Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
13 Ноябрь 2010, 15:22

Мумбай – «аҫылмалы баҡсалар» иле

Ғәрәп диңгеҙенең яры буйлап 140 км саҡрымға һуҙылған Мумбай – Һиндостандың көнбайышында урынлашҡан һәм иң ҙур ҡала. 2009 йылда унда 13 922 125 кеше көн күргән. 1995 йылға тиклем был ҡаланы Бомбей тип йөрөтәләр. Мумбай атамаһының килеп сығышы шулай: ул һинд алиһәһе Мумба Девиҙың исеменән һәм «аи» – маратхи телендәге «әсә» тигән һүҙҙән төҙөлгән. Португалдар иһә был төбәккә килгәс, урынды «Бом Баи» – «яҡшы ҡултыҡ» тип атаған. Англия колонияһы ваҡытында инглизләштереп, Бомбейға әйләндергәндәр.Ул – Һиндостандың көнбайыш ҡапҡаһы, пассажир терминалы аша илгә инеүселәрҙең яртыһынан күберәге ошонан үтә. ҡала иҡтисад, мәҙәниәт үҙәге булып та тора. Бер үк ваҡытта Мумбай – ҙур ҡапма-ҡаршылыҡтар ҡалаһы. Бында байлыҡ-муллыҡ фәҡирлек менән йәнәшә йәшәй, заманса кварталдарға ярым емерек ярлылар өйҙәре «һыйынған». Башҡа ҡалалар менән сағыштырғанда, Мумбайҙа йәшәү кимәле юғарыраҡ һәм кеше эшсәнлеге лә әүҙемерәк. Бында, эш эҙләп, бөтә Көньяҡ Азиянан ағылалар.Шулай итеп, сәләм, Мумбай!

Мумбай – «аҫылмалы баҡсалар» иле
Мумбай – «аҫылмалы баҡсалар» иле
Читайте нас: