Әҙәбиәт
19 Августа , 17:00

Гөлсәсәк (Хикәйә) Зәлифә ЯНЫШЕВА

Гөлсәсәк  (Хикәйә)  Зәлифә ЯНЫШЕВАГөлсәсәк  (Хикәйә)  Зәлифә ЯНЫШЕВА
Гөлсәсәк (Хикәйә) Зәлифә ЯНЫШЕВА

Зәлифә ЯНЫШЕВА

Гөлсәсәк

(Хикәйә)

 

Август урталары. Көн шундай матур. Эҫе лә, һалҡын да түгел. Ошо матур мәлдәрҙә ял итеп, баҙарҙан ата-бабаларыбыҙ хатта төшөн- дә лә күрмәгән, диңгеҙ аръяғынан килтерелгән емеш-еләк тулы пакетын күтәреп, Гөлсәсәк яйлап ҡына подъезға инде. Һәр ваҡыттағыса, иң тәүҙә почта йәшниген асты. Яратҡан “Йәшлек” гәзитен ҡулына алғас, араһынан “Мине күрмәнең, хәҙер мин һиңә тоттормайым да” тигәндәй, ҡағыҙҙан яһалған уйынсыҡ самолет кеүек хат, кәйелеп барып мөйөшкә төштө. Конвертты эләктергән Гөлсәсәк, ураҡ менән төптән киҫкән арыш һабағындай, стена буйына шыуып сүгәләне. Ишмөхәмәт ағаһы әйтмешләй, төнгө сәғәт өскә тиклем әсе бал эсеп, иртән торғас, “кем яҙған?” тип һораһалар ҙа, йөҙҙәр, хатта меңдәр араһынан таныр ине ул был почеркты. Бал тигәндән, ул бер ҡасан да бал эсеүҙән рәхәтлек табып, кинәнеп йөрөгәне юҡ та. Ишмөхәмәт ағаһы ниңә ҡапыл иҫенә төштө һуң әле? Ҡасан, ниңә әйткәйне һуң әле ул был һүҙҙәрҙе? Секунд эсендә Гөлсәсәктең башынан шундай уйҙар йүгереп үтте. Ул үҙенең ҡайҙа, нимә эшләп ултырғанын да онотто, бөтә зиһенен һалып, хәтерләргә тырышты.

…70-се йылдар башында ауыл хужалығы техникумында уҡыу менән бергә, ҡасабанан алыҫ булмаған ауылда урта мәктәп тә тамамлағайны ағаһы. Тарихсы-ғалим булыу теләге уны Һарытау университетына килтергәйне. Билет һорауына яуапты шул тиклем ентекле, тәрән белеп тә, уҡырға инә алмауының сәбәбе – урыҫса акцент менән һөйләшкән өсөн, тип аңлатҡайны бит ағаһы.

Ошоларҙы иҫкә төшөрөп әҙерәк ултырғас, хәл кергәндәй булды. Гөлсәсәк яйлап ҡына баҫты. Ярай әле подъезда берәү ҙә юҡ, әллә нимә уйлауҙары бар. Уның ҡарашы яңынан хатҡа төштө. Тиҙерәк асып уҡырға кәрәк тә баһа! Нимә тип яҙҙы икән Нурәхмәт? Ниңә яҙҙы икән? Гөлсәсәктең  бер ҡасан да иҙән сүпләп, конверт ситен йыртып ырғытҡаны юҡ. Баҫҡыстар буйлап күтәрелә башланы. Аяҡтары көскә ҡуҙғала, әйтерһең дә, һәр балтырына берәр ботлоҡ гер таҡҡандар! Нисә баҫҡыс һуң әле? Элек һигеҙ генә ине бит, ниңә шулай күп? Майҙансыҡҡа менеп еткәс, әлеге бәләкәй сумкаһынан асҡыстар бәйләме алды, кәрәклеһен тапты, ләкин уны йоҙаҡ уйымына ҡуя алмай ыҙаланды. Асып ингәс, ҡулындағы пакет төшөп китте, әфлисундар тәгәрәп китте. Гөлсәсәк бер нәмәгә лә иғтибар итмәне. Залдан ҡайсы эҙләргәме, әллә кухнялағы бысаҡ менән асырғамы икән, тигән уй башынан үтте. Ингән ерҙәге көҙгө тумбочкаһынан маникюр ҡайсыһын алып, кухня ултырғысына терәлде. Ситтән бер-ике миллиметр итеп киҫте лә, хатты ҡулына алды.

Эйе, уның күҙе лә, күңеле лә яңылышмаған. Хат Нурәхмәттән, Рөстәмдең атаһынан ине: 

“Ҡәҙерлем Гөлсәсәк! Һиңә хат яҙыусы Нурәхмәт икәнде белгәнһеңдер инде.Рөстәм иҫән, ләкин бәләкәй генә яраһы бар…”

Гөлсәсәктең теҙ быуындары, бармаҡтары ҡалтырап, хат иҙәнгә төштө. Ҡапыл күҙ алдары ҡараңғыланды, шунан, кинәт ҡояш сыҡҡан кеүек, яҡты булып китте. Бушлыҡҡа төбәлеп күпме ултырғандыр, иҫенә килеп, хатты йәнә ҡулына алды.

“…Ярай, туйға тиклем төҙәлер әле. Ул минең янда. Теләгең булһа, килеп күр. Ҡалғанын осрашҡас һөйләшербеҙ. Һине көтөп: Нурәхмәт. 10 июнь, 2000й.”

 Рөстәм атаһы янында! Атаһы икәнен беләме икән ул? Берҙән-бере яраланған! Ни эшләргә? Ни эшләргә тип ни, әлбиттә, барырға кәрәк! Теләгең булһа, кил, тигәс. Бөгөн нисәһе һуң әле? Яңы уҡыу йылына нисә көн ҡалды икән? Өлгөрөрмө? Гөлсәсәктең мейе бураҙналарын ярып, мең төрлө уйҙар ағылды. Ултырған килеш стенаға эленгән календарға ҡараны. Әһә, бөгөн 14 август. Ваҡыт бар икән. Юлға әҙерләнергә кәрәк. Ә нимә әҙерләргә? Нимә ярата һуң әле Рөстәм улы? Киптерелгән ҡорот менән еләк ҡағы! Буталсыҡ уйҙарынан арына алмай, ул нимәгә тотонорға белмәне. Ауылға, әсәйем эргәһенә ҡайтырға кәрәк. Сәғәт нисә һуң әле? Автобустар китеп бөттөмө икән? Сәғәт дүрт. Һуңғы автобус китергә ике сәғәтләп ваҡыт бар. Гөлсәсәк бәләкәй сумкаһын, ингән ерҙә торған пакетты алды, ишеген бикләп, автовокзалға йүнәлде.

Автобусҡа ултырып тынысланғас, кинокадрҙа алмашынған көҙгө тәбиғәт күренештәре кеүек, Рөстәмдең бәләкәй сағы, үҫмер ваҡыты, йөҙ-һындары, кейемдәре күҙ алдынан теҙелешеп үтте, хатта тауышы ла яңғырап киткәндәй булды. Ул хатты яңынан иҫкә төшөрҙө. ”Рөстәм яраланған!” Уның бер бөртөгө! Нисек осратты икән уны Нурәхмәт? Нисек таныны икән?

Гөлсәсәктең бөрсөк-бөрсөк йәштәре бите буйлап аҡты ла аҡты, ул тыйманы ла, теймәне лә. Илағас, еңел булып китте.

