Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
30 Ноябрь 2010, 16:16

СПИД-ҡа ҡаршы бергәләп көрәшәйек

СПИД – иң ҡурҡыныс һәм йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. Нисә йыл инде медицина уға ҡаршы һөҙөмтәле дарыуҙар уйлап таба алмай. Шулай ҙа табиптар бар көсөн һалып, ауырыуҙарҙың хәлен яҡшыртыу өсөн сиргә ҡаршы көрәшә. Рафаэль Ғәли улы Яппаров етәкләгән Башҡортостан Республикаһының СПИД һәм инфекция ауырыуҙа­рына ҡаршы көрәшеү һәм профилактикалау үҙәгендә тап ошо эш менән шөғөлләнәләр. Уның методик ярҙамды ойоштороу бүлеге мөдире Нурфиға Карам ҡыҙы Хафизова СПИД тураһында тәфсирләп һөйләп бирҙе.

СПИД-ҡа ҡаршы бергәләп көрәшәйек
СПИД-ҡа ҡаршы бергәләп көрәшәйек
СПИД – иң ҡурҡыныс һәм йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. Нисә йыл инде медицина уға ҡаршы һөҙөмтәле дарыуҙар уйлап таба алмай. Шулай ҙа табиптар бар көсөн һалып, ауырыуҙарҙың хәлен яҡшыртыу өсөн сиргә ҡаршы көрәшә.
Рафаэль Ғәли улы Яппаров етәкләгән Башҡортостан Республикаһының СПИД һәм инфекция ауырыуҙа­рына ҡаршы көрәшеү һәм профилактикалау үҙәгендә тап ошо эш менән шөғөлләнәләр. Уның методик ярҙамды ойоштороу бүлеге мөдире Нурфиға Карам ҡыҙы Хафизова СПИД тураһында тәфсирләп һөйләп бирҙе.
– Бөгөн ҡурҡыныс сир башҡалары араһында ниндәй урын алып тора? Республикабыҙҙа күпме кеше ауырыуға дусар?
– Эйе, СПИД – иң таралған ауырыуҙарҙың береһе. Мәҫәлән, бөгөн, 2010 йылды иҫәпләһәк, ВИЧ-инфекция йоҡтороусы 1500 кеше асыҡ­ланған. Уларҙың 56 проценты ир-ат булһа, 44 проценты – ҡатын-ҡыҙ. Өҫтәүенә, күбеһе – йәштәр.
Кешенең организмына эләккән сир яйлап көсәйеүе менән иммун күҙәнәктәрен емерә. Инфек­циялы башта был хаҡта белмәүе лә мөмкин. Шулай уның иммунитеты кәмей. Әгәр ҙә оҙаҡ йылдар буйына дауаланмаһа, СПИД барлыҡҡа килә. Әлбиттә, бындай ауырыу дауалауға бирешмәй. Әммә «Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проекты буйынса беҙҙең үҙәк ҡиммәтле һәм көслө дарыуҙарҙы бик йыш ала һәм был препараттар сир менән яфаланыусыларға ярҙам итеү өсөн тотонола. Әле 1809 сирлене дауаланыҡ.
– СПИД-тың ниндәй юлдар менән йоғоуы ихтимал?
– Ошо көнгә тиклем табиптар ВИЧ-инфекцияның барлыҡ йоғоу юлдарын тапҡан һәм иҫбатлаған: 56 проценты – ҡан аша (медицина инструменттарының бысраҡ булыуы йәки бер үк шприц менән ҡулланыу сәбәпле); 42 проценты – һаҡһыҙ енси яҡынлыҡ юлы; 1 проценты ауырыу әсәнән балаға ген йәки һөт менән күсә.
– ВИЧ-инфекциялыларҙы ниндәй ауырыуҙар йонсота?
– Ваҡыт үтеү менән уларҙың һаулығы ныҡ ҡаҡшай. Был осраҡта туберкулез, пневмония, өйәнәк тотоу, нервы сис­темаһы ҡаҡшау, яман шеш, тире сирҙәре барлыҡҡа килә.
Бына ошондай ҡурҡыныс ауырыуҙарға килтерә СПИД. Беҙҙең үҙәктә аноним рәүештә килеп тикшерелеү мөмкинлеге лә бар.
– СПИД-ҡа ҡаршы саралар, дәрестәр, конференциялар ойоштороламы?
– Әлбиттә, беҙ байтаҡ эш башҡарабыҙ. Бында йәштәрҙең ярҙамы һәм әүҙем ҡатнашыуы ҙур роль үтәй. Медицина, нефть университеттарының һәм педагогия училищеһының студенттары сирҙе профилактикалау эшендә беҙгә булышлыҡ итә.
БР Мәғариф министрлығы вәкилдәре менән профессиональ лицейҙарҙа, юғары һәм урта уҡыу йорттарында сығыш яһайбыҙ, төрлө секциялар үткәрәбеҙ. Шуларҙың береһе «ВИЧ-инфекциялы балаларға ярҙам ит!» тип атала. Өҫтәүенә, СПИД-ҡа ҡаршы фильмдар күрһәтеп, сәләмәт тормош алып барыуҙың мөһимлеген аңлатыу программала ҙур урын ала. Һуңынан инде халыҡ араһында анкеталар таратып, сир хаҡында йәштәрҙең белеү кимәлен тикшерәбеҙ. Иҫтәлеккә ҡыҙыл таҫмалар таратып ҡыуандырабыҙ. Ни өсөн таҫма ҡыҙыл, тиһәгеҙ – был төҫ СПИД-ҡа ҡаршы көрәшеү символы.
1 декабрҙә Өфөнөң Йәштәр һарайында сираттағы акция үтә. Осрашыу йәштәрҙе тәрбиәләү маҡсатында алып барыла. Семинарҙан тыш, бүләккә майка, көрөшкә, календарҙар биреләсәк.
– Бәлки, йәштәргә теләктәрегеҙ барҙыр?
– Һәр беребеҙ үҙ алдына маҡсаттар ҡуйып, яратҡан эше менән шөғөлләнһен. Әгәр кешенең ниндәй ҙә булһа маҡсаты бар икән, тимәк, насар уйға батып йөрөүгә уның ваҡыты ла ҡалмай, киреһенсә, тик яҡшылыҡҡа ынтыла. Алда әйтеп үткәнебеҙсә, күп осраҡта йәш­тәрҙең шаулы байрамдарҙан һуң уйламайынса енси яҡынлыҡ ҡылыуы йәки наркотиктар менән шаяра башлауы СПИД йоҡтороуға килтерә. Шуға ла һәр берегеҙ үҙ киләсәгенә яуап­лы ҡараһын ине.


БДУ студенты
Эльмира ИШЕМОВА әңгәмәләште.
Читайте нас в