Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
30 Август 2025, 07:00

“Күҙ йәштәрең берүк таммаһын, Мин яратам һине, аппағым!”

***

Иҙел НУРҒӘЛИН 1988 йылда Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Мәктәптән һуң Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә, артабан институт тамамлай. “Гәлсәр һандуғас” проектында үҙен йырсы булараҡ һынап ҡарай һәм еңеү яулай. Бөгөн ул – башҡорт эстрадаһының популяр йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. 
Иҙел йырҙар ижад итеп кенә ҡалмай, шиғырҙар ҙа яҙа. “Йәшлек” уҡыусыларына уның иң популяр йырҙарының һүҙҙәрен тәҡдим итәбеҙ.

Яҡындар китә

Хоҙайҙан яҙған һәр беребеҙгә
Күпме ғүмер юлын үтергә.
Кемдер – алдараҡ, кемдер – һуңыраҡ,
Барыбыҙҙың юлдар – бер ергә!

Яҡындар китә беҙҙе ҡалдырып,
Ваҡытлыса түгел, мәңгегә!
Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙы,
Эх, күрешеп бер һөйләшергә!
Эх, китә шул, яҡындар китә!

Алдан киткәндәр белмәйҙәр микән
Юғалтыуҙың әсе ғаҙабын?
Ҡалғандар белә ташлап киткәндәр
Яндарына кире ҡайтмауын.

Кемдер – яҙмыштан, кемдер
 яңылыштан,
Китеп бара, ҡала донъялар.
Күрешеп булмай, һөйләшеп булмай,
Ҡабул булһын ҡылған доғалар!

Яратам мин

Аҡ сәскәгә һине тиңләйем,
Болондарҙы буйлап эҙләйем.
Һөйөү серҙәремде һөйләйем,
Һинһеҙ йәшәү йәмен күрмәйем.

Яратам мин һине өҙөлөп,
Аҡ сәскәләрҙе бирәм өҙөп.
Күҙ йәштәрең берүк таммаһын.
Мин яратам һине, аппағым.

Йәнем минең, йәнем-йәнкәйем,
Яҙмышымды һиңә бәйләйем.
Эй Хоҙайым, мең-мең рәхмәтем
Биргән өсөн оло бәхетен.

Ҡабат тыуһам да был донъяға,
Һиңә бәйләр инем яҙмышты.
Күпме эҙләһәм дә, табалмам
Һинең кеүек тоғро аҡҡошто.

Рәхмәт йыры

Был донъялар ике килмәй беҙгә,
Ҡәҙерен белеп ҡалайыҡ.
Яғымлы ла атай-әсәйҙәрҙең,
Бөйөклөгөн инде аңлайыҡ.

Рәхмәтемде ҡабул итегеҙ,
Һеҙгә йырлар йырым барында,
Бәхет-шатлыҡ һеҙгә теләйем,
Рәхмәт һеҙгә, атай-әсәйем.

Теләктәрең фатихалар тулы,
Саф йөрәклеһең һин, әсәйем.
Беләм инде, атай, ғүмерең буйы,
Беҙ – балаларым, тип йәшәйһең.

Йәрҙәрегеҙ ятҡа
ҡалмаһын

Был донъялар парлылар өсөнмө?
Ник бәхетһеҙ була яңғыҙҙар?
Ауыр һүҙҙәр әйтеп рәнйетмәгеҙ,
Уларҙа ла хисле йөрәк бар.

Яңылышмағыҙ, зинһар, яңылышмағыҙ:
Йәрҙәрегеҙ ятҡа ҡалмаһын!
“Ғәфү итсе мине, ғәфү ит!” – тип,
Үкенерлек генә булмаһын!

Иҫкә төшә бергә булған саҡтар,
Күҙҙәреңдән йәштәр тамалар.
Ергә ятып үкһеп илаһам да,
Алыҫ инде хәҙер аралар.

Йылдар үтеү менән яралар ҙа
Уңала ул, тигән булалар.
Төндәр буйы йоҡлай алмам ятам,
Һинең хаҡта һаман уйланам.


Сәләм

Ялҡынлы сәләмдәремде
Ҡабул итегеҙ, дуҫтар.
Һеҙҙең менән йәшәүҙәре
Эх, рәхәт шул, туғандар!

Сәләм бирәм һеҙгә,
Сәләм алам һеҙҙән,
Дуҫтар, сәләмләшәйек!
Сәләм биреп, сәләм алып,
Рәхәтләнеп йәшәйек!

Төрлө хәлдәр була тормошта,
Кәйеф төшә ҡай саҡта.
Ниҙәр генә булһа ла,
Шат йылмай был донъяға.

Яныбыҙҙа тоғро дуҫтар
Иң ҙур терәк булһындар.
Гөр килешеп йәшәргә
Иҫән булһын туғандар!

Күҙҙәрең ҡараһы

Һинең ҡара күҙҙәрең,
Балдай татлы һүҙҙәрең 
Күңелемде арбаны,
Йөрәгемде яуланы.

Күҙҙәреңдең ҡараһы –
Йөрәгемдең яраһы.
Һүҙҙәремдең татлыһы –
Күңелемдең шатлығы.

Ҡараның һин күҙемә,
Ғашиҡ булдым үҙеңә.
Ышандым шул һүҙеңә –
“Яратам!” – тиеүеңә.

Ҡарағаттай күҙеңде,
Балдай татлы һүҙеңде –
Оло бәхет түгелме
Яратыуы үҙеңде?

Читайте нас