеп ҡуйыр.
– Әсәй, берҙе генә. – ҡыҙыҡай һытылырҙай булып, бер бармағын күрһәтте.
Алтынайға әсәһенең «юҡ» тип әйтеүе етә ҡалды. Һүҙен һүҙ итә алмаған ҡыҙыҡай ирендәрен бәлшәйтте, балауыҙ һығып та алды. Унан иҙәнгә ятып, тыпырсына башланы.
– Һин мине яратмайһың! Әтеү сығып китәм.
Телевизорҙа барған ҡыҙыҡлы әкиәт тә башҡа ваҡытта «мультик» тип иҫе киткән ҡыҙыҡайҙың иғтибарын йәлеп итә алманы. Уның күҙ алдында ялтыр тышлы тәмле шоколад ҡына тик торҙо. Их, шуны бер туйғансы ашарға ине. Нишләп ошо әсәйем йәлсек икән, тип уйланы ҡыҙыҡай.
Сәй эсеп алғас, әсәһе ихатаға йыуған керҙәрен элергә сыҡты. Шуны ғына көтөп йөрөгән ҡыҙыҡайҙың эсенә йылы йүгерҙе. Ул йәһәт кенә шкаф башына үрмәләне. Тоҡсай эсенән ҡуш услап бер нисә шоколадты эләктерҙе лә ҡомһоҙланып һоғона башланы. Их, тәмлелеге! ҡасан үҙе ҙур үҫеп, аҡсаһы күп була инде. Гелән ошондай шоколад ашап ҡына тик йөрөр инем, тип хыялланды ҡыҙыҡай.
Кискә ҡарай Алтынай тынысһыҙлана башланы.
– Тәнем ҡысый, – тип мыжыны.
Әсәһе, ҡыҙыҡайҙың тәненә тигел-тимгел булып сыҡҡан таптарға май һөртә-һөртә:
– Эй, ҡыҙым, шоколадты бик яратаһың да бит, әгәр берәмләп кенә ашаһаң, ул да һине яратыр ине, – тине, серле генә йылмайып. Алтынай ни әйтергә лә белмәне.
Венер ИСХАҡОВ.