Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
28 Август 2025, 06:00

Ирәндеккәй – тыуған еркәй...

Хаят ЙОСОПОВА 1950 йылда Ишембай ҡалаһында тыуған. 1974 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай. 1982 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы “Восход”, “Торатау” гәзиттәрендә эшләй. Тормош юлдашы Мөхәммәт Рәшит улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерә

Авторҙан
Һеҙҙең иғтибарға Баймаҡ районының Иҫән ауылы менән бәйле тарихи мәғлүмәткә таянып яҙылған хикәйә-эссе тәҡдим итәм. Бер нисә айлыҡ сағында ҡарымта яуы мәлендә ҡаҙаҡтар, ҡон ҡайтарыу йолаһын үтәп, йорт старшинаһы Әпекәйҙең ейәнен алып китә. Халыҡ араһында Юлдашбайҙы ҡаҙаҡтарҙан ҡайтарып алыу тураһында төрлө легенда бар, әммә мин әҫәрҙе Баһауетдин Ишбирҙиндың бүләһе, тыуған яҡты өйрәнеүсе Рамаҙан Үтәғоловтың мәғлүмәтенә таянып яҙыуҙы хуп күрҙем.

Бөтә тирә-йүнгә аҡлыҡ, паклыҡ бөркөп, аҡ юрғаны менән ерҙе ҡаплап, Ирәндеккә ҡыш килде. Һунарсылар, үҙҙәренең ҡара тиргә батып кейек баҫтырыуын күҙ алдына килтереп,  күңелендә аңлатып булмаҫлыҡ ләззәт  кисерҙе. Әпекәй старшинаның улы Моталлап менән уның дуҫтары ла, ҡар ҡатламының ныҡлап ҡатыуын да көтмәй, уҡ-яндарын, суҡмарҙарын барлап, ҡылыстарын ҡайрап, Ирәндеккә сапты. 
– Егеттәр, ана, ана, уның эҙе  Ҡараташҡа табан саба, – Моталлап,  һөрәнләп, алмасыбарын ҡырпаҡ ҡар өҫтөндә ярылып ятҡан бүре эҙенә табан борҙо. – Һөләймән, юлын киҫ, юлын киҫ ҡороғорҙоң!!!
Унлаған һыбайлы, ай-һайлап, егет күрһәткән яҡҡа уҡталды. Тик хәйләкәр инә бүренең эҙе, Ҡараташ һыртына табан, асыҡ бер урында юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Ҡара таңдан Ирәндекте иңләп-буйлап сабып,  ҡуян, төлкө баҫтырып, атып алған һунарсылар, эңергә етәрәк, бүре ҡыуып, аҡ күбеккә батҡан аттарын туҡтатырға тырышып, ҡарҙағы эҙ тирәһендә өйөрөлә башланы.
Бүребай ташҡа терәлеп үҫкән ҡарағай артындағы ҡалҡыулыҡҡа йүрмәләгән йыртҡысҡа ҡулындағы ҡамсыһы менән төртөп күрһәтте. Моталлаптың ҡулы билендәге суҡ­марын ҡапшаны, тик ҡор­банының яралы килеш тә урман шырлығына инеп юғалыу ихтималлығын аңлап, йәшен тиҙлегендә тигәндәй йә­йәһенә ҡалаҡ баш уғын кейҙереп, керешен тартты. Яралы йырт­ҡыстың ғоролдап сыйнауы, уның үлем алдынан һуңғы олоуы кеүек, Ирәндек өҫтөндә ҡайтауаз булып иңрәне. Маҡсаттарына ирешкән һунарсылар еңеү ләззәтен татып та өлгөрмәне, уң яҡтағы ҡарағайҙар араһынан килеп сыҡҡан ят һыбайлылар суҡмар күтәреп яралы йыртҡысҡа уҡталды. Күк һырт­ландан тегелгән малахайҙары уҡ уларҙың кем булыуын аңғартты.
“Жайҡыбай сәүектәре тағы беҙҙең биләмәләрҙе байҡай, – тигән уй мейеһен ярып үтте Моталлаптың. – Башҡа берәү булһа, аманаттың кемдеке булыуы хаҡындағы аңла­шылмаусанлыҡты, һәүетемсә, үҙ-ара һөйләшеп асыҡларға булыр ине. Ә былар башҡорт ҡылысының ныҡлығын һынарға килгән!” Ҡара һин уны: сит бауырҙар Ирәндек уртаһында үҙ ерендәгеләй йәйрәп йөрөп ятһын әле, өҫтәүенә, Моталлаптар ҡыуып килеп, атып алған бүрегә ҡул һона.
Ҡарағайҙар ышығында торған башҡорттарҙы сит кешеләр абайламаны. Төркөм уртаһында ялбыр яллы күксәй атты бейетеп килгән һунарсының кейеме лә, үҙен тотошо ла башҡаларынан айырылып тора ине.
– Берәй хан балаһылыр инде, – тип ҡуйҙы Моталлап. – Биҙәкле сергегә эйәрләнгән атында ҡай­һылай маһайып ултыра. Беҙ ҙә тө­шөп ҡалғандарҙан түгел. Кем ерен­дә йөрөүҙәрен белһендәр әле, арт һабаҡтарын уҡытайыҡ, егеттәр!
Дуҫтары ла, геүләп уны хуплап, ул ҡайҙа күрһәтһә, шунда ынты­ласаҡтарын белдерҙе. Моталлап,  күпте уйлап тормай, йәйәгә кейҙерелгән уғын төркөмдөң ҡап уртаһына төҙәп, керешен тартты. Күҙ асып йомғансы ике төркөм, бер төйөнгә уҡмашып, көрмәкләшә башланы. Ҡаҙаҡтар күп булған­лыҡтан, башҡорттар сигенергә мәжбүр булды. Атылған бүре ҡайғыһы китте.
Ҡаршы яҡтың бер өлөшө, яралы һунарсыһын күтәреп, ҡайтыу яғына сапты. “Тоҡтамыш хан, Тоҡтамыш хан”, – тип өндәшеүҙәренә ҡара­ғанда, яралы егет ҡаҙаҡ аҡ­һө­йәктәренең береһенең балаһы булырға тейеш ине. Ҡаҙаҡтарҙан айырылып бер аҙ тын алғас, һунарсы егеттәр ни булғанын аңлай башланы.
– Уҡ, исмаһам, ситтәге берәйһенә тейһә, яҡшыраҡ булыр ине, – тине тынлыҡты боҙоп Бүребай. – Юғиһә,  эш тәрәнгә китеүе бар.
– Шулай булмай ни! Улар, шаран-яран йөрөп, беҙҙең ерҙе тапаһын, ә беҙ ауыҙ йомоп торорға тейешме?
– Барымта-ҡарымтаһыҙ йәшәй аламы ни улар! Хәҙер ҡайтып, бөтә йортто күтәрергә кәрәк, – тип һүҙгә ҡушылды Моталлап. – Был ябай үҙ-ара тартҡылаш ҡына түгел. Улар яу башлау өсөн сәбәп эҙләп килгәндәр!
Һунарсы егеттәрҙең һүҙҙәрен ауыл аҡһаҡалдары бик хафаланып ҡабул итте. Төн тип тормай, Әпекәй старшина йортона ошо олоҫҡа ҡараған ауылдар аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйылды.
– Әлбиттә, еребеҙгә ят бауыр­ҙарҙың баҫыуына юл ҡуймау мәртәбәгә лайыҡ, – тип һүҙ башланы Әпекәй старшина. – Әммә ҡулға ҡорал алырҙан алда, ауылға хәбәр итеп, ярҙам килгәнен көтөргә кәрәк ине. Улар тәүҙә беҙҙе күрмәне, тиһегеҙ бит. Асыу арттан, аҡыл алданыраҡ йөрөһөн ине лә бит.
– Уныһы шулай, Әпекәй уҙаман, – тип хуплап һүҙ башланы Алтынтимер уҙаман. – Әммә бер олоно тыңла, бер кесене, тигәндәй, Моталлаптың һүҙендә лә хаҡлыҡ бар. Баштан-аяҡ тигәндәй ҡораллы кешеләр биләмәләребеҙҙә ирәүән­ләнеп йөрөп ятһын әле!
– Уландар, бында төптәнерәк уйларға кәрәк, – Шәфиғулла сәсән тамаҡ ҡырып һүҙ башланы. – Белеүебеҙсә, Жайҡыбай Кесе йөҙ кешеһе. Ә яраланған егет бик затлы һәм дә икенсе төрлөрәк кейемдә, тинегеҙ. Ул берәй ҡаҙаҡ ханының вәкиле түгелме икән? Әбделмәмбәт хандың уғлы булып ҡуймағайы, тим.
Йәштәр ҙә бирешергә телә­мә­йенсә: “Сит-яттар беҙҙең ергә аяҡ баҫырға тейеш түгел!”, “Ирәндекте бер кемгә лә бирмәйбеҙ!”, “Тағы килеп кенә ҡараһындар!” – тип үҙ ҡылыҡтарын аҡларға тырышты. Әпекәй старшинаның ипләп кенә тамаҡ ҡырыуы уның йәштәргә ты­нысланырға саҡырыу кеүек ҡабул ителде. Өйҙә тынлыҡ урынлашты. Ысынлап та, уйланырлыҡ урын бар. Яралы һунарсы, Шәфиғулла сәсән әйткәнсә, хан затынан булһа – бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Ҡу­тыр­ҙың ҙуры ҡуптарылған. Бында баҫҡынсылар барымта менән генә сикләнмәйенсә, ҡан көҫәйәсәк, ҡарымта яуы башланып ҡуй­мағайы.
– Хан кешеһен юҡҡа ғына Ирәндеккә килтермәгәндәрҙер, тигән фекер тыуа, уҙамандар, – тине бер яҡ ситтәрәк, һүҙгә ҡушылмай ғына, ололарҙы тыңлап ултырған бағауылдар башлығы Әхмәтйән. – Мин әле ауыл тирәләй һәм биләмәләребеҙ сигенә ҡуйылған ҡарауылды бермә-бер арттырҙым. Шым ғына күҙәтеп ҡайтыу өсөн дүрт егетте баҫҡынсылар ҡышлағы яғына ебәрҙем. Хәлдең асылын белергә кәрәк. Уҡ-һаҙаҡтар, йә­мәғәт, әҙер булһын, беҙҙе ауыр көндәр көтә.
Хәл-торошто белергә ебәрелгән дүрт һыбайлы таңға ҡарай ғына ауылға ҡайтып ауҙы. Икәүһе яраланғайны. Шәфиғулла сәсәндең һүҙе дөрөҫкә сыҡты – Моталлаптың уғы хан улын яралаған. Әммә ил ағаларын бик күп һорау борсой. Әйтәйек, ниңә улар бөгөн үк ҡышлауҙы килеп баҫмаған, уны талап, яндырып, ҡыҙҙарҙы, бала-сағаны тотҡонлоҡҡа ҡыуып алып китмәгән?
“Тимәк, беҙҙең һунарсы егеттәр ҡаҙаҡтарҙың ҙурыраҡ яуҙы әҙер­ләүгә яуаплы төркөмөнә тап булған. Бәлки, үҙ-ара берләшеп, башҡорт иленә яу асырға йыйыналарҙыр? Ҡалмыҡ-ҡайсаҡтар менән үҙ-ара килешеүҙәре лә ихтимал. Ирән­декте, ә уның менән бергә алтын-көмөшөн ҡулға төшөрмәксе улар, – Әпекәй старшинаның башында мең төрлө уй ҡайнаны. – Нисек кенә булмаһын, уҡ-һаҙаҡты әҙерләргә, ҡылыстарҙы ҡайрарға! – Быға тиклем үҙе ҡырҡа ҡаршы булған бер уй тынғылыҡ бирмәне. – Бәлки, был хәл тураһында Аҡ батша ярандарына ла еткерергә кәрәктер. Һуҡмаһа ла туҡмаҡ бит Аҡ батша менән төҙөлгән килешеү. Ил ағалары менән кәңәш ҡороу мотлаҡ. Үҫәргәндәр, түңгәүерҙәр, ҡара табындар нисек уйлай икән?” 
Оҙаҡ уйлап торорға ваҡыт юҡ. Тиҙ арала яу кәрәк-яраҡтарын хәс­тәрләү зарур. Әммә йортта ығы-зығы ҡубыуына юл ҡуймаҫҡа! Шуға ла кинйә улы Тимербулатҡа ҡа­раңғы төшөү менән дүрт атты төнөн юлға сығырлыҡ итеп әҙерләргә ҡушты. Ә йорт бейбисәһе Мө­шәрәфәгә тоҡтарға ит-май, башҡа ризыҡ тултырыуҙы йөк­мәтте.
– Бешкән ит, ҡаҙы-маҙарҙы ла күберәк һал, – тине ҡоро ғына тауыш менән Әпекәй.
– Ярай, ярай, атаһы, борсолма, етерлек әҙерләрмен.
Хәйер, оло бейбисә хужаһының күҙ ҡарашынан, ым-ишараһынан уҡ нимә эшләргә кәрәклеген аңланы һәм йорт монаяттарын йыйыштырыу хәстәре араһында, үҙенә ҡушылғанды үтәп, тоҡтарҙы тултырып, тейешле урынына өйөп үк ҡуйҙы.
 
