-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
4 Декабрь 2010, 21:04

Йәшлек иле

(«Йәшлек» гәзите гимны)Дамир Шәрәфетдинов шиғыры,Айрат Ғайсин көйө.Ваҡыт-елгә хужа түгел бер кем.Тик уны ла бер мәл отаһың:Йәшлек әгәр кире ҡайтмай икән – «Йәшлек»тәргә үҙең ҡайтаһың!

(«Йәшлек» гәзите гимны)

Дамир Шәрәфетдинов шиғыры,
Айрат Ғайсин көйө.


Ваҡыт-елгә хужа түгел бер кем.
Тик уны ла бер мәл отаһың:
Йәшлек әгәр кире ҡайтмай икән –
«Йәшлек»тәргә үҙең ҡайтаһың!

ҡушымта:
Була, була илһам йыйған саҡтар
ҡыштарҙа ла яҙғы ел менән.
Беҙ барыбер – серле бала саҡтан,
Беҙ барыбыҙ «Йәшлек» иленән!

Ул илдәрҙә – илдең дә йәш мәле!
Ул донъяла – донъя яҡтыраҡ,
Ал-зәңгәрле хыялдарҙа елә,
Ерҙе йәмле итә йәш йөрәк.

Шул саф саҡтың яҡты уй-хистәрен
Беҙҙән ала бөгөн был заман.
Сәләм һиңә, йәшлегендә йәшнәп,
Йәшлегенә ҡабат юлланған!

(9 декабрҙә Конгресс-холда үтәсәк байрамыбыҙҙа гимн тәүге тапҡыр яңғыраясаҡ).