Әҙәбиәт
26 Августа , 17:00

Эт олоно, ҡоҙғон ҡорҡолданы… (Хикәйә) Зәлифә ЯНЫШЕВА

Төнгө һөйләшеүҙәрҙән һуң, табип менән кәңәшләшеп, район үҙәгенән мәйетхана эшселәрен саҡыртырға булдылар. Ауылдағы бер кемдең дә мәйеткә тотонғоһо килмәне. Белгестәр ни, үҙҙәренсә эшкәртеп, төрөп бирҙеләр. Һикһәнде үткән кешенең үҙенә кәфенлек тә, хәйер аҡсалары ла әҙерләмәүенә “аһ” итеп ғәжәпләнде һәммә халыҡ. Мазһарҙы иҫкә төшөрҙөләр, берәйһе адресын белмәйме икән, тип һораштылар. Берәү ҙә уның ҡайҙа йәшәүен асыҡ ҡына әйтә алманы. Ғәҙәт буйынса, мәйетте һуңғы юлға оҙатҡас, өйҙө йыуып, йыйыштырып ҡуялар. Бергәләп кәңәшләшеп, йорт эсендәге һаҫып бөткән урын-ерҙе, яҫтыҡ-юрған, кейем-фәләнде яндырырға булдылар. Өлкәнерәктәр төйнәштереп, йәшерәктәр ташып торҙо...

Эт олоно, ҡоҙғон ҡорҡолданы… (Хикәйә)  Зәлифә ЯНЫШЕВАЭт олоно, ҡоҙғон ҡорҡолданы… (Хикәйә)  Зәлифә ЯНЫШЕВА
Эт олоно, ҡоҙғон ҡорҡолданы… (Хикәйә) Зәлифә ЯНЫШЕВА

Зәлифә ЯНЫШЕВА

Эт олоно, ҡоҙғон ҡорҡолданы…

(Хикәйә)

 

Өйәңкенең осондағы иң нәҙек ботағына ултырып, үҙ-үҙен аҫҡа-өҫкә бәүелткән бер ҡоҙғон, инде нисәмә көн тамағы ярылырҙай булып ҡорҡолдай.

- Көш-ш, ҡоромағыр! Үлем теләп ултыраһың.

Шәфҡәтйән ағай таяғы менән бәреп ебәргән булды. Ҡайҙа инде уға  40-50 метрлыҡ өйәңке башына еткереү!         

Кискелеккә һарыҡтарына  көрпә ялатып, бесән һалып инеү менән:

- Ҡары яуыуҙан туҡтаны, еле тиҫкәрегә әйләнгән, нәкәнис, һыуытырға самалай ахырыһы был көн. Аяҡ тайып китеп, терһәгемде утлыҡ тимеренә бәрҙем, нисек һынманы, ауырта әле ул, ҡәһәрең. Иртә тимәй, кис тимәй, тамаҡ төбөн яра инде бер ҡоҙғон, ағас башында ҡорҡолдай. Ҡара һарыҡ оҙаҡламаҫ инде, елене тулышҡан. Емтек еҫе килә, – тип, оҙаҡ ваҡыт кеше менән һөйләшмәгән кеүек, бөтә хәбәрен бер юлы теҙеп килеп инде Шәфҡәтйән ағай.

Сәғүрә еңгә, тәбиғәттең көйһөҙләнеүенә лә, һарыҡтарға ла иҫе китмәй (иренең һәр эште еренә еткереп эшләгәнен белеп бөткән), таҡта түшәлеп, кейеҙ-балаҫтар йәйелгән тимер карауат аҫтынан төйөнсөк тартып сығарҙы. Бәйләнгән урынынан етеҙ генә сисеп, төтөн кеүек итеп тетелгән йөн алды, көнйәлә осонда ҡалған бер ус йөндө шунда ҡушты ла, сайырланып ҡайышҡа әйләнгән бауы менән түңәрәкләп уратып бәйләп тә ҡуйҙы. Ултырған урынынан йәһәт кенә төшөп, ҡулын һабынлап йыуырға кереште. Ул арала Шәфҡәтйән ағай ҡуйып сығып киткән сәйнүк тә ҡайнаны. Сәғүрә еңгә һыуытҡыстан тәм-томдар алып өҫтәлгә теҙҙе, сәй урыны әҙерләне. Ә үҙе:

- Ҡуй инде, әлдә һынмаған, бәлә аяҡ аҫтында. Анау өсөнсө йылмы әле, дүртенсе микән, Фатима инәй, мәрхүмәкәй, шулай боҙлауыҡта тайып йығылып, янбаш һөйәген һындырғайны. Ул йылда ла ҡыш тиҫкәре килгәйне: бер көндө ике градус йылы булһа, кисенә егерме дүрт градусҡа тиклем һыуытҡайны. Оҙаҡ та ятманы, бахырҡайым, ойошҡан ҡан үпкә юлын ҡаплаған тинеләр бит. Бына тигән итеп йүгереп йөрөгән ерҙән, ҡаш менән күҙ араһында тигәндәй, өс-дүрт көн эсендә гүр эйәһе булды, мәрхүмәкәй.

- Бигерәк йәл булды шул, – тип һүҙгә ҡушылды Шәфҡәтйән ағай, кеше инде оҙаҡ интегеп ятһа, үҙе лә, башҡалар ҙа күнегә, тигәндәй. Алланың тәҡдире шулдыр тип, сабыр ғына ҡабул итәһеңдер кеүек. Ә был бит, күрһәң – күҙ, һөйләһәң – күңел ышанмаҫлыҡ хәл.

Урамда декабрь булһа ла, бына нисәмә көн йә ваҡ күҙле ямғыр, йә ябалаҡлап епшек ҡар яуа. Үҙ йомошонан башҡа Сәғүрә еңгә тиккә урамға сығып йөрөмәй. Юлы атларлыҡмы ни?! Әйтерһең, ерҙе көҙгө йәиһә быяла менән көпләп ҡуйғандар!

Ире әйткән һүҙгә бер ҡасан да битараф ҡалып өйрәнмәгән хужабикә:

- Мәйет булырын алдан һиҙә тиҙәр бит ҡоҙғондо, тфү-тфү, Аллам һаҡлаһын! – тип, эсенән генә белгән доғаларын уҡып алды. Ниңәлер, сәй эсеү бик күңелле булманы.

…Ауылда был урынды “Камчатка” тип йөрөтәләр. Өс яҡтан сылтырап аҡҡан өс шишмә ошо урында бергә ҡушылып, бер йылға булып, Дим туғайындағы таллыҡтарға инеп юғала һәм Ҡаҙ күленә барып ҡоя.

Ауылға нигеҙ һалғандан бирле һаҙлыҡтан ағып сыҡҡан ике шишмәнең ( уларҙы кем таҙартып тороуына ҡарап, халыҡ исем дә ҡушҡан: береһе – Сәйғәфәр, икенсеһе  Сәһәрйәр ҡойоһо) һыуын эсеп көн күргән Ерекле халҡы. Ҡара ҡаран тигән сығанаҡ тәрән йырындан, таллыҡ, ҡарағура араһынан аға. Уның тирә-яғын ҡуйы ҡамыштар, бейек булып үҫкән ат ҡуҙғалағы, андыҙ, дегәнәк ҡаплаған, шуға ла кешеләр был шишмәгә ҡаҙ-өйрәк тә төшөрмәй, эсер-йыуыныр өсөн һыуын да алмайҙар, ниңәлер, шикләнәләр.

Шәфҡәтйән ағай менән Сәғүрә еңгә өс тиҫтә йылға яҡын йәшәй был ауылда. Сереп бөтөп барған өйҙө һатып алып күсеп килгәйнеләр, аҙаҡ үҙҙәре ҙур итеп ҡарағай йорт һалып инде, кәртә-ҡура нығытты. Өс ҡыҙҙары ла үҫеп, буйға етеп, мәктәпте тамамлап сығып китте инде ҡалаға. Әле инде, бер-береһенә терәк-таяныс булып, һәүетемсә генә йәшәп ятыуҙары. Күршеләрендә улар килгәнсе үк пенсия ашаған Фәрихә исемле элекке колхоз бухгалтер-кассиры йәшәй. Уның өйө шул Ҡара ҡарандың бейек яр башында, “Камчатка”ның осонда, кеше-ғаранан дә, оло юлдан да алыҫтараҡ урынлашҡан. Һуғыш башланғансы уҡ, ҡайҙалыр бухгалтер курстары тамамлап, эш башлаған ул. Ул заманда ни, уҡыған кеше һирәк, төҫкә-башҡа ла сибәр генә, буй-кәүҙәһе лә һомғол йәш ҡыҙ, урындағы партком секретарына кейәүгә сыға. Килгән-киткән, ашап-эскән, “тикшереп-өйрәнеп” йөрөгән кеше күп булған ул замандарҙа ла. Фәрихәнең ҡатылығы йөҙөнә сыҡҡан: килгән кешегә асыҡ сырай күрһәтмәҫ, һаулыҡ һораша, һөйләшә белмәҫ, аш-һыуға тотоноп та ҡарамаҫ, йөҙө ҡарайып, урамға уҡ сығып китер булған. Тәмле ашап-эсеп, фәлсәфә һатырға яратҡан түрәләргә нимә кәрәк? Булыр-булмаҫ абруйын юғалтҡыһы килмәй, ярты йыл самаһы йәшәгәс тә, айырылып сығып китә Фәрихәнең иргенәһе. “Хоҙай теләмәгән эш булмаҫ”, тигәндәй, ул балаға ла уҙмай. Шул мәлдәрҙән бирле ул яңғыҙ. Яңғыҙ тип, гел генә улай бер үҙе лә йәшәмәне. Колхоз, фермаларҙың гөрләп торған сағында Миңниса исемле һауынсы ҡыҙ торҙо унда. Ата-әсәһе иртә мәрхүм булып, ағай-еңгәһе ҡулында үҫкән етем ҡыҙ, бәләкәй сағында ла туйғансы ашап, күңеле килгәнсе йоҡлап өйрәнмәгәс, Фәрихәнең тормошо уға ят түгел ине. Миңниса, ферманың эсе-тышында булһынмы, арҡыры-буй ятҡан ағас-таҡтамы, бесән менән силос булһынмы, көрпә-фуражмы, ҡайҙа, нимә ята – буш торған атҡа тейәне лә алып ҡайтты, өйҙө лә ташыны Фәрихә ҡарсыҡтың йортона. “Ниңә алаһың?”– тигән кешеләрҙе апаруҡ һүгеп, өс хәрефкә олаҡтырҙы. Әммә күпме генә ташыһа, тырышһа ла, хужабикәһенән рәхмәт һүҙе, маҡтау ишетмәне. Шул Миңниса бала тапты.

Майҙың йылы йәмле кисе ине. Бөтә донъя йәшәреп йәшелләнә, ҡояш йылмайып байый, ниндәйҙер ҡоштар һайрай, кәкүк саҡыра. Фәрихә Миңнисаның ауырлы икәнен һиҙгән дә кеүек ине. Ләкин был уйын тиҙ генә ҡыуып ебәрергә тырышты. Һуңғы ваҡытта ҡыҙ көнө-төнө йоҡлай, шуға һимерәлер, тигән фекерҙә булды.

Күптәнге бер сарафаны бар ине Миңнисаның, шуны һыуыҡ һыуҙа йыуыр ҙа, элеп киптерер ине, керен ҡатырып.

… Фәрихә ҡарсыҡ йыуынды биҙрәһен түгәйем тип сыҡһа, Миңниса, былай ҙа ҡыҫыҡ күҙҙәрен ҡыҫып йылмая, үҙе тын-тауышы ла сыҡмаған баланы, ҡулы менән тырнап, янып-боҫрап ятҡан тиреҫкә күмеп маташа.

- Ҡуй, гонаһ алмайыҡ, Миңниса, алып ин өйгә баланы, малай кеше бит әле ул, бергәләп ҡарарбыҙ, – тине Фәрихә.