*   *   *
Төн уртаһында ике һыбайлы, эйәрҙәренә тағы ла берәр ат бәйләп, ауылдан сығып, Ирәндеккә табан юл тотто. Тау араларында байтаҡ ҡына ваҡыт уралып-суралып йөрөгәндән һуң, юлсылар ике тау араһындағы ҡыҫыҡҡа боролдо. Бер аҙҙан Тимербулат, йәйәүләп кенә кире барып, ҡарағай ботағы менән килгән эҙҙәрен һепереп үтте.
Тауыш-тын сығармай барҙы юлсылар. Шунан, аттарын етәкләп,  ҡуйы ҡарағайлыҡҡа индереп бәйләп, тауға ҡарай атлай башлағас, ер аҫтынан килеп сыҡҡандай, алдарында бер әҙәм пәйҙә булды. Ике ҡуллап күрешеп, доға ҡылғас, тау тишегенә үрмәләп инделәр. Ингән урын бик тар ғына булһа ла,  мәмерйә ярайһы уҡ ҙур ине. Төптәрәк ҡулайлаштырып эшлән­гән тимер иретеү мейесе янынан тағы ике кеше килеп, бей менән күрешеп, хәл-әхүәлдәрҙе һорашты.
– Бик иртәләгәнһең, бей-ағай, – тине ҡаршы алыусы. – Миңсара ҡыҙым, тороп, ҡунаҡтарға сәй әҙерлә! 
– Һин һаман уны ауылына оҙатманыңмы ни әле?
– Тәүҙә әҙерәк туйынып, нығынып алһын, тип уйланыҡ, – тине,  аҡланып, һаҡалтай. – Яралары йүнәлгәс, йәтим бала, тип йәлләнек, 13 йәше лә тулмаған бит бисараға. Ауылына ҡайтып та кемгә башын төртһөн ул. Тағы ла каруансыларға һатып ебәрәсәктәр.
– Шулайын-шулай, Әптерәхим, әммә һеҙҙең елкәлә – ил эше, шуны онотмағыҙ.
...Миңсара бик бәхетле ғаиләлә кинйә бала булып икһеҙ-сикһеҙ дала уртаһында ултырған ауылда тыуғайны. Уға өс йәш тулғас, атаһы, урман яғына барып өйлөк бура әҙерләгәндә, ағас баҫып, ба­ҡый­лыҡҡа күсте. Бер йылдан ҡышҡы һалыуҙан әсәһе лә атаһы артынан китеп барҙы. Иң өлкән апаһы Маһиҙә үҙенең ун балаһы янына уны ла һыйындырғайны ла, әммә еҙнәһе өсөн ул, әлбиттә, һәр саҡ артыҡ тамаҡ булды. Шуға, уңайы сығыу менән, 10 – 11 йәшлек ҡыҙҙы ауыл аша үткән сау­ҙагәрҙәргә һатып та ебәрҙе.
– Үҫкәс, бик матур ҡатын буласаҡ ул, – тип аҙаҡ берәү каруансыларҙан ҡыҙҙы һатып алып ҡалды.
Ҡаҙаҡтар йәйләүгә күсенеү мә­лендәге ығы-зығы ваҡытында ҡасты ул тотҡондан. Бер нисә көн артынан ҡыуҙылар. Кәүҙәһенең бәләкәй булыуы ҡотҡарғандыр, тип уйлай Миңсара. Ҡайҙа ғына йә­шеренмәне: һаҙлыҡ уртаһына ла, ҡый-ҡыпыр, серегән тамыр-томор араһына ла. Хоҙай аралағандыр инде йәтимде. Ирәндеккә килеп еткәс, саф шишмә һыуҙарын эсеп, емеш-еләк ашап тамағын туй­ҙырҙы. Шулай темеҫкенеп йөрөй торғас, ошо мәмерйәгә килеп юлыҡты. Атаһының йортона ҡайтҡандай булды хатта...
– Шулай, Әптерәхим ҡусты, оло яу алдында торабыҙ, – тине Әпекәй старшина һүҙен йомғаҡлап. – Эшегеҙҙе йәһәтләргә кәрәк! Бөгөн әҙер ҡоралды алып китербеҙ. Бында барымта, йә ҡарымта ғына түгел, ил-көн өсөн дау булырға оҡшай. Әлегә тиклем ҡаҙаҡтар үҙ-ара сыуалыша ине. Хәҙер, берләшеп, беҙгә ташланмаҡсылар, тигән фекергә килде аҡһаҡалдар. Тирә-яҡҡа сап­ҡындар ебәрҙем, иртәгә үҫәргәндәр, түңгәүерҙәр, ҡара табындар, ҡып­саҡтар беҙҙең оло йортта йы­йыласаҡ. Башҡа тимерлектәргә лә минең һүҙҙе еткерегеҙ. Ошо арала уларҙан да әҙер ҡоралды килеп алырбыҙ.