…Яңғыҙы үҫтерҙе Рөстәмен Гөлсәсәк. Урыҫ теленән имтихан тапшырырға тейеш көндө тыуҙы уның ҡолонсағы. Мәшәҡәте күп булғандырмы, теләмәгәндерме – Нурәхмәт бала табыу йортона хәл белешергә килмәне. Сабыйҙы алырға ла Ишмөхәмәт ағаһы килде. Аҙаҡтан ике имтиханды бер көндө тапшырҙы Гөлсәсәк. Урыҫ теленән һорауға яуапты белмәй ине: китаптың ҡайһы битендә яҙылғанын да, теоретик өлөшөн белә, әммә ләкин бер миҫал да килтерә алмай. Людмила Шаһимбулатовна – чеченка, Гөлсәсәктең ире лә чечен икәнде белә ине. Бала көткәндә Нурәхмәт килгәс, улар бер нисә тапҡыр һөйләшеп торҙо. Людмила Шаһимбулатовна менән Рәшит Әхмәҙуллович Мәскәүҙә аспирантура тамамлап, институтта икәүләп хәҙерге урыҫ теле дәрестәрен алып баралар ине. Гөлсәсәктең белмәгәнен һиҙеп, Людмила Шаһимбулатовна уның эргәһенә килде:”Нимәне белмәйһең?”– тип һораны ла, һорауҙы күреп, яуапты әйтә башланы. “Миҫал килтерә алмайым,”– тигәс, уҡытыусыһы кире урынына ултырып, дипломатынан лекцияһын табып, яуапты Гөлсәсәктең ҡолағына килеп әйтте.

Һуңынан бер-ике генә килеп, аҡса биреп, янында ярты сәғәт самаһы йыбанғанды иҫәпләмәгәндә, Нурәхмәт баланы тәрбиәләүҙә ҡатнашманы. Рөстәмгә ике йәш тулғас, баланы әсәһенән бөтөнләйгә айырып Кавказға алып ҡайтып китергә тип олатаһы килгәйне-килеүен. Бирә буламы һуң инде Гөлсәсәк ғәзизен! Балаһы уның өсөн эсер һыу ҙа, һулар һауа ла кеүек ине. Аҙнаһына 42 сәғәт уҡытты. Арыманы, дөрөҫөрәге, арырға тырышманы. Хәле бөткән саҡтарында  баянын алып, ярты сәғәт булһа ла моңланып ала торғайны ул. Баланы ла башҡалар кеүек, аҙналыҡ баҡсаға биреп ҡуйманы. Һәр кисте алып ҡайтып, күргән-ишеткәндәрен һорашты, әүрәтте, яратты, әкиәт һөйләп йоҡлатты. Әммә һөйөү менән бергә талапсанлыҡ та булырға тейеш, тигән фарманды һис онотманы. Бала тураһында хәстәрлек күрҙе, уның үҙенән дә иғтибар талап итте. Атаһын һорашһа, ул беҙҙе ташлап китте, тип, дөрөҫөн әйтте. Рөстәм мәктәпте уңышлы тамамлап, тыуған ҡалаһындағы нефть техникумына уҡырға инде. Унда ла һынатманы, тырышып уҡыны, тәртибе өлгөлө булды. 18 йәше тулыу менән, уҡып бөтмәһә лә, “Мин тиңдәштәрем менән армияға барам,”– тип ҡырт киҫте лә ҡуйҙы. Күпме өгөтләп-әйтеп ҡараны Гөлсәсәк. Бушҡа ғына. Үҙ туҡһаны – туҡһан. Етмәһә, Ишмөхәмәт бабаһы ла, утҡа кәрәсин һипкәндәй, “армияға бармаған кеше ысын егет түгел инде ул”, – тип бәхәскә нөктә ҡуйҙы…

Ҡапыл автобустың артҡы өлөшө һелкенеп бәүелергә кереште. Гөлсәсәктең дә уйҙары, шырт итеп һынған ҡоро ботаҡ кеүек өҙөлөп, юғалды. “Егерме йыл самаһы ваҡыт үтеп, инде онотоп бөткәс, минең уңала башлаған күңел яраларын яңынан ҡуптарып, ҡайҙан килеп сыҡтың һин, Нурәхмәт? Тәүге һәм һуңғы мөхәббәтем! Нисәмә төндәр һине һағынып, ут кеүек арҡаларыңа, эҫе мейескә терәлгәндәй, һөйәлеп йылынаһым килгән саҡтарым аҙ булдымы ни минең?!”

Автобус аҡрыныраҡ бара башланы. Гөлсәсәк күҙҙәрен тәҙрәнән ала алмай.

