Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
27 Июнь 2025, 07:00

Үгәй әсәй

(Хикәйә)

– Ай аллам! Теймә! Ебәр! Ғайса, ҡотҡар! Ғайса-а!!! Яр­ҙам ит... ярҙам итегеҙ! – ауыҙы томаланып, ты­ны бы­уыл­ғанға тик­лем ошо­ларҙы ғы­на ҡыс­ҡырып өлгөрҙө Гүзәл, артабан тонсоғоп, йән асыуына тартҡылаша башланы. Айыу­ҙай оло кәүҙәнән, көслө ҡулдарҙан, сит парфюм еҫенән үҙенә ташланыусының Зәки икәнлеген аңғарҙы. Иренең  оло улы. – Ғайса! Ғайса-а-а-а! – ауыҙын ҡаплаған ҡулды тешләргә маташҡас, тос йоҙроҡ Гүзәлдең уң сикәһенә килеп тейҙе, күҙҙәренән ут сәсрәне. Бер аҙға һушын юғалтып, иҙәнгә һыпырылып төштө. Иҫенә килгәс тә, һиҙҙермәйенсә, шым ғына ятырға самалағайны ла, ҡаты аяҡ кейеме менән  балтырына тибеүгә түҙә алмай, ың­ғырашып ҡуйҙы. 
– Килештереп ятма, тор давай! – оҙон толомон ҡулына урап тотоп, Зәки уны күтәреп торғоҙҙо ла, соландағы ҡа­раңғы бүлмәгә  һөйрәне. Үҙе йәй көндәре ҡайтҡылағанда йоҡлап йөрөгән иҫке диванға атып бәрҙе лә, өҫтөнә ауҙы. 
– Ебәр, ҡәбәхәт! Үлтерәһең бит! Оятһыҙ! Нисек оял­майһың?! Һиңә ҡыҙҙар бөт­кәнме ни, мин бит һине малай сағыңдан ҡарап үҫтерҙем, әсәй урынына булдым! – илай-илай ҡыҙып үҙен әрләгән үгәй әсәһен Зәки ҡалын ҡырыҫ тауышы менән бүлдерҙе:
– Ҡысҡырып маташыуың­дың бер файҙаһы ла юҡ, бушҡа тырышма. Атай өйҙә, ләкин ул һине яҡламаясаҡ. Ул үҙенә кәрәген алды инде, яҡлар, тип өмөт итмә. Һин ниндәй әсәй була тей, мине тыу­ҙырма­ғанһың бит! Ҡаршылашма, үҙеңә хуже будет! – һул ҡулы менән Гүзәлдең ике ҡулын бергә шаҡарып тотоп, уң ҡулы менән кейемен йолҡҡоларға, йыртҡыларға тотонғайны ин­де ул. 
Йәйге йоҡа күлдәге тиҙ биреште, буйынан буйына шытырлап бүҫелде. Эске кейемен дә тиҙ генә өҙгөләп ташланы ла, ҡорбанына ташланды Зәки. Алаптай ҡулы менән ҡа­тындың түштәрен әүәләне, ҡомһоҙланып муйынынан үбә башланы. Ирендәре менән түштәрен һурып үбә башлағас, Гүзәл,  ҡотолорона өмөтөн өҙөп, башын артҡа ташлап, күҙҙәрен сытырлатып йомдо ла тештәрен ҡыҫып, шымып ҡалды. “Был хайуанға һүҙемде әрәм итеп... Барыбер ишетеүсе лә, ишеткән хәлдә   ярҙам итеүсе лә булмаҫ. Ҡаршы­лашһам, йә бөтөнләй имгәтеп ҡуйыр. Йәш ҡыҙ бала түгелмен әле, ир күргәнмен. Бөгөн тере ысҡынып ҡына китәйем, йә Хоҙайым, үҙең ярҙамыңдан ҡалдырма. Уй Аллам, был Ғайсаны үлтереп ташлама­ғандыр ҙа ул?”
– Ғайса... Ғайса тереме?
– Тере булмай ни, буҡ булһынмы уға?  Ул алкашҡа шешә булһа, һинең кәрәгең дә юҡ! – тип һөйләнә-һөйләнә “эшен” дауам итте был бәндә.
– Оят түгелме һиңә, Зәки? Намыҫың бармы ул һинең?
– Атай һине алып ҡайт­ҡан­дан алып һинең турала хыялланып йәшәнем! Танауға еҫ кергән ине бит инде. Э-э-эх-х, берәй ҡасан барыбер минеке буласағыңды шул саҡта уҡ белдем. Ошо түштәреңде һу­рып имеп, ошо билеңдән матҡып тотоп... Төндәр буйына һине уйлап, күҙ алдына килтереп сыға инем. Егеттәр ҡыҙҙар артынан сапты, ә мин һине күҙәттем. Һине теләнем! Атайҙан һине ҡыҙғанып йәнем сыға яҙа ине. Шуға ла күрә алманым уны! Һаман да күрә алмайым!
– Зәки, мин ҡарт бит, һиңә йәш ҡыҙҙар аҙмы ни? Ебәр, ебәр мине, көсләп алған ҡатын һинеке булмай бит барыбер? Һин бит мине яратмайһың, был атайыңа булған үпкәң генә. Әсәйең үлгәс, ул өй­ләнергә тейеш түгел,  тип уйлағанһыңдыр.
– Юҡ, мин ҡасан да бер бы­ны эшләргә тейеш инем! Юғиһә үҙемде үҙем кисер­мәйәсәкмен! Ә һин... өн­дәш­мә. Һин миңә кәрәк! Барыбер минеңсә буласаҡ! Бөгөнгө төн минеке!
...Әзмәүерҙәй егерме биш йәшлек көслө йәш ирҙең алдына сыға алманы Гүзәл, күҙҙәренән ҡойолған йәш­тәрен дә тыя алманы, ирен­дәрен ҡанатҡансы тешләп, түҙҙе лә түҙҙе генә. Нәфсеһе ҡанмаҫтай булып ҡаҙалған ир мәңге туймаҫ та, туҡтамаҫ та кеүек тойола башланы. Ҡайҙан унда шул тиклем дәрт, теләк, көс? Күпме мөмкин?! Ярай әле артыҡ ҡаты ҡыланманы, ҡор­банын ысҡындырырға йы­йын­маһа ла, башҡаса һуҡ­маны. Хатта үҙенсә наҙлы булырға ла маташты, буғай. Сәстәренән һыйпап, күҙ­ҙә­ренән үпте, сикәләренән аҡ­ҡан күҙ йәштәрен ирендәре менән һөртөп алды ла иламауын үтенде... Йәйге ҡыҫҡа төн үтеп, таң һарыһы беленгәндә лә ҡорбанын ысҡындыр­ма­ғайны әле көсләүсе. Иҙелеп-таушалып бөткән тәненең ауыртмаған ере юҡ кеүек тойолдо Гүзәлгә, ә был ир һаман туймай ҙа, ҡуймай ҙа. Ялынып та, ялбарып та ҡараны ҡатын, бер ҙә ыҡҡа килерлек түгел. Милиция менән ҡурҡытып та ҡараны, ә ул һаһылдап көлдө генә:
– Мәсхәрәһе үҙеңә!  Мин ир кеше, был минең өсөн ирлек кенә. Үҙ әсәйем түгелһең, атайҙың йәш бисәһе генә. Һин үҙең бәйләндең тип әйтһәм, кемгә ышанырҙар икән? Атайҙың эсергә яратҡанын бөтә халыҡ белә. Эскән, эш­кинмәгән ҡарт ир менән һин әллә ир теләмәйһеңме? Молчи и получай удовольствие!