*  *  *
Әммә оло йыйын йыйып һөй­ләшергә ваҡыт булманы. Әпекәй старшина ауылға ҡайтыу менән, бағауылдарҙан баҫҡынсылар килә, тигән хәбәр килеп етте. Ҡулына ҡорал тота алған ир-егеттәр, атҡа атланып, дошман килгән яҡҡа сапты. Ҡарт-ҡоро, бала-саға, йүгереп йөрөп, йорт мөлкәтен, аҙыҡ-түлекте егеүле саналарға тейәй башланы. Һәр ғаилә үҙ хәстәре менән янды. Мөшәрәфә бейбисә лә иң тәүге ылауға бала-саға, ҡарт-ҡороно һәм имсәк балалы килендәрҙе ултыртып оҙатты. Ошондай бола ваҡытта бер үҙенә ылауҙарҙы туплап оҙатыу ауыр буласағын күҙаллап, Мотал­лабының йәмәғәте Мәрғүбәне янында ҡалдырҙы. Бына һуңғы санаға монаяттар тултырылды.
– Йортто талауҙан ҡотҡарҙыҡ шикелле, килен, – тине манма тиргә батҡан Мөшәрәфә, дүрт айлыҡ сабыйын күкрәгенә ҡыҫып ҡо­саҡлаған Мәрғүбәгә ҡарап. – Хәҙер һә тигәнсе урман араһына инеп йәшеренәбеҙ.
Бейбисә менән Мәрғүбә санаға тейәлгән ҡаралты өҫтөнә менеп ултырғас, 11 йәшлек Кейекбирҙе, һайт-һайтлап, аттың дилбегәһен тартты. Ат алға тартылды, әммә сана урынынан ҡуҙғалманы. Сы­быртҡы, шыйлап, уның арҡаһына килеп тамды. Бер аҙ ян-яҡҡа тайшанып, ҡапыл алға табан ырғыны малҡай, сана уңға кәйелеп китте, нимәләрҙер сана өҫтөнән ергә һибелде. Йөк өҫтөндә аяғүрә баҫып торған малай: ”На-на, Ҡашҡа, алға, урманға”, – тип атты сыбыртҡыһы менән ҡайыҙлауын белде. Ат, бер аҙ үрәпсеп тороп, тағы алға ташланды. Шул мәл бар тирә-яҡ Мәрғүбәнең үҙәк өҙгөс тауышына күмелде. Килененең сабыйын ҡулынан төшөрөп ебәреүен аңланы бейбисә, хатта төрөлгән сабыйҙың артта, 30 – 40 аҙымлыҡ арала ятыуын да күҙенең сите менән генә күреп ҡалды, әммә, ни булһа ла туҡтамаҫҡа, тигән уй йәшен тиҙлеге менән үтте башынан. Бала сағынан белә: баҫҡынсыларҙан ҡасҡанда кире боролоу үлем менән бер!

Хаят Йосопова.

(Дауамы бар).

– Туҡтама! Алға! – тип бо­йорҙо бейбисә ҡаты итеп ҡысҡырып, ике ҡулы менән киленен ҡо­саҡлап алып үҙе янына санаға ятҡырҙы. – Сәбәләнмә, ажда­һанан ҡасҡанда бот итеңде хатта киҫеп бирергә тура килә. Кире боролоу – үлем.
Хыялый булыу хәленә еткән Мәрғүбә ҡәйнәһенең һүҙен ишетмәне лә шикелле. Ул һаман да нимәлер һөйләп, сеңләп илап, төшөп ҡалырға тартылыуын да­уам итте. Урман ышығына ин­гәндән һуң да атын аҡ күбеккә батырғансы ҡыуаланы Кейек­бирҙе, шунан уны тау ышығына бороп туҡтатты ла, сананан төшөп, боролған урындан алып ышыҡҡа тиклемге арала һалынған сана юлдарын ҡарағай ботағы менән һепереп сыҡты.
– Ҡартәсәй, ҡара әле, килеп еттек, шикелле, – тине Ке­йекбирҙе ҡартәсәһенә боролоп.
– Эйе шул, бәпәйем. Аллаға шөкөр, Кәртәташҡа хәҙер генә барып етәбеҙ. Бынан беҙҙе ҡарымтасылар таба алмаясаҡ, – шунан килененә боролоп үҙ фекерен белдереүҙе кәрәк тип тапты. – Бала артынан төшөп ҡалһаң, ҡаҙаҡтар алып китер ине үҙеңде, – бейбисә әллә үҙен, әллә киленен йыуатыр өсөн әйтте был һүҙҙәрҙе. – Беҙ­ҙеккеләр ҡайҙа икән? Яралан­һалар ҙа, тере генә була күр­һендәр инде. Был баҫҡынсылыҡ ҡасан бөтөр, – кесе йәштән ошондай хәлдең йыш ҡына ҡабатланып тороуын белгәнгә күрә, бейбисә бик аптыраманы ла, әммә бығаса сабый баланы ташлап киткән саҡтары булманы.
– Алтынбулатым, Алтынбулатым, – сәстәре туҙған Мәрғүбә  аларған күҙҙәре менән тирә-яҡты байҡап, ҡулынан төшөп ҡалған сабыйының исемен генә ҡабатлай. 
– Буҙлап ултырыр мәл түгел, килен, аҡылыңа кил! Ҡалған дүрт балаңды йәһәтләп йәшереү тураһында уйла! – Мө­шәрә­фәнең эсендә ут дөрләһә лә, белгертмәй ҡаты итеп бойорҙо, сөнки ул да ебеп төшһә, бөтә ауыл менән юҡҡа сығасаҡтар. Хәҙер уға йәшеренгән ауыл халҡын тағы ла урман төпкөлөнә алып инергә, һәр береһенә ниндәйҙер йыуатыу һүҙен табырға кәрәк.