Баланың атаһы кем икәнен дә һорашманы Фәрихә, нисек былай булдың да  тимәне. Ауыл кешеләре был хәлде кемгә яғырға белмәй йонсоно. Әммә Фәрихә менән Миңнисаның ауыҙынан өн-фәлән сыҡманы. Ауыл халҡы һөйләне-һөйләне лә туҡтаны. Үтә тыныс бала, артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмай, үҫә бирҙе. Мазһар тип исем ҡуштылар. Әсәһенең тулы тығыҙ күкрәктәрен имде лә йоҡланы, алмаш-тилмәш күҙ-ҡолаҡ булдылар. Балаға ике йәш тулғас, Миңниса эҙһеҙ юғалды. Ырымбур яғына үтеп барыусы  нефтселәрҙең ҙур машиналарына ултырып китеп, ғәйеп булды. Ә бала ҡалды. Фәрихә ҡарсыҡты әсәй тип үҫте. Йылдар буйы мәтрүшкә сәйе йәиһә бер эскән сәйҙең шамаһын киптереп, яңынан бешереп эскән Фәрихә ҡарсыҡта ғүмер буйы кешенән кәмһенеп үҫте ул. Өҫтөндәге кейеме тетелеп-тишелеп бөткәнде күреп, ауыл халҡы, үҙ балаларының үҫеп китеп, ярамай башлаған кейемдәрен йыуып-ямап килтерҙе.  Мәктәп кәрәк-яраҡтарын да алмай торғайны хатта Фәрихә. Үлтермәйсә, баланы алып ҡалды, әммә һаранлығын еңә алманы. Бала-сағаның яратҡан аҙығы – кәнфит-перәникте лә Мазһар кешелә  генә тәмләй торғайны. Бер ваҡытта ла ул баланы иркәләп һөймәне, уның менән кәңәшләшмәне.

Армиянан йөрөп ҡайтты Мазһар. Өйләнергә лә уйлағайны, форсаты сыҡманы. Урлашыу ғәҙәте юҡ ине малайҙың, әгәр ныҡ ҡына эҙләһә, табыр ине. Аҡсаның бар икәнен белһә лә, эҙләмәне. Ас йөрөһә, йөрөнө, теләһә кемгә аш мәлен тура килтереп, тамаҡ туйҙырырға ингеләне. Йәиһә эшләшеп, эсеп йөрөүҙе артыҡ күрҙе. Мазһар армиянан ҡайтҡан йылда аҡса алмашынды. Миңнисаға эш хаҡына тип бирелгән бойҙай араһында нисәмә йылдар ятып, сысҡан ашаған аҡсаларын төргәге менән күтәреп килде Фәрихә банкка. Купюралағы һандары күренгән-беленгәнен алмаштырҙылар. Яңы аҡса менән утыҙ мең һум ине. Ул заманда был аҡсаға өс “Жигули” алып була ине. Ә бөтөнләй турап бөткәндәрен ҡушһаң, нисәү килер ине икән!

- Аҡсаларыңды кассаға һал, апай, тағы ла ашар бит сысҡандар, етмәһә, артып та ята бит ул кассала, – тип кәңәш бирҙе шунда эшләүселәр.

- Юҡ, һалмайым, икенсе урынға ҡуйырмын, – тип, ун биш саҡрым алыҫлыҡтағы ауылына йәйәүләп ҡайтып киткәйне шул саҡта Фәрихә ҡарсыҡ.

Өйләнергә аҡса бирмәгәс, Мазһар ҡайҙалыр сығып китте. Һәм бына егерме йылға яҡын ҡайтып күренгәне лә юҡ. Әсәй, хәлең нисек, тип шылтыратҡаны, берәй байрам менән ҡотлап, ҡош телендәй открытка ла ебәргәне юҡ. Бәғеркәйҙәре ҡатҡандыр инде бахыр баланың.

…Аҙнаға яҡын хөкөм һөргән килделе-киттеле һауа торошо тамам кешеләрҙең маҙаһына тейҙе. Ҡалҡыу урындарҙа ҡар иреп бөттө. Декабрь таңы март  иртәһенә оҡшап ҡалды. Ҡаралтылар еүешләнеп ҡарайҙы. Һауа саф, дымлы. Көньяҡтан әсе ел иҫә. Иртән һарыҡтарын ҡарап ингән Шәфҡәтйән ағай:

- Бынау этте, Аҡтырнаҡты әйтәм, төнө буйы ауыҙын күтәреп, бүре кеүек олоп сыҡты. Төнөн дә сығып ураным, ашарға ла бирҙем, ҡыуып та ҡараным, ни күргәндер, туҡтай белмәй. Ҡайҙандыр үләкһә еҫе килгән кеүек, – тине.

- Аҡтырнаҡ берәй һөйәк алып ҡайтҡандыр, – тип һүҙгә ҡушылды Сәғүрә еңгә.

Ҡыҫҡа декабрь көнө тиҙ генә үтеп, ҡояш киске яҡҡа әйләнгәндә, мал докторы булып эшләүсе һыңар күҙле Сәғит килеп инде. Бында йомошон йомошлағас:

- Күршегеҙ Фәрихә ҡарсыҡтың малы бармы ул?– тип һораны.

- Бар уның малы, тауыҡ-фәләне, ике һарығы бар шикелле, – тине Шәфҡәтйән ағай.

Ҡапыл көн ҡараңғыланып китте. Әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан ҡара болот көнбайышты ғына ҡапланымы, әллә тотош күктеме, айырырлыҡ түгел. Еле лә юғалды. Әйләнә-тирәне ҡараңғы шомлоҡ баҫты. Оҙата сыҡҡан Шәфҡәтйән ағай инеп тә китмәгәйне:

- Ағай, кил әле бында! Тауыш-тын ишетелмәй, ишеге эстән бикле уның. Ниндәйҙер һаҫыҡ еҫ килә. Йәһәт кенә кил әле, ағай! – тип ҡысҡырҙы Сәғит Фәрихә ҡарсыҡтың өйө тапҡырынан уҡ.  Шәфҡәтйән ағай тиҙерәк атларға тырышып, дөрөҫөрәге, таяғына таяна-таяна йәһәтерәк баҫып, Фәрихәнең ергә һеңеп бөтөп барған өйө яғына ыңғайланы.

- Ни эшләйбеҙ һуң? – тип һыңар күҙе менән төбәлде Сәғит, Шәфҡәтйән ағай килеп еткәс. – Ҡайырып инәйекме? Ишеге тиҙ генә асылмаҫ та әле ул. Ҡаҙаҡ һурғысың йәиһә ломың юҡмы, ағай, бик алыҫ ятмаһа, үҙем генә алып киләйем.

Йәш, көслө Сәғит һә тигәнсе ломды алып килде, солан ишегенең келәһен һурып та алды. Башын аҫҡа эйеп, келәне һурған тиҙлек менән өйҙөң ишеген асып ебәргәйне, тар һауытта оҙаҡ ваҡыт бикле тороп тулышҡан эҫе һауа тулҡыны менән әйтеп аңлатҡыһыҙ ҡырҡыу еҫ, танау-ауыҙҙы ғына түгел, хатта күҙҙе ярып, йөҙгә килеп бәрелде. Сәғит, өйрәнелгән ғәҙәте буйынса, ишек яңағын һәрмәп, утты ҡабыҙҙы. Шул секундта уҡ, әсе һыҙғырып, кире артҡа уҡталды. Артынан инеп килгән Шәфҡәтйән ағайҙы саҡ бәреп йыҡманы.

- Абба!!!

- Әстәғәфирулла!

- Үәт әй! Шулай ҙа була икән! – Икеһе лә бер минут эсендә күргән хәлде нисек баһаларға, ниндәй һүҙҙәр менән һүрәтләргә белмәй, аяҡтары ҡаҙаҡлап ҡуйғандай, ни алға, ни артҡа бара алмай күпме торғандарҙыр, Шәфҡәтйән ағай һүҙ ҡушты:

- Врач саҡыртайыҡмы икән? – тине.

- Уға ни хәҙер, табип ярҙам итә алмай инде, фактты ғына теркәп ҡуймаһа.

- Шулай ҙа һин, ҡустым, берәйһенә инеп шылтырат, килергәме-юҡмы, үҙе хәл итер. Ир-аттарҙан кемде күрәһең, әйт, килһендәр төнгөлөккә, – тине.

Шулай итеп Сәғиткә йомоштар ҡушты ла, Шәфҡәтйән ағай үҙе өйҙөң түр яғына үтергәме, әллә ошонда ғына торорғамы, ҡайҙа барып, ҡайҙа баҫырға, әллә сығып китергәме тип, ни эшләргә белмәй, бер урында тапанып тороп ҡалды. Ә күҙ алдында ҡот осҡос күренеш, иҫ-аҡыл етмәҫлек хәл! Иҙәндә ярым яланғас, йомшаҡ итле-һеңерле урындарын ҡомаҡтар кимергән өрәк ята. Күҙе, ауыҙы шар асыҡ, хатта бит-йөҙөн дә кимергән мәлғүндәр. Күптән йыуылмаған, буялмаған, әллә буялып та, ниндәй төҫтә икәнен асыҡлап булмаҫлыҡ иҙәндә урыны-урыны менән ҡан тамсылары, ғүмер буйы кейгән шул бер ҡара юбкаһының киҫәктәре, тағы әллә нәмәләр ята. Уға иғтибарлап ҡарайһы ла, оҙаҡ итеп күрге лә килмәй.

Фәрихә үлеп, ҡомаҡтар ашаған, тигән хәбәр ауылда йәшен тиҙлегендә таралып, олоһонан кесеһенә тиклем һәр кешенең телендә ине. Үҙен өлкән һанаған бер нисә ир-ат, алмаш-тилмәш ҡарауыллырға кәрәк булыр тип, “Камчатка”ға юлланды. Әбей-һәбей килергә лә ҡурҡты.

Төнгө һөйләшеүҙәрҙән һуң, табип менән кәңәшләшеп, район үҙәгенән мәйетхана эшселәрен саҡыртырға булдылар. Ауылдағы бер кемдең дә мәйеткә тотонғоһо килмәне. Белгестәр ни, үҙҙәренсә эшкәртеп, төрөп бирҙеләр. Һикһәнде үткән кешенең үҙенә кәфенлек тә, хәйер аҡсалары ла әҙерләмәүенә “аһ” итеп ғәжәпләнде һәммә халыҡ. Мазһарҙы иҫкә төшөрҙөләр, берәйһе адресын белмәйме икән, тип һораштылар. Берәү ҙә уның ҡайҙа йәшәүен асыҡ ҡына әйтә алманы.

Ғәҙәт буйынса, мәйетте һуңғы юлға оҙатҡас, өйҙө йыуып, йыйыштырып ҡуялар. Бергәләп кәңәшләшеп, йорт эсендәге һаҫып бөткән урын-ерҙе, яҫтыҡ-юрған, кейем-фәләнде яндырырға булдылар. Өлкәнерәктәр төйнәштереп, йәшерәктәр ташып торҙо. Бер һүҙ ҙә ҡатмайынса, яй ғына эшләп йөрөгәндә, ҡапыл кемдер:

- Ҡарағыҙ әле, бынау матрас үтә лә еңел, нимәнән һырыны икән уны Фәрихә, – тип ҡысҡырып өндәште.

Ут күршеһе булараҡ, ошо эште ойоштороуҙы үҙ ҡулына алған Сәғүрә еңгә ҡат-ҡат ҡапшап ҡараны ла, матрастың тегелгән ерен эҙләп тапты. Ҡалғандар ҙа эштән туҡтап, уға баҡты. Кәфенлек теккәндә кәрәк булған энә-ҡайсы бик алыҫ түгел ине. Сәғүрә еңгә йөйөн һүтеп ебәргәйне, матрас эсенән иллешәр, йөҙәр һумлыҡ аҡсалар таралып ҡойолдо. Ҡатын-ҡыҙҙар ауыҙҙарын асып ҡатып ҡалды. Һушһыҙ булып күпме торғандарҙыр, теге ҡатын, ҡапыл иҫенә килеп, ҡысҡырып ебәрҙе:

- Әйҙәгеҙ, бүлешеп алайыҡ!

Сәғүрә еңгә, бер ниндәй ҙә ҡарарға килә алмайынса, хәтһеҙ ваҡыт өндәшмәй торғас:

- Улы, Мазһары бар бит. Бер ҡайтмаһа, бер ҡайтыр. Зыяраттағылар ҡайтһын, кәңәшләшербеҙ, – тине.

…Тышта буран ҡотора. Әйтерһең. Ул ошо йәмһеҙ, ғәмһеҙ күренеште әҙәмдәргә ҡабат күрһәтмәҫ өсөн, бөтә ерҙе ап-аҡ саф ҡарҙар менән күмеп китеп, кешеләр хәтеренән юйырға самалай.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас