-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
9 Ноябрь 2010, 13:27

һаумыһығыҙ!

Көҙ етһә – һыуыҡ тейәҒәҙәттә, кеше йылына өс тапҡыр һыуыҡ тейҙереп ауырый. Таралыу йәһәтенән киҫкен ауырыуҙар араһында был сир дүртенсе урынды биләй. Саҡ ҡына тымаулап, йүткертә, тамаҡ ҡысыта, баш ауырта башлау менән дауалана башлау зарур. Быға иғтибар итмәйенсә, микробтарға организм буйлап таралырға юл ҡуйырға ярамай. Әлбиттә, һәр кемдең дауаланыу буйынса үҙ ысулы булыуы мөмкин. Әммә түбәндәге кәңәштәр һис кенә лә ҡамасауламаҫ.

һаумыһығыҙ!
Көҙ етһә – һыуыҡ тейә
Ғәҙәттә, кеше йылына өс тапҡыр һыуыҡ тейҙереп ауырый. Таралыу йәһәтенән киҫкен ауырыуҙар араһында был сир дүртенсе урынды биләй. Саҡ ҡына тымаулап, йүткертә, тамаҡ ҡысыта, баш ауырта башлау менән дауалана башлау зарур. Быға иғтибар итмәйенсә, микробтарға организм буйлап таралырға юл ҡуйырға ярамай. Әлбиттә, һәр кемдең дауаланыу буйынса үҙ ысулы булыуы мөмкин. Әммә түбәндәге кәңәштәр һис кенә лә ҡамасауламаҫ.
Диагноз

Әгәр температура күтәрелһә, уны шунда уҡ төшөрөргә ашыҡмағыҙ. Сөнки температура үҙе үк вирустарға һәм микробтарға ҡаршы көрәшә. Шуға күрә табиптар тән температураһы 38 градустан юғары күтәрелгәндә генә дарыу эсергә ҡуша. Шулай уҡ һыуыҡ тейеүҙән дауаланғанда йүтәлде дарыу менән баҫыу ҙа зарарлы. Ни өсөн тигәндә, йүткерек аша үпкә һәм бронхылар ҡаҡырыҡтан арына. Ошо мәлдә ҡаҡырыҡты сығарырға ярҙам итеүсе препараттар эсергә кәрәк. ҡалтыратһа, мөмкин тиклем күберәк һыу, йылы сәй, әлморон, миләш, балан төнәтмәләре, йылы һөт эсеү файҙалы. Өҫтөгөҙгә кизе-мамыҡ туҡыманан йылы кейем кейегеҙ. Ауырыуҙың тәүге билдәләре башланыу менән танау тишектәрен тоҙло һыу менән сайҡатыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Бының өсөн ярты балғалаҡ тоҙҙо ҡайнаған һыуҙа иретеп, танау тишектәрен сайҡатығыҙ. Һыу кире ағып сығырға тейеш. Йоҡлағанда лайла бүленеүе еңелләшһен өсөн баш аҫтығыҙға тағы ла бер яҫтыҡ һалығыҙ. Шулай иткәндә, тымау менән йүтәл йоҡлағанда ныҡ борсомаясаҡ. Әгәр бейек яҫтыҡҡа ята алмаһағыҙ, уны матрас аҫтына һалырға мөмкин. Һыуыҡ тейҙергәндә тамағығыҙға аш бармаһа, үҙегеҙҙе көсләмәгеҙ. Ошо кәңәштәрҙе үтәһәгеҙ, тымау бер аҙнаға һуҙылмаҫ, ә ике көндән бөтөр.
Ауырыуҙан дауаланғанда ҡатыҡ бик файҙалы. Ғалимдар фекеренсә, был ризыҡта ауырыу­ға ҡаршы көрәшергә ярҙам итеүсе матдә бар. Тауыҡ һурпаһы, туҡлыҡлы булыу менән бер рәттән, тамаҡты йомшарта, тын юлдарын аса. Дауаланғанда һарымһаҡ, һуған кеүек тәбиғи антибиотиктар тураһында онотмағыҙ. Тәндәге әүҙем нөктәләргә массаж яһау ҙа ярҙам итә.
Үҙегеҙҙе насар хис итеү менән ятығыҙ. Сир үтер әле, тип аяҡ өҫтө йөрөмәгеҙ. Юғиһә ауырыу оҙаҡҡа һуҙыласаҡ. Өҫтәүенә, ҡатмарлы эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Әгәр ҙә инде ауырыу оҙаҡҡа һуҙылырға оҡшаһа, унан дарыу эсмәйенсә ҡотолоу мөмкин түгел. Тик да­рыуҙарҙы табип билдәләргә тейеш.
Ысынында иһә һыуыҡ тейҙереү ул айырым бер ауырыу түгел, ә бактерияларҙың үрсеү һөҙөмтәһе. Әҙ генә ел дә, физик көсөргәнеш тә организмдың сиргә ҡаршы тороусанлығын кәметеп, ауырыуға дусар итә. Ауырыған кешегә «киҫкен респиратор вируслы ауырыу» тигән диагноз ҡуйыла. ОРВИ-ны тыуҙырыусы вирус­тарҙың ике йөҙләп төрө бар һәм улар менән көрәшеүҙең әллә ни ауырлығы юҡ. Әммә ул йоғошло. Һауа аша йоҡҡанда, ғәҙәттә, дүртенсе көнгә сирләй башлайһың. Табип тымауҙың, йүтәлдең ҡайҙан барлыҡҡа килеү сәбәбен аңлай алмаһа, ОРВИ тигән диагноз ҡуя.