         *   *   *
Барымта-ҡарымта яуҙарының йыш ҡына ҡабатланып тороуы арҡаһында Әпекәй стар­ши­наның ир-егеттәре биләүҙән тип әйтерлек дошманға ҡаршы яуға әҙерләнә. 4 – 5 йәштән атҡа атланған малайға аяғүрә баҫып һыбай сабыу, уҡ сойорғотоу, сәпкә атыу, көрәшеү һәм яуҙа талап ителгән башҡа бихисап күнекмәне атҡарыу бер ни тормай. Биләүҙән үк һәр бала киләсәктә үҙенең ил-йорт һаҡсыһы буласағын аңлап үҫә.
Йорт старшинаһы менән яуға сапҡан 40-лап егеттең һәр бе­реһе – яуҙарҙа һыналған батыр. 14 – 15 йәшлектәр тәжрибәле ағайҙары артынан саба. Ирәндек итәгендә уларға Түңгәүер һәм Үҫәргән егеттәре килеп ҡушылды. Шулай итеп, йөҙҙән артыҡ һыбайлы баҫҡынсыларға ҡаршы ташланды. Уҡҡа – уҡ, һөңгөгә – һөңгө, ҡылысҡа – ҡылыс сәкәләште. Ике яҡтың да сафтары һирәгәйҙе. “Еңдек, үткәрмәнек”, – тип уйлап та өлгөрмәнеләр, ҡаршы яҡтан тағы ла ҙур ғына дошман төркөмө күренде. Улар икегә бүленеп, башҡорттарҙы ҡамауға алырға ынтылды. Быны күреп торған Әпекәй старшина әсе итеп һыҙғырып, тамаҡ төбө менән ҡауылдап, сигенергә кәрәкте белдерҙе. Яралыларҙы эйәр аша һалып, һуғышсылар артҡа боролоп саба башланы. Шул мәл Әпекәйҙең яурын башына уҡ килеп ҡаҙалды. Быға иғтибар итмәй ул, ҡыҙыулыҡ менән алдан ҡауылдап сабыуын дауам итеп, егеттәрен әсир­лектән ҡотолоуға әйҙәне. Ике юл сатында улар ҡырҡа боролоп, бер аҙ һулға сапты ла, артабан уңға боролоп, ике тау ҡыҫығы араһына йәшеренеп, эҙәрлек­ләүселәрҙән юлдарын яҙлыҡ­тырҙы. Уңарсы яҡындағы тимерсе мәмерйәһенән ауылдаштары килеп ярҙамлаша башланы. Әлегә бөтәһен дә мә­мерйәгә урынлаштырҙылар. Юл яҙлыҡтырыу сараһын да күр­ҙеләр.
Яраһын үлән сәйе менән йыуып бәйләгәндән һуң Әпекәй Моталлабына ауыл тарафына барып килергә ҡушты.
– Ярам әллә ни тәрән түгел, минең өсөн борсолмағыҙ. Беҙҙеккеләр йәйләү урынына ҡасып өлгөрҙөмө икән? Моталлап, бер нисә егетте алып, ауыл халҡы ҡасҡан юлға сыҡ. Ҡарымтасыларҙы күрһәң, ҡы­лыс күтәрмә. 14 – 15 йәшлек малайҙарҙы харап итеп ҡуйма! Йәшеренегеҙ! Ауыл халҡын барыбер таба алмаясаҡтар улар. Барығыҙ. Моталлап! Иллаһ, һүҙемдән сыҡма, йәштәрҙе лә, үҙеңде лә әрәм итеп ҡуйма!
Туғыҙ һыбайлы һә тигәнсе ҡарағай урманын үтеп, йәйләү юлына төштө. Сана эҙе ярылып ята. Әммә ҡаҙаҡтарҙың аж­ғырып килеүе ишетелмәй. Аттарын еңелсә юрттырып, һыбай­лылар ауылға табан сапты. Бына ҡуш тирәк артындағы ҡая янында аттарынан төшөп, Яҡуп­ты ҡаяға мендерҙе Моталлап.  Бында ауыл ус аяһын­дағылай күренә.
Яҡуп йылан саҡҡандай булып килеп төштө.
– Моталлап ағай, үҙең менеп ҡара әле. Баҫҡынсылар ауылды ла яндырмай, беҙҙең арттан ҡы­уырға төшөү тураһында ла уйламай, шикелле. Өймәкләшеп нимәнелер, ҡулдан-ҡулға йө­рөтөп ҡарайҙар. Әллә юрған, әллә кейеҙме ул, белмәйем.
Моталлап һә тигәнсе ҡаяға менеп, ауылды күҙәтә башланы. Ысынлап та, ҡарымтасыларҙың еңеү шатлығын кисереүҙәре күренеп тора. Тик башҡа ваҡыттағы кеүек, өйҙәрҙе ялҡын ялмамаған. Һыбай ултырған килеш улар бер төргәкте ҡулдан ҡулға йөрөтә. Моталлаптың йөрәгенә бысаҡ ҡаҙанылармы ни! Төргәк тигәне Алтын­булатының юрғаны бит! Тимәк, уның кинйәһе баҫҡынсылар ҡулына эләккән! Йәшен тиҙлеге менән ҡаянан атылып төшөп атына менде лә ҡылысын ҡынынан сығарып:
– Алға! – тип әйҙәне яу­ҙаш­тарын.
Һыбайлылар бер ынтылышта йәшенгән ерҙән сыға торған боролошҡа килеп етте. Моталлап ҡайырылып, ҡан һауған күҙҙәрен артынан йән фарман сабып килгән яуҙаш­тарына төбәне. Уның атының үксәһенә тиерлек баҫып сабып килгән йәш кенә малайҙың йөҙө күҙенә салынды Моталлаптың. “Ошо 14 – 15 йәшлек малайҙы ҡанлы яуға әйҙәргә минең хаҡым бармы?” – тигән уй уның мейеһен ярып үтте, бар көсөнә йүгәнен үҙенә тартып, атын туҡтатырға тырышты. Был уйы барып сыҡмағас, атын ҡапма-ҡаршы яҡҡа бороп, ҡабат урманға, ҡая артына ҡыуҙы. Бер ни аңламаған һуғышсылар ҙа уның артынан эйәрҙе.
– Әпекәй старшина яу асмай, күҙәтергә генә ҡушты, – тине ул биҙгәк тотҡандағылай тауыш менән. – Яҡуп, бар, нимә эш­ләйҙәр икән был йәлләттәр?
– Өй беренсә йөрөп ҡаралты йыялар, – Яҡуп ятҡан еренән ҡысҡырып һөйләй бирҙе. – Теге төргәкте бер елле генә ҡаҙаҡ бала һымаҡ итеп күтәреп алды ла ҡайтыр юлға сыҡты, уның артынан башҡалары ла эйәрҙе. Ауылды яндырмай китәләр, китәләр! Үәт, шәп!
Моталлап ҡырҡылған имәндәй булып гөрһөлдөп көрткә ауҙы ла бар көсөнә туң ерҙе дөмбәҫләй башланы.
– Йә Хоҙай, мин атай түгел­менме әллә? Үҙ ҡулдарым менән тигәндәй Алтынбулатымды дошман ҡулына тапшырам, а-а-а-һ! – был иңрәү тирә-яҡтағы тауҙарға ҡаҡлыҡты ла кире килеп уның бар зиһенен биләп алды.
Уратып алған егеттәр хәлдең асылын төшөнгәйне инде.
– Моталлап ағай, арттарынан ҡыуа төшһәк, ҡыуып етәбеҙ уларҙы. Алтынбулатты ҡот­ҡарайыҡ! – бөтәһе бер тында аттарына менеп, яу башларға әҙер ине.
Йәштәрҙең уның артынан утҡа ла, һыуға ла инәсәген күреү Моталлапты айнытып ебәргәндәй булды. Күпте күргән атаһының һүҙен оноторға уның ни хаҡы бар?
– Егеттәр, һеҙ ауылдаштар янына – Кәртәташҡа бара­һығыҙ, ә беҙ, – тине ул йән дуҫы Сәйетғәленең улы Яҡупҡа төбәп, – йорт хужаһына еләбеҙ. Әлегә шулай, артабан күҙ күрер.
 
       *   *   *
Моталлаптың хәбәре Әпекәй старшина йөрәгенә хәнйәр бу­лып ҡаҙалды. Күҙ алдары ҡа­раңғыланып китте. Бөтә булмышын ялҡын ялмап алды. Ҡаны ҡайнап, тештәре, үҙ­ҙәренән-үҙҙәре бер-береһенә тейеп, шаҡылдай башланы, үлем алҡымынан алғандай булды. Әйтерһең, бар донъя уның менән бергә үлемесле ҡуласала. Күпме шулай тартышып ят­ҡандыр, хәтерләмәй. Әммә бер мәл ҡолағы төбөндә генә бер ят тауыш яңғыраны: “Иңеңдә хәҙер ил хәстәре һинең, Әпекәй бей. Ҡонға алынған сабый урынына ун, йөҙ баланы сафҡа баҫтыр!” 
“Йә Хоҙай! Аҡылдан шашаммы әллә!” – был уй уның башындағы буталсыҡты бер ни тиклем баҫты.
Ил ағаһы күҙҙәренә төйөлгән йәште һау ҡулы менән һөрт­көсләп, ятҡан урынынан тороп уҡ ултырҙы. Уның ҡаршыһында ғәзиз уландары, уға йәне-тәне менән бирелгән ир азаматтары тора. Бер ымы менән генә лә уларҙы утҡа ла, һыуға ла ташлай ала. Әммә тап ошо мәлдә ул айыҡ аҡыл менән эш итергә бурыслы! Моталлаптың ут сәсеп торған күҙҙәре атаһына төбәлде:
– Атай, бер аҙ хәл алайыҡ та Алтынбулатты барып ҡотҡа­райыҡ.
– Яндырайланма, Моталлап! – Әпекәй үҙенең тауышын үҙе таныманы.
Был ҡарлыҡҡан, тимер сыңы ҡушылып яңғыраған ауазды ул ҡасандыр ишеткәйне түгелме? Ҡасан яңғыраны һуң был таныш тауыш? Күҙен йомоу менән Әпекәй бей тағы йәһәннәм соҡорона тәгәрәне.
...Бына ул, биш йәшлек малай, дошманынан упҡын төбөндәге ағастар ышығына йәшенгән ауылдаштары араһында. Күкрәк тәңгәленә ҡан уҡмашҡан уҙаман тыныс, тимерҙәй ҡаты тауыш менән әйләнә-тирәһендә баҫып торғандарға ниндәйҙер бо­йо­роҡтар бирә. Ошо упҡын төбөн­дәгеләрҙең бергә уҡ­машҡан ихтыяры уны йәһәннәмдән ысынбарлыҡҡа атып бәрҙе, шикелле...
– Яндырайланма! – тағы ҡа­тыраҡ итеп ҡабатланы Әпекәй. – Бында аҡыл менән эш итергә кәрәк. Яйҙаҡ менеп сабып, эш сыҡмаҫ!
– Алтынбулатты дошман ҡу­лында ҡалдырабыҙмы?
– Ҡотҡарайыҡ, тип әйтеү генә еңел. Хәҙер был бала улар өсөн ҡәҙерленән дә ҡәҙерле! Берен­сенән, уны ныҡ һаҡлаясаҡтар, алыҫҡараҡ йәшерәсәктәр һәм иң абруйлы, затлы, юғары ҡатлам кешеһе Алтынбулатты уллыҡҡа аласаҡ. Тиҙ генә барып табырмын, тигән уйҙы башыңа ла килтермә.
– Нимә эшләп ҡарайыҡ һуң, атай? – Моталлап асырғанып ҡысҡырып ебәрҙе.
– Берәй көн йәшеренеп торорбоҙ ҙа, ауылға ҡайтырбыҙ. Баҫҡынсылар тиҙ арала ғына килмәҫ, тип уйлайым, – Әпекәй, бер аҙ тынысланып, килеп тыуған хәлгә дөрөҫ баһа биреү хәленә килгәйне. – Алаһы әй­берҙәрен алдылар, ҡарым­таны ҡон менән ҡайтарҙылар. Борондан килә был йола: килгән яуҙан ҡасып ҡотолоу сараһы булмаһа, яусылар дошманына ҡон ҡалдырыр булған. Был йоланы башҡорттар ҙа, ҡаҙаҡтар ҙа теүәл үтәгән. Шуға ла был юлы  ауыл яндырылмаған.
Ир-ат килеп йәшеренгән мәмерйә тирәһендәгеләргә Кәр­тәташтағылар ҙа килеп ҡу­шылды. Ҡатын-ҡыҙ араһында килгән Мәрғүбә ирен күреү менән, үҙендә ниндәйҙер көс табып, дерелдәгән ҡулдары менән уға табан ынтылды, әммә иҫен юғалтып, киҫелгән ағас кеүек ергә ауҙы. Былай ҙа асыуын кемгә төшөрөргә белмәгән Моталлапты был хәл сығырынан сығарҙы. Бисәһен күтәреп аяғына баҫтырырға тырышты. Иҫһеҙ Мәрғүбәне яурындарынан тотоп һелкеп, уға нимәлер тип ҡысҡырынды, яуап ала алмағас, ҡатынын утын ағасы һымаҡ ташлап, атының ялына барып ҡапланды.

Хаят ЙОСОПОВА. 
Ишембай ҡалаһы.

– Киленде талауыңдан фәтүә булмаҫ, Моталлап. Сабыр бул, сабыр иткән – моратына еткән, – старшина килеп тыуған хәлде тәҡрарлап тикшереп сыҡты. – Ҡасып барғанда ҡаралты тураһында түгел, ә балаларҙы, халыҡты һаҡлау тураһында уйларға кәрәк, тип күпме туҡыйым. Юҡ, бисә-сәсә һаман да шул мал-мөлкәт, тип бар донъяһын онота. Санаға ҡаралтыны күп тейәгәндәр инде. Яҙа-йоҙа тейәлгән йөк өҫтөнән сабый шыуып ҡына төшөп ҡалған.
– Барыһына ла үҙем генә ғәйепле, – бергә уҡмашҡан ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы Мөшәрәфә бейбисәнең тауышы ине был. – Ҡыш өҫтөндә ҡаралтыһыҙ ҙа булмай шул, атаһы. Баланың төшөп ҡалғанын күрһәм дә, кире боролорға әмер бирмәнем, алға, тип ашыҡтырҙым...
Әпекәй бисәһенең ирҙәр һүҙенә ҡушылыуын тыныс ҡабул итте, ни тиһәң дә йорт-ер именлеген үҙ елкәһенә һалған бейбикә бит уның оло ҡатыны.
– Бик тә дөрөҫ эшләгәнһең, әсәһе. Аллаһы Тәғәлә үҙе беҙгә ошо мәхшәрҙән аҙ юғалтыу менән сығыу юлын биргән, тип ҡабул итергә кәрәк быны, – йорт хужаһы, тыныс, ышаныслы тауыш менән төрлө күрһәтмәләр биреп, ауыл халҡын өмөтһөҙлөк һаҙлығынан сығарырға тырышты. – Яуҙа батырҙарса алышҡан ырыуҙаштырыма, беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған Түңгәүер һәм Үҫәргән батырҙарына ил-йорт исеменән оло рәхмәтемде белдерәм. Шуға ла был ҡарымта яуынан сағыштырмаса юғалтыуһыҙ сыға алдыҡ. Алла бойорһа, яраларҙы дауалағандан һуң, Алтынбулатты ҡайтарыу тураһында хәстәрләрбеҙ. Әхмәтйән уҙаман, яраң түҙерлек булһа, үҙ бурысыңды үтәй башла: бағауылдарың ауыл тирәһен байҡап ҡайтһын. Йорт һаҡсылары тирмә-фәлән ҡуймай, быҙауҙар һәм кәзә бәрәстәренә ылыҫ ботаҡтарынан ҡыуыш-мәҙәр ҡороуҙы хәстәрләһен. Тығыҙыраҡ булһа ла ауыл халҡы Кәртә-таштағы мәмерйәгә һыйырға тейеш. Бала-саға эсерлек һөт йылытыу, сәй ҡайнатыу өсөн генә бәләкәй усаҡ тоҡандырығыҙ. Ә ололарға бешкән ҡаҙы, ҡарта менән туҡланып тороу ҙа етер. Түңгәүер, Үҫәргән егеттәренә бөгөнгә юлға сыҡмай торорға кәңәш итәм. Иртәгә таң һарыһынан беҙҙең һаҡсылар оҙатыуында ҡуҙғалырһығыҙ...
 
         *   *   *
Ҡаҙаҡтар йорт-ерҙе үртәмәһә лә, ауылға ныҡ ҡына зыян килтерелгәйне. Бер өйөр йылҡы, бер һыйыр көтөүен ҡыуып алып киткәндәр. Йорт кәрәк-яраҡтарынан, келәттәрҙә ҡалған ит-маҙар, он, ярма-маҙарҙан елдәр иҫкән.
– Ахыры, беҙҙең егеттәрҙең хан балаһын яралауҙары уларҙың оло яу тураһындағы уйҙарын бер аҙға кисектереп торорға мәжбүр иткәндер. Был юлы уларҙың төп маҡсаты – ҡон ҡайтарыу булған, тигән фекерҙәмен, – тине йорт аҡһаҡалдарының кәңәш ҡоронда Әпекәй старшина. – Һуңғы осор был тиклем таланған булманы. Әммә донъя малы – дуңғыҙ ҡаны. Ә бына Алтынбулатыбыҙҙы кире ҡайтарып алыу – беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ.
Ҡорҙа төрлө фекер яңғыраны. Күпселек, бер нисә ырыу, бер булып, баҫҡынсылар ҡышлағына баҫып инергә, тигән уйҙы алға һөрҙө. Әпекәй уларға, эйе лә, юҡ та, тимәне. Ҡайтарып алырға, тип әйтеү генә анһат. Уны нисек итеп кенә тормошҡа ашырырға? Даулашып, уҡ-һаҙаҡ күтәреп кенә был төйөндө сисеп булмаясағы көн кеүек асыҡ. Баланы бик алыҫҡа, хатта сит мәмләкәткә йәшереүҙәре ихтимал.

“Бында аҡыл менән эш итеү лазым, – Әпекәйҙең башында мең төрлө уй ҡайнай. – Тәүҙә сабыйҙың ҡайҙалығын белергә, шунан инде һөйләшеп-килешеү тураһында уйларға була. Әллә ҡаҙаҡтар араһында Ҡалмантай сәсән менән Сапый дәрүиш йөрөп ҡайтһынмы? Халыҡ араһында булып, сәсәндәр, аҡындар әйтешендә ҡатнашһындар, ярлы-ялпының тын алышын белһендәр. Халыҡ ауыҙын иләк менән ябып булмай, барыбер истәк балаһының ҡайҙалығын әйтеүсе булыр”. 
Сәсән менән дәрүиштең, ауылдан-ауылға, илдән-илгә йөрөп, мир өҫтөндә йәшәүе борондан килгән йола. Шунлыҡтан башҡорттар ҙа, ҡаҙаҡтар ҙа уларҙы оло ҡунаҡ итеп ҡаршы алырға ғәҙәтләнгән. Был юлы ла Ҡалмантай сәсән менән Сапый дәрүиштең, бер ишәкте бәләкәй арбаға егеп алып, донъя гиҙеп йөрөүҙәрен һәүетемсә ҡабул иттеләр. Мосафирҙар ҡаҙаҡтар араһында күп кенә аҡын әйтеше уртаһында булды. Бала тураһында тауыш-тын сыҡманы, хатта кинәйәле ишара йоратын да тойманылар. Үҙҙәрен дә ғәҙәттәгесә тоттолар. Ике ай тирәһе үткәс, төнгөлөккә бер бәләкәй генә йылғасыҡ янында туҡталырға булды илгиҙәрҙәр. Кеше күҙенән ситтәрәк, ҡуйы ҡамыш араһында бик матур урын да табылды. Береһе усаҡ яғыу хәстәрен күрә башланы, ә икенсеһе сәйлек һыу алырға тип йылға үҙәненә табан юл тотто. Ҡул арбаһының тыҡырлауы Сапый дәрүиште ҡамыш араһына боҫорға мәжбүр итте, был үҙенсәлекле тауыш Ҡалмантай сәсән ҡолағына ла килеп етте. Икеһе ике ерҙә шым ғына тороуҙы хуп күрҙе.
Еҙ самауыр, табаҡтарын йылға ҡомо менән таҙартырға килгән булып сыҡты был ике ҡатын. Тәүҙәрәк әхирәттәр эш араһында үҙҙәренең ауыр тормошонан зарланып бер булды. Шунан йәшерәгенең “истәк балаһы” тигән һүҙҙәре ишетелеп ҡалды. Олорағы: “Дошман балаһына – үҙебеҙҙекеләр күрмәгән тәрбиә, – тип әйтеп һалды. – Бик бай истәк балаһы икән. Уның өсөн Жайҡыбай алтын-көмөшлө ерҙәрен һорарға йыйына шикелле”. 
– Бирмәҫтәр, истәк йәнен бирһә, бирер, ерен бирмәҫ ул, ғуй, – тип уфтанды йәшерәге.
– Жайҡыбайға үҙ байлығы етмәйме икән? Ярай, ҡараңғы төшкәнсе ҡайта һалайыҡ, бейбисәгә генә әйтеп киткәйнем, йә юғалтып торорҙар, – олоһо һауыт-һабаны арбаға тейәй ҙә башланы.
Бер аҙҙан арба тауышы тынды, Сапый дәрүиш осоп тигәндәй юлдашы янына барып етте.
– Ҡалмантай ағай, икенсе урынға күсенәйек, йә беҙгә белгертмәү өсөн баланы икенсе бер урынға йәшерә һалырҙар, – тине ул бышылдап тигәндәй.
– Мин дә шуны уйлап торам. Алыҫҡараҡ китәйек тә, берәй ҡаҙаҡ байында туҡтап ял итеп алырбыҙ.
Йәһәтерәк ҡайтырға, тип ашҡынһалар ҙа, юлға өс аҙна тирәһе ваҡыт китте. Уларҙың ҡайтыуын дүрт күҙ менән көтөп торған Әпекәй старшина оло кәңәш ҡоро йыя һалды.
– Бөгөн беҙ улыбыҙ Алтынбулаттың һау-сәләмәт булыуын, тейешенсә тәрбиә алыуын да беләбеҙ, бик хуп! Хәҙер инде сабыйҙы юллап алыу тураһында фекер төйнәү зарур! Минеңсә, Жайҡыбайға тәүҙә дүрт-биш һыбайлы менән үҙемә барырға кәрәк, – тип башланы һүҙен Әпекәй. – Аманатҡа алынған сабыйҙың беҙгә ни тиклем ҡәҙерле икәнен белергә тейеш ул. Алтынбулатты ҡайтарыу өсөн һөйләшеп-килешеүҙәр алып барырға әҙер булыуыбыҙҙы белдерергә кәрәк.
Йыйылған халыҡ геү итеп ҡалды:
– Баҫҡынсыларға баш эйеп барырғамы?..
– Былай ҙа барымтанан баштары сыҡмай...
– Үҙҙәренең ҡышлағының аҫтын өҫкә килтерергә...
Шәфиғулла сәсәндең әкрен генә тамаҡ ҡырыуы бар тауышты баҫты.
– Уландар, бында ябай аманат тураһында һүҙ бармай. Ай-һайлап ҡорал күтәреп ҡыуып алып ҡайтырға йылҡы өйөрө лө, һарыҡ көтөүе лә түгел. Шуға күрә үтә лә ныҡ уйлап эш итергә кәрәк. Яңылыш аҙымыбыҙ фажиғәгә килтереүе ихтимал. Ҡурҡыта, тип уйламағыҙ.
– Хаҡ һинең һүҙең, Шәфиғулла ағай, – тип һүҙҙе дауам итте Ҡалмантай сәсән. – Хәл бик сетерекле. Сабый бала ғүмере тураһында һүҙ бара. Старшинаның һүҙенә ҡушылам: тик һөйләшеп-килешеүҙәр юлы менән генә аманатҡа алынған сабыйҙы имен-аман ҡайтарып буласаҡ.
– Бәлки, Шафиғулла ағай ҙа беҙҙең менән барыр? – Әпекәй бер аҙ тын торғандан һуң һүҙен йомғаҡлап ҡуйҙы. – Көнэлгәре ике сапҡын аша Жайҡыбайға тайра ебәрергә кәрәк булыр, улар әйләнеп ҡайтыу менән юлға сығарбыҙ, Иншаа Аллаһ!
 
*   *   *
Күҙ асҡыһыҙ бурандары, тын ҡурғыс сасҡау һыуыҡтары менән өс ҡыш, ҡоро елдәре, бөтә тәбиғәтте көйрәтеүсе ҡоролоғо менән өс йәй үтеп китте. Әпекәй старшина ил-көн хәстәре менән бер янды, бер көйҙө, ғәзиз ейәне Алтынбулатын һаман да йортҡа ҡайтара алмауы уны алҡымынан алды. Ә Жайҡыбай, аманатҡа алынған сабыйҙың башҡорт аҡһөйәге нәҫеленән булыуын белгәс, күптәнге хыялын тормошҡа ашырыу өсөн оторо тотондо: береһенән-береһе ҡаты талаптар теҙҙе. Мәрғүбә Моталлабына тағы бер малай табып бирҙе, әммә Алтынбулаты күңеленең иң түрендә йөрөнө. Йорттағы һәр кем Алтынбулатты ҡайтарыу тураһындағы уй менән янды.
Өс йылдан ашыу Әпекәй старшинаның йорто аманатҡа алынған сабыйҙы кире ҡайтарыу юлын табырға тырышты. Барымта булмаһа ла күп кенә йылҡы, һыйыр малы ҡаҙаҡтарға алып барып бирелде. Хан улының еңелсә генә яраланыуы хәлде бер аҙ еңеләйтеүен еңеләйтте, әлбиттә. Әммә бала һаман сит-яттар ҡулында ҡалды. Йәйге селләнән сығыу менән Әпекәй старшина, тағы ла аҡһаҡалдарҙы оло тирмәгә йыйып, кәңәшләшеп алырға ҡарар итте.
– Хөрмәтле ил ағалары, аманатҡа алынған сабыйҙы ҡайтарыу юлы тураһында тағы ла кәңәшләшеп алайыҡ, – тип туранан-тура башланы һүҙен Әпекәй. – Уларҙың шарты менән танышһығыҙ. Уларҙың талабы – йылына ике тапҡыр Ирәндеккә һунарға инергә рөхсәт. Әммә нисә быуын ата-бабаларыбыҙ ҡан ҡойоп яҡлаған һәм һаҡлаған изге төйәгебеҙгә сит-ят бауырҙарҙың аяғын баҫтырһаҡ, изге әруахтарыбыҙ ҡәһәренә дусар булырбыҙ. Хөрмәтле ил ағалары, һеҙ ниндәй кәңәш бирерһегеҙ? – Әпекәй һүҙен тамамлап әйләнә-тирәһендә өйөрөлөп ултырған ырыуҙаштарына ҡараны.
– Мин үҙ фекеремдә ҡалам: үҫәргәндәр, түңгәүерҙәр һәм ҡара табындарҙы йәлеп итеп Жайҡыбайға ҡаршы яу асырға! – Моталлап ашығып үҙ фекерен белдерә һалды.
– Әлбиттә, күптән шулай итергә кәрәк ине. Беҙ ни тиклем башты эйеп барабыҙ, улар беҙҙе шул тиклем кәмһетергә тырыша, – йәшерәктәр Моталлаптың һүҙен ҡеүәтләп геүләште.
– Баланың ҡайҙалығын беләбеҙ, шуға алдан бер унлап егет Алтынбулатты барып урлай һәм, йәшеренеп, яу менән килеп еткәнебеҙҙе көтә, – тип үҙ һүҙен еткерҙе Тимербай уҙаман.
– Йәмәғәт, был ябай сыуалыш ҡына түгел, ә оло яу буласаҡ, – тип алыҫтан башланы һүҙен Шәфиғулла сәсән. – Быға тиклем булған башҡорт яуҙарының һәм күтәрелештәренең нисек баҫтырылыуын хәтерләйҙер аҡһаҡалдар. Әле һаман ныҡлап аяҡҡа баҫа алғаныбыҙ юҡ. Ҙурыраҡ ваҡиғаларға әҙер булырға кәрәк. Рәсәй сигендә генә шундай оло яу асыуыбыҙ эҙемтәһеҙ үтмәйәсәк. Баҫҡынсылар түгел, ә беҙ ғәйепле булып ҡаласаҡбыҙ.
– Аҡ батшаның обжор командаһын ебәреүен көт тә тор.
– Хөрмәтле ил ағалары, илебеҙ, еребеҙ һаҡсылары! – Моталлаптың ярһып өндәшеүе тирмәләгеләрҙең һәр береһенең йөрәгенә барып ҡаҙалды. – Үҙ күләгәбеҙҙән үҙебеҙгә ҡурҡып йөрөргәме инде хәҙер? Намыҫыбыҙ ҡайҙа? Шуныһы асыҡ: сабый ҡарымтасылар ҡулында ҡалырға тейеш түгел! Алтынбулат үҙемдең балам булған өсөн генә әйтмәйем быны!
Әммә күпте күргән аҡһаҡалдар, был сетерекле мәсьәләне ҡылыс күтәрмәй хәл итергә кәрәк, тигән фекерҙә торҙо. Тирмәлә берауыҡ тынлыҡ урынлашты. Һәр кем үҙ фекерен әйтте, артабан йорт хужаһы дөйөм бер фекерҙе еткерергә тейеш. Әпекәй старшина, ултырған урынынан бер аҙ ҡымшанып, тамаҡ ҡырып алды:
– Тыныс юл табырға кәрәген күбебеҙ аңлай, быныһы яҡшы, – тине бер аҙ моңһоу тауыш менән. – Минең бер тәҡдимем бар, ҡыҙмайынса, ныҡлап уйлайыҡ. Унан ҡаҙаҡтар баш тарта алмаясаҡ, тип уйлайым. Алмашҡа Бөркөттө бирһәк нисек булыр икән? – тип үҙ һүҙен тамамланы.
– Бөркөттө?! – бер тауыштан әйтелгән был һүҙ иңрәү кеүек яңғыраны.
Тирмә эсендә ҡолаҡтарҙы баҫып килгән тынлыҡ урынлашты. Йорт хужаһының тәҡдиме йыйылыусыларҙы шаҡ ҡатырҙы. Һәр береһенең күҙ алдында – ер тырнап, ажғырып, үрәпсеп кешнәгән, ялы-ҡойроғо бөҙрәләнеп ергә ауып торған аҫау ҡола айғыр. Бөтә Башҡорт иленең ғорурлығы, ҡото булған Бөркөт!
– Бөркөт – ябай айғыр ҙа, ҡәҙимге йылҡы малы түгел, – тип үҙ фекерен еткерҙе Әбдрәхим уҙаман.
– Башҡа сара эҙләп ҡарарға кәрәк, – тине Шәфиғулла сәсән. – Ни тиһәң дә Бөркөт – ул илебеҙ ҡото.
– Уға йүгән һалыуын һалырбыҙ, ә бына уны нисек Жайҡыбай йәйләүенә алып барырға?..
– Нимә эшләп ҡарайыҡ һуң, аҡһаҡалдар? – Әпекәй һораулы ҡарашын йыйылыусыларға төбәне. – Беләм, Бөркөт – еребеҙ күрке, илебеҙ ҡото, мал-тыуарыбыҙ һаҡсыһы. Тик шуны онотмайыҡ: сабыйҙы артабан да сит-яттар ҡулында ҡалдырыу – уны бөтөнләйгә юғалтыуға тиң. Уны дүрт йәштә атҡа мендереп, беҙгә ҡаршы яу сабырға әҙерләй башлаясаҡтар. Үҙ ҡаныбыҙҙың үҙебеҙгә ҡаршы ҡылыс күтәреп сабыуына юл ҡуйһаҡ, киләсәгебеҙ беҙҙе ғәфү итмәҫ.
– Әгәр тиҙ арала уны ҡайтарып алыу хәстәрен күрмәһәк, бының шулай булыуы көн кеүек асыҡ, – тип старшина һүҙен йөпләне Абдрахман уҙаман. – Бөркөткә еткән айғыр юҡ, әммә уны алмаштырырлыҡ айғырҙар бар.
Аҡһаҡалдар сабыйҙы алып ҡайтыу буйынса бик оҙаҡ кәңәшләште. Бөркөттө ҡарағастан эшләнгән көплө арбала ғына алып барып булыр тигән ҡарарға килделәр. Көплө арбаны әрем менән тултырырға кәрәклеге тураһында ла онотманылар. Аҙаҡ аҫау айғыр туған төйәгенә табан юлды таба алмаҫҡа тейеш. Аҡһаҡалдар таралышҡанда таң һарыһы һыҙыла башлағайны инде. Иртә таңдан балта оҫталары айғырға көплө арба эшләү өсөн ҡарағас урманына табан юл тотто.
 
*   *   *
Бағауылдарҙан Алтынбулатын алып ҡайтып килеүҙәре тураһында ишеткәс тә Мәрғүбә бар эшен ташлап ылау ҡаршыһына йүгерҙе, хатта башындағы ҡашмауының һыпырылып төшөп ҡалыуына ла иғтибар итмәне. Бына алдағы арба Талҡаҫтан әкрен генә ағып ятҡан Таналыҡ йылғаһы аша шаҡырлап сыға башланы. Мәрғүбәнең ике күҙе ҡайныһы алдында ултырған йомро ғына һарғылт сәсле малайҙа. Тыуғанда уҡ һары сәсле булғанға күрә, Әпекәй бей ейәненә Алтынбулат тигән исемде һайлағайны ла инде. Хатта йылға уртаһында аттың туҡтап һыу эсеүе лә Мәрғүбәгә бик оҙаҡ булып тойолдо. Бына арба уның янына етеп туҡтаны.
– Алтынбулатым-ым! – Мәрғүбәнең йән өҙгөс тауышынан, һонолған ҡулдарынан бала ҡурҡты шикелле, ул нығыраҡ итеп ҡартатаһына һыйынды, хатта ҡулдары менән муйынынан ҡосаҡлап алды. – Алтынбулатым, мин бит һинең әсәйең!
– Килен, сабырһыҙланма, – тине тыныс тауыш менән Әпекәй. – Бала өсөн әле бөтәбеҙ ҙә ят, унан һуң юлда ла йонсоған. Бөтәһе лә һәйбәт, үҙ йортона ҡайтты бит, бөтәбеҙҙе лә таныр, бөтә нәмәгә лә өйрәнер, Инша Аллаһ!
Өс йыл буйы сит ҡәүем тәрбиәһендә булыуы балаға йоғонто яһамай ҡалмаған: Моталлапҡа ике тамсы һыу кеүек оҡшаған малайҙың ҡаҙаҡса һупалауы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та ине. Олатаһы ҡулынан төшөп, бәпкә үләнгә баҫҡас та баланың: “Был минең еремме?” – тип һорауы бөтәһен дә аптыратты.
– Һин – башҡортһоң, улым, шулай булғас, был ерҙәр һинеке, беҙҙеке, – тип тағы ла ҡулына алды ейәнен Әпекәй. – Ошо ерҙе беҙгә ата-олаталарыбыҙ ҡалдырған, уны күҙ ҡараһы кеүек һаҡларға бурыслыбыҙ.
– Мин истәк түгелме?
– Ҡаҙаҡтар беҙҙе шулай атай, ә беҙ үҙебеҙ – башҡорттар! – тине лә Әпекәй күҙенә төйөлгән йәште йәшереү өсөнмө баланы Моталлапҡа һондо. – Бына атайың һине бөтә нәмәгә лә өйрәтер, бында һин ниндәйҙер истәк балаһы түгел, ә ошо ерҙең хужаһының улыһың.
Этмәй, төртмәй, яратып тороуҙарын күреп, сабый тыуған төйәгенә тиҙ эйәләште, бер-ике аҙнала ауыл балалары араһында ла үҙ кеше булып китте. Тик бына Алтынбулат тигән исемгә ҡайтарып өндәшмәҫ булды. Әпекәй уны бөтә тирә-йүнгә әүлиә булараҡ даны таралған хәҙрәткә алып барырға ҡарар итте.
– Балаға икенсе исем ҡушылған бит, – тине әүлиә. – Теләһәгеҙ ҡабатлап аҙан әйтәйем, әммә баланың аңын бутамайыҡ, тигән кәңәш бирер инем. Аҙан ул кешенең төпкө аңына барып етә, ураған һайын исем алмаштырыу баланың һаулығына кире йоғонто яһап ҡуймағайы.
– Тыуғас та, уны Янһары олатабыҙға оҡшатып, сәсенең алтын төҫөндә булыуын күреп, беҙ уға Алтынбулат, тип аҙан ҡысҡыртҡайныҡ. Ҡаҙаҡтар уға Юлдашбай тигән исем ҡушҡан. Бәлки, шулай ғына ҡалдырырға кәрәктер?
– Шулай дөрөҫ булыр, Әпекәй бей, – тип уның һүҙен йөпләне әүлиә. – Былай ҙа бала сабый сағынан ҙур тетрәнеүҙәргә дусар булған. Ҡаҙаҡ тәрбиәһенән алып башҡорт донъяһына эләгеүе лә уға йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Өҫтәүенә Юлдашбай исеме уға, хатта уның артабанғы быуынына хәүеф-хәтәрҙең йәнәшәбеҙҙә генә йөрөүен иҫкәртеп торор, тыуған төйәк, ил-ер хәстәре уларҙың иңендә булыуын нығыраҡ төшөндөрөр.
Әпекәй старшина баланы ҡулына алып: “Юлдашбай улым, ата-олатайҙарыбыҙ васыятына тоғро уғлан, тыуған төйәгең азатлығы өсөн йөрәгеңде ярып бирер һаҡлаусы-яҡлаусы бул! Инша Аллаһ!” – тип уның башынан һыйпап, арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы...
 