…Бына бит уларҙың осрашҡан урыны. Юл бында өс яҡҡа айырыла. Гөлсәсәк, еңмешләнеп, ул көндө матайҙы бер үҙе йөрөтөп сығып киткәйне.  Күпме барғандыр, ҡапыл матай туҡтап ҡалды. “Карбюратор тығылған, ахырыһы”, тип һөйләнә ине Ишмөхәмәт ағаһы, әллә шуға туҡтанымы икән? Гөлсәсәк матайҙың бер ерен дә аса ла, яба ла белмәй инде ул. Ошонда Алланан ярҙам көтөргә булды, берәй ир-ат килеп сығыр әле бәхетенә. Әкрен генә иҫкән елгә тирбәлгән, өлгөрөп бешкән бойҙай баҫыуына, алыҫтағы зәңгәр тауҙарға ҡарап күпме ултырғандыр, ҡапыл күрше Һарайса ауылы яғынан туҙан болото күтәргән машина күренде. Күҙ асып йомғансы ул килеп тә етте. Машина үҙе лә, матай менән Гөлсәсәк тә туҙан аҫтында ҡалды. Кабинанан күҙгә-башҡа был яҡ кешеһенә оҡшамаған ир кеше төшөп ҡалды. Ул, туҙан таралғанын көтөп, әҙерәк юл ситендә торҙо ла, ҡыҙ янына килде. Башын ситкә бороп ултырған Гөлсәсәк ҡапыл:

- Красавица, меня поджидаешь?– тигән тауышҡа боролоп ҡараны.  Уның ҡаршыһында ҡарсыға танаулы, бөркөт ҡанатындай ҡалын ҡара ҡашлы, еүеш муйыл емеше кеүек ялтырап торған ҡара күҙле, ҡабарынҡы сәсле Кавказ кешеһе тора ине. Асыҡ төҫтәге футболкаһы аша беленеп торған тығыҙ тәне, йыуан беләктәре был кешенең спорт менән дуҫ булыуын күрһәтә. Гөлсәсәк бер килке өн дә сығара алмай, матайға ҡуша үрелеп үҫкән үлән кеүек, тик ултырҙы. Тиҙ генә кеҫәһенән ҡулъяулығын алып күҙен һөрткән кеше булды ла:

- Юҡ, мин һеҙҙе көтмәйем,  матай үпкәләне бит, бармайым, тип әйтә, – тип шаяртты ла, ергә төштө.  Тегеһе юл ситендәге бер ҡоро сыбыҡты алып, бензин багын тикшерҙе лә:

- Яғыулығы бөткән бит, һылыу, шуға туҡтаған, – тип, ары-бире йөрөргә кереште. Тыуған ауылында ла, уҡыған ерендә лә бындай ыҫпай кейенгән егет күрмәгәнгәме, Гөлсәсәк уға һоҡланды, һәр аҙымын күҙҙән үткәрҙе. Уҡтары беленеп торған ҡара салбар, ауылдан урап килһә лә, туҙан ҡунмаған ботинкалар…

Таныштылар. Исеме Нурәхмәт, башҡалала хоҡуҡ институтында уҡый, бында практика үтергә килгән. Кемдер бойҙай урлаған да, шуны тикшереп йөрөүе. Гөлсәсәк үҙенең яҡын ҡалала пединститутта уҡыуын әйтте.

Тағы ла нимә тураһында һорарға икән, тип уйлап та өлгөрмәне ҡыҙ, боролоштан әлеге машина әйләнеп тә килде. Ҡул күтәргәнде лә көтмәй, юл ситендә туҡтаны.

- Друг, дорогой друг, ярҙам ит, бензин юҡ.

Шофер иҫке биҙрәһе менән бензин ағыҙып һалды. Нурәхмәт тә, Гөлсәсәк тә күҙәтеп торҙолар.

- Ҡайҙа, һылыу, мин һине ауылыңа илтеп ҡуяйым әле, бер ыңғайҙан ҡайҙа йәшәгәнеңде лә белермен, – тип, Нурәхмәт үҙе рулгә ултырҙы. Ҡыҙ, магнитҡа тартылған тимер кеүек, бер һүҙһеҙ артҡа ҡунаҡланы. Көн дә кисләй төшкән. Ҡояш та тау артына ыңғайлаған. Көтөү ҙә киләлер, көтөү ҡайтҡанда мал ҡурҡытып йөрөһәң, әбейҙәр туҙына торған.

