Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
21 Сентябрь 2010, 15:46

Күсәр

Утилләштереү дауам итәИҫке машиналарҙы утилләштереү программаһы киләһе йылда ла дауам итәсәк, ә 2012 йылдан иҫке йөк автомобилдәре лә был программала ҡатнашасаҡИҫке автомобилдәрҙе утилләштереү программаһы, быйыл ғына башланыуына ҡарамаҫтан, халыҡта ҙур популярлыҡ яулап өлгөрҙө. Ябай кеше үҙенең иҫке машинаһын утилгә тапшырып, яңыһын алыуға 50 мең һумлыҡ сертификат алып ҡыуанһа, дәүләт ярҙамы ватаныбыҙ автозаводтарын дәртләндереп, уларҙың килемен арт­тырған. Программаның беренсе этабынан һуң, йәғни уға бүленгән финанс бөткәс, яҡшы сараны юҡҡа ғына тағы ла оҙайтманылар. Еңел автомобилдәр менән тәжрибә килеп сыҡты, тип әйтергә лә була. Шуны иҫәптә тотоп, РФ Хөкүмәте 2011 йылда еңел автомобилдәрҙе утилләштереү программаһын дауам итеүгә 14 миллиард һум аҡса бүленәсәге хаҡында хәбәр итте.

Күсәр
Күсәр
Читайте нас: