Махсус биттәр
7 Сентябрь 2010, 09:44

«Йондоҙ»ло юмор

– Мин яңыраҡ Бритни Спирстың клонын күрҙем! Һаҡаллы һәм мы­йыҡлы...– Иҫәр, ул бит Бондарчук!

– Мин яңыраҡ Бритни Спирстың клонын күрҙем! Һаҡаллы һәм мы­йыҡлы...
– Иҫәр, ул бит Бондарчук!

* * *
Башҡорт төркөмөндә йырлаусы егет:
– Мин урыҫҡа оҡшағанмынмы?
– Әллә тағы. Юҡ шикелле...
– Продюсер миңә, шоу-бизнеста еңеү яулар­ға теләһәң, Рәсәй эстрадаһы йырсыларына оҡшарға кәрәк, тине.

* * *
Концертҡа ауылдан килгән ханым:
– Был йырсы бик шәп һаҡланған. Тик кем икәнен таный алмайым. Алып барыусыларҙың тәфсирләп бала сағын, сәнғәттәге тәүге аҙымдарын һөйләүенә ҡарағанда, халыҡ артисылыр? – тип һорай.
– Ниндәй халыҡ артисы булһын?! Йәш йырсы Фәлән Фәләнова ла инде. Алып барыусылар уның яслиҙағы, мәктәптәге, училищелағы уңыштарын һөйләне булһа кәрәк...
Читайте нас