Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
23 Ноябрь 2010, 14:22

Аҫаба рухы. Ир намыҫы. Әсмуха сәй

йәки Ниңә Ейәнсура районының Муйнаҡ ауылы халҡы Һыу­сыҡ­­ҡан шишмәһен ҡуртымға биреүгә ҡаршы?Гәзитебеҙҙән айырылмаусы дуҫтарыбыҙҙың хәтерендәлер, моғайын: бынан ике йыл элек Ейәнсураға барып, Сураш батырҙың ҡәберенә зыярат ҡылыуыбыҙ хаҡында яҙғайным. Нимә этәрҙе икән Бөрйән ырыуы батыры Сурағолдо 63 йәшендә яу сабырға, алған яралары сәбәпле тыуған еренә лә ҡайтып етә алмай, Үҫәргән ерендә вафат булып ҡалырға? Шул, башҡорттоң быуаттан-быуатҡа һуҙылған ғәме инде: мал да, дан да түгел, ә бары тик, тыуған илем, тыуған еремде яттар тапамаһын, тигән теләге. ҡара әле, Сураш батырҙың Брагиндың башына етеп, артынса үҙе лә Аллаһ хозурына күсеүенә өс быуатҡа яҡын ваҡыт уҙһа ла, башҡорттоң ғәме үҙгәрмәй икән, үҙгәрмәгәс. Был юлы ла юлға сығыуыма шул, ерем, илем, тип янып-көйөүсе башҡорттар сәбәпсе булды.

Аҫаба рухы. Ир намыҫы. Әсмуха сәй
Аҫаба рухы. Ир намыҫы. Әсмуха сәй
йәки Ниңә Ейәнсура районының Муйнаҡ ауылы халҡы Һыу­сыҡ­­ҡан шишмәһен ҡуртымға биреүгә ҡаршы?
Ошо урында Ирәндек ағай менән мине оҙатып килеүсе Сөләймән ағай Хәлитов бәхәсләшеп алды.
Сөләймән ағай:
– Ирәндек ҡустым, йәшерен-батырын эш­ләйһегеҙ: арендаға «Урал аръяғы» төҙөлөш компанияһына бирергә йөрөүегеҙҙе әле бына, өйөңә килеп, тәүгә ишетәм. Был шишмә буйынса беҙҙең фекер шул: халыҡтың мөлкәте булараҡ, ул берәүҙең дә шәхси ҡулында булырға тейеш түгел. Ятһын, кәрәк сағында өмә итеп таҙалауы бер ҙә ҡыйын түгел, әммә арендаға бирмәйәсәкбеҙ, – тине.
Йөҙәр саҡрым ер үтеп, әлеге шишмәне күрмәй ҡайтыу килешмәҫ, тигәс, алып барҙылар. Тирә-яғын матур итеп кәртәләгәндәр, үҙен таштар менән уратып, ыҡсым ғына бер ял итеү урынына әүерелдергәндәр. Һыуын тәмләп ҡараным: тыуған ауылым Ишмөхәмәттәге Дауыт шишмәһенекенә етмәй тәме.
Әйткәндәй, шишмәлә саҡта бер ҡыҙыҡ осрашыу булды. Унан өс саҡрымдан Ырымбур өлкәһе башлана икән, шул яҡтан өс һыбайлы килеп сыҡты. Урыҫтар. Сәләм биреп, шишмәгә төштөләр. Сәләмдәрен алып, һүҙ ҡуштым:
– Һеҙ ошо шишмәне берәренә арендаға биреүгә нисек ҡарайһығыҙ?
Үҙен, Леонид Лискевич, Ырымбурҙанмын, инженермын, тип таныштырғаны былай тине:
– ҡаршымын. Ни өсөн тигәндә, был ерҙе арендаға алған кеше уны тәртиптә тотор өсөн аҡса сарыф итә башлаясаҡ бит. Шуға ла ул йә кешене бөтөнләй индермәйәсәк, йә, индергән хәлдә лә, бының өсөн хаҡ ала башлаясаҡ. Бына бит, бында барыһы ла матур итеп эшләнгән, артабан сығымдар талап ителмәй. Тик урындағы властың, кешеләрҙе өгөтләп, ваҡыт-ваҡыты менән экологик өмә үткәреп тороуы ғына кәрәк. Вандалдар юҡ был тирәлә, ә экологик өмә үткәрергә теләһәгеҙ, әйтегеҙ – беҙ ҙә ҡушылырбыҙ. Телефон номерымды ҡалдырам.
Шулай.
Ауылдың инициатив төркөмө менән хушлашып, район үҙәгенә юл алдым. Юл ыңғайында ауыл советы депутаттарының береһенең фекерен ишетергә теләк белдергәс, Марат ағай мине Ғәлийәновтарҙың йортона алып килде. Нәйлә Нуриман ҡыҙы, депутат булараҡ, ауыл хакимиәте башлығының был ҡарарын аҙаҡ ҡына ишетеүен белдерҙе:
– Беҙҙең менән кәңәшләшмәйенсә, халыҡ фекерен белмәйенсә эшләр булғас, ауыл советы депутаттары нимәгә кәрәк була инде ул? Ауылда кемде генә күрмә, барыһы ла шишмәне арендаға биреүгә ҡаршы.
Юлда осраған уҡытыусы Зилә Түләбаева ла депутаттың фекерен раҫланы:
– Мәктәптә уҡыусыларҙан «Кинйә» романы буйынса инша яҙҙыртҡайным. Халҡыбыҙҙың ере-һыуы өсөн көрәшенә бәйләп, ауылыбыҙҙың шишмәһенән ҡолаҡ ҡаҡмайыҡ, тип яҙған уртансы синыф балалары. Был нимә хаҡында һөйләй? Халыҡ фекере хаҡында, әлбиттә.
Район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин менән осрашып, Муйнаҡ ауылы проб­лемаһы хаҡында һөйләшеп булманы: секретарь ҡыҙ хакимиәт башлығының Өфөнән кешеләр көтөүе, шуға мине ҡабул итмәйәсәге хаҡында әйткәс, ныҡышып торманым. Әлфәрис Сәлихйән улын республика гәзитенән журналист килеүе хаҡында иҫкәртеп тә тормайынса: «ҡабул итмәйәсәк», – тип өҙә һуҡҡас, был секретарь йә ныҡ белдеклелер, йә ныҡ белек­һеҙҙер, тип уйланым да, сығып киттем.
Уның ҡарауы, хакимиәттә вазифа биләүсе икенсе кеше, был һорау буйынса рәсми аңлатма бирергә компетентлы булмаһа ла, хакимиәттең фекерен белдереп үтте:
– Был шишмәне бит беҙ ситтәргә бирмәйбеҙ: ошо урында йәшәүсе, беҙҙеке кеүек үк ҡыҫыҡ күҙле башҡорттар арендаға ала. Иллә ят милләт кешеһе килеп керешһә, өндәшеүселәр табылмаҫ ине, моғайын. Арендаға алһын, һыуын матур итеп шешәләргә ҡойоп, һатыуға сығарһын – һыу бөтәме ни? Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ шишмәне «Урал аръяғы» төҙөлөш компанияһына көсләп тигәндәй беркеттек, улар тирә-яғын матурларға көс һалып, сығымдар түгә башланы ла инде. Эшләһендәр әйҙә!
Район прокуроры Азамат Насировҡа ингәс, ул үҙенең ҡарашын белдерҙе:
– Әле бына ауыл халҡы исеменән яҙылған ғаризаны ҡабул итеп, мәсьәләнең айышына төшөнөп ултырабыҙ. Ауыл хакимиәте, ауыл хужалығына иҫәпләнгән ерҙе һыуын файҙаланыу маҡсатында арендаға бирергә йыйынып, яңылыш эшләгән; бының өсөн кадастр-иҫәп документтарына үҙгәрештәр индерергә кәрәк. Был хаҡта район хакимиәтенә протест бел­дерҙек, хоҡуҡи күҙлектән рекомендациялар бирҙек. Халыҡ ризаһыҙлығына килгәндә инде, аңлатып, кәңәшләшеп эшләү кәрәк.
Ейәнсура районына барып, шатланып ҡайтып киттем. Ни өсөн, тиһегеҙме?