Сирҙе киҙеүҙән нисек айырырға?

Һыуыҡ тейеүҙән прививка юҡ. Вакцинация киҙеүгә ҡаршы ғына ойошторола. Шулай ҙа вакцина ҡаҙатыу менән ауырыу һине урап үтә тигән һүҙ түгел. Шулай ҙа киҙеүҙән прививка эшләткән кешеләрҙең вируслы инфекциялар менән һирәк ауырыуы күҙәтелә. Өҫтәүенә, киҙеү йоҡҡан хәлдә лә, еңел үтә һәм кире эҙемтәләре булмай. Шунлыҡтан табиптар әле үк прививка эшләтеп ҡалырға саҡыра. Сөнки вакцинаны эпидемия башланғас түгел, ә алдан яһатыу зарур. Ни өсөн тигәндә, вирустан һаҡлаусы антителалар вакцинанан һуң бер ай үткәс кенә барлыҡҡа килә. Белгестәр билдәләүенсә, прививканың зыяны юҡ. Ул хатта ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатындарға ла рөхсәт ителә.
Хроник йөрәк сирле һәм тын юлдары ауырыу­ҙары менән интегеүселәргә һыуыҡ тейҙереүҙән ныҡ һаҡланырға кәрәк. Инфекция таралыуына юл ҡуймайым тиһәгеҙ, йыуылмаған ҡулығыҙ менән танауығыҙға, күҙегеҙгә ҡағылмағыҙ. Сөскөргән, йүткергән кешенән алыҫҡараҡ ҡасығыҙ. Инфекция ваҡытында ҡулъяулыҡ урынына бер тапҡыр файҙалана торған ҡағыҙ салфеткаларҙы ҡулланыу урынлы. Сөнки ви­рус­тар оҙаҡ һаҡлана. ҡулъяулыҡты кеҫәңә һалып ҡуйыу вирустың үҙен һалып ҡуйыу тигән һүҙ.

Һаҡланыу саралары

Һыуыҡтан иммунитетты көсәйтеүсе витаминдар ашап та һаҡланырға мөмкин. Бынан тыш, ҡулығыҙҙы йыуығыҙ!
ҡулдарҙы көнөнә кәмендә биш тапҡыр йыуырға кәрәк. Вирустар, бактерияларҙың бөтә урында ла йәшәүен, автобуста, телефон трубкаһында оҙаҡ һаҡланыуын онотмағыҙ. Улар организмға ҡул аша үтеп инә. ҡулды йыуған саҡта микробтарҙың 90 проценты йыуылып төшә. Ә ҡалған 10 процентына ҡаршы иммун системаһы көрәшә ала.

Кейенегеҙ!

