+14 °С
Болотло
"Одноклассники"
"Телеграм"
"Вконтакте"
Гәзиткә яҙылыу
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
21 Сентябрь 2010, 15:57
Бында йәш көстәргә ҙур өмөт бағлайҙар
Һөнәри бурысым мине ошо көндәрҙә Өфө трикотаж фабрикаһына юлыҡтырҙы. Республикабыҙҙың йөҙөн, заманса тел менән әйткәндә, имиджын булдырыусы был асыҡ акционерҙар йәмғиәте етештергән продукция, үҙебеҙҙең төбәктән бигерәк, Рәсәй күләмендә киңерәк танылыу ала бара. Ил, төбәк-ара, бөтә донъя күләмендә үткәрелгән еңел сәнәғәт күргәҙмәләрендә өфөләрҙең иң түрҙә булыуы һәм, компетентлы комиссия тарафынан продукция төрлөлөгөнөң киң, башҡарылыш кимәленең һәм сифатының юғары, фантазияға бай, милли колоритҡа эйә булыуы танылып, лайыҡлы призлы урындар алыуы аяҡҡа яңы-яңы баҫып, үҫеп килгән предприятиеның һәм унда эшләгән ижади коллективтың потенциалы ҙур булыуын дәлилләй.
Бында йәш көстәргә ҙур өмөт бағлайҙар
Читайте нас в