Гәзиттә эшләгәс, күп кенә ваҡиғаларға шаһит булырға тура килә. Шулай, бер мәл, Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылы янындағы быуаны ҡуртымға алып, балыҡ үрсетергә йыйын­ған бер егет менән таныштырҙылар. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү зарур, тип көн дә хыялланабыҙ, бында иһә кеше хыялланып ҡына ҡалмай, хыялдарын тормошҡа ашырған да. Ниңә был хаҡта гәзиткә яҙмаҫҡа? Барҙым, күрҙем. Яҙҙым. Яҙмаҫлыҡ та түгел шул. Быуанан ситтәрәк мал аҙбары эшләгән, һауын кәзәләре, күркә, өйрәк, тауыҡ көтә, ҡарауылсы яллаған. Хөрриәт.
Бер йылдан һуң теге егеттең хәлен беләйем тиһәм, таба алманым. Көтмәгәндә ғәйеп булған – һыуға төшкәнме ни. Аҙаҡ ҡына Беренсе Этҡолдан сыҡҡан бер егет юғалған танышымдың яҙмышына бәйле мәғлүмәттәрҙе һөйләп ишеттерҙе. Уның үҙенә һүҙ бирәйем.
«Ауылға ҡайтҡас, ғәҙәт буйынса, һыу инергә киттем. Барһам, Сергей һыуға яҡын юлатмай. «Ошо ауылда тыуып үҫкән мине һыу индермәҫкә уйланыңмы?» – тим быға. «Күрәһеңме – шәхси милек», – тип, танауым аҫтына ниндәйҙер ҡағыҙын төртөп күрһәтә. Быуаны ҡуртымға алыу ҡағыҙы...»
ҡыҫҡаһы, ауыл кешеһенән быуаны ҡыҙғанып, Сергей ныҡ ҡына хаталанған. Юрист булып сыҡҡан был егет, ныҡышып, суд аша Баймаҡ районы хакимиәтенең Сергей менән ҡуртым хаҡында килешеүен ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таптыртыуға ирешкән. Тап Ейәнсуралағыса, ҡуртымға биреү тәртибе дөрөҫ үтәлмәгән булған.
Тағы ла редакцияға үрҙә иҫкә алып кителгән Сураш батырҙың вариҫтары, Баймаҡ районының Әмин ауылы халҡы исеменән килгән (инде нисәнсе тапҡыр!) аһ-зарлы хаттан бер өҙөк менән танышайыҡ.
«...Ер-һыуҙы арендаға биреү мәсьә­ләһендә урындағы халыҡтың фекерен, теләктәрен, ихтыяждарын иҫәпкә алмау төҙәтеп булмаҫлыҡ хаталарға килтерә. Быны беҙҙең Әмин ауылы (Баймаҡ районы) эргәһендәге Ташҡаҙған тауы миҫалында күрергә була. Ваҡытында етәкселәр, магниттар (Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһы) биргән осһоҙ буяуҙарға, бер иҫке пианиноға, «Һабантуй – 2006»-ға спонсор булыуҙарына ҡыуанып (ата-бабаларыбыҙҙың бер әсмуха сәйгә алданып, ерҙәрен һатыуы иҫкә төшә тарихыбыҙҙан), ҡиммәтле таштар сығанағы булған тауҙы ҡутарырға рөхсәт бирҙеләр. Ташҡаҙған тауы ташы менән генә түгел, халҡыбыҙ тарихында биләгән урыны менән дә ҡәҙерле: бында ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны, тире ҡойолған, 1755 – 56 йылдарҙағы ихтилалдың башланыуына сәбәпсе булған «Бөрйән бунты» урыны. Ауыл халҡының йыйындар йыйып, етәкселәр менән осрашып, «бирмәҫкә» тигән талаптары ла, халыҡтың, имзалар йыйып, юғары кимәлдәге етәкселәргә, депутаттарға мөрәжәғәт итеүе лә бушҡа булды. Райондың «Һаҡмар» (№117, 17 октябрь, 2006) һәм «Йәшлек» (№58, 18 ноябрь, 2006) гәзиттәрендә ҙур күләмле мәҡәләләр баҫылып сыҡҡас, резонанс булғас, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрер, тигән өмөттәр аҡланманы.
Бөгөнгө көндә ете гектар ерҙе биләгән был карьер һәм уның тирә-яғы бик мөшкөл, ҡот осҡос хәлдә, тиһәң дә була. Төрлө яҡҡа ярғысланып һалынған юлдар, сүп-сар, янында терәлеп аҡҡан ҡамышаҡ шишмәһенең хәҙер ҡамышы ла юҡ, һыуы ла аҡ түгел. Урындағы халыҡҡа эш була, тигән төп дәлилдәре лә үтәлмәне: таш сығарыуҙа эшләүселәрҙең барыһы ла ситтән килтерелгән. ҡыҫҡаһы, был байлыҡтан урындағы халыҡҡа ла, ауылдарға ла бер файҙа юҡ. Әле эшләгәндәрҙең лицензия ваҡыты 2011 йылда тамамлана. ҡарарбыҙ: район хакимиәте үҙен уйлармы, халыҡты уйлармы?»
Шатланыуым шул: Ейәнсура райо­нының Муйнаҡ ауылы аҡһаҡалдары: «Хакимиәт ҡарар ҡабул иткәс, ризалашмай хәл юҡ», – тип ауыҙ асып ҡалмаған, саң ҡаҡҡан. Оператив рәүештә халыҡ араһында аңлатыу эше йәйелдергәндәр, республика матбуғаты аша йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт иткәндәр, район хакимиәтенә, прокуратураға үҙҙәренең ризаһыҙлығын белдерергә аптырап тормағандар. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡҡандар. Ваҡыты шундай: һәр кем үҙенең кеҫәһен ҡайыра. Барыһына ла килем, табыш, файҙа кәрәк. Әлеге лә баяғы, тамырҙарында аҫабалыҡ рухы типкән, үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә ер хужаһы тип тойғандар ғына, замана елдәренә бирешмәй, әсмуха сәйгә ҡыҙыҡмай, баш ҡалҡытырға йөрьәт итә. Ана бит, бар халыҡ менән ҡарап тороп, меңәрләгән быуатлыҡ тарихы булған Шахтау шиханын (Стәрлетамаҡ ра­йоны) ете ят кешеләрҙән ысын мәғәнәһендә ашатып бөтөргәс кенә, туҡта, былай бармай, тип, Торатауҙы (Ишембай районы) яҡлап баш күтәрҙе республика халҡы. Ә бит, уйлап ҡараһаң, тау тау инде: айырым бер кеше лә унан файҙа ла, зыян да күрмәй.
Муйнаҡ ауылы янындағы Һыусыҡҡан шишмәһен күптәр маҡтаны миңә ошо бер көн эсендә. Христиан руханиҙарының ҡыҙығыуын да ҡат-ҡат һөйләнеләр. Баяғы, хакимиәт вәкиле әйткәнсә, ситтән берәр ҡалын ҡалталыһы килеп, кәрәк кешенең эс-бауырына үтеп инеп, законлы рәүештә 49 йылға ҡуртымға алмаҫ, тип тә ышанырға ярамай. Урыҫтың «Изге урын буш тормай» тигән тапҡыр ғына әйтеме бар: шишмәгә хужа булырға тырышыусылар күбәйәсәк – көнө бөгөн түгел. Красноусолдағы кеүек, берәй ваҡыт был шишмәнән «Икона Муйнакской богоматери» табып алмаҫтар тимә. Нисек кенә ғәжәп яңғырамаһын, был хәлдән һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулы – шишмәне уты-һыуы менән ҡуртымға биреү. Әлбиттә, берәй Газон Засеянға түгел, ә күҙ күргән, аҡсаға күҙе тоноп бармаған үҙ кешеңә. Хатта ауыл халҡы араһынан берәүһенә. Шул уҡ ауыл хакимиәте лә, законға ярашлы, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә ала бит – нишләп эшләмәҫкә? Әйҙә, үҙҙәре арендаға алһын да, шул уҡ «Урал аръяғы» төҙөлөш компанияһына символик хаҡҡа субарендаға бирһен. Төп маҡсат аҡса эшләү түгел, ә шишмәне яттарға бирмәү бит. Табыш тигәндә, күптәрҙең күҙе тона – аҡыш күҙленеке лә, ҡыҫыҡ күҙленеке лә.