Түҙҙе Гүзәл. Тәне нығыраҡ ауырттымы икән, йәнеме – үҙе лә аңламай түҙҙе. Бөтә йәне-тәне менән көсөргәнеп, ғәр­ләнеп, бөтә донъяға рәнйеп сыҙаны. Ике балаһы менән айырылып ҡайтырға мәжбүр булған яҙмышын әрләне; ҡатыны менән алмалай ике балаһын уйнашҡа алмаш­тырған тәүге иренә рәнйене; Ғайсаға кейәүгә сығырға мәжбүр иткән атаһы менән әсәһенә үпкәләп иланы. Ир рәхәте күрмәй үткән йәшлеген йәлләп иланы. Яратып ҡына барған ире хыянат итте, ә был иренә араҡы булһа, ҡатын кәрәк түгел. Үҙенә кәрәкмәгәс ни... Исмаһам яҡларға уйлап та ҡарамаған ҡурҡаҡ йәнле эскесе ирен күрә алмаҫ хәлгә етте. “Улына мине биреп ҡуйҙы! Мин мал мәллә? Йүнле хужа малын да туҡматмаҫ. Ә был мыҫҡылға биреп ҡуйҙы! Күрә алмайым! Икеһен дә күрә алмайым!!” 
– Мин бит һеҙҙе бер ҡасан да рәнйетмәнем! Нишләп улай ҡыланаһың ул? Ҡустыларың алдында оят түгелме? Улар белеп ҡалһа, һине кисер­мәҫ­тәр бит! – тип намыҫына тейергә булғайны, Зәки уның сикәһенән тотоп үҙенә ҡа­рарға мәжбүр итте лә:
– Юҡҡа был турала һүҙ ҡуҙ­ғаттың, – тине. – Әллә Марат менән Айрат һине әсәйгә һанай тип уйлай­һыңмы? Улар әллә һине теләмәй тиһеңме? Үҙеңдең ниндәй аппетитный икәнеңде белмәйһеңме әллә? Һин бит йәш ҡыҙҙарҙан си­бәрерәк! Ә фигурка! Кән­фит! Мин оло ағай, мин беренсе булырға тейеш инем, ҡус­ты­ларға сират етмәгән әле. Һис шикһеҙ етәсәк! Эскесе атайға беҙ ярҙам итергә тейеш бит инде, ха-ха-ха!
Гүзәл, үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанырға теләмәй, Зәкигә төбәлде. Ә тегеһе тартынып торманы, өс бер туғандың хыялдарын, пландарын үҙенең ҡорбанына асып һалды. Ғәр­ләнде лә, ытырғанды ла Гүзәл, ысҡынып китә генә алманы. Ай самаһы элек ялға ҡайтҡан Марат төн уртаһында уның ҡулын һыйпап карауат эр­гәһендә иҙәндә ултыр­ға­нына ҡурҡып уянып киткәйне. Насар уй башына килмәне, борсолоп: “Сирләп киттеңме әллә, Марат? Берәй дарыу кәрәкме әллә?” – тип һорағас, тегеһе шым ғына тороп, йоҡо бүлмәһенән сығып киткәйне. Ул ваҡытта аптыраны Гүзәл, ә хәҙер аңланы! Уныһы ла буш­ҡа ғына йөрөмәгән икән...
Таң әтәстәре лә ҡысҡырҙы, аҙбарҙағы һыйыр ҙа тауыш бирҙе. Ниһайәт, алған ләз­зәтенә иҙерәп йоҡлап киткән ирҙең ҡосағынан һурылып сыҡты ҡатын. Соланда элеүле торған һыйыр һауғанда ғына кейә торған иҫке халатын эләктереп, тышҡа сыҡты. Кер бауынан таҙа таҫтамал, кейем-һалым ҡарап алып, мунсаға йүгерҙе. Кистән һуң ғына яғылған мунса һаман да йылы ине. Сикәләре буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен тыйманы, ышҡып-ышҡып тәнен йыуҙы, ҡан һауған ерҙәрен күреп, асыуы ҡабарҙы. Көсләүсенең ҡағылған эҙҙәрен тәненән ҡырып ташларға теләгәндәй ышҡынды. Зымбырлап ауыртып, һулҡылдап һыҙлаған боттарын ныҡ итеп ышҡый алмаһа ла, ҡат-ҡат һабынлап йыуҙы. Үткән төндөң еҫен дә, эҙен дә ҡалдырырға теләмәй ине ул. Эх, хәтерҙән дә юйып, йыуып ташлап булһа икән...
