

Земфира АҠБУТИНА
Тәүге һынау
(Хикәйә)
Ҡояшлы май айы. Май ҡояшының шул тиклем сағыу нурҙары , тәҙрә аша төшөп, уҡыусыларҙы иркәләй. Иркәләй ҙә быуындарҙы йомшартып, уҡыуға булған теләкте бөтөрә, уларҙы тышҡа – саф һауаға саҡыра. Һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрендә аҙаҡҡы йыл уҡыған балаларҙың былай ҙа күңеле иләҫ-миләҫ. Алда – мәктәп менән хушлашыу, дәүләт имтихандары. Шуны белгәнгә, ҡояштың ымһындырғыс нурҙарына ғына ҡаршы торорлоҡ эске көс, рухтары бар уларҙың. Дәрескә саҡырып, ҡыңғырау шылтырауы булды, сираттағы дәрескә әҙерләнде уҡыусылар. Хәҙер – алгебра дәресе. Уны Ғәле ағалары уҡыта. Институт тамамлап, уларҙың мәктәбенә “отработка үтергә” килгән йәш уҡытыусыны балалар ауылса итеп “Ғәле аға” тип атай. Ул республиканың төньяҡ районында тыуған, күберәк “с” хәрефен ҡушып һөйләй, шулай ҙа балалар уны аңлай һәм тәүге көндәрҙән үк яратты. Өс йыллыҡ “отработка” ваҡытының ике йылы үтеп бара инде. Ошо ваҡыт эсендә балалар уҡытыусыға, уҡытыусы балаларға эҫенде. Ғәле ағаларының дәресен көтөп ала балалар. Ағалары менән бергәләп математика донъяһында гиҙеп йөрөү оҡшай һәр кемгә.
Әле лә, дәрескә ҡыңғырау зыңғырлағас, Ғәле ағалары шәп-шәп атлап, бына-бына килеп инер, йылмайып ҡына теманы ла аңлатыр, тип көттө балалар. Тик был юлы, ағалары, ниңәлер оҙаҡланы. Ун минуттай ваҡыт үтте. Тиктормаҫ малайҙар, класс ишеген асып, коридорҙы ҡарай башланылар. Күренмәйме, йәнәһе?!. Бер аҙҙан, ысынлап та:
- Килә! – тигән хәбәр ишетелде.
Класс шым булды. Парталар шаҡылданы, китаптар партаға менеп ятты. Ғәле ағаларының килеп инеүе элеккесә түгел ине. Ул, ғәҙәттәгесә, шәп-шәп атлап түгел, һалмаҡ ҡына баҫып килеп инде. Ниңәлер, күҙҙәре ҡыҙарған һәм сәйер ялтырайҙар ине. Ул, көндәгесә, таҡтаға число, тема яҙып, дәрес аңлата башламаны. Балалар быға бик аптыраны. Шуға күрә шымтайып, тик ултырыуын белделәр. Ә Ғәле ағай, сәйер йылмайып, улар ҡаршыһында тора. Дәфтәр- ручкаларын алып, яҙырға әҙерләнгән балалар шомланды. Нимә булған ағаларына?!.
Ниһайәт, ағалары, ауыр көрһөнөп, һүҙен башланы:
- Уҡыусылар, бөгөн алгебра уҡымайбыҙ!
- Ә нимә уҡыйбыҙ?- быныһын ҡыйыу малайҙар һораны.
- Бөтөнләй уҡымайбыҙ!
- Ә нимәгә? Ни булды һуң?
Балалар шаулашты. Берәй нәмә булғандыр, ағаларының күҙе лә ҡыҙарған бит...
- Балалар, тынысланығыҙ! Бер нәмә лә булманы. Минең һеҙгә бер ҙур үтенесем бар ине! Тик уны мин һеҙгә бында, класта түгел, ә тышта әйтәсәкмен! – тине уҡытыусы.
Үҙе ҡулы менән ҡаршы яҡ тәҙрәгә төрттө. Тәҙрә аша яңы һалынған мәктәп бинаһы күренеп тора ине.
- Әйҙәгеҙ шунда! – тине Ғәле ағай, яҡшы командир һымаҡ.
Ул, ысынлап та – яҡшы командир. Ағаларының талаптарын балалар, һис шикһеҙ, үтәй торғайнылар. Уҡыусылар шым ғына ишеккә йүнәлде. Һәр кемде :”Ғәле ағай нимә әйтергә уйлай икән? Ғаиләһенән бер-бер хәбәр алдымы икән? Улай тиһәң, ниңә ҡайтмай, бында йөрөй икән? Беҙҙән, балаларҙан, һорарлыҡ ниндәй үтенесе бар икән?!”- тигән һорауҙар борсоно. Уларға ун биш йәш бит, күп нәмәне аңлай улар хәҙер. Егерме дүрт йәшлек уҡытыусылары шуғалыр ҙа уларҙы тиң күреп һөйләшә. Ана бит, хатта уларға үтенесе бар! Уларҙың төпкөл ауылын дүрт яҡтан да тауҙар уратып алған. Тәбиғәт иҫ киткес матур. Яҡында ғына Ағиҙел йылғаһы аға. Яңы һалынып ятҡан белем усағы янында теҙелеп торған балалар алдында баҫып тора Ғәле ағалары. Ниһайәт, һүҙен башланы:
- Уҡыусылар! Минең һеҙгә ҙур бер үтенесем бар! – тип ҡабатланы ул.- Арағыҙҙа яҙышҡан уҡыусылар ҙа бар, - тип Әлфирәгә ҡарап, туҡтап торҙо. –Бер хат яҙырға кәрәк ине! РОНО өсөн. Тик ул хатта һеҙ мине насарлап яҙырға тейешһегеҙ!
Ҡапыл балалар шаулашып китте. Малайҙарҙан кемдер һыҙғырып ебәрҙе, кемдер тел шартлатты. Ҡыҙҙар бер тауыштан:
- Нимәгә?- тип һораны.
- Шаяртмағыҙ әле, ағай! – тине иң аҡыллы ҡыҙыбыҙ Асия.
Ғәле ағайҙың ғына йөҙө шаяртыуға оҡшамаған ине.
- Юҡ, балалар, шаяртмайым. Һеҙ мине насарлап яҙһағыҙ, мине мәктәптән ҡыуасаҡтар. Миңә шул кәрәк!
Бына һиңә кәрәкһә! Уҡыусылар бөтөнләй аптырауға ҡалды.
- Ни өсөн? – тип хор менән ҡысҡырып ебәргәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар.
Ғәле ағалары тырышып аңлатырға тотондо.
- Мине бында өс йылға ебәрҙеләр. Белеп тораһығыҙ, ике йылы үтте инде. Мин тағы бер йыл ҡала алмайым бында.
Уҡыусылар яратҡан уҡытыусыларына ҡалығыҙ, тип әйтмәнеләр. Сөнки улар ҙа икенсе уҡыу йылына күрше ауылға урта мәктәпкә уҡырға барасаҡтар. Ағалары һүҙен дауам итте:
- Миңә ҡайтырға кәрәк. Уның ике сәбәбе бар. Беренсенән – ата-әсәйемдәр бик ҡарт. Уларҙы ҡарарға мин кәрәк. Икенсенән – һөйгән ҡыҙым, ике йыл көттөм инде, өсөнсө йылға ҡалһаң, көтмәйем, икенсегә кейәүгә сығам, тине.
Балалар тынып ҡалды. Әәәәә, бына нимәгә ҡыҙарған икән ағаларының күҙе! Илағандыр. Иң телдәр ҡыҙыбыҙ Рәғиҙә:
- Ул ҡыҙ, ысынлап яратһа, тағы бер йыл көтөр ине, - тип әйтеп ҡуйҙы.
- Әйтеүе генә анһат! Былай ҙа ике йыл көттө ул мине! Миңә өйләнергә кәрәк! – тине ағайыбыҙ.- Ҡайтырға кәрәк миңә! Һеҙ миңә ҡайтырға ярҙам итһәгеҙ, мин мәңге һеҙгә рәхмәт уҡыр инем!
- Былай ғына, хат яҙмай ғына ҡайтып булмаймы һуң?
- Булмай шул, балалар! Мин РОНО-ла булдым. Шундай йөкмәткеле хат килтерһәгеҙ, дүрт яғығыҙ ҡибла, тинеләр. Башҡаса, “отработкаң” бөтмәйенсә, бер нисек тә ебәрә алмайбыҙ, тинеләр...
Балалар тынып ҡалды. Эш бына нимәлә икән?!. Шунан файҙаланып, ағалары:
- Уҡыусылар, үҙ-ара кәңәшләшеп алығыҙ ҙа, хатты яҙырһығыҙ. Миңә хат бөгөн үк кәрәк. Иртәгә РОНО-ға үҙем алып барасаҡмын, - тине.
Ләкин балалар таралышмай, сафта тороуҙарын дауам итте.Оҙон буйлы Фәнүр исемле аҡыллы ғына егет:
- Шунан, хат яҙырбыҙ икән дә ти. Мәктәптән ҡыуырлыҡ итеп, нимә яҙырға тейешбеҙ инде унда?
Ғәле ағалары уныһын да уйлаған булып сыҡты.
- Бына мин әле һеҙҙе уҡытмайым. Дәрестәрен уҡытмай, тип яҙаһығыҙ – был бер. Минең бөгөн нимәгә күҙем ҡыҙырған тиһегеҙ? Мин бөгөн эсеп килдем. Дәрестәргә эсеп килә, тип яҙаһығыҙ – был ике. Бөгөн төндә мин ауыл йәштәре менән эсеп йөрөнөм. Өсөнсөнән, ауыл йәштәрен эсергә өйрәтә, тип яҙарһығыҙ, - тине.
Балалар яңы һалынып ятҡан яңы мәктәп бинаһы янына килде. Ишек урыны яһалған тишектән эскә үттеләр. Ҡыҙыу бәхәс башланды.
- Ғәле ағай йәл, - тине Асия.
- Өйләнергә кәрәк, тине. Икенсе кешегә сығам, тип ҡурҡытҡандыр йөрөгән ҡыҙы, - тине ышанмайыраҡ ҡына Рәғиҙә.
- Улай түгелдер, бәлки, бәпес булырға тейештер, шуға өйләнергә кәрәктер, - тине гел “төптән” уйлап һөйләргә яратҡан Зөлфиә.
-Ата-әсәләре лә ҡарт ти бит. Бахыр ғыналар, - тип йәлләүен дауам итте Асия.
Ҡыҙҙарҙың күп һөйләүенән ялҡып киткән Фәнүр:
- Хатты хәҙер үк яҙырға, тине бит. Яҙабыҙмы? – тип һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйҙы.
Бөтәһе лә Ғәле ағай “яҙышырға яратҡан” тип әйткән Әлфирәгә боролдо. Әлфирәнең мәҡәләләре һирәк-һаяҡ гәзит биттәрендә баҫыла башлағайны. Ул, шундай ҙур эшкә яуаплы икәнен иңендә тойоп, телгә килде:
- Тәк, нимәләр яҙырға, тине әле?! Беренсенән, дәрестәрен уҡытмай, тине. Уҡытмаймы ул?
Башҡалар:
- Юҡ! Гел уҡыта!
- Бөгөнгө уҡытмау –һаналмай!
- Быға тиклем бер дәресте лә уҡытмай йөрөгәне юҡ!
Әлфирә:
- Тимәк, беҙ улай тип яҙа алмайбыҙ. Икенсе нимә тине? Күҙем ҡыҙарған, эсеп килдем, тинеме?
Ҡыҙҙар:
- Мин илағандыр тип уйлағайным. Күҙе ҡыҙарған ине шул.
- Эскәне һиҙелмәй бит, беҙҙең алда сайҡалып тормай, һүгенмәй, - тинеләр.
- Шулай булғас, беҙ уны эскән тип яҙа алмайбыҙ. Эсеп ултырғанын да күрмәнек, - тине Әлфирә. – Өсөнсөнән, йәштәр менән эсеп йөрөнөм төндә , ти. Беҙ уны күрҙекме? Мин, мәҫәлән, күрмәнем.
Егеттәрҙән берәү:
- Ысын, былай ул кисә йәштәр менән эсеп йөрөгән ул. Ишеттек, - тине.
- Ишеткәнһеңдер ҙә ул. Күрмәгәс, уны яҙа алмайбыҙ. Бәлки ул юрамал ҡайтып китер өсөн шулайтып йөрөгәндер?
- Әәәә, ысынлап та, мин дә ишетеп аптырағайным, шуға йөрөгән инде, - тине Рәғиҙә.
Әлфирә:
- Ҡыҙҙар, егеттәр, әле Ғәле ағай нисек тә беҙҙән киткеһе килеп, хат яҙҙыртҡыһы киләлер ҙә...Ул һәйбәт уҡыта. Артабан, үҙ яғына ҡайтҡас та, балалар уҡытам, тиһә, беҙ яҙасаҡ хат уның тормошона насарлыҡ алып килмәҫме? Был хаҡта үҙ яғында нимә тип һөйләрҙәр?!. Ана, тегендә, уҡытҡан ерендә уға үҙ уҡыусылары ялыу яҙған, тип әйтмәҫтәрме?!Дөрөҫ булһа, бер хәл. Күрәләтә ялғанлап, яратҡан уҡытыусыма мин ялыу яҙа алмайым!- тине.
Башҡалар уға дәррәү ҡушылды.
- Әйҙә , әтеү яҙмайыҡ тип, ағайға әйтәйек!
Ғәле ағай тышта тәмәке тартып тора ине. Быға тиклем йәшенеп кенә балалар күрмәгәндә генә көйрәткән ағай, әле уҡыусылар яҡынлашҡанын күрһә лә, тәмәкеһен ташламаны. Сәйер йылмайып:
- Бына, балалар алдында тәмәке тарта, тип тә өҫтәгеҙ! – тине.
Тынлыҡ урынлашты. Балалар бер-береһенә төрттө.
- Һин башла!
- Әйҙә, Әлфирә, һин!
- Юҡ, мин иң аҙаҡ әйтәм, - тине Әлфирә.
Асия һүҙ башланы:
- Ғәле ағай, һеҙ беҙҙе ике йыл уҡыттығыҙ. Ошо ике йыл эсендә беҙ һеҙҙе лә, дәрестәрегеҙҙе лә яратып өлгөрҙөк!
Ғәле ағайҙың йөҙө башта ҡыҙарҙы, унан ҡапыл балҡып китте. Һуңғы арала һурылып, йонсоп киткән йөҙөнә нур инде. Асия – ҡап-ҡара күҙле , ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйылып торған ҡара ҡашлы, аҡ йөҙлө, ҡара сәсле, мәктәптә генә түгел, ауылдың иң сибәр ҡыҙы әйтә ине был һүҙҙәрҙе. Ә Ғәле ағай – һары сәсле, зәңгәр күҙле, оҙонса аҡ йөҙлө, оҙон буйлы йәш егет. Һүҙҙе Рәғиҙә дауам итте:
- Беҙ – мәктәптә иң шаян класс. Ун алты баланы, ҡайһы бер уҡытыусылар малайҙарҙы тыңлата алмай. Ә һеҙҙең дәрестәрҙә беҙ шып-шым ултырабыҙ.
Рәғиҙә Әлфирәгә төрттө. Артабан һин дауам ит, йнәһе! Әлфирә:
- Беҙ уйланыҡ-уйланыҡ та, - тине.
Ғәле ағай, өмөтләнеп:
- Хат миңә бик кәрәк! Бөтә өмөт һеҙҙә! Миңә бик ныҡ ҡайтырға кәрәк үҙ яғыма!– тине.
Эйе, алыҫ райондың төпкөл ауылына килеүҙе күптәр Себергә һөрөлөү менән тиңләгән заман – XX быуаттың етмешенсе йылдары бит.
- Ғәле ағай, һуң уйлап ҡарағыҙ! – Әлфирә мөһим хәбәрҙе башлар алдынан атаһы гел шулай әйтә. – Ярай, беҙ Һеҙҙе насарлап яҙҙыҡ та икән ти. Ҡайтҡас, үҙ яҙығыҙҙа “тегендә уҡытҡан уҡыусылары уға ялыу яҙған икән” тип һөйләйәсәктәр бит. Шул һеҙгә кәрәкме?
- Ул турала уйламайым мин. Миңә нисек тә ҡайтырға кәрәк!
- Уйламайһығыҙ шул! Ә беҙ яратҡан уҡытыусыбыҙ өҫтөнән нахаҡ хат яҙып, артабан нисек йәшәргә тейешбеҙ?Дөрөҫ булһа, ярай, тиер инең. Бында бит дөрөҫ түгелде яҙырға саҡыраһығыҙ. Юҡ, был хатты беҙ яҙмаясаҡбыҙ! – тип һүҙен тамамланы Әлфирә.
- Ысынлап яҙмайһығыҙмы?
- Ысынлап яҙмайбыҙ! – тине ҡыҙ ҡәтғи итеп.
- Мин барыбер ул хатты яҙҙырасаҡмын, һеҙ яҙмаһағыҙ ҙа! – тине ағалары.
- Ярай, уныһы беҙҙең эш түгел!
Балалар еңел һуланы.
-Таралығыҙ! - тине уҡытыусы. Һәм шәп-шәп атлап, йәшәгән фатиры яғына ыңғайланы.
Икенсе көндө Ғәле ағалары мәктәптә күренмәне. Май аҙаҡтары еткәйне. Тиҙҙән имтихандар етте. Башҡаса уҡыусылар Ғәле ағаларын күрмәне. Кемдер, теге хатты ағалары ауыл йәштәренән яҙҙырып алған, тинеләр. Ә уҡыусылар, баштарына төшкән тәүге һынауҙы намыҫтарына тап төшөрмәй үтә алыуҙарына ифрат шат инеләр!