Район хакимиәтенә лә үҙ халҡына ихтирам менән ҡарарға өйрәнергә кәрәктер. Ана бит, республика Президенты Рөстәм Хәмитов та, ураған һайын: «Чиновник – халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡлаусы хеҙмәткәр генә, башҡа бер кем дә түгел», – тип өлгө күрһәтә. Муйнаҡ ауылы хакимиәте башлығы Ирәндек Иҙел улы Әбделғужин да миңә һөйләгәндәрен тәүҙә үҙен вазифаға һайлап ҡуйған депутаттарына, аҙаҡ, шул уҡ Ололар көнөндә, ауыл аҡһаҡалдарына һөйләһә, кәңәш һораһа, хәл былай ҡырҡыулашыр инеме икән? Ауыл ҡарттарының район хакимиәтендә эшләүсе бер чиновниктың, исемләп әйтмәйем, ошо шишмә ғауғаһы өсөн генә лә биргән сәләмде алмай, сеп-сей булып үсегеүенә асыуланыуҙары ла урынлы.
Әле иһә, минеңсә, иң отошлоһо – эште мөмкин тиклем асыҡ алып барыу. Район хакимиәте, шишмәне арендаға алырға теләк белдереүсе ойошма, ауыл халҡы бергәләшеп осрашырға, аренда шарттары хаҡында ентекләп килешергә, шишмәгә юл ябыласаҡмы-юҡмы икәнен һөйләшергә (эсәр һыуҙың таҙалығын тәьмин итеү өсөн, бәлки, был тәүшарт булалыр ҙа), барыһын да энә күҙәүенән үткәреп тикшерергә кәрәктер. Һәр хәлдә, Ейәнсура районының Муйнаҡ ауылы халҡын да, Баймаҡ районының Әмин ауылы халҡын да: «Үҙегеҙ ҙә эшләмәйһегеҙ, башҡа­ларҙы ла эшләтмәйһегеҙ, бесән өҫтөндәге эт кеүекһегеҙ», – тип битәрләүҙәре күңелдә ауыр тойғо ҡалдыра. Әйтерһең, беҙҙең түрәләрҙе халыҡ менән шулай ғына һөйләшергә кәрәк, тип бер үк урында уҡыталар, тиерһең...

Аукционда һәр кем ҡатнаша ала

Был мәсьәлә буйынса Ейәнсура районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иткәс, район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин түбәндәгеләрҙе һөйләне: «Һуңғы осорҙа урындағы үҙидара органдарына 131-се һанлы Федераль закон сиктәрендә бик күп йөкләмәләрҙе башҡарырға тура килә. Финанс яҡтан нығытылмағанлыҡтан, был йөкләмәләрҙе үтәү урындағы властарға ҡыйынға төшә. Был йәһәттән республика етәкселеге урындағы инвестицияларҙы йәлеп итеү, өҫтәмә эш урындары булдырып, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыуҙы төп мәсьә­ләләр рәтенә ҡуйҙы. Әлеге осорҙа был йүнәлештә бер ни тиклем эш башҡарып, ауыл хужалығында, төҙөлөш тармағында аныҡ инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла.
Төп һорауға килгәндә инде, 2010 йылдың 25 сентябрендә әле «Ейәнсура таңдары» район гәзитенең 112-се һанында Муйнаҡ ауылы янындағы Һыусыҡҡан шишмәһен ҡуртымға биреү буйынса аукцион үткәреү тураһында, ысынлап та, район хакимиәтенең ҡарары баҫылды. Урындағы халыҡтың, әйткәндәй, Т. Йосопов, И. ҡунаҡбаев һәм башҡаларҙың ҡаршы сығыуы ҡуртым килешеүенең барлыҡ пункттарын белмәүенән киләлер. Әйтергә кәрәк, аренда килешеүенең төп шарты булараҡ, халыҡҡа Һыусыҡҡан шишмәһе менән файҙаланыуға бер ниндәй ҙә сикләүҙәр булмаясаҡ. Был шарт боҙола икән, ҡуртым килешеүе, ҡануниәткә ярашлы, үҙ көсөн юғалтасаҡ.
Килешеүгә ҡарата тәҡдимдәрҙе ҡабул итеү тураһында хәбәр ителеүенә ҡарамаҫтан, халыҡ тарафынан башҡа тәҡдимдәр әлегә булманы».

Илшат ҡАНСУРИН.
Читайте нас в