Атайыбыҙ Риф Хәйретдин улы Муллагилдин Әлшәй районының Туҡтар ауылында тыуған. Раевканың 1-се мәктәбен тамамлағандан һуң, 1966 йылда, Сибайҙағы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының агрономия бүлегенә уҡырға инә. Был һөнәрҙе һайлауының сәбәбе шунда: ул, ауыл малайы булараҡ, йәштән үк баҫыу эштәрендә ҡатнаша, икмәктең ҡәҙерен белеп үҫә, ергә булған һөйөү бында алып килә лә инде. Уҡып йөрөгән ваҡытта атайыбыҙҙы армияға алып китәләр, һалдат һурпаһын етерлек күләмдә татып ҡайтҡас, уҡыуын ҡабат дауам итеп, 1972 йылда техникумды тамамлай.
Әсәйебеҙ Гөлнур Хаммат ҡыҙы Иҙрисова Бөрйән районының Әтек ауылынан. Урта мәктәпте тамамлағас, олатайыбыҙҙың васыяты буйынса атайым белем алып йөрөгән уҡыу йортона бара һәм шул уҡ һөнәрҙе һайлай. Олатайыбыҙ һуғыштан ҡайтҡас, агроном булырға уйлай. Тик уға, һинең бер ҡулың юҡ, был эштә эшләй алмайһың, тип, уҡырға ҡушмайҙар. Шуға ул ҡыҙын агрономлыҡҡа уҡырға барырға өндәй. Яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр, ике йәш йөрәк ошонда осраша. Ялан егете Риф, урман ҡыҙы Гөлнур бер-береһенә тәү күреүҙән ғашиҡ була. Атайыбыҙ: «Мине әсәйегеҙҙең оҙон сәсе һәм матур бейеүе арбаны», – ти торғайны. Улар икеһе лә 1-се разрядлы саңғысы була, Сибай, Баймаҡ яҡтарында беренселекте берәүгә лә бирмәйҙәр. Техникум исеменән республика ярыштарында ла ҡатнашалар. Шул осорҙа алған әллә күпме грамоталары бөгөнгәсә һаҡлана. Әсәйебеҙ техникумдың бейеү ансамбленә йөрөй, әле лә сәхнәнән төшмәй бейей, хаҡлы ялдамын, тип тормай.
Әсәйебеҙ 1970 йылда техникумды тамамлап, үҙ ауылына агроном булып ҡайтып эшләй башлай. Атайыбыҙ уҡыған сағында Баймаҡ, Темәс, Яңы Усман ауылдары аша – урман, тауҙар араһынан 70 саҡрым араны йәйәүләп бер нисә мәртәбә үтә. Әсәйем һөйләүенсә, аяҡтарын өшөтөп, таңға ҡарай ғына килеп еткән саҡтары булған. Бына ниндәйерәк була икән мөхәббәттең тылсымлы көсө!
1971 йылда улар өйләнешә. Икенсе йылына атайыбыҙ техникумды тамамлағас, йүнәлеш буйынса Әлшәй районына, «Раевка» совхозына киләләр. Һөйгәнең менән ҡыуыш та ожмах, тигәндәй, йәштәргә әллә ни күп кәрәкмәй. ҡулда – ике сумаҙан, йөрәктә – дәрт, башта – белем, үҙеңдә тырышлыҡ – ғәзиздәребеҙ тормош юлын тап ошо принципҡа таянып башлап ебәрә. Атайымды һуңынан управляющий, ә әсәйемде бухгалтер итеп ҡуялар. Атайыбыҙ эшләгән ваҡытта бүлексә һәр саҡ алдынғылар рәтендә йөрөнө. Ситтән тороп «агрономия» специальносы буйынса юғары белем ала. Районда «Әлшәй» совхозы төҙөлгәс, тәжрибәле белгесте партияның район комитеты управляющий итеп эшкә ебәрә. Атайыбыҙ бында ла һынатмай, бар көсөн совхоз эшенә бирә – өйҙән ҡара таңдан сығып китә, төндә генә арманһыҙ булып ҡайтып йығыла. Шуның өсөн дә беҙ атайыбыҙҙы 2 – 3 көнгә бер генә күрә инек. Баш иҡтисадсы, баш агроном булып та эшләне ул, 1992 – 1999 йылдарҙа совхоз менән етәкселек итте. 90-сы йылдар иҡтисади яҡтан ауыр булыуға ҡарамаҫтан, хужалыҡтың хәлен яҡшы кимәлдә һаҡлап алып ҡала. Ул етәкселек иткән йылдарҙа «Әлшәй» совхозы ауыл хужалығы производствоһының күп кенә йүнәлештәре буйынса алдынғы урындарҙы биләне. Атайыбыҙ, ниндәй генә вазифала эшләмәһен (ауыл хакимиәте башлығы ла, депутат та булды), һәр ваҡыт принципиаль, намыҫлы, ярҙамсыл һәм иғтибарлы кеше булып ҡалды. Производствоны яҡшы ойоштороусы, грамоталы белгес, тоғро һәм ышаныслы дуҫ, һоҡланғыс ғаилә башлығы, яҡшы олатай ине. Атайыбыҙ әсәйемә бер ауыр һүҙ әйтмәне, бер-береһен яратып бик матур йәшәнеләр, беҙгә, балаларына, юғары белем алырға ярҙам иттеләр.
Үкенескә күрә, хаҡлы ялға сығып оҙаҡ йәшәй алманы ҡәҙерлебеҙ. Уны һағынып хәтерләйбеҙ, һоҡланабыҙ, ғүмер юлынан өлгө алабыҙ.
Гөлсәсәк ПОГОРЕЛЬСКАЯ.
Әлшәй районы.