-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
11 Декабрь 2010, 16:53

Ҡомарыңды йүгәнлә

Илебеҙҙә уйын залдарының эшмәкәрлеге былтыр уҡ ҡәтғи тыйыл­ғайны-тыйылыуын. Әлбиттә, халыҡ, шулай уҡ йәнһеҙ «бер ҡуллы бандиттар» ҙа закондарҙы хөрмәт итә – матур уттары, сағыу рекламалары менән йәлеп итеп торған уйын автоматтары залдары профилен үҙгәртеп, лотерея клубтарына әүерелде.

Илебеҙҙә уйын залдарының эшмәкәрлеге былтыр уҡ ҡәтғи тыйыл­ғайны-тыйылыуын. Әлбиттә, халыҡ, шулай уҡ йәнһеҙ «бер ҡуллы бандиттар» ҙа закондарҙы хөрмәт итә – матур уттары, сағыу рекламалары менән йәлеп итеп торған уйын автоматтары залдары профилен үҙгәртеп, лотерея клубтарына әүерелде.
ҡомарлы уйындарға ҡыҙыҡмағандар өсөн бөтәһе лә үҙ урынында кеүек – имеш, клубтарҙың алтаҡталары алмашыныу менән эшмәкәрлеге лә ҡырҡа үҙгәрә. Ә инде ҡомарлы уйын ҡорбандарының үҙҙәре һәм яҡындары ғына белә – уйын клубтарында бер нәмә лә үҙгәрмәне. Шул уҡ күңел күтәрерлек һүрәтле автоматтар, шул уҡ төймәләр, шул уҡ бушҡа аҡса түгеү... Ә юҡ, бер генә үҙгәреш бар – хәҙер аҡсаңды йәнһеҙ автоматтарға түгел, залда эшләүсе хеҙмәткәргә тоттороп, лотерея билетын ғына алаһың. Артабан алтын балыҡ тотторамы-юҡмы икәнлеген һынау өсөн, ҡомарланып китеп, бер-бер артлы лотерея билеттары һатып алырға ғына ҡала. Билеттарҙы һатыусы ҡыҙ ҙур өмөттәр биреп татлы йылмая, ялтыр-йолтор уттар күҙҙе ҡыҙҙыра!
Башҡортостан Республикаһы бу­йынса Эске эштәр министрлығының Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, лотерея клубтары тип аталған һәр бина асылырҙан алда республикабыҙҙың Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау үҙәге хеҙмәткәрҙәре са­ҡы­рыла. Улар һәр «бер ҡуллы бандит»ты тикшереп, автомат ле­галь булған осраҡта, хужаһына документ тапшыра. Тик хужалар лотерея автоматтарын уйын автоматтары итеп көйләй ҙә ҡуя. Етмәһә, закон буйынса автоматтарҙы милиционер­ҙар өс йылға бер тапҡыр ғына тикшерергә хоҡуҡлы.

Аҡса тип күҙҙәр тона...

Шулай итеп, закон буйынса ҡәтғи тыйылыуына ҡарамаҫтан, Башҡор­тос­танда, Рәсәйҙә уйын автоматтары эшләүен дауам итә. Нисәмә кешене бәләгә тарытҡан, ғаиләләр­ҙе тарҡат­ҡан был афәтте юҡҡа сығара алмауҙарын хоҡуҡ һаҡлау органдары уйын автоматтары булған клубтарҙың йәшерен эшләүе, ниндәйҙер ҡағиҙәләрҙең, эакондарҙың камил булмауы, клуб хужаларының төрлө юлдар табып, документтарҙы һүҙ тейҙергеһеҙ итеп эшләүе менән аңлата.
Эксперттар билдәләүенсә, уйын бизнесы килем килтереү яғынан наркотиктар һәм ҡорал һатыуҙан ғына ҡалыша. Шуға ла эшҡыуарҙар­ҙың был эште ташлап ҡуйырға ашыҡмауы аңлашыла. Еңел килгән аҡса башты әйләндерә шул. Баҡ­тиһәң, автоматтарҙы һатып алыуға киткән сығымдар бер ай эсендә үҙен аҡлай икән.
Уйын клубтарының эсендә һәр ваҡыт ярым ҡараңғы, урамда йондоҙҙар көләме, әллә инде ҡояш йылмаямы икәнлеген дә белмәҫһең. Йыш ҡына иҙәнгә ҡара-ҡыҙыл төҫтәге балаҫ йәйәләр. Бөтәһе лә психотерапия күҙлегенән сығып, бер ҙә йәшерен-батырыны юҡ, кешеләрҙең башы йүнләп эшләмәһен өсөн уйланылған. Һөҙөмтәлә уйын залына бер генә минутҡа ингән кеше сәғәттәр буйы ябай тормоштан алыҫлашып, уйнай башлай.

