– Фирүзә апай, һеҙҙең өсөн нимә ул шиғриәт? Ҡулығыҙға ҡәләм алғанда үҙегеҙгә ниндәй маҡсат ҡуяһығыҙ?
– Тәү сиратта, башымдағы фекеремде, күңелдәге хис-тойғоларҙы ҡағыҙға теркәп ҡуйыу теләге уяна. Тик уларҙы башҡаларға көсләп тағырға уйламайым. Кемдәргә оҡшай, ауаздаш – уҡый, үҙҙәренә күсереп ала. Оҡшатмағандар урап үтәлер, моғайын.
Йыш ҡына үҙемде шиғырҙарым менән имләйем. Ауыр саҡта, ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда ҡулға ҡәләм алам да, шиғыр яҙып күңелемде тынысландырам. Үҙемде-үҙем йыуатып, әүрәтеп, селпәрәмә килгән йәнемде киренән киҫәкләп-киҫәкләп йыйып алам. Күңелем киләсәккә өмөт менән мөлдөрәмә тула. Шул ышаныс булмаһа, артабан нисек йәшәргә һуң? Үҙемде шулай ышандырам, өгөтләйем һәм алға табан әйҙәйем. Һәм шуны ла әйтер инем: әгәр бөтәһе лә үҙ-үҙен шулай имләй, йыуата белһә, донъя бәхетлеләр менән тулыр ине. Тик ниңәлер кешеләр бәхетһеҙ булырға ярата. Уларҙы йәлләйҙәр бит, әллә шуғамы икән? Меҫкен, бәхетһеҙ булып күренергә тырышҡандар күп. Бәхетле булырға теләгәндәр ул бәхетте күбеһенсә үҙҙәре үк әүәләй бит.
– Бер нисә көндән һеҙ 65 йәшлек юбилейығыҙҙы билдәләйһегеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙың еләк мәле, тип 45-те әйтәләр. Ә бына һеҙ үҙ йәшегеҙҙе нимә менән сағыштырыр инегеҙ?
– Шул еләктән ары китмәгәнмен шикелле (көлә – авт.). Иң матур мәлем кеүек. Күңел ҡартаймай, тигәндәре шулай булалыр. Аяҡтар – атламай, телдәр әйләнмәй башлаһа, бәлки, шул саҡта ҡартлыҡ килеүенә ышанырмын. Ә әлегә үҙемде йәшәлгән ғүмеремә ҡарата йәшерәк тоям. Был бөтә кешегә лә хас күренештер ул. Бер кем дә үҙен, ҡартмын, тип әйтергә теләмәйҙер.
– Үҙем өсөн йәшәр мәл етте, тиергә теләйһегеҙме?
– Ҡатын-ҡыҙ бер ваҡытта ла үҙе өсөн генә йәшәй алмай. Минең өсөн тәүге урында һәр ваҡыт ғаиләм булды һәм буласаҡ. Хәҙер инде хаҡлы ялдамын. Шуға күрә, икенсе урынға үҙемдең теләктәрем, бойомға ашмаған хыялдарым күсте. Элек эш менән иғтибар биреп еткермәгән ижадымды үҫтереү мөмкинлеге бар. Концерт-театрҙарға йөрөйөм. Донъя күрергә хыяллана инем, хәҙер, мөмкинлек булһа, сәйәхәт итәм. Тыныс, ярһыуҙарһыҙ, юғалтыуҙарһыҙ ғына, һәр көнгә шатланып йәшәгем килә. Иртәгә нимә булырын бер кем дә белмәй. Шуға күрә бөгөнгө көн менән, шөкөр итеп ғүмер итәм. Шундай йәшкә еткәнмен. Бәхетһеҙлек юҡ икән, тимәк, беҙ бәхетлебеҙ. Ошоноң ҡәҙерен беләйек.
– Ә юбилейығыҙға ҡарата ниндәй мәҙәни һәм әҙәби саралар үткәрергә ниәтләйһегеҙ? Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе яңы китап менән шатландыраһығыҙмы?
– Төп сара – 25 февралдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур сәхнәһендә үтәсәк “Кешеләргә һоҡланам” тип аталған ижад кисәһе. Ул концерт форматында үтәсәк. Унда минең шиғырҙарым, уларға ижад ителгән йырҙар яңғыраясаҡ. Башҡорт эстрадаһының 30-ға яҡын йырсыһы ҡатнаша. Ә 13 мартта иһә үҙем ғүмер иткән Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында ижад кисәһе ойошторола. Шулай уҡ тыуған яғымда – Баймаҡ үҙәк китапханаһында һәм Сыңғыҙ, 1-се Этҡол ауылдарында осрашыуҙар үтәсәк, Алла бойорһа.
Әлеге мәлдә “Яратам” тип аталған өр-яңы китабым сығырға әҙерләнә. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, уға проза әҫәрҙәрем тупланған. Кем белә, бәлки, китап донъя күргәс, йыйынтыҡтың исем туйын да үткәрербеҙ.
– Шиғриәттән прозаға күсеүегеҙ нисек булды? Нимә этәрҙе?
– Иң беренсе тормошта осраған һәм күргән ҡыҙыҡ хәлдәрҙе, ваҡиғаларҙы үҙем өсөн теркәргә тырыштым. Атайым менән әсәйемдең һөйләгәндәрен дә ҡағыҙға төшөрөргә, мәңгеләштерергә уйым бар ине. Тәүге әҫәрҙәрем шулай тыуҙы. Донъяла күп ваҡыт ғәҙелһеҙлек менән осрашабыҙ. Ошо ғәҙелһеҙлек, ниндәйҙер енәйәт үҙенә тейешле язаһын алмаһа, күңелдә ризаһыҙлыҡ тойғоһо уяна. Ә улар барыбер ҙә язаһын алырға тейеш бит. Әҫәремдә булһа ла ғәҙеллекте өҫтөн итеп, яуыздарға яза биреп, күңелемде тынысландырып ҡуям. Изгелек, дөрөҫлөк еңергә, яратҡандар ҡауышырға, ғәҙеллек тантана итергә тейеш тә баһа! Хикәйәләрем күп түгел, тиҫтәгә яҡын ғына. Яҙыла башланып та яҙылып бөтмәгәндәре бар.
– Әле үҙегеҙҙе кем итеп тояһығыҙ: шағирәме, прозаикмы?
– Үҙемде ҡулсыр бала кеүек тойоп китәм. Барыһын да тотоп ҡарағым, тәмләгем, эшләгем килә. Уйларға, ҡурҡырға ваҡытым юҡ. Башымды алйотҡа һалам да, уйлағанымды, алдыма алғанымды эшләп ҡарайым. Прозаға, сатираға тотоноп ҡарауым да шунандыр. Үҙемде, әлбиттә, шағирә итеп тоям. Әммә башҡаларын да “татып” ҡарарға мөмкин бит.
– Тәнҡит, кеше һүҙе күңелегеҙҙе төшөрәме?
– Әгәр ижадыма ҡарата ғәҙел тәнҡит икән – кинәнеп ҡабул итәм, хатта рәхмәт әйтәм. Тәнҡит үҫеш өсөн бик кәрәк. Ә кеше һүҙенә килгәндә... Элек ауыр ҡабул итә инем, хәҙер иғтибар итмәйем. Йәшәй-йәшәй бешеләндем. Үҙ фекерем бар һәм уға ышанам. Ни өсөн мин башҡаларҙыҡын үҙемә алырға тейеш? Һәр кем үҙенеке менән йәшәһен. Икенсенән, кеше бит бер көн бер төрлө уйлай, икенсе көн – икенсе төрлө. Һәр кешенең һәр көндәге кәйефенә, уй-фекеренә яраҡлашып та булмай. Шуны ла әйтеп үтәйем: элек мине, ижадымды үҙ итмәгән ҡайһы берәүҙәр хәҙер, киреһенсә, яҡын күрә. Ә мин бит үҙгәрмәнем. Тимәк, уларҙың миңә ҡарата фекере үҙгәргән.
– “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәгеҙгә: “Йәшәүҙе яратам!” тигән статус ҡуйғанһығыҙ. Донъяны ағы-ҡараһы менән ҡабул итеүме был?
– Нисек бар, шулай ҡабул итәм. Ағына шатланам, ҡараһын таҙартырға тырышам. “Был бит – аҡ, аҙ ғына бысранған!” – тип үҙемде ышандырырға ла маташам. Гел генә еңел булмай, йәшәйеш тә шатлыҡтарҙан ғына тормай. Минең дә көлә-йылмая алмаған, хатта башымды ла ҡалҡыта алмаған саҡтарым була. Бары тик ул мәлдәрҙә кешегә күренмәҫкә тырышам. “Тағы алға!” тигән шиғырымдағыса:
Шәжәрәмде яҡшы беләм кеүек,
Әммә юллап ҡай саҡ маташам:
Ай-һай, моғайын да,
Мюнхгаузенға
Тамырҙарым барып тоташа?
...Башлы-көллө тамам
батҡаным бар,
Тын да ала алмай ятҡаным бар,
Үҙ-үҙемде “терәп атҡаным”
бар,
Кеше һыуығынан ҡатҡаным
бар!
Һелкеп төшөрәм дә сирҙәремде,
Йыуып таҙартам да
керҙәремде,
Төпкә йәшерәм дә серҙәремде,
Ялап-ямап яра ерҙәремде,
Тағы – алға! Тағы яңы үрҙәр!
Тағы көрәш, тартыш,
алыштар!
Белеп торам: әле түҙә алһам,
Аҙағында көтә алҡыштар.
Тормош һаҙлығынан,
Мюнхгаузендай,
Үҙ-үҙемде тартып сығарам...
Мин – еңеүсе! Кемдең ни эше
бар,
Нисегерәк һыҙлай йән-ярам?
Үҙемде-үҙем имләй, “һаҙлыҡтан” һөйрәп сығара алам. Хатта башҡаларҙы сығарырлыҡ та көсөм бар. Ҡайһы бер таныштарым: “Ауыр саҡта һеҙҙең шиғырҙарҙы 15 – 20 минут уҡып алһам, психотерапевта булғандай, күҙем асылып, күңелем күтәрелеп, көс-ҡеүәт алып, яңынан эшемә тотонам”, – ти. Уларҙың шул һүҙҙәре үҙе үк миңә ҡанат ҡуя. Тимәк, минең ижадым кемгәлер кәрәк, мин яҙырға тейешмен, тип үҙемде дәртләндерәм.
Төрлө хәл була. Бөтә кеше лә дөрөҫ кенә итеп йәшәй алмай, бер кем дә яңылышыуҙан азат түгел. Тормош үҙе үк сит тарафҡа һөйрәп алып китергә мөмкин, тәрән бураҙнаға эләгеп китһәң, унан сығыуы бик ауыр бит ул. Минең дә хаталанғаным, үкенгәнем бар. Намыҫым алдында яуап бирә алам икән, тимәк, мин хаҡлы. Үҙемә иң уҫал, иң ҡаты хөкөмдар – ул үҙем. Үҙемде кисерә алмаған саҡтар ҙа осрай. Шуға күрә йыш ҡына сит кеше файҙаһына ҡарар ҡабул итеп, үҙемде рәнйеткән саҡтарым була.
– Барлыҡ шиғырығыҙҙы ла яратып уҡыйым, әммә күңелемә иң яҡыны – “Әсәйем һабаҡтары” йыйынтығы. Ул башҡорт ҡатын-ҡыҙының өлгөһө лә, әсәләрен һағыныусыларға йыуаныс та. Ул шиғырҙар нисек яҙылды?
– Иң беренсе әсәйемә рәхмәт йөҙөнән, уның образын мәңгеләштереү өсөн яҙҙым. Икенсенән, үҙемдең күңел ихтыяжымды ҡәнәғәтләндерҙем. Әлегә минең кәңәштәремде тулыһынса ҡабул итеп бөтмәгән ике ҡыҙым, ваҡыт үткәс, ошо шиғырҙар аша йәшәйеште аңлар, тормоштары еңелерәк булыр, тигән уйым бар ине. Дөрөҫөн әйткәндә, ул һабаҡтарҙы беҙҙең һәр беребеҙ ишетеп үҫтек. “Кеше килһә, самауырыңды ҡуй”, “Кеше ҡайғыһына шатланма, ҡулыңдан килгәнсә ярҙам ит”, “Үҙ балаңды үҙең маҡтама, уның өсөн кеше менән яманлашма”, “Эштән ҡурҡырға ярамай” һәм башҡалар – былар барыһы ла ошо шиғырҙарымда. Әгәр кемдәрҙер ваҡытында дөрөҫ кәңәш алып, йәшәүен дөрөҫ итеп ойоштора ала икән, тимәк, алдыма ҡуйған маҡсатыма ирешкәнмен.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Фирүзә апай! Һеҙҙе ғүмер байрамығыҙ менән тәбрикләп, изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә “Йәшлек” гәзите уҡыусыларын да шиғырҙарығыҙ, хикәйәләрегеҙ менән шатландырып торорға яҙһын!
Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.