Йылы кейенеп йө­рө­гөҙ. Әммә дөрөҫ кейенә белеү зарур. Мәҫәлән, артыҡ йылы кейем кейеп, тирләп тә һыуыҡ алдырырға мөмкин. Шуға күрә ҡатлап-ҡатлап кейенегеҙ. Эҫе икән, кейемдең бер ҡатын сисергә була. Ә бына үтә йылы пальтоны бер ҡат йоҡа кофта йә күлдәк өҫтөнән кейеү дөрөҫ түгел.

Һурпа эсегеҙ!

Һыуыҡта аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла тауыҡ һурпаһы эсеү файҙалы. Белгестәр, һурпа һыуыҡтан һаҡлай, тигән фекерҙә.

Йоҡоғоҙ туйғансы йоҡлағыҙ!

Йоҡо туймау организмға көсөргәнеш тыуҙыра. Даими йоҡоһоҙлоҡтан интегеү киҙеү ауырыуына килтереүе менән хәүефле. Көҙ бер сәғәт алдан ятыу хәйерле. Мөмкинлек булғанда, көндөҙ серем итеп алыу ҙа ҡамасауламаҫ.

Экспресс-диагностика

Әгәр башығыҙ, быуындарығыҙ, мускулдарығыҙ ныҡ итеп ауыртып, хәлегеҙ бөтһә, температурағыҙ 39 градусҡа тиклем күтәрелһә, тамағығыҙ ҡысытып, танауығыҙ тонһа, һеҙҙә – грипп!
Танауығыҙ еүешләнеп, температурағыҙ 37 градусҡа тиклем күтәрелһә, шулай ҙа үҙегеҙҙе ҡәҙимге тойһағыҙ, был – риновирус­лы инфекция, йәғни маңҡалау.
Тауышығыҙ ултырһа, йүткертһә – ларингит.
Тын алыуы ауырлашып, тәүҙә ҡаты йүтәл хасил булып, һуңынан ул әҙерәк йомшара төшһә, температура һаҡланһа – бронхит.
Йүтәлгә, танауҙан һыу ағыуға күҙ ауыртыуы ҡушылһа, бәләкәй тел эргәһе ағарһа, лимфа биҙҙәре шешһә – ангина.

Иммунитетты күтәрергәме, юҡмы?!
Иммунитетым түбән, тигән борсолоуҙарҙы йыш ишетергә тура килә. Берәүҙәр был тирәләй ҡуйыртылған фекерҙәрҙе имеш-мимеш тип иҫәпләһә, икенселәр, бар көсөн һалып, уны күтәрергә тырыша. Айырыуса яҙлы-көҙлө иммунитет өсөн «көрәшеүселәр» күбәйә.
Ысынлап та, беҙ әҙ генә сырхау­лауҙы ла иммунитет ҡаҡшауы менән бәйләргә күнеккәнбеҙ. Шунлыҡтан кемдер, саҡ ҡына ауырыһа ла, да­рыуханаға стимулятор артынан йүгерә. Белгестәр иһә, организмда иммун системаһының ҡаҡшауы ниндәйҙер операция кисергәндән, көслө антибиотиктар ҡулланғандан һуң ғына күҙәтелеүе мөмкин, тигән фекерҙә. Бөгөн иммунитетты көйләүсе препараттар етерлек, интерферондарҙың йәнең теләгәнен һайларға була. Шулай ҙа улар­ҙы, иммунологтар ҡушыуынан тыш, үҙ белдегең менән эсеү дөрөҫ түгел. Әлеге препараттар менән мауығыуҙың файҙаһынан зыяны күберәк булыуы ихтимал. Мәҫәлән, стимуляторҙарға йыш мөрәжәғәт итеүҙән иммун системаһы тәбиғи функцияһын үтәүҙән туҡтай. Организм, нәҡ тә эшһеҙлек буйынса пособие көткән ялҡау кеше кеүек, ниндәйҙер ауырыуға, вирустарға ҡаршы көрәшеү һәләтен юғалта. Был осраҡта, ысынлап та, иммунитетҡа бәйле етди проблемалар башлана. Шуға күрә препараттарға ҡарағанда женьшень, элеутерококк кеүек тәбиғи адаптогендарға өҫтөнлөк биреү хәйерле. Улар күҙәнәктәрҙе йәшәртеп, ферменттар алмашыныуын, вегетатив һәм эндокрин системаны әүҙемләштерергә ярҙам итәсәк.
Иммун системаһын тест ярҙамында ла тикшерергә мөмкин. Был ҡиммәтле тикшереү, ғәҙәттә, иммун системаһы насар булыуына борсолған ауырыуҙарға тәғәйенләнә. Ғәмәлдә иһә кешеләрҙең йыш ауырыуының сәбәбе иммун системаһында түгел, ә асыҡланмаған бүтән берәй ауырыуға бәйле булыуы мөмкин. Уны асыҡлау өсөн ни бары иммуноглобулинға анализ биреү ҙә етә.
Тәжрибә булараҡ, йыш ҡына тиҙ арыу­ҙың, йыш һыуыҡ тейҙереп ауырыу­ҙың сәбәбе дауалап бөтмәгән инфекция була. Иммунологтарҙың һуңғы тикшереүҙәренән күренеүенсә, хроник арығанлыҡтың төп сәбәбе организмда «йоҡлаусы» герпес сирҙәренә барып тоташа. Герпес иммун системаһына тулы ҡеүәтенә эшләргә ирек бирмәй. Ул ғына ла түгел, иммунитет түбәнәйеүе картинаһын «тыуҙыра». Йәғни сәбәпһеҙгә арыта, иғтибарҙы туплап булмай.
Хәтер насарая, ярһыта, юҡтан ғына асыу ҡабара.
Йоҡо боҙола, баш йыш ауырта.
Енси ҡыҙыҡһыныу түбәнәйә.
Әгәр ошондай көйһөҙлөктәр күҙәтел­һә, вирусҡа һәм ҡанға дөйөм анализ бирергә кәрәк. «Вирус теорияһы» иҫбатлана ҡалһа, иммунитетты күтәреүсе түгел, ә вирусҡа ҡаршы көрәшеүсе препараттар кәрәк буласаҡ. Бына ни өсөн үҙ белдегең менән дауаланыуҙың файҙаһы юҡ.


ҡасан һыуыҡ тейә?
Ел үтәнән-үтә өргәндә йәки ҡапыл йылынан һыуыҡҡа сыҡҡанда һалҡын тейеүсән. Айырыуса елле һәм еүеш көндәр хәүефле. Һыуыҡ тән тиреһенә һәм ундағы нервы епсәләренең остарына туранан-тура тәьҫир итә. Һуңынан ул нервы үткәргестәре аша мейегә, унан башҡа органдарға бирелә. Был ваҡытта организмда ҡатмарлы үҙгәрештәр башлана һәм улар ауырыу тыуҙырыусы микробтарға ҡаршы тороусанлығын түбәнәйтә. Һөҙөмтәлә ауырыу башлана.
Бөтә кеше лә һалҡын тейеүгә бирешә һалып бармай. Үрҙә телгә алыуыбыҙса, берәүҙәргә һалҡын йыш тейә, икенселәргә – һирәк. Хатта һыуыҡ тейеүҙән һис бер яфаланмай йәшәүселәр ҙә юҡ түгел. Ләкин һалҡынға бирешмәү тәбиғәттән бүләк ителгән нәмә түгел. Уны һәр кем үҙе булдыра ала. Быға төрлө махсус сынығыу процедуралары – һауа, ваннаһы, тәнде еүеш таҫтамал менән ышҡыу, һыу инеү, һалҡын һыу менән ҡойоноу аша өлгәшеп була. Даими рәүештә спорт, гимнастика менән шөғөлләнеү организмды һыуыҡ тейеүҙән һаҡлай. Һанап үтелгән сынығыу саралары менән бала саҡтан шөғөлләнә башлау тағы ла файҙалыраҡ. Бынан тыш, режим һаҡлауҙың да әһәмиәте ҙур. Тирләрлек итеп кейенгән, спиртлы эсемлектәр эскән, тәмәке тартҡан кешеләргә һыуыҡ тиҙ тейә.

Махсус битте Рәйлә КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.