«Галле» ябылды
Өфөнөң кешеләр мыжғып торған үҙәк өлөшөндә рәхәтләнеп эшләгән «Галле» клубын күптән түгел генә яптылар. Юҡһа ул, йәшеренергә лә йыйынмай, матур уттары менән күптәрҙе йәлеп итеп тора ине.
Был хаҡта Башҡортостан Рес­публи­каһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте бына нимә тип хәбәр итә: «Галле» клубындағы лотерея автоматтарында лицензияһыҙ программа ҡулланыу факты буйынса енәйәт эше асылды. 85 уйын автоматы экспертизаға ебәрелде. Хәҙер был эш менән эске эштәр органдарының ҡала идаралығы тәфтишселәре шөғөлләнә».
«Ниһайәт!» – тип әйтергә кәрәк. Юҡһа был клубта лотерея ғына түгел, башҡа уйындар ҙа рәхәтләнеп уйналыуы һәр кемгә билдәле кеүек ине. Ниһайәт, был ысын мәғәнәһендә ҡурҡыныс урындың да ысын йөҙөн асып, законлы рәүештә ябыуға ирештеләр. Милиция хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, «Галле» клубында эшләгән уйын автоматтары шул тиклем күп, хатта уларҙы ҙур йөк машиналарына тейәп ташығандар.
Өфөнөң Зорге урамында ла яңыраҡ бер казино ябылды. Мили­цио­нерҙар билдәләүенсә, унда бик ҡиммәтле ҡорамалдар ҡулланылған, йыһаздар ҙа һәр кемдең кеҫәһе етерлек түгел. Беҙҙең йәмғиәттә «Казино­ға аҡ­саһын ҡайҙа ҡуйырға белмәй шашҡан байҙар йөрөй» тигән фекер ныҡлы урын алған. Бәлки, был шулайҙыр ҙа. Шуға ла бөгөн казиноға туҡталып тороуҙы кәрәк тип тапманыҡ. Һүҙ тәүҙә әллә ни аҡса талап итмәгән уйын автоматтары, хәҙергесә әйтһәң, лотерея уйындары тураһында бара.

Лотерея клубтарына ла көн бөтәсәк

2011 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә лотерея уйнағанда механик, электр, электрон һәм башҡа техник ҡорамалдарҙы ҡулланыу тыйыласаҡ. Тик нишләптер был шатлыҡһыҙ перспек­тива ла эшҡыуар­ҙар­ҙы ҡурҡытмай. Ни тиһәң дә, яңы Законды боҙған өсөн ниндәй яза ҡаралғаны билдәһеҙ.
Алдан күҙаллауҙар буйынса, лотерея клубтарын «ҡыҫа» башлаһалар ҙа, «бер ҡуллы бандит»тар эшләгән клуб хужалары юғалып ҡалмаясаҡ. Илдең ҡайһы бер төбәктәрендә интеллектуаль уйындар менән тәьмин итеүсе клубтар күренә башлаған да инде. Әлбиттә, уларҙа кешенең интеллектын үҫтереүҙең әҫәре лә булмаясағы аңлашыла. ҡыҫҡаһы, эшҡыуарҙарҙың фантазияһы кимәлен закон сығарыусылар уҙып китә алырмы-юҡмы икәнлеген алдан әйтеүе лә ҡыйын.
Шулай уҡ ҡомарлы уйындарҙың виртуаль донъяға күсә барыуы һағайта. Лотерея клубтары йыш ҡына интернет-салон һәм кафе исеме аҫтына йәшеренә. Тыштан ҡараһаң – автосалон, эсенә инһәң, лотерея клубы булған биналар ҙа бар хатта. Эшҡыуарҙар тик ятмай, фантазияларын эшкә егә генә.
Республикала иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәшеүсе милицио­нер­ҙар әйтеүенсә, клубтарҙың эшмәкәрлеге ҡомарлы уйындарға ҡайтып ҡалһа ла, быны судта иҫбатлауы бик ауыр. Был материалды яҙырға әҙерләнгәндә, УБЭП (Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы) вәкилдәре автоматтар тотоп клуб­тар­ға бәреп инә лә уйын автоматтарының хужаларын ҡулға ала, тиеберәк күҙ алдына килтерә инем. Тик ысынында улай булып сыҡманы. Милиция кейемендәге кеше лотерея клубтарының тупһаһынан да үтә алмаясаҡ. Ә инде нисектер башҡаса үтеп ингән осраҡта ла клуб хеҙмәт­кәрҙәре бер генә төймәгә баҫып, бөтә автоматтарҙы эшләүенән туҡтата. Автоматтар эшләмәһә, бер ниндәй ҙә енәйәтсел эшмәкәрлек тураһында һүҙ йөрөтөп булмай.
ҡыҫҡаһы, уйын автоматтарының хужалары менән «тәрбиә» эштәре шулайыраҡ бара – милиционерҙар, әмәлен табып (тәҙрәнән түгел, ишектән, әлбиттә, тик ябай граждан булараҡ), эскә үтә һәм бер нисә сәғәткә һуҙылған документтарҙы тикшереү башлана.
Милиционерҙар әйтеүенсә, уйын автоматтары клубтарын асыҡлағанда төрлө ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр була. Мәҫәлән, хужалар, хоҡуҡ һаҡлау органдарының автоматтарҙы алып китә алыуын белеп, ҙур ҡорамалдарын тәҙрә аша индерә лә, тәҙрәләрҙе рәшәткә менән ныҡлап ҡаплап ҡуя. Автоматтарҙы экспертизаға алып китеү өсөн йөк машиналары килә, әммә уларҙы сығарып булмай, сөнки автоматтар ишеккә һыймай...
Бындай хәлдәрҙән һуң уйын автоматтарына ҡаршы көрәшеү ел тирмәндәре менән алышыуға оҡшай башлай ҙа инде.

Олатайҙың әйткәне

Бер олатай менән һөйләшеп ул­тыр­ғанда, ул: «ҡыҙыҡ был донъя! Бөтә ил менән ҡубып, фашизмды еңдек. Ә эскелеккә ҡаршы тора алмайбыҙ. Оят инде...» – тип әйткәйне. Ысынлап та, кисәге яугир дөрөҫ әйтә: ил менән ҡупҡан осраҡта бөтә бәләне лә еңеп була. Шуға ла хоҡуҡ һаҡлау органдарының «бер ҡуллы бандит»тарҙы эшкә еккәндәрҙең фантазияһына ҡаршы торорлоҡ әмәл таба алмауын күңел менән ҡабул итке килмәй. Илебеҙҙә тиҙ арала ҡомарлы уйындарҙы йүгәнләй алырлыҡ камил закондар сығасағына өмөт итергә генә ҡала. 2011 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә лотерея клубтарының эшмәкәрлеге лә ҡыҫым­ға алынасаҡ. Тик улар урынына яңыһы килмәһен ине.
«ҡомарлы уйындар менән үҙҙәре теләгән кешеләр мауыға. Ни өсөн лотерея клубтарын, уйын автоматтарын ябырға?» – тип фекер йөрөтөүселәр ҙә табылыр. Был мәғәнәһеҙ мауығыу арҡаһында уйнаған кешеләр генә зыян күрһә – ни әйттең дә бит. Юҡ шул, ҡомарлы уйындар тотош ғаиләләрҙе емерә, нисәмә кешене бөлгөнлөккә төшөрә. Балалар, йәштәр ҙә бар бит әле. ҡомарлы уйын­дар­ҙа аҡсаһын, ваҡытын бөтөргән, аҡса табыу өсөн енәйәт юлына баҫыу­сылар бихисап. Беҙҙең республикала булған бер генә хәлде миҫал итеп килтерергә мөмкин. 32 йәшлек ир, уйын автоматтарына аҡсаһы етмәгәс, пенсионер әсәһенән аҡса һорап тормаҡсы була. Тик улының насар ғәҙәтен белгән ҡарсыҡ уға аҡса биреүҙән баш тарта. Автоматтарҙан күҙе томаланған ир күп уйлап тормай әсәһенең башына ултырғыс менән бәреп үлтерә лә, аҡсаһын табып, клубҡа китә. Ғәзиз кешеһен үлтереү юлы менән табылған аҡсаһы бөткәндән һуң ир үҙе лә аҫылынып үлә.

Дин дә тыя

ҡомарлы уйындарҙы дин дә тыя. Ислам бындай уйындарҙың кеше шәхесенең тарҡалыуына килтереүен 1400 йыл элек үк билдәләгән. Бөгөн психологтар ҙа ҡомарлы уйындар менән мауыға башламау өсөн бер генә юл барлығын билдәләй – улар­ға бөтөнләй яҡынламаҫҡа. Хоҙай Тәғәлә казиноға йөрөү, уйын автоматтары менән мауығыу кеүек нәмәләрҙең бысраҡ һәм түбән булыуын һәм был ҡыланыштар өсөн ҡаты яза көтәсәген әйткән. Улай ғына ла түгел, ҡомарлы эшмәкәрлек менән мауыҡҡан кешеләр менән дуҫ булыр­ға ла ярамай. «Кемдең арбаһына ултыраһың – шуның йырын йырлайһың» бит инде. Диндә кешенең милке ҙур урынға ҡуйыла. Ә казинола, уйын автоматтарында кеше үҙенең генә түгел, ғаиләһенең дә милкен елгә осора.
1400 йыл элек барлыҡҡа килгән динебеҙҙең бөгөнгө көн проблемаларын хәл итеүе – һоҡланғыс һәм быны аңлаған кеше өсөн матур күренеш. Дин әһелдәре ҡомарлы уйындарҙы наркотиктарҙан да ҡурҡынысыраҡ тип һанай. Сөнки беҙҙә наркоман­дар­ҙы ауырыу тип ҡабул итәләр, ә инде бер кемдең дә шашҡан ҡомарын дауалағанын ишеткәнебеҙ юҡ әле.
Ысынлап та, цивилизациялы йәмғиәттә кешеләр упҡын ситенән һуҙылған ҡыл өҫтөнән йөрөгән һымаҡ булырға тейеш түгел. ҡомар һәр кемдең күңелендә бар. Айырма шунда ғына: берәүҙәр уны ауыҙлыҡлай белә, ваҡытын, матди байлығын файҙалы эштәргә йүнәлтә. Ә кемдер өсөн ҡомар – тотоп тыйыл­ғыһыҙ көс. Уйын автоматтары башты әйләндерерлек ялтыр-йолторҙары, ҡайсаҡ ҡына ырғытҡан ике тин генә булһа ла килеме менән күптәрҙе ылыҡтыра.
Халыҡ юҡҡа ғына: «Ағиҙелдең аръяғында – бер энәгә бер һыйыр», – тип әсе таҡмаҡ сығармаған. Кешеләр, ысынлап та, тик торғандан аҡса эшләп була икәнлегенә ышана. Имеш, биш һум һалаһың да, бер миллион һум отаһың! Булды икән, ти!
Лотерея уйындары менән дә шул уҡ хәл: әллә нимәгә өмөт итеп, бер туҡтауһыҙ лотерея һатып алған кешеләр бар. Тик иғтибарлап ҡарағыҙ әле – яҡындарығыҙ араһында лотереяға бер миллион һум аҡса отҡан кеше бармы?
Яңы йылдың тәүге көндәренән башлап әлеге лотерея уйындары ла туҡтатылырға тейешле. Яңы көсөнә ингән Закон «бер ҡуллы бандит»тарҙы ауыҙлыҡлай алырлыҡ булырмы – ваҡыт күрһәтер.

Лилиә СИРАЕВА.