Өйгә инде. Ғайса  иркен карауатта арҡыры төшөп йоҡлап ята. Баш осондағы тумбочка өҫтөндә буш араҡы шешәһе, стакан ултыра. Был Зәки араҡы алып ҡайтып, атаһын иҫерткәнсе үҙе эсереп һал­ғандыр, моғайын. Аулаҡтан файҙаланған. Ҡустылары ҡа­лала, Гүзәлдең балалары кисә генә йәйге лагерға китте. Ә был Өфөнән ҡайтып төшкән. Ҡустылары аша белгән дә аулаҡ икәнен, махсус рәүештә ҡайтҡан инде. Кисә Гүзәл мунсанан һуң күршеһе Сәбиләне тыуған  көнө менән ҡотлап ҡына сығайым, тип киткәндә Ғайса һин дә мин телевизор ҡарап ҡалғайны. Сәғәт-сәғәт ярым  самаһы ғына булды ла бит, Зәки көтөп торған...
  
Юлаусы.

(Дауамы бар).


Көндәлек  кейемен кейеп, биҙрә алып, һыйыр һауырға сығып китте Гүзәл. Малын көтөүгә ҡыуып ҡайтты ла, ҡош-ҡортона ем биреп, эте-бесәйенә һөт ҡойоп, өйгә инде. Нишләргә? Ғайса нимә тип килеп торор икән? Зәки ни йөҙө менән өйгә килеп инер? Ҡайҙа ғына башын алып ҡасырға икән? Ата-әсәһенән ярҙам да, аңлау ҙа көтмәй Гүзәл. Аш-һыу бүлмәһендә газға сәйнүк ҡайнатырға ҡуйып, өҫтәл янындағы ултырғысҡа ултырып, уйға сумды ҡатын. 
...Ҡарт та түгел уның ире. Ҡарар күҙгә матур бейек кәүҙәле егет иртә өйләнгән, тәүге улы тыуғанда кәләшенә – 18, үҙенә 19 ғына булған. Зәки “эшкинмәгән ҡартлас” тиһә лә, 44 кенә йәштә әле ул. 33-дә генә  өс малай менән тол ҡалып, аптыранып ҡалған саҡта уға Гүзәлде димләнеләр. Ике  бала менән айырылып ҡайтҡан Гүзәлде, эсергә яратҡанын белһәләр ҙә, ата-әсәһе көсләп тигәндәй Ғайсаға бирҙе. Ҡатыны ла төшөрөргә яратҡан, балалары ла, сүп үләне кеүек, тәрбиә күрмәй, ҡарауһыҙ үҫеп килгәнен күреп торһалар ҙа. Гүзәлгә әле 26 ғына йәш ине. Береһе – биш, икенсеһе өс йәшлек ике улы менән ата-әсәһенә һыйманы йәш ҡатын, аптырағандан тормошҡа сығырға риза булды. Һөнәре буйынса эш табылманы, почтаға эшкә урынлашты. Мөхәббәт тураһында һүҙ ҙә булманы, уртаҡ бала тураһында уйлап та ҡараманылар. Ҙур ғаиләһен тәрбиәләргә, мал-тыуар менән булышырға ла ваҡыт еткерә алмай, йүгереп донъя көттө. Иренең балаларына үҙенеке итеп ҡарарға тырышты, үҙенекеләрҙе әрләгәндә лә иренең улдарына ҡаты бәрелмәне. Үгәй тип әйтмәһендәр өсөн тырышты. 15 йәшлек оло улы гел ҡул аҫтында булды шул, ярҙамсы булды. Икенсеһенә – 12, бәләкәсенә ете генә йәш ине. Матур итеп кейендерергә, тәмле итеп ашатырға тырышты, дәрестәрен әҙерләште, көндәлектәрен ҡарап, ҡул ҡуйырға онотманы. Йыйылыштарына ла үҙе йөрөнө. Ғайса иһә балаларын Гүзәлгә тапшырҙы ла, рәхәт тормошҡа күсте. Ҡалымда йөрөп туйғансы эскән ирҙе йыш ҡына һөйрәп алып килеп, ҡапҡа төбөндә ҡалдырып китерҙәр ине. Үҙенең ике балаһын ғына ҡараһа, Гүзәлгә күпкә еңелерәк булыр ине лә бит... Ирҙең ни ярҙамы юҡ, ни аҡсаһы тигәндәй... Туғыҙҙы бөтөп, сығып китә торҙолар Ғайсаның улдары, Өфөгә барып һөнәри белем алып, эшкә урынлаша торҙолар. Ике оло улы әрмегә барып ҡайтырға ла өлгөрҙө. Аҙна-ун көнгә бер ҡайтып, итен-майын, йәшелсәһен тейәп киттеләр. Хәҙер Гүзәлдең үҙенең улдары үҫте инде. Тырышып  уҡып, үҙ көстәре менән имтиханды яҡшы итеп тапшырып, Өфөгә гимназияға уҡырға инделәр. Тиҙҙән улар ҙа йәйгелеккә ауылға ҡайтырға тейеш. Ике балаһы менән ҡайҙа китһен инде Гүзәл? Ире иҫерек йоҡлап ята, Зәки уны һуштан яҙғансы эсергән. Аш-һыу бүлмәһендә лә ике буш шешә ултыра. Үҙе  бер ҙә иҫермәгән, алдан уйлап эшләгән был эште. Бер татығас, тынғы бирмәҫ барыбер, атаһына әйтәм тип ҡурҡытыр. Ҡустылары ла Зәки кеүек ҡылана башлаһа? Халыҡ теленә бер эләкһәң, ауылда күҙҙе лә астырмаҫтар. Нишләргә? Башын элмәккә тыға алмай бит инде Гүзәл, уға үҙ улдарын аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Әгәр был хәлде малайҙары белеп ҡалһа, ғәрлеге ни тора? Ғәрсел бит уның улдары, ғәҙеллек яраталар. Үлтереш булыуы бар... Ни булһа ла башты алып сығып китергә кәрәк бынан! Тиҙерәк, тиҙерәк!
Ултырған урынынан һикереп тороп, өҫтәлгә икмәк, һыуытҡыстан кисәге ҡаймаҡты, бешкән һалҡын итте алып ҡуйҙы, бокал тултырып сәй яһап алды ла, тамағын ялғап алырға булды. Тынысланырға, һалҡын аҡыл менән ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Ярай, әлегә бер ай балалары ҡараулы, тимәк, уны бер ни ҙә тотмай. Аяҡ-ҡулы имен-һау, медучилище белеме лә бар. Ауылда ғына һөнәре буйынса эш юҡ ине, ҡалаға китһә, шәфҡәт туташына  эш табыуы проблема түгел. Китергә! Тиҙерәк кенә әйберҙәрен йыйыштырырға ла юлға сығырға!
Аяҡ остарында ғына йөрөп, үҙенең дә, улдарының да ҡәҙерлерәк булған кейем-һалымын йыйыштырып, пакеттарға тултырҙы. Айырым бер сумкаға документтарҙы, үҙенең кәрәк-ярағын теүәлләп һалып алды. Ярай әле өс көн элек кенә алған эш хаҡын тотонмаған. Һаҡсыл булһа, аҙна-ун көнгә етергә тейеш. Өҫтәлгә дәфтәр битенә хат яҙып һалды: ”Мин киттем. Эҙләмәгеҙ. Кире ҡайтаһым юҡ.”