Ҡапҡанан инеүгә, әсәһе:“Көтөү ҡайтҡанда ла ниңә өйҙә тормайһың?”– тип, Гөлсәсәккә күҙ һирпеп ҡараны ла, таныш кешеһе кеүек Нурәхмәткә өндәште:

- Әйҙә, улым, үт, Ишмөхәмәтте юллайһыңмы? Ул баҫыуҙа инде, комбайндар туҡтамай эшләргә тейеш бит. Көтәһеңме, мунса әҙер, булмаһа, бар йыуынып ал, – тине лә аласыҡҡа инеп китте. Гөлсәсәк, аяҙ көндө күк күкрәнеме ни, ҡапыл ҡысҡырып көлөргә тотондо:

- Әсәй, ул башҡортса аңламай бит, Ишмөхәмәт ағайым кәрәкмәй уға, матайҙы рәтләп, мине килтерҙе бит.

- Йә, ярай, нисек булһа ла, килгән кешене ҡыуып сығарып булмай, бар, бар, улым, рәхәтләнеп йыуынып сыҡ.

Нурәхмәт мунсаға йүнәлде. Гөлсәсәктең йөҙөнә сыҡҡан ҡәнәғәтләнеү, күҙҙәренең йылтырап китеүенән әсә бөтәһен дә аңлағайны инде.

- Самауыр ҡайнаған, һин бар, һыйырҙы һау, – тип сираттағы эште ҡушты әсәһе. Гөлсәсәк, ҡоштай осоп, аласыҡтан биҙрә алды ла, ялан кәртә яғына ыңғайланы. Уның күңеле бөгөн һабантурғай кеүек талпына, йөрәге күкрәгенә һыймаҫлыҡ булып тибә ине…

Самолет кәрәкле бейеклеккә күтәрелеп, һиҙелмәй, көйлө генә бара башлағас, Гөлсәсәк һуңғы көндәрҙәге мәшәҡәттәрҙән арыуын әле генә һиҙҙе. Ҡапыл, күҙ керпектәре ауырайып, ойоп та китте. Был бер нисә минут ҡына дауам иткәндер, әммә ул бынан егерме йыл самаһы элек булған хәлдәрҙе ап-асыҡ итеп төшөндә күрҙе…

Нурәхмәт менән улар Шали урамы буйлап килә. Һөйгәне Гөлсәсәктән күҙен алмай. Төпһөҙ диңгеҙ кеүек ҙур зәңгәр күҙҙәре, бөгәрләнеп торған ҡуйы керпектәре араһына инеп юғалырлыҡ шул Гөлсәсәктең! Ул һыҙылып киткән ҡаштар, ҡалын сәстәр тиһеңме! Шағир әйтмешләй, Алла уны һоҡланһындар өсөн яратҡан. Яратҡан да, ҡалай матур килеп сыҡты әле тип, үҙе һоҡланып торғандыр инде уның сибәрлегенә, һөйкөмлөлөгөнә, ҡойоп ҡуйған буй-һынына.

…Атаһы ҡаршы сығып ҡапҡа асты, бер секунд тирәһе Гөлсәсәккә күҙ һирпеп ҡараны ла, “Сәләмалейкум”, тигәс, баҡсаға йүнәлде. Әсәһе йүгереп йөрөп табын әҙерләне.

Көн кискә ауышҡас, Нурәхмәттең әсәһе, ниңәлер, уға ҡара яулыҡ бәйләтте. Туғандарына ҡунаҡҡа киттеләр. Ирҙәр алдан төшөп алды, ҡатындар арттараҡ. Кәңәшкәлер. Мосолман булһа ла, икенсе милләттән булыуы оҡшаманы ахырыһы атаһына. Кис буйына үҙҙәренсә һөйләштеләр. Нурәхмәттең кәйефе төштө, тимәк, ышандыра алманы. Башҡортостанға кире ҡайтырға сыҡҡас, Грозныйҙа ҡунаҡханаға туҡталдылар. Нурәхмәт ниңә шунда ирлек бурысын үтәргә тырышҡандыр?! Бәлки, еңел ҡотолормон, тигәндер. Гөлсәсәк ул минуттарҙы ғүмере буйы ләззәтле бер төш кеүек кенә хәтерләй.

