-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
4 Декабрь 2010, 18:44

Ауырлыҡҡа баш эймәйенсә

Өсөнсө декабрҙә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарары буйынса Инвалидтар көнө билдәләп үтелә. Был көн сәләмәтлеге сикләнгән кешеләргә һәр яҡлап иғтибар күрһәтеү, миһырбанлы булыу һәм мөмкин ҡәҙәр уларға ярҙам итеү көнө тип ҡабул ителә.

Ауырлыҡҡа баш эймәйенсә
Өсөнсө декабрҙә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарары буйынса Инвалидтар көнө билдәләп үтелә. Был көн сәләмәтлеге сикләнгән кешеләргә һәр яҡлап иғтибар күрһәтеү, миһырбанлы булыу һәм мөмкин ҡәҙәр уларға ярҙам итеү көнө тип ҡабул ителә.
Яҙмыш һәр кемде көтөлмәгән һынау­ҙар алдына ҡуя. Ләкин, шулай булыу­ға ҡарамаҫтан, үҙҙәрендә йәшәү көсө тапҡан, тормошта маҡсаттарына ирешкәндәрҙе күреп, күңел һөйөнә. Ха­лыҡты эш менән тәьмин итеү һәм социаль яҡлау бүлегендә әйҙәүсе белгес булып эшләгән ҡәҙриә Ғафурова ана шундайҙарҙан. Тыумыштан сәләмәтлеге сикләнгән булыуына ҡарамаҫтан, көслө рухлы, тырыш ҡыҙ Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын социаль яҡлау бүлегендә инспектор булып башлай. Артабан тырыш хеҙмәткәрҙе әйҙәүсе белгес вазифаһына үрләтәләр. Бында эшләгән дәүерендә ул үҙен юғары квалификациялы һөнәрмән итеп таныта. Көн дауамында бихисап кешене хеҙмәтләндерергә тура килә уға. Кәңәш, ярҙам өмөт итеп килеүселәрҙе ҡәҙриәнең яғымлылығы, ихласлығы йәлеп итә. Ул йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашырға өлгөрә. Муниципаль район хакимиәтенең, бүлектең күп һанлы Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
Яҡты донъяның матурлығын күреү, ҡоштар һайрауын ишетеү, һау-сәләмәт булыу бәхете беребеҙҙе лә ташламаһын.
Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Илеш районы.