Гүзәл юл ыңғайы тулы пакеттарын Әсмә әбейгә индереп ҡалдырҙы ла, яҡынса хәлен аңлатып, бер кемгә лә өндәшмәүен һораны. Оҙаҡламай әйберҙәрен килеп алып китергә вәғәҙә итте. Был әбей Гүзәл менән күптән дуҫ. Әсәһенән күрмәгән йылылыҡты унан күрҙе. Шуға күрә һөтөн-ҡаймағын алып килеп, иҙән-керен йыуып китә. Әбей күптән уны, ғүмерен эскесе ир менән әрәм итмәҫкә өгөтләй ине. Бөгөн иһә Гүзәл өсөн шатланып, хәйерле юлдар теләп, доғаларын уҡып ҡалды. Пакеттарын  йәшереп ҡуйыр ҙа белмәмешкә һалышыр. Үҙенә ышанған кеүек ышана уға ҡатын.
Ауыл осона сығып та өлгөрмәне, артынан ҡыуып еткән машинаға ҡулын күтәргәйне, туҡтап ултыртып алдылар. Таныш ир-егеттәр эшкә китергә сыҡҡан, ярай әле Гүзәлде һыйҙырырлыҡ урындары табылды. Өфөгә тиклем ылау табылыуына ҡыуанды. Телефон аша, почта етәксеһенә эштән бушатыуҙарын үтенеп, хәбәр ебәрҙе. 
Ҡатын машинанан ҡалаға инеп етмәҫ элек төшөп ҡалды ла, балалары уҡыған гимназияға юлланды. Тәрбиәселәренә хәлде аңлатып, иҫкәртеп ҡуйырға кәрәк, юғиһә шылтыратып, ҡурҡытып бөтөрҙәр малайҙарын.
Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, Гүзәл гимназияның  ҡапҡа төбөндә үк директор Ирек Искәндәр улына тап булды. Хәл-әхүәл белешкәс, үҙ проблемаһын асып һалырға булды, башҡаса сара юҡ. Эш һәм йәшәргә урын табырға кәрәклеген әйткәс, директор бер аҙ уйланып торҙо ла:
– Нишләп һеҙгә ҡайҙандыр эш эҙләп йөрөргә? Беҙҙең үҙебеҙгә шәфҡәт туташы кәрәк, вакант урын бар. Бынан тыш, беҙҙең бит дөйөм ятаҡ та бар, урын табырға тырышырбыҙ. Балаларығыҙ ҙа эргәгеҙҙә булыр. Нығынып алғансы, минеңсә, иң шәп сара булыр был, – тип Гүзәлгә төбәлде. 
Иңенән ауыр йөк төшкәндәй, еңел тын алып ҡуйҙы ҡатын. Бына бит, йән биргәнгә йүн биргән тигәндәй, йүне килеп сығып тора бит әле, Аллаға шөкөр! Кадрҙар бүлегенә үҙенә эйәртеп алып китте Ирек Искәндәр улы, бүлек етәксеһенә күрһәтмәләр бирҙе лә, аҙаҡ үҙенә инергә ҡушып, эш урынына юлланды. Улдары гимназияның ҡаланан ситтәге йәйге лагерында булып сыҡты. Шылтыратып һөйләшеп, тормоштарындағы үҙгәреш тураһында хәбәр итте Гүзәл. Бер ҙә бошонманы улдары, киреһенсә, шатландылар ғына. Шылтыратыуҙар булһа, яуап бирмәҫкә икәнен төшөндөргәс, әсәләре үҙ йомоштарын йомошларға юлын дауам итте. Төш етеүгә Гүзәлдең яңы эш урыны ла, йәшәргә бүлмәһе лә бар ине инде. Тауышһыҙ режимға ҡуйылған телефоны туҡтауһыҙ һелкенгәс, экранға күҙ һалды. Ата-әсәһе лә, Ғайса ла, Зәки ҙә, почта етәксеһе лә, хатта Марат менән Айрат та шылтыратҡан. Ә бит Гүзәлгә хатта айырылып мәшәҡәтләнергә лә түгел: загстары юҡ, никах менән генә йәшәнеләр. Әлдә генә мөнәсәбәттәрен законлаштырмағандар икән! Өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй, телефонын һүндереп сумкаһына тығып ҡуйҙы. Номерын алмаштырырға тура килер инде...  
Яңы номер менән яңы тормош башларға! Һис шикһеҙ, барыһы ла яҡшы буласаҡ!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Читайте нас