*   *   *
...1814 йылдың яҙ башы Сена буйына мул һыуы, ҡар ҡатыш ямғыры менән килде. Наполеон ғәскәрен Мәскәүҙән алып ҡыуып килгән Рәсәй яугирҙары Францияның баш ҡалаһы Парижға беренсе ынтылышта уҡ бәреп инә алманы. Төрлө яҡтан һөжүм итеп ҡарау ҙа еңеүгә килтермәне. Башҡорт полктарының ҡурҡыу белмәҫ яугирҙары, үҙ позицияларының төп ҡапҡа янында булыуынан файҙаланып, ғәҙәттәгесә өс төркөмгә бүленеп, бер нисә уҡты тешләп алып, яндарын атырға уңай булырлыҡ итеп аҫып, тауыш-тын сығармай алға ташланды. Ҡала һаҡсылары тәүҙәрәк атыу-шартлауҙарһыҙ, ерҙе ябып тигәндәй килгән сәйер кейемле һыбайлыларҙы мәҙәк тамаша кеүек ҡабул итте, шикелле. Тамаҡ төбө менән ҡауылдаған тауышҡа уңдан да, һулдан да шундай уҡ һыбайлыларҙың ябырылып килеүе француздарҙы айнытып ебәргәндәй булды. Әммә һөжүм итеүселәрҙе туҡтата торған мәл үткәйне инде...
15-се башҡорт полкы, оҙайлы һуғышта йонсоған аттарын ашатып, бер аҙ ял иттереп алыу маҡсатында, ҡала ситендә ятҡан утарҙа урынлашырға булғайны, әммә дивизия штабынан Ишбирҙе Моталлаповтың яугирҙарын ҡалалағы иң ҙур музейҙы – Луврҙы талауҙан һаҡларға ебәреүҙәре тураһында Донесение килтереп тапшырҙылар. Шуға музейҙан алыҫ булмаған бер ихатала урынлашырға һәм билдәле бер ваҡыт аша алмашлап һаҡларға ҡарар иттеләр.
– Француздарҙың ҡышы – ҡыш, яҙы яҙ түгел, – тине уфтанып Ишбирҙе, яуҙаштары урынлашҡан ихатаны байҡап. – Ҡасан ғына тыуған төйәгебеҙгә ҡайтабыҙ инде? Тынды ҡурырлыҡ һалҡында өлпәк ҡарҙы шығырҙатаһына атлап барыуҙы иҫкә алығыҙ! Ә Ирәндектә ҡышҡы һунар – үҙе ни тора! Ике йылдан ашыу ат өҫтөндәбеҙ, ялҡытты, арытты, һағындырҙы...
– Өйҙәгеләр ни хәлдә икән? – тип һүҙгә ҡушылды бер туған ағаһы Иҫәнғол уҙаман. – Беҙ бында ил-көн, тип яу сабабыҙ ҙа ул. Унда ла еңелдән түгелдер. Әммә ошо сит-ят ерҙә башҡорт данын тағы ла арттырҙыҡ түгелме?
– Башҡорт ҡылысы менән уғының көсөн күреп, бар Ауропа халҡы хайран ҡалды инде, – тип уның һүҙен йөпләне зауряд-есаул Тутай Яҡшығолов. – Ишбирҙе ҡорҙаш, уғың нимес сиркәүенең көмбәҙен үтә тишеп сыҡҡас, күңелде бер аҙ борсоу алғайны-алыуын.
– Асыуҙы килтереп, уҡ-һаҙаҡтың көсөнә ышанмайынса башын һелкеп, көлөмһөрәп тора бит беҙҙе ҡаршы алырға сыҡҡан хранцуз, – тип күптән түгел булған хәлде хәтеренә төшөрҙе Ишбирҙе. – Һауала берәй ҡош күренһә, атып төшөрөрмөн, тип кенә уғымды тоҫҡағайным. Ул арала ҡайҙан ҡош табаһың? Сиркәү көмбәҙе икәнен дә күрҙем, әммә уҡ-һаҙаҡтың ниндәй көскә эйә булыуын бөтәһе лә белһен, тип кереште тарттым да ебәрҙем. Мәлендә һеҙ ҙә етеҙлек күрһәттегеҙ: һыбай килеш мине уратып алып, йән-яҡҡа уҡ тоҫҡанығыҙ...
– Бындағы халыҡ бигерәк ҡыҙыҡ икән. Һинең уғың барып тейгәс, берауыҡ тынып торҙолар ҙа сәпәкәй итә башланылар, – тип яҡташтары һүҙенә ҡушылды Мөхәмәтша Ҡотанов. – Батыр урынына күреп, бөтәбеҙҙе лә йорттарына саҡырып һыйланылар.
– Егеттәр, кисә штабта тағы ла бер шатлыҡлы хәбәр ишеттем әле, – тип һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа йүнәлдерҙе Ишбирҙе. – Батша ғәли йәнәптәре беҙҙең барыбыҙҙы ла көмөш миҙалдар менән бүләкләйәсәк, байтаҡ ҡына көмөш аҡса таратыу ҙа күҙаллана, күптәребеҙгә дворян титулы бирергә лә йыйына икән.
– Бирһен Хоҙай! Фәрештәнең, Амин, тигән сағына тап килһен һүҙҙәрең, Ишбирҙе уҙаман! Ауыҙыңа – бал да май! – тип шаулашты башҡорт яугирҙары.
Илбаҫарҙарға ҡаршы алып барылған һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн башҡорт полктары яугирҙары, Рәсәй ғәскәренең Баш командующийынан маҡтау һүҙҙәре ишетә һәм һәр яугир икешәр көмөш миҙал һәм аҡсалар менән бүләкләнә. 1814 йылдың көҙөндә генә тыуған яҡтарына ҡайтыу насип була уларға. Сабый сағында ҡарымта яуы ваҡытында ҡон ҡайтарыу өсөн ҡаҙаҡтар тарафынан алынған Юлдашбайҙың өлкән улы Ишбирҙе Моталлапов зауряд-хорунжий чинында тыуған төйәгенә ҡайтып төшә. Янһары бейҙең шәжәрә ағасын артабан Ишбирҙе батыр нәҫеле лә дауам итә.


Хаят ЙОСОПОВА,
Ишембай ҡалаһы.

Читайте нас