…Стюардесса эсергә, ашарға тәҡдим итеп, еңелсә генә уның еңенә ҡағылды. Гөлсәсәк уянып китте. Аҙаҡтан күпме генә тырышһа ла, бүтәнсә йоҡлай алманы. 

Бына самолет Минерал һыуҙар аэропортына төштө. Нурәхмәт ҡаршыларға тейеш бит. Юл мәшәҡәттәрен бөтөрөп, Гөлсәсәк аптека киоскыһын эҙләне. Йөрәге дарҫлап тибә ине. Берәй дарыу алырға кәрәк…

Ентекләп ҡарай ҙа алманы, ул ҡапыл терт итеп китте. Тәнеңде, йәнеңде тишерҙәй ҡараштан һиҫкәнеп, күҙҙәрен сылт-сылт йомдо ла, боролоп ҡараны.

Ҡаршыһында, күпме ғүмер үтһә лә, һис төҫ ташламаған, тик бөҙрә сәстәре саллана башлаған Нурәхмәт тора ине. Ҡосаҡларға итте, шунан, уңайһыҙланғандай, ҡуш ҡуллап күреште.

- Һаумы, Гульчачак! Юлда арыманыңмы, самолет сәғәт ярымға һуңланы бит, – тип һөйләнде ул, Гөлсәсәктән күҙҙәрен ала алмай.   Етеҙ генә ҡатындың юл сумкаһын үҙенә алды.

- Рөстәм ни хәлдә?

- Хәле шәп, яралары төҙәлә инде.

Блокпостарҙы үтеүе ҡыйын, документ булһа ла, ышанмаған кеүек, оҙаҡ тикшерәләр. Ҡайтып еткәнсе ул Рөстәм тураһында һөйләне.

… Бронетранспортерға снаряд килеп тейгәс, шартлау тулҡыны машина өҫтөндәге Рөстәмде, йәнә бер иптәшен ситкә алып ырғытҡан. Эстәгеләр бөтәһе лә янып үлгән. Аңын юғалтҡан һалдаттар нисә сәғәт ятҡандыр, бер кем дә белмәй. Нурәхмәт, йәненә тыныслыҡ тапмай, тауҙарға сыҡҡан булған. Сөнки ике  көн элек кенә атаһы, һыйыр ҡыуып килгәндә минаға баҫып шартлаған…

 Салҡан ятҡан һалдаттарҙы күтәреп торғоҙҙом, биттәренә һуҡҡылайым. Аңына килделәр. Берәүһенә ҡараһам, үҙемде көҙгөлә күргәндәй, аптырап ҡалдым. Һыу эсерҙем, йыуындырҙым. Икеһен дә өйгә алып ҡайттым. Комендатураға барып әйттем. Андрейҙың яралары күп ине, уны лазаретҡа алып киттеләр. Был баланы ебәргем килмәй. Һораша башланым. Һин ҡайҙан, тим. Әсәйең-атайың кем? Исемеңде ишеткәс, өҫтөмә бер биҙрә һыуыҡ һыу һиптеләрме ни, ҡалтырай башланым.

Тәңре мине язаланы – ҡатыным бала килтермәне. Мин ғүмерем буйы адвокат булып, кеше яҙмыштарын яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырыштым. Улар бәхетле булһын, тинем. Үҙемә бәхет ҡалмаған…

- Рөстәм атаһы икәнеңде беләме һуң? – осрашҡандан бирле Гөлсәсәктең һорауы шул булды.

- Юҡ, – тине Нурәхмәт, – мин әйтмәнем. Кәрәк тапһаң, үҙең әйтерһең.

…Бер нисә көндән Гөлсәсәк, таяҡҡа таянған улы менән самолетҡа ултырып, тыуған иленә осто. Нурәхмәт, бер туҡтауһыҙ аҡҡан күҙ йәштәрен дә тыймай, уларҙы оҙатып ҡалды.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас