Был донъяны һүҙ бар иткән. Тормошто ҡорған нәмә лә – һүҙ. Үҙен аңлы кешегә һанаған һәр кем әле лә һүҙгә һыуһап йәшәй. Сөнки төплө фекерҙе, урынлы тәнҡитте, аҡыллы кәңәште ул йөрөтә.
Исемем ташҡа баҫыла башлауға илле биш йыл булды. Матбуғатта ихласлап эшләүемә лә ҡырҡ биш йылдан уҙған. ҡәләм дә, бәлки, талғандыр. Әммә «Йәшлек» йәшнәгәндә боҫоп йәшәү мөмкинме икән? Кешене йылдар ҙа, замана ауырлыҡтары ла түгел, дәртһеҙлек ҡартайта. Ғүмерҙең һәр көнөн бергә үткәрергә форсат бар икән, беҙгә ниңә айырылырға? Әйҙәгеҙ, Һүҙгә, «Йәшлек»кә тоғро ҡалайыҡ!
«Айбағар» булып, йөрәктәрегеҙгә артабан да бағырға теләүсе, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.